Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
5 Ноябрь 2021, 20:50

Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән флешмобҡа халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре ҡушылыуын дауам итә

«Ҡурай» телеканалы журналистары башҡорт сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән популяр композитор, йөҙәрләгән хиттар авторы, 400-ҙән ашыу баллада ижад иткән маэстро, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Хәсәновтың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата белдергән фекерен яҙҙырған.

Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән флешмобҡа халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре ҡушылыуын дауам итә
Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән флешмобҡа халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре ҡушылыуын дауам итә

Рим Хәсәнов. Башҡорт сәнғәтен унан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.Ул 1947 йылдың 9 мартында Благовар районының Языков ауылында сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ ғаиләлә тыуа. Буласаҡ композиторҙың ата-әсәһе сығышы менән Архангел районы башҡорттары була. 

Бәләкәйҙән скрипкала уйнарға өйрәнә, унан гитара, баян, торба, балалайка серҙәренә төшөнә. Бала саҡтан көйҙәр сығара башлай, мәктәптәге сәнғәт түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә.

Рим Хәсәнов артабан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-мәғрифәт, Өфө дәүләт сәнғәт училищеларында, Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Уҡыған сағында уҡ төрлө ижади хеҙмәттәре менән билдәлелек яулай.

1973 – 1978 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлегенә етәкселек итә. Ошо арауыҡта һәм унан һуңғараҡ 30-ҙан ашыу спектаклгә көй яҙа, улар араһында “Айһылыуҙың айлы кистәре”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар”, “Әсәләр көтәләр улдарын”, “Ғәлиә”, “Ташлама утты, Прометей” һ.б. сәхнә әҫәрҙәре бар.

Бынан тыш, Рим Хәсәновтың ижадында джаз, эстрада, классик музыкала милли көй-моңдар ҙур урын биләй. Айырыуса уҙған быуаттың 70-80 йылдары башҡорт музыка сәнғәтен уның йырҙарынан тыш күҙ алдына килтереп булмай.

2006 йылдан инглиз теленән тәржемә һәм драма әҫәрҙәре яҙыу менән шөғөлләнә. 2010 йылдан – Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2015 йылда Благовар районында Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың “Сәскәләр уяныр” тип аталған тәүге асыҡ фестиваль-конкурсы үткәрелде.

2017 йылдың 28 апрелендә Рим Хәсәновҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: