Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
5 Октябрь 2021, 08:20

Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!

Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйем! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!    

Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!
Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!

Уҡытыусыма

 Рәми ҒАРИПОВ

 

Һәр һүҙегеҙ
Миңә алтын булды, —
Һис бер килмәй
Сереү алтынға.
Улар яныр
Яҡты йондоҙ булып,
Юл күрһәтеп
Алға барырға.
Уҡытыусы —
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй.

 

Уҡытыусыма

Минира БИКӘНӘСОВА

 

"Хуш мәктәбем, һау бул, бала сағым!"
Ҡыңғырауҙар һибә һағышын...
Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалыр
Уҡытыусым, йырлы тауышың.
Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп
Үҫтерәһең илгә Кешене!
Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!
Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы тигән, һөнәрең...

 

Рәйлә Наҙарғолова


ШАТ БАЛАЛАР КИЛӘ
УРАМ БУЙЛАП

Урам буйлап килә шат балалар,
Ҡулдарында сәскә бәйләме.
Киләсәккә өмөт һәм ышаныс,
Уларҙы гел алға әйҙәне.

Тулҡынланыу сыҡҡан йөҙҙәренә,
Осҡонланып яна күҙҙәре.
Ғорур баҫып алға атлай улар,
Гөл-сәскәләр кеүек үҙҙәре.

Белем илдәренә сәйәхәткә,
Сыҡҡан улар, мәктәп – корабль.
Уҡытыусы – уның капитаны,
Маҡсат ҡуйып, алға ҡарай гел.

Оло байрам бөгөн илебеҙҙә,
Оло байрам - белем байрамы.
Изгелектәр юрап балаларға,
Һандуғастар таңда һайраны.
Белгәнеңде бер кем ала алмай,
Белем үҙе – еңеү байрағы!

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: