Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Октябрь 2021, 20:19

Туйҙан ҡасҡан кейәү Булған хәл

Ә һеҙ ошондайыраҡ хәл-ваҡиғалар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Һеҙ егеттең был ҡылығын нисек баһалайһығыҙ? Яҙығыҙ.   

Туйҙан ҡасҡан  кейәү  Булған хәл
Туйҙан ҡасҡан кейәү Булған хәл

Туй тигәндән... минең дә һеҙгә тормошта булған бер ваҡиғаны һөйләп үткем килә. 90-сы йылдарҙа булған был хәл. Марат менән Лилиә бер йыл осрашып йөрөгәндәр. Лилиә – ауыл ҡыҙы, Марат – ҡаланыҡы. Егет өйләнешергә тәҡдим иткәс, ҡыҙ шатланып риза булған. Туйға ике яҡтан да ныҡлы итеп әҙерләнә башлағандар: туй күлдәгенең затлыһы һайланған, алтын балдаҡтар алынған, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, ҡәйнеш-балдыҙҙарға, ҡоҙасаларға, килендәштәргә, бажаларға, еңгәй-еҙнәйҙәргә бүләктәр хәстәрләнгән, бик күп ҡунаҡтар саҡырылған. Ул ваҡытта туйҙар кафе-ресторандарҙа түгел, өйҙә уҙғарыла ине. Күптәр хәтерләйҙер әле, 90-сы йылдар башында магазиндарҙа әйберҙәр әҙ һатыла, яҡшы кейемдәргә сиратты ла алдан алып ҡуялар ине. Шунан самаларға була инде ниндәй мәшәҡәттәр тыуғанын, күпме сығымдар сыҡҡанын...

Туйға бер-ике көн алдан Лилиәләргә ҡаланан дөйөм ятаҡта  бергә йәшәгән дуҫ ҡыҙы ҡайтып төшкән. Йәштәрҙең фантазияһы яҡшы! Кәләште нисек итеп «һатып» алыуҙы бер аҙна алдан планлаштырғандар: төрлө йомаҡтар, йырҙар-бейеүҙәр әҙерләгәндәр. Хатта кәләш урынына ваҡытлыса ултыртырға тип күрше егетте лә күндергәндәр. Кейәү егете – бай ғаиләнән, кәләш өсөн аҡсаһын йәлләмәҫ тип уйлағандар, күрәһең.

Көтөлгән көн килеп еткән. Лилиәне, кейәүҙән ҡасырып, шифоньер эсенә индереп йәшергәндәр. Уның урынына аҡ селтәр бөркәнеп һаҡаллы Самат килеп ултырған. Бүлмәне йоҙаҡҡа бикләп, ишек башына һаҡҡа ике ҡыҙ баҫҡан. Иҙәнгә аҡбурҙан аяҡ эҙҙәре төшөрөлгән: баҫҡан һайын аҡса түләйһе. Улай ғына ла түгел, аҡ ҡағыҙға ирен эҙҙәрен ҡалдырып үбеп сыҡҡандар, кейәүгә кәләштең иренен табаһы, яңылышһаң, аҡса түләйһең.

Бына көтөлгән туй көнө килеп еткән. Егет дуҫтары, ҡунаҡтар менән бер нисә машинаға ултырып, ҡыҙ алырға барған. Ләкин ишек ябыҡ, ингең килһә – дөп-дөрөҫ яуап, йырларға, бейергә, аҡса түләргә. Егет һәм дуҫтары оҙаҡ һатыулашҡан, ҡыҙҙар һуҙған бүрек аҡса менән тулған.

Ләкин уйындан уймаҡ сығаһын белһәләр икән... Бик оҙаҡ һатыулашыу барған. Аҡсалар түләп, кейәү кәләш йәшерелгән бүлмәгә инә. Ҡорған артында ултырған һаҡаллы Саматты күргәс, кейәүҙең сабырлығы һына, асыуынан ҡысҡырып ебәрә. «Шул хәтле мыҫҡыл итәрлек булғас, ҡыҙығыҙға үҙегеҙ өйләнегеҙ !» – тип әйтә ул. Иптәштәре лә туҡтатып ҡала алмай. Кейәү машинаһына ултыра ла ҡуҙғалып та китәләр. Шәп ҡуҙғалып киткән машина артынан саң ғына күтәрелеп ҡала, йыйылған ҡунаҡтар шок хәлендә ауыҙҙарын асып ҡатып ҡалалар.

Ҡыҙыу ҡанлы Марат буласаҡ кәләше янына кире ҡайтмаған. Себергә  эшкә китеп барған, тип һөйләнеләр...

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: