Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Ноябрь 2021, 07:15

Бөгөн - Халыҡ-ара ирҙәр көнө

Ҡатын минең яуабымды ишетергә лә теләмәне: — Башты ҡатырмағыҙ! Ул хәҙер ми­нең өсөн юҡ. Ҡыуып сығарҙым мин уны. Ана, үҙе кеүек һаҡсыны тапһын! Шуның өс бөр­төк аҡсаһына ҡалған көнөм юҡ (ҡыҙҙың ата­һы һаҡсы булып эшләй ине). Мин һеҙҙе судҡа бирәм.

Бөгөн - Халыҡ-ара ирҙәр көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара ирҙәр көнө

Көслөлөкмө, әллә тупаҫлыҡмы?

Туй бара. Бына кәләш менән кейәү­гә шампан шарабы ҡойоп бирҙе­ләр. Имеш, хәҙер ғаиләлә кемдең баш буласағын асыҡ­лайҙар. Килен ке­ше, шуны ғына көткәндәй, шарап­ты төбөнә тиклем һемереп ҡуйҙы ла ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына етте. Йәнәһе, күрегеҙ, мин шәп, мин — беренсе! Ә кейәү, әҙәп һаҡ­лап­мы, әллә буласаҡ ҡаты­нының күңелен күрергә теләпме, был бурысты һуңла­быраҡ атҡар­ҙы. Тамашаны ҡыҙы­ғып ҡарап тор­ған халыҡ гөж килде:
— Килен еңде!
— Маладис!
— Донъя тотҡаһы һинең ҡулда!

Быға егеттең әсәһе лә эстән генә ҡы­уанып ҡуйҙы. Улы эшкә харап шәп булһа ла, баҫалҡыраҡ, ҡыйыуһыҙыраҡ шул. Шу­ға ла утыҙы еткәнсе өйләнә алмай йөрө­гән­дер. Килен тейешле ҡыҙҙы ул күр­ше районға үҙе барып, эҙләп табып, улы ме­нән таныштырҙы. Ундайыраҡ­тар­ға ошон­­дай ут кеүек ҡыҙ кәрәк инде! Донъя көтөргә йәтеш булыр.
Шунан яңы барлыҡҡа килгән ғаилә ни­сек йәшәп китте тиһегеҙме? Йәш ҡатын тәүге көндәрҙән үк еңмешлеге, яһиллығы менән ирен аптырата. Эшенән саҡ ҡына һуңлап ҡайтһа ла һорау алыу башлана:


— Ҡайҙа йөрөнөң? Һөйәркәң янында булдыңмы? Тағы ла шулай йөрөһәң, ҡай­там да китәм, үәт!


Дуҫ-ише йомош менән кергеләһә лә өнәмәне, яҡты сырай күрһәтмәй:
— Өйгә бысраҡ һөйрәп йөрөмәһендәр, мин кеше артынан таҙартырға тормайым, — тип еңмешләнә.
Балалары тыуған көн кейәү өсөн иң бәхетле мәлгә әүерелә. Тик килен генә зәһәрлеге менән был йортҡа бәхет кил­терергә ашыҡмай. Ә бер көн Алмасты буш өй ҡаршы ала. Тәҙрә-ишектәрҙәге пәрҙә­ләр юҡ, телевизор, радио ла әллә ҡайҙа осҡан. Аңлашыла: ҡайтып киткән.
Бер сама ваҡыт үткәс, килен кеше ки­леп алырға ҡушып шылтырата. Малайын үлеп һағынған Ал­мас шунда уҡ йыйынып юлға сыға. Әм­мә бер ҡайтып, бер китеү­ҙе йолаға индерә килен. Ярай ҙа ул тыныс ҡына ҡуҙғалһа, машина саҡырта, бө­тә әй­берен тейәй, күрше-тирәгә ирен яманлап һөйләй. Бындай ҙа тупаҫлыҡты күреп өй­рәнмәгән Алмас ни эшләргә белмәй, үҙ-үҙенә бикләнә. Ҡатынының холҡо өсөн күр­ше-күлән, туғандары алдында уңай­һыҙлана. Әммә түҙемлектең дә сиге була — көн­дәрҙең береһендә ирҙе аҫылынған килеш һарайҙа табалар...
Тағы бер ғаилә юҡҡа сыҡты, бала етем ҡалды. Ә бит уларға бәхетле булыу өсөн бер ни ҙә ҡамасауламай ине. Алмас ата-әсәһе ярҙамы менән өйләнгәнсе үк ҙур, матур өй һалып ҡуйғайны, аҡсаһын да тапты. Тик әлеге лә баяғы туйҙа уҡ “ең­гән” кәләштең мин-минлеге бөтәһен дә селпәрәмә кил­терҙе.
Ғәжәп: һуңғы осорҙа, ни өсөндөр, ге­лән ҡатын-ҡыҙҙы өйҙә төп хужа итеп кү­рергә ғәҙәтләндек. Ирҙәргә, имеш, ике донъя бер мөрйә, улар эсә, ваҡланды. Ғаилә тар­ҡалған ваҡытта ла бар ғәйепте көслө затҡа япһарырға өйрәндек. Ул шулай, ул былай…
Тағы бер миҫал. Көньяҡ Урал райондарынан бер ҡыҙ спорт өлкәһендәге ғә­жәп уңыштары менән ҡыуандырҙы. Үҫә төш­кәс, республикала ғына түгел, Рәсәй­ҙә, сит илдәрҙә лә еңеүҙәр яулай башланы ул. Ҡыҙға артабан шөғөлләнеү өсөн мөм­кин­лектәр күберәк булһын тип, ғаи­лә Өфө­гә күсеп килде. Сираттағы еңе­үенән һуң улар менән бәйләнешкә инеп, мәҡәлә яҙырға теләгемде белдер­ҙем. Ҡыҙ әллә ни асылып барманы, ә әсәһе уны был спорт төрөнә атаһы өйрәткәне ха­ҡында ихлас һөйләне. Йәнле әңгәмә килеп сыҡты.


Унан һуң берме-икеме йыл үтте. Теле­ви­зорҙан башҡорт ҡыҙының абруйлы ярыш­та тәүге урынды алғаны хаҡында хәбәр иткәс, спорт менән ҡыҙыҡһыныу­сы­лар араһында ҡыуанмаған кеше бул­мағандыр.
— Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы бит ул!
— Афарин!
Еңеүсене бер төркөм журналистар Өфө вокзалына барып уҡ ҡаршыланыҡ, етәк­селәр ҙә бар ине. Әлбиттә, бөтә ха­лыҡ араһында иркенләп һөйләшеп бул­маны, шуға ла иртәгәһен уның менән йәнә ос­рашырға тура килде. Әсә кеше хәҙер бер белем усағының директоры ине. Был юлы ла матур ғына мәҡәлә яҙылды.
Редакцияла ғәҙәти эш көнө ине. Бүл­мә­лә телефон шылтыраны. Трубка­ны ал­дан алып өлгөргән хеҙмәттәшем уны миңә һондо:
— Кемдер һине һорай, асыулы һымаҡ.
Иҫәнләшеү-нитеү, үҙе менән таныштырыу юҡ, ул миңә ябырылмаһынмы!
— Ниңә уны яҙҙығыҙ?! Кем рөхсәт итте?
— Бәй, аңламайым, кемде, нимәне? – Бер аҙҙан ғына был ханымдың теге ҡыҙҙың әсәһе икәнлеген аңланым. Баҡ­һаң, уға “атаһы өйрәткән” тигән яҙыу оҡ­ша­маған.
— Теге ваҡыт үҙегеҙ шулай тип әйт­кәйнегеҙ бит…
Ҡатын минең яуабымды ишетергә лә теләмәне:
— Башты ҡатырмағыҙ! Ул хәҙер ми­нең өсөн юҡ. Ҡыуып сығарҙым мин уны. Ана, үҙе кеүек һаҡсыны тапһын! Шуның өс бөр­төк аҡсаһына ҡалған көнөм юҡ (ҡыҙҙың ата­һы һаҡсы булып эшләй ине). Мин һеҙҙе судҡа бирәм. – Ярһыған ҡатын ауыҙ асып һүҙ әйтергә ирек бирмәне, берсә ирен һүкте, берсә миңә янаны…
Директор һынлы директорҙың шундай тупаҫлығы аҡылыма һыйманы. Хоҙайым, уның ҡул аҫтында эшләгәндәргә, бала­лар­ға түҙемлек бирһен, тип уйланым. Ә йәш­лектә мәңге бергә булырға вәғәҙә­ләшкән, пар балдаҡтар бүләк итешкән, бер нисә йыл элек кенә маҡтап туя ал­маған ирен бөгөн килеп күрә алмауы ғәжәп тойолдо. Уларҙың юлдары айы­ры­лышы­уында үҙенең дә ғәйебе юҡ­мы икән? Пе­дагог исемен йөрөткән был ха­ным киләсәктә бала­һында атай кеше­гә, ғөмү­мән, ир затына ихтирам, хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй алыр­мы? Әсәнән “матур” өлгө алған ҡыҙ ҙа үҙе­нең иренә ҡарата шулай уҡ йәмһеҙ ҡы­ланмаҫ тип кем әйтә ала?

Һүҙ юҡ: заман үҙгәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ­ҙа­рыбыҙ араһында юғары, яуаплы вазифа биләгәндәр етерлек. Ҡайһы бе­рәү­ҙәр эш хаҡын да ирҙәренә ҡара­ғанда күберәк ала. Әммә ғаиләлә гүзәл зат балалары өсөн — әсәй, ире өсөн ҡатын булып ҡалырға те­йеш. Үкенескә ҡаршы, бәғзеләр өйҙә лә етәксе бурысын үтәй.
Әлбиттә, ирҙәрҙең төрлөһө бар: бәғ­зеләре, бөтә ҡатындар ҙа шулай икән, тип яҙмышына күнеп, бәйҙәге эт кеүек йәшәй бирә, икенселәре, балаһынан айырылыу нисек кенә ҡыйын булмаһын, ғаиләнән китә, өсөнсөләре, түҙемлеге шартлап, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаи­ләһен юғалтып, урамда асар­баҡ булып йөрөгәндәр ҙә етерлек.
Телевизорҙан республикала юғары вазифа биләгән ханым менән тапшырыу бара. Уның яңғыҙы ир балалар үҫтергәне мәғлүм. Бөтә ғаләм алдында ирен әйтеп ҡалырға ла онотманы:
– Беҙҙең ир заттары үҙенән көслө ҡа­тындар менән йәшәй алмай…
Әгәр һин аҡыллы, көслө икәнһең, бәл­ки, шул сифаттарыңды ғаилә бөтөн­лөгөн һаҡ­лау, балаларҙы бергә үҫтереү өсөн йү­нәлтергә кәрәк булғандыр?
Ошондай саҡтарҙа атайым менән әсә­йем иҫкә төшә. Уларҙың икеһенең дә бала, үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йыл­дарына тура килгән. Әсәйем — өс, ә атайым бер класс тамамлаған. Тимәк, улар хәҙергеләр кеүек ғаилә, нисек йәшәү ха­ҡында төрлө әҙәби китаптар уҡып ултырмаған.
Заһир менән Ғәлиә кеүек ға­шиҡ та булып йөрөмәгәндәр. Уларҙы дим­ләп ҡауыштырғандар. Берәй нәмә эш­ләргә телә­һәк, әсәйем һәр ваҡыт иң тәүҙә ата­йыбыҙҙан рөхсәт һорарға ҡушыр ине:
— Атайығыҙ нимә тип әйтер?
Ҡушылған эште саҡ ҡына онота баш­лаһаҡ та, атайыбыҙҙы иҫкә төшөрөр булды:
— Атайығыҙ асыуланыр ҙаһа!
Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ирҙәр ғаи­ләнең тулы ағзаһы түгел, ә аҡса та­быу­сы һымаҡ ҡына ҡабул ителә башланы. Се­берҙә эшләп йөрөгәндәрҙең ҡатын­да­ры­нан ошондайыраҡ һүҙҙәр ишет­кән бар:
— Ҡасан китә инде, ялҡытты…
Себерҙә ябай эшселәрҙең нисек аҡса тапҡанын һәр кем белә. Бахыр ир ғаи­лә­һен ҡарау өсөн ҡырыҫ шарттарҙа ал-ял белмәй тир түгә, һаулығын юғалта. Ә ҡай­һы бер ҡатындар еңел йәшәүҙе кәсеп итеп, унан йәһәтерәк ҡотолоуҙы ғына көтә. Бы­лай рәхәт: ҡулда аҡса бар, ҡайҙа теләй, шунда бара, күңел аса, ашарға әҙерләп, ир кө­төп ултыраһы түгел. Күп­тәр хәҙер ан­һатҡа сығып, һөт-майҙы һа­тып та алам тип, һы­йыр аҫрауҙы ла онота башланы.
Ғаиләлә генә түгел, мәктәптә лә был йүнәлештә ҙур эш алып барырға кәрәк. Малайҙарҙың һүлпәнерәк тә, шаяныраҡ та булыуын беләбеҙ. Әммә уларҙы ҡыҙ­ҙар алдында “ялҡау, һин дә егет булып йөрө­гәс” тигәнерәк һүҙҙәр менән шелтә­ләү ма­тур күренеш түгел.


Йәшерен-батырыны юҡ: йортона ҡу­наҡ, туғандарын, дуҫтарын, хатта үҙен тәр­биә­ләп үҫтергән ата-әсәһен алып ҡайта ал­маған ир-ат бихисап. Икен­се­ләре тә­мәке алырға, машинаһына бензин һалыр өсөн дә ҡатынынан тилмереп, күҙен мөл­дөрә­теп аҡса һорай. Бын­дай көнгә ҡалған ирҙе хеҙмәттәштәре, дуҫтары хөрмәт итерме? Икеле.
Көслө зат ихтирамға мохтаж. Уға ҡа­рата бындай мөнәсәбәтте тап ҡатын-ҡыҙ тәр­биәләргә тейеш. Ә һеҙ нисек уйлай­һығыҙ?

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: