Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәшәйеш
22 Август 2021, 06:00

Хыялый булырһың да, бала бит ул

— Хыялый! Һинең ҡыҙың юҡ бында! Үлде бит ул, үлтерҙеләр Лүзәне, - тигән берәү беҙҙекеләрҙән уға. Шул ризыҡ тейәп килеп, алып ҡал тип ныҡышҡанға түҙмәй шулай тигәндер инде. Йоҙроҡ сөйөп ташланған ти бисара ҡатын, үҙе : "хыялый булырһың да, бала бит ул !"- тип илай икән үҙе.Шул мәлдән бар уҡыу йорто коллективы һөйләшеп " Лүзә практикала, ул алыҫта, оҙаҡҡа китте"- тип ялтаныу эҙләп таптыҡ. Әллә ҡайҙан ишетә тиерһең, һәр йыйылыш һайын килә лә етә. Инде ҡулындағы балалары ла ир етеп бөткән тиҙәр...Ишеткәнемдән шаңҡып аяҡ аҫтымда ер тоймағандай бәүелдем.

Хыялый булырһың да, бала бит ул...

Мин уны тәүге тапҡыр уҡыу йортоноң ата - әсәләр йыйылышында осраттым. Колледждың актовый залында барған йыйылышҡа иң аҙаҡ булып, бер арыуыҡ доклад тыңланылғас ҡына килеп ингәйне ул. Ректор ауыҙына текләгән залдағы бар халыҡтың , шул иҫәптән алғы рәткә теҙелгән өҫтәл артында ултырыусы уҡытыусыларҙың да ҡарашын әсе шығырлап асылған ишек үҙенә йәлеп итте. Унан өҫтөнә төҫө уңа барған һалпы ғына һары плащь кейгән, башына ауылса итеп шәлъяулыҡ ябынған, ҡулына буйтым һәлмәк шыптыр моҡсай тотоп килеп ингән был оло йәштәге ҡатынға мин дә иғтибар иттем. Ул еңелсә баш һелкеп, баҫынҡы ғына тауышта трибуна яғына ҡарап үтергә рөхсәт һорағандай ишек алдында бер аҙ тапанды ла, ректорҙың һүҙһеҙ генә күҙлек аҫтынан ым-ишараһын шәйләгәс, бар залдан һаулыҡ һорашып бер яҡ ситтәге ултырғысҡа барып ултырҙы. Бер-ике уҡытыусының һуңлап ингән ханым тарафына ҡараш ташлап ҡәнәғәтһеҙ йөҙҙә ниҙер шыбырлашып ҡуйыуҙарын ғына аңламаным. Үҙемсә, моғайын да ошо уҡыу йортонда уҡыған берәй студенттың өләсәһелер был тип сырамыттым. Әҙме ни хәҙер үҙ ата - әсәһе ҡарауынан мәхрүм балалар?

Йыйылыш дауам итте.
Һәр группаның ата -әсәләре айырымланып аудиторияларға таралышыуы башланғас ҡына, баяғы оло йәштәге әсәй үҙе инәсәк ишекте таба алмай ҡаңғырҙы.
— Минең Лүзәм ҡайһы группала икән? Ҡайҙан таныйым инде уның уҡытыусыһын? Эй әттәһе, ней Лүзә үҙе лә күренмәй бит әле, белмәйегеҙме ҡайҙа икән минең ҡыҙ?- тип зал уртаһында тороп һәр үткәндән ниндәйҙер билдәһеҙ Лүзәне таптырҙы.
Һәр беребеҙ һәр тарафтан йыйылған әсәйҙәр беҙ ҡайҙан ғына беләйек инде уның Лүзәһен?
Сәйер, уҡытыусылар ҙа уның һораулы ҡарашын күрмәмешкә һалышып, тиҙ-тиҙ атлап үҙ "ояларына" ашығыуын белде.
Был танышыу онотола ла бара ине. Мин уны тағы ла осраттым.
Был юлы шул уҡ уҡыу йортоноң ятаҡханаһында.
Ҡалаға документ менән сыҡҡан арала ҡыҙыма тип күстәнәстәр тейәп килгәйнем. Ятаҡтың вахтершаһы ризыҡ тултырылған моҡсайымды алып ҡалыуға ҡырҡа баш тартты, шуға бер аҙ йәнем көйөп эсем бошһа ла, төшкө тамаҡҡа бүлмәләренә ҡайтыр ҡыҙымды көтөп ятаҡ ишеге төбөндәге эскәмйәгә сүгәләнем.
— Һеҙ үпкәләмәгеҙ, комендант ҡушмағас алып ҡала алмайым посылкағыҙҙы. Мин үҙем дә әйткәнем бар уға, йәш бит аңламай, балалар алыҫ ерҙән килеп уҡыйҙар, өйҙәренә лә һирәк ҡайталар, ата-әсәләрҙең такси йә автобус аша ебәргән посылкаларын ошонда ҡалдыртырға рөхсәт бирәйек тип ҡараным, юҡ, тыңлап та бирмәй. Устав, әллә ниндәй указ ти ме шул, наркотик, алкоголь һалып индереүҙәре бар, тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Эш урыным ҡәҙерле, алып ҡалыр инем дә ул...- ғәйепле йөҙҙә аҡланып маташҡан ҡатынға:
— Ярай, былай ҙа ваҡытым күп минең. Бер ыңғайҙа ҡыҙымды күреп ҡайтырмын, -тип алдаштым. Ҡайҙан ғына ваҡыт күп булһын инде! Энә өҫтөнә ултырғандай ошо ултырыуҙа өйҙәге хәл-торош өсөн дә борсолоп бер булаһың.
Ниһәйәт берәм-һәрәм, һирәкләп кенә өйкөм булып студенттар төшкө ашҡа ятаҡҡа ҡайта башланылар.
Тик минең ҡыҙ һаман күренмәне.
Шул мәл теге мәлде йыйылышта осратҡан апай килеп инде. Был юлы ике ҡулына ла сумка тотҡан ине ул. Моғайын да минең һымаҡ балаһының тамағын хәстәрҙәгән әсәйҙер инде тип уйлап ҡуйҙым. Бәлки өләсәйҙер ҙә, йөҙөнә ҡараһаң оло ғына күренә. Тура бәреп һорап булмай бит кемең уҡый бында тип.
— Һаумыһығыҙ! Лүзә ҡыҙым инде микән бүлмәһенә?- ишек төбөндәге эскәмйәлә ултырған мине лә аңғармай теге апай тура үтеп вахтершаға өндәште. Күрмәгәс күрмәһен дә ҡуйһын тип шым ултыра бирҙем.
— Юҡ әле. Лүзә ҡайтмаған. Тағын тамаҡ алып килдегеҙме ни?- үҙе ултырған тумба аша саҡ эйелеп вахтерша сумкаларға ымланы.
Ярамаған сит ят әйбер алып килмәгәнен дәлилләгәндәй әсә кеше күстәнәстәрен ихлас асып күрһәтте үҙенә.
— Бала бит, ас йөрөмәһен тием. Үәринйәләп сәй эсергә ярата ул, бына шуға татлы күстәнәсте күп итеп әпкилгәйнем. Уҡыуҙары һәләк ҡатымы, бер ҙә ҡайтып китә алмай бит, күреп ҡайтайым тигәйнем, зерә лә генә һағындым да үҙен...- һуңғы һүҙҙе ҡалтыраулы ғына сығарған әсәй кешенең (был юлы өләсәйҙер тигән уй юғалды) хәлен аңлап, минең дә күңел ебене.
— Лүзә практикала тип әйттек бит һуң һеҙгә апай?! Оҙаҡҡа китте. Алыыыҫҡа! Һеҙ борсолмағыҙ, унда һәйбәт ашаталар, ас та түгел.
Үҙенә төбәп дорфа өндәшкән сағыштырмаса йәш ҡатынға бергилке ҡарап торҙо ла теге апай :
— Туғаным, зинһар алып ҡал инде ошо бер банка үәринйәне. Ҡасан ҡайтһа шунда бирерһең. Уҙған йылдың уражайын Лүзәм генә ауыҙ итмәне, өлөш бит был, - тип инәлеүле ҡарашта балитырлыҡ быяла банка менән әллә ҡарағат, әллә сейә үәринйәһе һондо.
Бындай боролошто көтмәгән ҡатын нишләргә, ни тиергә белмәй ишек төбөндә ултырған миңә боролдо. Шул саҡ теге апай мине лә күрҙе.
— Аһ, был ҡатындың да балаһы практикаға киткәнме?
Мин генә сумка йөкмәп тамаҡ ташыйыммы тиһәм, - тип миңә ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
— Ҡай апай, алып ҡалмайым күстәнәсегеҙҙе. Бында йылы бит, йә әсеп ҡуйыр, әрәм булыр шунан. Лутсы алып ҡайтығыҙ һеҙ аны, һаҡламағыҙ, ашағыҙ, -тине.
— Ашап ней...
Лүзәмдең өлөшө бит ул.
Алып ҡалмаһаң тор ҙа!
Бер әҙәм күткәреһе булдың, нисә килһәң праҙукты алып ҡалмайым ти ҙә тораң, - үпкәле мөңгөрҙәп апай моҡсайына теге банканы кире һалып ишеккә йүнәлде. Тик ишекте асманы:
— Ҡасан ҡайта тинең әле Лүзәне?- тип вахтала ултырған ҡатынға әле генә булған үпкәһен йотоп һорау менән боролдо.
— Теүәл генә белмәйем шул.
Алыҫта бит улар, - тип сикләнде яуап менән ул да.
— Алыҫта тиҙәр ҙә ҡуялар, ер сигендә түгелдер бит, - ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә ишек асып шаулы ҡала эсенә сығып олаҡты был апай.
Бер ни аңламаным. Аңларға теләнем, нисек һүҙ башлап зал аулаҡ саҡта хәлгә асыҡлыҡ индерергә белмәй йөй эҙләнем.
Бер мәл баш баҫып ниҙер яҙып ултырған теге үткәүелдәге ҡатын мыршылдап тонған танауын һөртөп йәшле күҙҙәрен түбәндән күтәрҙе.
Мин тағы ла аптырауҙа ҡалдым. Нишләп илай һуң ул?
Әсе генә итеп "әҙәм күткәреһе" тип һүҙ атты теге апай, әллә шул ныҡ үртенә тейҙеме?!
Бая ғына барыр ерҙәрем, атҡараһы эштәрем күплегенә борсолоп энә өҫтөндәгеләй үрелеп тәҙрәнән ҡарап ҡыҙымдың ҡайтырын көтөп ултырһам да, алыҫҡа практикаға китеп ҡайтмай әсәһен яфалаған Лүзәнең тарихын бик белгем килеп ваҡыт иҫәбенә күндем. Ингән-сыҡҡан балалар һирәгәйгәс минең теләкте аңлағандай теге дәү кәүҙәле үткәүел һаҡсыһы үҙе үк һүҙ башлап был аяныслы хәлде һөйләп һалды...
…Лүзә Мәрйәмдең баш балаһы була. Туғыҙҙы тамамлаған ҡыҙын ҡалаға уҡырға алып килә әсәй кеше. Төҫкә башҡа һылыу ҡыҙ башҡа ауыл балалары кеүек өйҙән айырылғас бәйҙән ысҡынғандай бәйһеҙләнмәй, матур ғына көйө уҡыуын белә.
Беренсе курсты бик уңышлы тамамлай ҡыҙ.
Төпкөл ауыл балаһына ҡаланан ҡайтыуы, ҡайтһа кире китеүе мең бәлә. Шуға әсә кеше осраҡлы машиналарға тағылып йыш ҡына ҡыҙына тамаҡ ташый. Телефон бәйләнеше юҡ мәл, бер-береһен һағынышҡан йәндәр өсөн ҡаты һынау була был.
Икенсе курста уҡып йөрөгән Лүзәләрҙең группаһын, шулай уҡ бер бүлек студенттарына ятаҡты ҡалдырып ауылға ҡайтырға ҡушалар. Ҡыш өҫтө, ҡаты киҙеү мәле. Карантин йәнәһе лә.
Кеме ни таба шуның менән ҡаланан тарала ҡыҙҙар. Лүзә лә юл сатында осраҡлы машинаға тағылып ҡайтырға сыға. Тик ҡайтып етеү яҙмай. Ҡара эсле әҙәмдәр ҡыҙҙы мәсхәрәләп юл буйына иҫһеҙ һелтәп китәләр.
Шул мәлдән әсә кеше ҡыҙын килеп ошо уҡыу йортонан эҙләй тиҙәр.
Мәйетен яҙ табып, Лүзә икәнен әсә кеше танһа ла, күңеле менән гел ҡыҙын тере тип ышана.
Юл төйөнсөгө төйнәп ҡалаға йыш юл тотҡан ҡатынын иренең әрләп тә, хатта туҡмап ҡарауы ла туҡтата алмай. Өй эсендә һин дә мин башҡа балаларын тәрбиәләп йәшәһә лә, ҡалаға барып теге уҡыу йорто тирәһенә аяҡ баҫыу менән мәрхүмә ҡыҙын юҡһыныуы көсәйеп хыялыйлығы баҫа икән...
— Хыялый! Һинең ҡыҙың юҡ бында! Үлде бит ул, үлтерҙеләр Лүзәне, - тигән берәү беҙҙекеләрҙән уға. Шул ризыҡ тейәп килеп, алып ҡал тип ныҡышҡанға түҙмәй шулай тигәндер инде. Йоҙроҡ сөйөп ташланған ти бисара ҡатын, үҙе : "хыялый булырһың да, бала бит ул !"- тип илай икән үҙе.
Шул мәлдән бар уҡыу йорто коллективы һөйләшеп " Лүзә практикала, ул алыҫта, оҙаҡҡа китте"- тип ялтаныу эҙләп таптыҡ. Әллә ҡайҙан ишетә тиерһең, һәр йыйылыш һайын килә лә етә. Инде ҡулындағы балалары ла ир етеп бөткән тиҙәр...
Ишеткәнемдән шаңҡып аяҡ аҫтымда ер тоймағандай бәүелдем. Күкрәгемде ярып әсеттергән тойғо күҙҙәремдән ҡайнар йәш булып тәгәрәне. Бисара әсәй...
Ҡолаҡ осомда бая ғына үҙ ауыҙынан ишеткән һүҙе тынмай яңғырай : "өлөш бит был...Лүзәмдең өлөшө..."

Ҡыҙым дәресенән ҡайтып минең илаулап тороуыма аптырауын күреп кенә саҡ әҙерәк тынысландым.

Ҡаланан ҡайтҡас та берауыҡ ошо тарих шауҡымы ташламаны мине. Бәрәсен юғалтып әсе тәзелдәгән һарыҡ-кәзә лә, көтөүҙән быҙауы өсөн йән фарман йүгереп ҡайтҡан һәүкәш тә Мәрйәм һәм Лүзә исемле ҡыҙҙың әсе яҙмышын иҫемә ҡабаттан төшөрҙө.
Мең хафа, мең ҡурҡыу менән оҙатып үә ҡаршы алып ҡыҙымдың уҡыуын тамамлауын саҡ көтөп алдым. Лүзә яҙмышы ҡабатланып ҡуймаһын, ҡара уйлылар әле әҙме ни, Мәрйәм апай кеүек хыялый булырмын мин дә тип хафаланып та борсолдом.
Өсөнсө тапҡыр Мәрйәм апайҙы осратыр көнөм дә булған икән.
Өйөбөҙгә газ үткәрергә булып өй документтарын йөкмәп ҡала ҡыҙырып йөрөгәндә теге элекке ятаҡ тирәһенән үтергә тура килде. Ике этажлы боронғо проектлы здание һүтелеп, урынына күптән дәү йорт күтәргәндәр ине. Матур аллеяға, бордюрҙағы сәскәләргә күҙем ҡамашып үтеп барғанда эскәмйәлә ултырған арҡаһы бөксәйеп ҡалған ҡатынға ҡараш бәрелде. Теге ҙур йорттоң подъезд ишегенең асылған-ябылғанын, ингән-сыҡҡан кешеләрен ҡарап ултырған кеше Мәрйәм апай ине...

Миңзәлә Сирғәлина

Хыялый булырһың да, бала бит ул
Хыялый булырһың да, бала бит ул
Автор:
Читайте нас