Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Ноябрь 2021, 21:35

БЕҘҘЕҢ ШӘҺИТ

Данлыҡлы ғалимә Дания Сәлмәнова, сәсәндәр, сәсәниәләр, уларҙан тыш Абушахмановтар, Рәмзил Сәлмәнов, Ринат Баймырҙин, Дамир Тайыпов, Айгиз Хашимов,... Буранғолдан сыҡҡан сәнғәт әһелдәре исемлеге тағы ла тулыланыуын дауам итә.

БЕҘҘЕҢ ШӘҺИТ
БЕҘҘЕҢ ШӘҺИТ

Телевизор экрандарынан йыш күргәс, ул һәр кемдең яҡшы танышы кеүек. Урамда осрап, һаулыҡ һорашһаң да, аптырап ҡалмаясаҡ. Өҫтәүенә һинең хәлдәреңде белешеп, үҙенекен дә һөйләп китер. Әммә бер ҡасан да, танымаған ым-ишара күрһәтмәҫ. Шуның өсөн ул һәр кем өсөн ябай ғына “Беҙҙең Шәһит”. Уны тамашасыһы шундай итеп күрергә күнеккән.

Әҙәм балаһы тыуған тәбиғәте холҡон алыусан, тиҙәр. Шәһиттең тыуған төйәге Әбйәлил районының Буранғол ауылы ғәжәйеп матур урында, Ҡырҡты, Ҡараташ тауҙары битләүендә урынлашҡан. Донъяға тереклек нуры бөрккәндәй, Ҡыҙыл, Ҡутырҙы башы йылғалары үҙ яйы менән генә аға. Һыу бит ул, йәшәү сығанағы. Ошо сығанаҡ үҙ холҡон эргә-тирәһендә йәшәүселәргә лә өләшә һымаҡ. Әҙәм фиғеле ише, уның да яйы төрлөсә булып китә. Әммә үҙенә тоғролоҡ һаҡлаусы буранғолдар бер ваҡытта ла тәбиғәттән зыян күрмәй. Киреһенсә, бүрегә һунар сыҡҡанда, йорт-тирәһен дүрт тояҡлы йәнлектән генә түгел, унан уҫалыраҡтарҙан да яҡлағанда тәбиғәткә таяна белгән. Улар бөгөн дә тирә-яғын уратып алған ҡарағай, ҡарағас, ғорур аҡ ҡайындар урманынан көс-ғәйрәт алып йәшәй. Тыштан шаянлығы, мутлығы менән алдаштырһа ла, уларҙа аҡыл ҡеүәһе тәрән, тиҙәр. Борон-борондан был ауылда ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу йөрәклеләр йәшәүен яҡшы белә эргә-тирә халҡы Һәр эште урынына еткермәй, үҙ һүҙен һүҙ итмәй ҡуймай ғәмле, сәмле һәм дәртле халыҡ. Әбйәлилдәрҙә рух ныҡлығы көслө, мәҙәниәтте ихтирам итеүселәр йәшәй. Халҡыбыҙҙың “Шәжәрә байрамы”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Иң яҡшы ҡәйнәләр”, “Иң шәп килендәр”, “Ҡарға бутҡаһы”, кеүек бик күп байрамдар ошо төбәктә ойошторола башлауы билдәле. “Шәжәрә байрамы”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡаҙ өмәһе”, кейеҙ баҫыу буйынса республика семинарҙары ла тап Буранғолда уҙғарылғаны хәтерҙә. Данлыҡлы ғалимә Дания Сәлмәнова, сәсәндәр, сәсәниәләр, уларҙан тыш Абушахмановтар, Рәмзил Сәлмәнов, Ринат Баймырҙин, Дамир Тайыпов, Айгиз Хашимов,... Буранғолдан сыҡҡан сәнғәт әһелдәре исемлеге тағы ла тулыланыуын дауам итә. Сөнки сәмләнеп, дәртләнеп йәшәгән халыҡ араһында битараф ҡалыу мөмкинлеге юҡ. Беҙҙең ябай Шәһит тап ошо ауылдан. Уның ташып торған дәрте тыуған төйәгенән.

Юғары уҡыу йортонан тура Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килеп хеҙмәт юлын актер булып башлағайны Шәһит Хамматов. Ошо ун йыл эсендә рус һәм башҡорт телендә ҡырҡҡа яҡын роль сығарып өлгөрҙө. А.Островскийҙың «Йәшен»ендә Маратик, М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы»нда – Асман, М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!»ында – Гермес, «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – Яҡуп,  «Аҡ мөғжизә»һендә – Әбүбәкер, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклендә – Хәмзә, «Үлмәҫбай»ында – Үлмәҫбай,  М.Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман» комедияһында – Зайни, «Аҡса булһа бер муҡса»һында – Ғәббәс, Ғабдулла мулла һәм башҡалар. Ниндәй генә ролде лә тап шәһитсә оҫталыҡ менән башҡарып, тамашасы күңеленә барып инеү һәләте бар уның. Лирик геройҙы ла, драматик, трагик ролдәрҙе лә, комик персонаждарҙы ла бөтә ихласлығы менән уйнаған оҫта артист булып танылды. Бынан тыш, киноларҙа төшөргә, телевидениеға ла алып барыусы итеп саҡырылып тора. Ҡайһы яҡтан ҡараһаң да – ялҡытмай. Заман менән бергә атлай.

 

Рәзилә Ырыҫҡужина.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: