Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Октябрь 2021, 15:25

Табип булып уйнауҙы туҡтатайыҡ

Ситтән ҡарағанда, селтәрле компанияларҙа БАД-тар һатыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ һымаҡ. Әҙер материалды, әҙер фотоларҙы сәхифәләреңә ҡуйып, үҙеңә дуҫтар йыйып, тауарыңды ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтап смс-хәбәрҙәр генә ебәреп ултырыу ҙа етә кеүек.

Табип булып уйнауҙы туҡтатайыҡ
Табип булып уйнауҙы туҡтатайыҡ

“Бөтә ауырыуҙарға панацея! Йөҙ ауырыуҙан дауа! Иң шәп дарыу, БАД тик ошонда ғына!” Интернет киңлектәрендәге сәхифәләрҙә, электрон почтаға килгән смс-хәбәрҙәрҙә бик йыш ошондайыраҡ яҙыуҙарҙы күрергә тура килә.
Интернет заманында йәшәйбеҙ тип әйтергә яратабыҙ. Уныһы тап шулай, бер яҡтан эшеңде, теге йәки был йомошоңдо ултырып ҡына башҡарырға ярҙам итһә, икенсе яҡтан ул беҙҙе ярҙан да этә. Һуңғы арала оло йәштәгеләр виртуаль киңлектәрҙә әүҙем гиҙә. Шуны иҫәпкә алып, ҡайһы бер селтәрле компаниялар үҙҙәренең дарыуҙарын, БАД-тарын һатып, тап улар менән аҡса һуға.
Телефон, банк мутлашыусылары тураһында социаль рекламалар аша иҫкәртергә тырышабыҙ, ә бына ошо юҫыҡта, бар булған мәғлүмәтте һөҙөп алыу тураһында өйрәтеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғыраҡ. Шунлыҡтан был өлкәлә эшләгән мутлашыусылар бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан халыҡтың башын әйләндереп, ҡыйбатлы, үтмәгән тауарҙарын һатыуға тартынмайҙар. Хатта был дарыуҙарға ҡулланыусылар тарафынан (йышыраҡ социаль селтәрҙәрҙә) кире баһа бирелһә лә, уның һатыусылары: “Һин дөрөҫ файҙаланмағанһың!” тигәнерәк ғәйепте үҙеңә тағып ҡуйыуҙары ла бар.
Социаль селтәрҙәрҙә билдәле табиптар БАД һәм башҡа йәшәртеүсе, ябыҡтырыусы мөғжизәле нәмәләр тураһында яҙған мәҡәләләрен баҫтырһалар, уларҙың фекерҙәре аҫтында булған низағты уҡып иҫең китер. Әйтерһең, медицина белеменә эйә булған кешенең әйткәндәре, киҫәтеүҙәре дөрөҫ түгел, ә аҫтында комментарий яҙыусылар табиптыр тип уйларға мөмкин.
Формат ҡына үҙгәргән

Ашҡаҙан сире менән ике йыл элек дауахана тупһаһын йыш тапарға, ятып дауаланырға ла тура килде. Әүен баҙарына китергә йөрөгәндә, һығып алынған сепрәк хәлендәге апайҙы ашығыс ярҙам машинаһы менән килтерҙеләр. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам арҡаһында ғына ғүмере һаҡланып ҡалғанлығын шунда уҡ төшөнгән инек инде. Шулай булһа ла, ашҡаҙаны һәм тура эсәге ауыртыуына түҙә алмай төнө буйы ыҙаланды. Икенсе көнөнә лә хәле артыҡ шәптән түгел ине, шикелле. Иртәнге, төшкө ашҡа саҡырыуҙарына ла ятҡан килеш кенә ҡул һелтәп ҡуйҙы. Бары тик дауаханаға килгәндең дүртенсе-бишенсе көнөнә генә даими системалар, уколдар менән хәлен еңеләйтә алдылар. Тик табиптар һаман да аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай аҙапланды. Сөнки сир үҙенең ҡырын эшен күптән башлаған булған һәм ауырыуҙы тамам хәлдән тайҙырырға өлгөргән. Пациент иһә тулы ҡанлы тормош алып барыуын, ярамаған нәмәләр ашамауы хаҡында әйтеп, үҙен аяҡтан йыҡҡан сирҙең ҡайҙан килеп сығыуына аңлай алмауын белдереп, яурындарын ғына һикертеп ҡуйҙы.
Тамағына ашап, көрәйә башлағас, дарыухана ашына ғына ҡәнәғәтләнмәне. Үҙе менән алып килгән, көнө-төнө интернетта рекламаланған дарыуҙарҙы, порошок кеүек сәйҙәрҙе сығарып эсә башланы. Ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтап беҙгә лә тәҡдим итергә тартынманы. “Ун йыл тирәһе ҡулланам. Шунан алып сирҙең нимә икәнен дә белмәйем”, – тип ебәрә. Танышҡан көндәге хәлен күрмәһәк, бәлки, был алдаҡҡа беҙ ҙә ышанып ҡуйыр инек тә, кем белә. Дауахананан бер ни тиклем хәл йыйып сыҡҡас, был “бизнес”ын артабан да туҡтатмауын, интернетта төрлө төркөмдәрҙә үҙенең мөғжизә тыуҙырып, бар ауырыуҙарҙы ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығара торған БАД-тарын тәҡдим итеүе хаҡында йыш күрәм дә был юҫыҡта барлыҡҡа килгән һорауҙар тынғы бирмәй башлай. Ни өсөн шул порошоктары менән үҙҙәре шәбәймәйҙәр, ныҡлап аяҡтан йығылһалар, хөкүмәт дауахана­һына килеп, бәлә һалалар, диагноз ҡуя белмәй­ҙәр, тип табиптарға яла яғып, әрләшеп йөрөй­ҙәр? Ни өсөн компания һатып алыусылары ауырып китһә, үҙҙәре һауыҡтырмай? Пациентының ниндәй тормош алып барған, нимә менән туҡланғанын белмәгән табип телепат кеүек уға диагноз ҡуйып яфаланырға тейешме? Ғәжәп, ни өсөн дипломлы белгес тәҡдим иткән дарыуҙы йөҙ тапҡыр тикшерәбеҙ, ә матур һөйләгән, “табип” булып уйнаған кешегә ышанып барабыҙ икән?
Әлбиттә, бәлки кемгәлер ярҙамы ла тейәлер, ләкин был өлкәлә үҙе бер нәмә лә белмәгән кешенең бөтә ауырыуҙарҙан панацея итеп тауарын тәҡдим итергә хоҡуғы бармы? Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында телевизорҙан халыҡты кәкре ҡайынға терәтергә маташҡан Кашпировский алдында һыу тотоп ултырған кешеләрҙе йыш иҫкә төшөрөп көләбеҙ. Бөгөн дә үҙебеҙ менән шул уҡ хәл ҡабатлана түгелме? Формат ҡына үҙгәргән.

Апайым әхирәтһеҙ ҡалды

Ситтән ҡарағанда, селтәрле компанияларҙа БАД-тар һатыуҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ һымаҡ. Әҙер материалды, әҙер фотоларҙы сәхифәләреңә ҡуйып, үҙеңә дуҫтар йыйып, тауарыңды ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтап смс-хәбәрҙәр генә ебәреп ултырыу ҙа етә кеүек. Әммә бында ла ныҡышмаллыҡ, хатта ниндәйҙер кимәлдә еңмешлек кәрәк. Сөнки ҡайҙа булһа ла саҡырылмаған ҡунаҡ һымаҡ күрәләр ундайҙарҙы. Ойошмаларҙа уларҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмайҙар. Маңлайың алдында шап итеп ябылған бер ишектән һуң икенсеһен барып шаҡыр өсөн дә әрһеҙ булыуың, оятты артҡа ташлап алға ынтыла белеүең мөһим. Интернетта үҙеңдең артыңдан кеше әйҙәп, тауарыңды тәҡдим итеп смс-хәбәрҙәр ебәреп ултырғанда ла һинең адресыңа ҡарата төрлө һүҙҙәр яуасаҡ. Уларҙың һәр береһен ҡабул итеп, үҙең аша үткәреү өсөн дә нервыларыңдың ныҡлы булыуы кәрәк.
Апайымдың да шундай бер әхирәте бар ине. Ине... Уф, Аллам һаҡлаһын, үлеп-фәлән киттеме икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Иҫән-һау, әле лә йүгереп йөрөй ул. Әммә тап ошо, әлеге көндә ныҡ билдәле селтәрле компанияларҙың береһендә эшләй башлағас, тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе. Үкенескә күрә, кире яҡҡа.
Һин дә мин мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөгән еренән шул нәмә менән булышып алды ла китте бер мәл. Тауарҙарын үлтереп маҡтауы ғына етмәгән, беҙҙе лә үҙенең артынан әйҙәй был. “Баш табибығыҙҙың нимә ҡушҡанын үтәргә йүгереп йөрөп, роботҡа әйләнеп бөттөң. Был эштә көнөнә ике-өс сәғәт ваҡытыңды бүләһең дә, шуның менән вәссәләм. Туйғансы йоҡлайһың, теләгән ваҡытта теләгән ергә бара алаһың”, – тип табип булып эшләгән апайымдан көлә. “Һәр кемдең үҙ тормошо, яратҡан эше, тигәндәй. Был селтәрле компанияң бер мәл юҡҡа сыҡһа, нимә эшләргә уйлайһың? Тағы ла ауырыһаң, декретҡа китһәң, һиңә кем түләй?” – тип улар араһына инеп ҡаршы төшөүемде оҡшатманы. “Һи-и-и, һинең уҡытыусы булыуыңдан ни файҙа? Көнө-төнө эштән башың сыҡмай. Белем биргәнең өсөн берәй студентың килеп рәхмәт әйтеп киткәне бармы?” – тип минән көлөп ҡуйырға ла өлгөрҙө. “Ярай, һин миллионер булғас, элекке дуҫ-иштәреңде лә онотмаҫһың”, – тигәс кенә, телен тешләне. Апайым менән дуҫлыҡтары ла шул урында шартлап өҙөлдө. Күрәһең, уға, үҙе әйтмешләй, дәүләт урындарында сәсе менән ер һепереп йөрөгән йүләрҙәр менән аралашыу кәрәкмәй ине.
Ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, таныш-тоноштарын үҙенән тамам биҙҙереп, һатып бөтөрә алырмын әле тип алған БАД-тарынан муйындан бурысҡа батып, уны түләр өсөн кредит алып Себер тарафтарына һыпыртҡанын ишеттем. Ҡомһоҙлоҡ менән ыштанһыҙлыҡ йәнәш йөрөһә, шулай килеп сығасағы алдан уҡ билдәле. Апайым ғына балалыҡ дуҫын һаман да юҡһына. “Еңмеш кенә, алдын-артын ҡарамайынса эшләп ҡуя торған холҡо булһа ла, яҡшы дуҫ ине. Шундай яҡын кешемдән был замана шауҡымы айырҙы”, – тип ваҡыты-ваҡыты менән уфтанып ҡуя.

Белгестәр нимә ти?

Дарыу менән БАД нимәһе менән айырыла? Был һорау менән юғары белемле һәм тәжрибәле фармацевт, дарыуханала провизор булып эшләгән белгес Эльмира ХАМАЕВАҒА мөрәжә­ғәт иттек.
– Дарыу эшләү өсөн беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә үҙенең талаптары бар. Клиник эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр йылдар дауамына һуҙыла. Сөнки уның йоғонтоһо икенсе ағзаларға, кешенең психик хәл-торошона тәьҫир итеүе тикшерелә. Составында һәр матдә ҙур һынау үтә. Ошоларҙың барыһы ла уңышлы тамамланған хәлдә генә лицензиялы сертификат бирелә.
БАД өсөн ундай ҡәтғи талаптар юҡ. Әгәр ҙә составында артыҡ зыянлы матдә булмаһа, шул да етә. Был ваҡытты ла алмай, кеҫәгә лә һуҡмай. Тышына “Дарыу булып һаналмай” тип яҙалар ҙа һатыуға сығаралар. Еңел килем артынан ғына йөрөгән ҡайһы бер етештереүселәр быны кире юҫыҡта ҡуллана ла башлайҙар. Хаҡтары ла уның “аппетит”ына ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ БАД-тарҙы төрлө ерҙә төрлө кеше һата алыуы менән дә ҡурҡыныс. Бының өсөн махсус урын да, махсус медицина белеменә эйә булырға ла кәрәкмәй тигән фекерҙәр менән килешә алмайым. Эйе, элек һәр ауылда тиерлек төрлө үләндәр менән дауалаусылар, им-томсолар булған. Әммә улар борондан, йөҙәр йылдар дауамында өйрәнелеп килгән халыҡ медицина­һына таянып эшләгәндәр.
Нимә генә тиһәң дә, был тауарҙы алырғамы-юҡмы икәнлеген һатып алыусы үҙе хәл итә. Шулай ҙа һаҡ булырға, табип менән кәңәшләшергә тәҡдим итер инем.
Ошо урында М. Булгаковтың “Эт йөрәге” әҫәре иҫкә төшә. “Нимә ул емереклек? Минеңсә бына нимә ул: әгәр мин, һәр кис кешегә операция эшләп, уны дауалап аяҡҡа баҫтырырға тырышыр урынға фатирымда хор ойоштороп йырлай башлаһам, иң тәү сиратта үҙ булмышыма хыянат итәм. Тора-бара бының кире яҡтары үҙемә генә түгел, йәмғиәткә лә йоғонто яһаясаҡ. Сөнки һәр нәмә үҙ урынында булғанда ғына тормошта һәр яҡлап та эштәр көйлө барасаҡ...”
Ә бөгөнгө көндә емереклек икенсе юҫыҡтан килә. Ҡайһы бер артистар, шоумендар йырлап-бейеп халыҡтың рухи, мәҙәни үҫешен үҫтерер урынға, ете диңгеҙ аръяғынан килгән, үҙҙәре дөрөҫ атамаларын да белеп бөтмәйенсә бальзам, БАД-тары менән “дауалар”ға маташалар.
...Йә, ярай, ана минең сәхифәмә тағы бер кеше дуҫлыҡ тәҡдим итә. Быныһы ла минең финанс хәлемде яҡшыртырға тырышыу менән бер рәттән һаулыҡ та теләй икән. Ваҡыт әрәм итергәме, әллә ыңғайына уҡ “ҡара исемлек”кә индерергәме?..

Гөлсәсәк ӘШИРОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: