Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Сентябрь 2021, 20:10

Үҙемдең әсәйем бәпәй артынан үлеп киткән

Үпәһенә һалҡын тейҙереп, атай 1941 йыл йәй үлеп китте. Үгәй әсәйебеҙ Зәкиә апай үҙҙәренең ауылына ҡайтты. Ике-өс кәзәне ул алды, беҙгә өй ҡалды. Шулай итеп, һуғыш ваҡытында һеңлем менән икәү генә йәшәнек.

Үҙемдең әсәйем бәпәй артынан үлеп киткән
Үҙемдең әсәйем бәпәй артынан үлеп киткән

Хәтер – мәңгелек

Һуғыш балалары һөйләй

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

«Әйҙә, ана, Заһира барһын, уның урыны шунда», – тигән колхоз йыйылышында Йосоп Әҙиғолов тигән бабай, Свердловскиға торфҡа ебәрергә кеше кәрәк булғас. Минең йылғы ҡыҙҙар барманы, уларҙың ата-әсәһе бар ине. Минең атай ҙа, әсәй ҙә юҡ. Өйҙә һеңлем ҡараусыһыҙ бер үҙе ҡала, тип уйлаған кеше лә юҡ. Өс йыл рәттән торфҡа ла, Белорет менән Бөрйән урмандарына ағас ҡырҡырға ла йөрөнөм...»

 

Заһира Хәйҙәр ҡыҙы БАГАЕВА (хәҙер МОСТАФИНА).

1927 йылдың 22 июнендә

Федоровка районының Батыр ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 14 йәштә була.

Рамазан ағайымды «Большевик» колхозы Мәскәүгә эшкә вербовка менән ебәргәйне. Төҙөлөштә күп тә эшләмәгән, фронтҡа алып киткәндәр. Беҙ уны өйҙән оҙатманыҡ. Үпкә ауырыулы булып ҡайтты. Йыл ярым йәшәне лә үлеп тә китте.

Миңләхмәт ағайҙы үҙебеҙ оҙаттыҡ. Тоҡсайын аҫып, Федоровкаға бер үҙе китте. Был һуғыш бөткәндән һуң аҙаҡ япон һуғышына ебәргәндәр. Өс ай шунда йөрөп ҡайтты. Үпкәһендә осколок бар ине, алдырманы. Алдырһам, үләм, ти торғайны. Тештәре лә юҡ ине. Миҙхәт исемле улы, Райхана тигән ҡыҙы булды. Рабиға исемлеһе үлде.

Үҙемдең әсәйем бәпәй артынан үлеп киткән. Атай Дедовонан яҙ көнө сана менән алып ҡайтты. Әсәй үлгәндә миңә алты-ете йәштәр тирәһе ине. Зәйтүнә тигән һеңлем дә булды.

Атай Сытырмандан Зәкиә исемле үгәй әсәй алып ҡайтты. Беҙ уның менән үҫтек.

Атайҙы һуғышҡа алманылар. Дүртәү ҡалдыҡ. Ас йәшәнек. Колхоздың көҙҙән ҡаҙылмай ҡалған бәрәңгеһен яҙ тубыҡтан һыу кисеп йыйып алып ҡайтабыҙ. Йыуып, әрсеп, бешереп, йомарлап, ҡоро килеш табаға һалып ашайбыҙ. Әҙерәк көйөп, кетерләп тора.

Мине Дедовоға егерме көнгә тракторсылар курсына ебәрҙеләр. Ҡыш барҙыҡ. Егерменән ашыу кеше инек. Бер еврей йүнләп уҡытманы ла. Русса аңламайбыҙ. Йоҡлап ултырабыҙ. Шулай ҙа право биреп ҡайтарҙылар. Ике-өс ергә ебәрҙеләр. Мин үҙебеҙгә ҡайттым. Бер мин эшләнем. Колхоздың үгеҙе һымаҡ эшкә ҡуштылар. Эшләмәгән эш ҡалманы, ҡайҙа ҡушһалар, шунда йөрөнөм.

Ике ағай һуғышҡа бармағайны. Хибызулла Ниғмәтуллин менән Ғәбделхай Ильясовтар дизель тракторында эшләне, мин уларҙа прицепщик булдым. Лобогрейкала эшләнем. Минән кесерәк Барый Иркәбаев тигән малай ҙа шунда йөрөй. Ул ат ҡыуа. Лобогрейканың өҫтә бер аратаһы бар, шунда ашлыҡ йыйыла. Уны кискеһен теге малай тоҡсайына тултырып ала. Мин шуны күреп ҡалдым да: «Бәй, мин дә эшләйем бит, мин дә алам, – тинем. – Әйҙә, һин төшкә ҡәҙәрене ал, төштән һуң мин алырмын», – тим. Төштән һуң, ҡояш һүнгәс, ашлыҡ дымлана, әҙ була. Төшкә тиклем 2-3 кило булһа, төштән һуң 1-2 кило ғына була. Һиҙеп ҡалдым да: «Әйҙә, һин бер аҙна төшкә хәтлем ал, икенсе аҙна мин төшкә хәтлем алам», – тип һөйләштек. Ул урлауға кермәй. Шуны алып ҡайтып ҡыҙҙырабыҙ ҙа ярма итеп өйрә бешерәбеҙ.

Бер йылды иген үҫмәне, тәпәш кенә булды. Ҡул менән йолҡоп, бәләкәй генә көлтә итеп бәйләйбеҙ. Башағы ла йүнле түгел ине. Бойҙайы ла ваҡ булды. Председателдең ярҙамсыһы Заһиҙулла Аҡсурин тигән бер ҡарт бабай: «Ҡыҙҙар, алъяпҡысығыҙға һалмағыҙ», – тип ҡарап ҡына йөрөй. Беҙ – Мәрйәм Ниғмәтуллина, Ғәтиә Үзбәкова, Мәхмүзә Ниғмәтуллина – бер тиҫтер ҡыҙҙар бергә эшләйбеҙ.

Ҡыш көлтәгә өйөлгән ашлыҡты комбайнда һуғалар. Беҙ биҙрәгә һалып ташыйбыҙ. Үлсәп, бричкаға тейәйбеҙ. Шунан үгеҙ менән калдауайға илтәләр.

Ҡыш силсәүит һәр өйгә 3-4-әр кило бәрәңге киптерергә норма бирә. Ҡара булһа, алмайҙар, ап-аҡ, һары ғына булырға тейеш. Ҡараймаһын өсөн, турағандан һуң йыуып, крахмалын сығарырға кәрәк икән.

Төндә лә эшләйбеҙ. Кәрәсин булмаһа, бызлаҡ шәм яҡтыһында кис ултырабыҙ. Һарыҡтың туң майын тәрилкәгә һалып, шунда ағасты төртөп ҡуябыҙ. Туң май яна. Мин шәл бәйләнем. Михайловка тигән ауылда ҡаҙаҡтар йәшәй ине, шулар ҙа миңә бәйләргә килтерә. Дөйә йөнөнән, иләп, нәски бәйләп бирә инем уларға. Ул мамыҡ һымаҡ йылы була.

Һыйыр, кәзәбеҙ бар ине. Курмы әҙерләп булмағас, һыйырҙы бөтөрҙөк.

Магазинға һабын килһә, дүрткә йә һигеҙ кешегә бүлеп бирәләр. Элек һабындар ҙур була торғайны. Һабын булмағанда имән ағасының көлөн тондороп, шунда йыуа инек.

Таҡта сәйҙе лә дүрткә йә һигеҙгә бүлеп тараттылар.

Тоҙҙо ла 200-әр грамлап бүлеп бирҙеләр.

Өҫтә киндер күлдәк, киндер ыштан, тырнанырға рәхәт, тип көләләр ине. Шулай булһа ла, өҫкә кейергә юҡ, тамағыбыҙ ас, тип тормай, кискә уйынға сығабыҙ. Беҙҙең йылғы Рәфҡәт исемле егет таҡмаҡ әйтеп бейей. Аяғында сабатаһы шапылдап тора.

Трактор үтер әле,

Үҙеңдән ҙурҙарҙы һөйһәң,

Ташлап та китер әле.

 

Трактор үткән икән,

Үҙеңдән ҙурҙы һөймәһәң,

Үҙ тиңең бөткән икән.

Атайым һуғышҡа хәтлем таштан ферма һалды, Әхмәҙулла Танбәков, Ғаяз (фамилияһын иҫемә төшөрә алмайым бит әле) бабайҙар менән бергә малдар эсерергә фермаға ҡойо ҡаҙҙылар. Үпәһенә һалҡын тейҙереп, атай 1941 йыл йәй үлеп китте. Үгәй әсәйебеҙ Зәкиә апай үҙҙәренең ауылына ҡайтты. Ике-өс кәзәне ул алды, беҙгә өй ҡалды. Шулай итеп, һуғыш ваҡытында һеңлем менән икәү генә йәшәнек.

Атай ҙа юҡ, әсәй ҙә юҡ. Яҡлаусыһы юҡ, тип мине колхоз йыйылышында Свердловскиға торф сығарырға ебәрергә булдылар. Минең йылғы ҡыҙҙар, малайҙар барманы. Уларҙың ата-әсәһе бар ине.

– Әйҙә, Заһира барһын, уның урыны шунда, – тине Йосоп Әҙиғолов бабай. Өйҙә бәләкәс һеңлемдең ҡараусыһыҙ ҡалғанын да иҫәпкә алманылар.

Икенсе юлы налог һалғанда ла ошо бабай:

– Налог һалығыҙ, әйҙә, түләһен, колхоз еренә сысмаймы ни? – тип әйтә икән. Ул саҡта мин ситтә, торфта инем бит әле. Йәнә лә беҙҙең өй бар бит инде. Ер налогы булғандыр инде. Налог һалған хәлдә лә шулай яман итеп әйтмәҫ ине.

Торфҡа киткән саҡта һеңлемде Хафиза исемле инәйгә квартирға индереп киттем. Эштә йөрөп ҡайтҡас, колхоз бер центнер иген бирә торғайны. Мин онлата алдым.

Торфҡа ауылдан өс ҡыҙ киттек: Хәҙисә Танбәкова, Мөкәрәмә Багаева һәм мин. Улар йөрөй торғас, ҡасып ҡайтып киттеләр. Мин ҡайтманым. Кешегә эш эшләп, бәрәңге утап, урман эсенән атлап ҡайтып еткәндәр.

Киткән саҡта договор төҙөтәләр ҙә ҡул ҡуйҙырталар. Тегендә эш бөттө тип яҙылған, ҡайтырға рөхсәт биргән ҡағыҙҙы колхозға алып ҡайтып күрһәтәһең. Торф кипмәй башлағас ҡайтаралар.

Колхозда шул ҡағыҙыңды күрһәткәс, ашлыҡ, он бирәләр. Барғас та аптырап киттек. Мүк һелкенеп ята. Өҫтә ҡып-ҡыҙыл көртмәле. Ундай емеште үҙебеҙҙең яҡта күргәнебеҙ булмағас, ашаныҡ.

Еләк менән тамаҡ туймай. Ас йөрөйбөҙ. Беҙгә насар десятник эләкте. Метрын тотоп ҡына ҡарап йөрөй. Икешәр-өсәр гектар ер бүлеп бирә. Ерҙә бәләкәй генә торф киҫәге ҡалһа ла, ҡабул итмәй. 17-18 сәғәт иңкәйеп эшләп йөрөйбөҙ. Бәҙрәфкә хәжәтебеҙгә барһаҡ, билде тотоп булмай. «Әсәй!», «әни!», «уф, мама!» тип ҡысҡырышып сығып китәбеҙ.

Бер ваҡыт яҡында ғына кәзәләрҙең йөрөгәнен күреп ҡалдыҡ. Шуларҙы канауға һөйрәп төшөрөп, һауып, һөтөн эсә башланыҡ. Десятникка ла бирҙек. Был беҙгә норманы кәмерәк яҙа башланы.

Норма тултырһаң, 500 грамм икмәк бирәләр. Тултырмаһаң – 200 грамм ғына. Ата-әсәле кешеләргә посылка ебәрәләр. Миңә бер нәмә лә юҡ.

Торфҡа ла, урманға ла мине өс йыл рәттән ебәрҙеләр. 1943 – 1945 йылдарҙа йөрөнөм. Өсөнсө йылына урман араһындағы поселокка Зәйтүнә һеңлемде лә алып килдем. Ул һыу килтереп ҡуя, иҙән йыуа. Бер бригадала 15-20-шәр кеше була. Барактарҙа йәшәнек. Һәр береһендә алтышар бүлмә. Бер бүлмәлә 15 кеше йәшәй.

Ашағаныбыҙ – ике половник кәбеҫтә һыуы, бер ҡалаҡ нимәлер бутҡаһы. Көнө буйы шуның менән йөрөйбөҙ. Кемгә посылка килә, улар ондарынан ҡаймаҡ бешереп ашай. Беҙгә – юҡ.

Торф батҡаҡ. Терһәккә хәтлем бысранып, һыуланып эшләйбеҙ. Кирбестәрҙе ситлек һымаҡ нәмәгә кипһен өсөн бер-береһенә крест итеп бер метр оҙонлоҡта һалабыҙ. Аҙаҡ айырым бригада уны тиҙәк һымаҡ итеп өйә. Унан поезға алып китәләр.

Беҙ эшләгән ерҙә йәшен ныҡ була торғайны. Йәшен һуғып Дүртөйлөнән ике ҡыҙ, Федоровканан бер ҡыҙ үлде. Нижний Тагилдан бер ҡыҙҙың әсәһе генә булған, килеп тә алманылар, шунда күмделәр.

Серәкәй талап йонсота ине бигерәк.

Гөлөм тигән ауылдан бер ҡыҙ аҙыҡ карточкаһын юғалтҡан. Кеҫәһенә һалып йөрөгән, алғандар инде. Шулай урлаусылар булды. «Заһира апай, карточкамды юғалттым», – тип илап йөрөй. Шешенә башланы. Йәлләп, ашарға бирә торғайныҡ. Кәүҙәгә ҙур ҡыҙ ине. Аҙаҡ уны ҡайтарып ебәрҙеләр.

Карточка ун көнлөк. Көн һайын ҡырҡып алып ҡалалар. Икмәк, аш, бутҡа – бөтә ризыҡ. Сиратһыҙ барып инһәләр ашарға, котелоктарын бәрешеп һуғышып китәләр ине. Һуғышып та йөрөмәнем, үҙемдекен дә бирмәнем.

Карточканы кеҫәгә һалып йөрөһәк, беҙҙекен дә урларҙар, тип ҡыҙҙар менән һөйләштек тә бәләкәй генә тоҡсай тегеп, шуға бау ҡуйып, эсенә карточканы ла, аҡсаны ла һалып, муйынға аҫып йөрөйөк, тип килештек. Беҙҙең эшебеҙгә ҡарап аҡсаһын да бирәләр ине. Ҡайтҡан саҡта һандыҡ, метрлы тауар, күлдәк, тас, ике әлүмин биҙрә алып ҡайттыҡ һеңлем менән. Ауылда минең ҡайтҡанды көтөп кенә торалар. Тауарҙы алалар.

Тәтешле, Асҡын, Дүртөйлө яҡтарынан да ҡыҙҙар бар ине. Аҡ йөҙлө булғас, улар бигерәк ныҡ биреште серәкәй менән ҡара себенгә. Таланып, шешенеп тик йөрөнөләр.

Торфтан һуң урманға ебәрҙеләр. Тәүҙә Бөрйәндә булдым. Колхоз ат менән илтеп ҡуйҙы. Ике көн барҙыҡ. Әүжәнгә барғанда Әхмәрҙә ҡундыҡ. Ирҙәр менән йөрөнөм. Ҡыҙҙар барманы. Ҡыш киҫәбеҙ. Ағас ярылмай башлағас ҡайтабыҙ. Десятник дүрт метр итеп үлсәп йөрөй. Көн буйы сабата менән һыуланып ҡайтабыҙ.

Федоровканан сыуаш ҡыҙҙары бар ине. Бер көнө былар ҡасырға һөйләшеп ултыра. Иртән торһаҡ, ундан ашыу сыуаштың береһе лә юҡ. Ял көнө ине. Белеп ҡалдылар ҙа төштән һуң кире ҡайтарҙылар. Һыуланып бөткәндәр ине.

Белоретта ҙур здание бар ине. Шуны йылытырға тимер мейес ҡуйғандар. Кейемдәрен киптерергә элгәндәр ҙә, ул янып китеп, бер барак кешеләре янып үлгән. Йөрөгән егеттәре менән ҡосаҡлашып йоҡлағандар. Шул килеш янып үлгәндәр. Мәрйендәре генә тороп ҡалған. Мостафа тигән ауылдан бер ир генә ҡотолоп ҡалған. Әхтәм Көҫәпҡолов тәҙрәнән башын тығып сығып, ҡасып ҡайтып киткән.

...Һуғыш баҫылған тигән хәбәрҙе иртән котелок һөйрәп, столовыйға китеп барғанда ишеттек. Өс көн ял бирҙеләр. Кәбеҫтә һыуы түгел, ә вермишель һалып ашаттылар. Начальниктар килеп һөйләне. Рус ҡыҙҙары араҡы һатып алып эстеләр. Ҡысҡырышып йырланылар, бейенеләр. Ҡайһылары: «Атайым үлде, ағайым үлде», – тип илаштылар...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: