Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
12 Октябрь 2021, 20:25

Тамам аптыратты был ҡәйнәм

Ә хәҙер ул ҡайтырға йыйынмай ҙа. Иремә әйтеп ҡарайым, һөйләш әсәйең менән тип. Ул ҡыйыуһыҙ ғына, ситләтеп кенә әйтә. Уның бер һүҙенә әсәй ун яуап ҡайтара.

Тамам аптыратты был ҡәйнәм
Тамам аптыратты был ҡәйнәм

Мин – йәш әсә. Ҡыҙыбыҙға бер аҙҙан ике ай буласаҡ. Туйҙан һуң атай-әсәйҙәр ярҙамы менән тырышып, бер бүлмәле фатир ҙа алдыҡ, тормошобыҙ түңәрәкләнде. Бәпес менән декрет ялында ултырғанымды күҙ алдыма килтереп, көтөп алдым был ваҡыттарҙы. Хәҙер башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй, тыныслығым ҡалманы. Декрет түгел, бер яфа һымаҡ был...
Көтөп алған тәүге ейәнсәр тыуғас, минең дә атай-әсәй өс аҙнаға беҙгә килеп, тәүге аҙналарҙа ныҡ ярҙам иттеләр, ваҡыты еткәс, ҡайтып киттеләр. Шуның менән бергә уларға алмашҡа иремдең әсәһе килергә теләк белдерҙе. Уның да беренсе ейәне, ике малайынан һуң ҡыҙ бала тыуғас, бик ҙур теләк менән ярҙам итергә тотондо. Миңә лә еңел ул булғас, тиҙерәк аяҡҡа баҫырмын, үҙемде ҡарармын тип ҡыуандым. Ҡыҙыбыҙ тыуғансы бик актив тормош алып бара инек ирем менән. Бөтә концерттарға йөрөнөк, бер премьераны ла ҡалдырманыҡ. Дуҫтар менән дә йыш осрашабыҙ. Бала тапҡандан һуң депрессияға бирелмәҫ өсөн, был да бик кәрәкле нәмә тип һанайым мин.

Килгән көндө үк ҡәйнәм баланы үҙе йыуындырырға тотондо. Беҙ инде уны яйға һалған инек, өс аҙна дауамында йыуындырҙыҡ  бит. Табип марганцовкала йыуындырмағыҙ, тәне кибә башлай тигән ине. Ә ул гел марганцовка һала башланы. Әйтеп ҡарайым табиптар ни белә ул, ти. Беренсе аҙнала йүргәктә генә төрҙөк тә, һуңынан иркен ятһын тип, ползунки кейҙерә башлаған инек. «Шулай аяғы кәкре була, ҡыҙ бала бит ул», – тип, тағы бер ҡат төрә башланы. Бала борсола, күреп торам. Бер иреккә сыҡҡас, яңынан йүргәккә керәһе киләме һуң инде?! Төндә ҡыҙым уянып шыңшый башлаһа ла, уттарҙы яндырып, ҡулына алып, күтәреп йөрөй башлай. Баланың йоҡоһо ҡасып бөтә. Көн менән төндө алыштыра башланы инде ул, көндөҙ оҙағыраҡ йоҡлай.

Бала ҡарауҙа ғына түгел, ғөмүмән, мин үҙ өйөмдә үҙемде хужабикә булараҡ хис итмәй башланым. Нимә бешерергә, ҡасан өйҙө йыйыштырырға, һауыт-һауытты йыуыуға тиклем ул хәл итә. Фатирыбыҙ бер генә бүлмәле, үҙ яғыбыҙға сығып, тыныс ҡына ултыра ла алмайым. Бер бүлмәлә ир менән ҡатын да һыйышмай ҡайһы ваҡыт. Ә бында ҡәйнә лә өҫтәлде. Үҙ тәртибен индерегә тырыша, беҙҙеңсә йәшәмәй ул. Ҡасан үҙ өйөнә ҡайтырға йыйыналыр, уныһы ла билдәлһеҙ. Килгәндә үк күпмегә килгәнен әйтеп килһә, бының аҙағы етәсәк тип, сабыр итер инек. Ә хәҙер ул ҡайтырға йыйынмай ҙа. Иремә әйтеп ҡарайым, һөйләш әсәйең менән тип. Ул ҡыйыуһыҙ ғына, ситләтеп кенә әйтә. Уның бер һүҙенә әсәй ун яуап ҡайтара.
Мин яҡшы килен булырға тырышам, үҙем әйтергә теләмәйем. Ләкин ризаһыҙлыҡ йөҙөмә сығалыр инде, бына-бына тауыш сығар кеүек. Икенсе яҡтан, ҡәйнәмдең беҙҙә булыуы миңә ирек бирә. Ҡайҙа ғына барһам да, баламды ышанып ҡалдырып китә алам. Талашһаҡ, нисек итеп уға һуңынан бала ҡаратып ҡалдыраһың? Бер ҡайҙа ла бара алмайса өйҙә бала менән ултырырға тура киләсәк. Ә инде ул беҙгә барығыҙ, бар, тип кенә тора. Рәхәтләнеп, үҙ ҡыҙы кеүек еәйне менән икәүҙән-икәү генә ҡала.
Ҡәйнәм менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нисек яҡшыртырға икән? Әсәйгә зарланмай инде, ул да килеп ҡыҫыла күрмәһен тағы. Йәшәй башламаҫ алдан тауыш сығарып ултыраһы килмәй. Дуҫым мине йомшаҡһың ти: «Ҡыҫылып йөрөмәһен, әйт. Һин хужабикә, нисек теләйһең шулай эшлә. Барыбер үҙеңсә эшлә. Былай дауам итһә, ваннаға кереп һинең үҙеңде лә йыуындыра башлар».
Иремдән был осраҡта ярҙам көтөп булмағанын аңланым. Уның әсәһе бит ул, ғүмере буйы бергә йәшәгәндәр. Уны был проблема борсомай шикелле. Ашарына бешкән, өйҙә тәртип, ҡыҙы тыныс ҡына. Ә мин? Мин нишләргә тейеш һуң? Рәхмәт, әсәй, һин өйөңә ҡайт инде, кәрәк ваҡытта килеп ярҙам итерһең, беҙгә бер ни тиклем ирек бир тиергәме? Ул мине бала-сағаны әрләгән кеүек кәрәгемде бирер инде... Бер әйтеп ҡараған инем, минең бала бит ул, нимәгә әсәй булырға ирек бирмәйһегеҙ тип... Ултырып иларлыҡ булды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: