Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
10 Ноябрь 2021, 16:15

Атай малы. Миңзәлә Сирғәлина.

Боҙло һыуға ҡойонғандай булды Шәрифә әбей. Үҙ аяғында, үҙ теле менән ярып теләгәнен әйтеп, машинаға ингәс ҡул болғаған бабайының мәрткә киткән тейеүенә ышана ла, күҙ алдына ла килтерә алмай ыҙаланы. Бәйләп һалһаң да тыныс ятмаҫ Сәлихйәне, нисек шулай ҡапыл тын ҡалырға мөмкин икән? - Әсәй, үтә лә бошонма, йәме. Давлениеһы нормалләшһә аңына ла килер, бәлким... шулай тейҙәр, врачтар... Гәрәйҙең бер һүҙе, йөрәген ҡап урталай телдеме ни?! "Бәлким килер аңына… " Ә бәлким килмәй ҡуйһа?

АТАЙ МАЛЫ (хикәйә)

Сәлихйән ҡарт таңға ҡарай ҡаты ғына ауырып китте. Ошоғаса бабайының больница тупһаһын ашаҡлап, бер укол һалдыртҡаны, дарыу йотҡаны булмағас, Шәрифә әбей ҙә албарғып ҡалды, ҡайҙа һуғылып, нисек ярҙам итергә белмәй өҙгөләнде. Кем уйлаһын, кистән генә кәбән баштарына күрән сабып алып килеп ослап, кискелегенә аты менән урам усағына яғырлыҡ ҡоро-һары тейәп ҡайтҡан кешене ошолай һуҙылып төшөп таң атыуға хәлһеҙ ятыр тип?..

Ә хәл ысынлап та хөрт булырға самалай ул. Аяғын күтәреп кәлүшен эләктерәйем тигәнсе, (тупһаға нисек башы менән бәрелмәне!) гөрҫ итеп ҡолап та китте Сәлихйән. Ир кеше ир инде, Шәрифәнең генә күтәреп һалырлыҡ хәле юҡ иллә мәгәр, сығып күршеләрҙән ярҙам һорауҙан башҡа сара ҡалманы.

Урынына ҡалҡытып һалғас, ҡолаҡ телефоны аша ауыл фельдшерына тиҙ ярҙам машинаһын саҡырыуҙы һорап хәбәр еткертте.

Башынан сыҙамай Сәлихйән. Әленән әле күҙе алдында күкле-йәшелле түңәрәктәр осоуын, соңҡа һәм маңлайҙың ярылырҙай булып һыҙлауын мөңгөрләп тик ята.

Көтһәң ваҡыт яй үтә. Шәрифә нисек кенә лә ярҙам итергә лә белмәй үрлеҡырлы ҡаранып, тәҙерә буйлап йөрөп машина килеүен көтә.

Килделәр. Сәлихйәнде кисекмәҫтән ҡалалағы больницаға һалырға тип, документтарын йыйырға, тиҙ генә әҙерләнергә ҡушып ҡуйҙылар. Ҡан баҫымы саманан тыш юғары ине ҡарттың. Ҡаҙаған уколдары килешеп ҡалдымы, үҙ аяғына баҫып, тышҡа ярауына ла сығып әйләнде ҡарт. Өҫ-башын алмаштырып, индергән носилкаларына ятыуҙан баш тартып, фельдшер егеттең ҡултығына йәбешеп Сәлихйән сығыуға атланы. Шәрифә оҙатырға сыҡты.

Солан ишегенең келәһе сыртлап асылыуға һарай яғынан әсе кешнәгән бейәнең, уның артынса сырылдаған ҡолононоң тауышы Сәлихйәнде әллә һиҫкәндереп ебәрҙе, артына боролоп Шәрифәгә:

– Ҡош ҡортоңдо ҡарамаһаң ҡарама, Буянды ҡара инде! Өйөр-фәлән ҡыуып алып китмәһен, күҙ уңыңдан ысҡындырма, – тине.

Бабайының һәр һүҙен фарман кеүек ҡабул иткән Шәрифә әбей, борсолоулы йөҙөнә етдилек һирпеп, башын һелкеп кенә яуапланы. Күҙ ҡараш менән аңлашып йәшәгән ололар өсөн был мәлдә һүҙҙәр артыҡ ине. Бабайҙың был һүҙҙәре фельдшер егеткә әллә оҡшаманы, баҫынҡы тауышта :

– Аяғын һөйрәп саҡ бара, үҙе һаман ат һөйләй. Һиңә ат нимәгә? Пенсияң бар – аша ла тик ят!, – тине.

Сәлихйән боролоп ҡына үҙен ҡултыҡлаған йәш егеткә, аңларға әле башың йәш, тигәнерәк ҡараш ташланы ла:

– Оҙаҡ ятмаҫмын мин пажалый, кәбән төбөнән бесән йолҡоп булһа ла һалып тороғоҙ, көбөлә һоло ла байтаҡ, – тине.

Ауыҙы эсенән фельдшер егет :

– Эйее, тиииҙ генә бөтә торған ауырыу, – тип мыҫҡыллы йылмайып, арттарынан эйәргән әбейгә ҡараны.

Шәрифә әбейгә лә анһат түгел, ҡыйын. Ғүмер буйы бер уй, бер ниәттә донья һөргән бабайыңды һуҙылтып бүрәнәләй тейәп сығарып ебәрсәле?! Машина тәҙрәһенән сырыш ҡулдарын болғап ҡуйған ҡарты тамам күҙ йәштәрен сығарырға мәжбүр итте...

Туғайға сығарып тышар мәленең үтеп барыуын белдереп ялан кәртә эсенән ҡабаттан әсе кешнәү яңғырай. Был – Буян. Шәрифә өйгә инеп, өҫтөнә йылыраҡ кейенеп кәртә тирәһенә ҡарай "тәгәрләне". Эйе, "тәгәрләне" тиһәң дә була инде, туп- тумалаҡ бит ул, бабайы – еңел һөйәк, бер эш тигеҙмәй үҙенә, шунан нисек тумалаҡланмайһың?

Йүгән кейҙереп Буянды еткәләп туғайға атланы Шәрифә әбей, артынан ҡолоно тотам ҡалмай эйәрә. Аҙымы яй булыр ҙа, бейә үксәһенә баҫыр һымаҡ булғас, шәпләп атлап та ҡараны, тыны ҡурылып күп тә бармай туҡтарға мәжбүр булды. Сәлихйән бабайса ҡамышлы туғайға еткерә алманы, бейәне тышап, йүгәнен һыпырып ҡайтыуға боролдо. Ҡайтыр юлы ла буш булманы, кеҫәләге ҡолаҡ телефоны аша дүрт ҡыҙына, бер улына атайҙарының хәлен еткереп ҡуйҙы. Балалар өсөн дә аталарының ауырып китеүе көтөлмәгән хәбәр булды...

Сәлихйән ҡарт арҡаһын терәп машина тәҙрәһе аша ҡарап барырға теләһә лә, фельдшер һәндерәгә ятырға мәжбүр итте. Тыңламайса хәл юҡ, күрер көнөң шулар ҡулында бит. Күҙен йомоп машина бәүетеүенә ойоп, әллә йоҡо баҫамы, күҙе алдында кисә урманда күргән күренештәр сиратлап бейеште. Ултырып ҡороған ағастың әсе иңрәп ҡолауы... үткер салғы йөҙө үткәндә ниндәй ныҡ күрәндең дә тыңлашып ҡына бер рәткә теҙелеп ауыуы...

– Эйе, аяғыңда ни тиклем ныҡ баҫып торма, йығылдыңмы Сәлихйән ҡарт? – ти кеүек кемдер.

Кисә генә тир ҡатыш дегет еҫе аңҡыған атыңды ҡыуып, арба өҫтөндә ауыҙ эсенән дәртле көйләп килә инең, бөгөн килеп ни тиклем бөтөн төҙөк булһа ла, ҡайһылыр егенән бензин-газ еҫе сыҡҡан "тимер ат" өҫтөндә һуйҙайып ятаһың түгелме?

Мәңгелек һыуын эскәндәй ҡыуалай инең доньяңды, ана, өс көн түгел өс йылда ла бөтә алмаҫтай эштәрең ҡыйрап ҡалды. Ҡараңғыға һылтанып арҡыс-торҡос һелтәгән бүрәнәләрең дә бысылмай шул килеш... Бағаналыҡҡа тип әрсегән уҫағың да үҙе һөйәлеп тик тора... Күрәнле тумарлыҡ төбөндә ҡалған етеле салғың да сереп ятыр микән?...

Сәлихйән ҡарт үҙ үҙен уйҙар менән теткеләне. Тәненең эҫеле һыуыҡлы булып китеүенә, берсә үҙенең баштүбәнләй ҡайҙалыр осоп барғандай тойолоуына хәүефе артты. Шулай китәме икән әллә кеше?

Үҙ уйынан үҙе тертләп, анһат ҡына бирелмәҫкә тырышып күҙҙәрен шар асып, тәҙрәгә ҡарап "йүгергән " ағастарҙың да ҡул болғауына эсе бошто. Тышта сентябрь аҙағы. Әле ҡойолмаған һары ҡайын суҡтары машина еленә елберләшеп артта ҡалалар...

Бите буйлап йыбырлап ҡына аҡҡан йылы нәмәне тойҙо ҡарт, күҙ йәше? Юҡ! Танауы буйлап субырлап ҡан китте Сәлихйәндең. Урынынан ҡалҡынып үҙенә эйелгән фельдшерҙың йөҙөн шәйләне ул, тик ни ғиллә, яйлап ҡына томан эсенә инеп юғалды ул егет. Сәлихйән ҡарт иҫен юйҙы...

Ни тиклем тырышып мал - тыуар артынан ҡалмай ҡараһа ла, Шәрифә әбей ниҙелер рәт - сиратына еткерә алмағандай, ҡәнәғәтһеҙлек кисерҙе. Яңғыҙы шөрпөлдәтеп бер кәсә сәйен һемергән була ла, Буяндан күҙ яҙып ҡуймаҫтан туғай яғын ҡарарға сығып әйләнә. Көноҙоно әллә нисә ҡабатлана был йөрөү. Көтөү ҡайтҡас быҙау айырып һыйыр һауыу үҙе бер әтнәкә. Еленгә матҡып йәбешкән быҙау(башмаҡ тиһәң дә була инде) көс бирмәй талпан шикелле ҡаҙала. Улай өйрөлә, былай өйрөлә Шәрифә, һуғып ҡарай, юҡ. Файҙаһыҙ. Әҙер эйгән һыйырҙы ғына һауа торғайны бит бығаса. Быҙау ҡушыу - айырыуҙар Сәлихйән иңендә ине.

Бабайының юҡлығын шундуҡ белгертте елкәгә төшкән эш.

Төшкө сәйҙе эсеп, бесәй шикелле йомарланып йоҡлап алыу ҙа юҡ хәҙер. Йөрөй -йөрөй, ә эшләгән эше күҙгә эленмәй .

"Ашағаның бер йоҡмай",- тип Сәлихйәненең арыҡ булыуын аңлай алмай ине Шәрифә. Арыҡланырһың да икән! Аяғөҫтө тыптырлап йөрөгәненә генә беленмәгән, таяуһыҙ ҡалған әүеҫтектәй ҡалды донья. Инде имен генә булып, аяҡҡа баҫып ҡайтһын инде ҡартыҡайым!

Шәрифә ауыҙ эсенән генә һөйләнеп арт яҡ ҡапҡанан килеп инеүгә, урам ҡапҡаһынан улы - Гәрәйе күренде. Дүрт ҡыҙҙан һуң тыуған бер бөртөк малай ул. Төпсөк тиҙәрме әле? Ҡалала тора килен менән.

- Әсәй, һаумы! Хәлдәрең нисек?

- Арыу ғына әле былай, Буянды ҡарап инеп торам. Үткенсе өйөр - фәлән тышауы менән алып китеп ыҙалатмаһын тием.

- Әәә, шулай икән дә ! Ә мин яңы юлыңғайы атайға һуғылып хәлен белеп сыҡтым. Кисә үк килә алманым, сменам ине.

- Ни хәлдә атаң? Арыуҙана тейме?

Шәрифә йотлоғоп Гәрәйҙең тәмәке һурған ауыҙынан ниндәй хәбәр сығырын көтөп тексәйҙе.

- Шәп тимәйҙәр шул, әсәй... Иҫенә килә алмай икән һаман. Мәрткә киткән тиҙәрме шул...

Боҙло һыуға ҡойонғандай булды Шәрифә әбей. Үҙ аяғында, үҙ теле менән ярып теләгәнен әйтеп, машинаға ингәс ҡул болғаған бабайының мәрткә киткән тейеүенә ышана ла, күҙ алдына ла килтерә алмай ыҙаланы. Бәйләп һалһаң да тыныс ятмаҫ Сәлихйәне, нисек шулай ҡапыл тын ҡалырға мөмкин икән?

- Әсәй, үтә лә бошонма, йәме. Давлениеһы нормалләшһә аңына ла килер, бәлким... шулай тейҙәр, врачтар...

Гәрәйҙең бер һүҙе, йөрәген ҡап урталай телдеме ни?! "Бәлким килер аңына… " Ә бәлким килмәй ҡуйһа?

Борҡолдатып һурып бөткән тәмәке төпсөгөн үксәһе менән төйгән Гәрәй, әсәһенә ниндәй хәбәр еткергәнен аңламаны шикелде .

- Әсәй, әллә Буянды һатайыҡ та ҡуяйыҡмы?,- тип өҫтәне , - минең сменалы эш, беләһегеҙ, ташлап ҡайтып ат ҡарашып йөрөй алмайым, апайҙарҙың һәр ҡайһыһының үҙ малдары күп, балалары, мәшәҡәттәре. Иң әүлийәһе шул - һатайыҡ беҙ аны! Ыҙалама ат артынан йөрөп. Атай ҡайтҡан хәлдә лә ат етәкләп йөрөмәҫ башҡа. Бесәнде етәрлек әҙерләшәбеҙ, утын алдырып ярып өйәбеҙ бит былай ҙа...

Былай ҙа шаңҡыу хәлендәге Шәрифә әбей, өндәшмәй башын баҫып тупһаға сүгәләне. Гәрәй үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн дәлилләп маташты:

- Һуң, әсәй, бына үҙең уйлап ҡара! Атай йығылып китһә кем ҡарай ул атты? Хәҙер һатып ҡалмаһаҡ, аҙаҡ осһоҙая ит. Самый иттең үтем сағы. Ҡолоно имеп йөрөгәс бейә йонсой, көндән көн быуаҙы ҙурая етмәһә. Ҡолондо айырып булмаҫ, ҡуша һатайыҡ та ҡотолайыҡ! Әсәй? Йә, әйт әле?!

Шәрифә, улының еңел генә атаһының малын һатып ҡуйыуына эстән көйөндө.

- Атаҡ - атаҡ! Ат һынды ат һатып ятып ней?! Атаң бер ауырып бальнисҡа тейәлеп китте тип , йыназа сығарырға ашыҡма әле, улым! Кем үлерен, кем ҡалырын Хоҙай ғына белә! Күрерһең әле, тыпылдата баҫып ҡайтып та инер!

Шәрифә әбей ауыр кәүҙәһен таяна - таяна күтәреп өйгә йүнәлде.

- Әйҙә, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәп ултырма, лутсы сәй эсәйек! Атаң киткәне бирле тамаҡҡа аш үтмәй. Ә бар малға иҫең китмәһен! Тиҙәге булһа , көрәге табыла ул, балам!

Гәрәй ҡәнәғәтһеҙ йөҙҙә, теш араһынан тупһа алдына сырт төкөрөп өйгә атланы.

Сәй табыны артында ла һүҙ Буян хаҡында булды. Атаһы барҙа ауыҙ асып атҡа ҡаныҡмаған Гәрәй, әллә атаһының ауырып йығылырын ғына көткән, һағыҙаҡтай ҡаныҡты ғына.

- Етәр инде әсәй боронғоса ат арба менән ыҙалап, һатып ҡына кинәнегеҙ. Өйгә яңы мебель алырһығыҙ, телевизор ҙа әллә ҡасанғы, бынау түрбаштағы шкафты сығарып утҡа ғына турап яҡмай, беҙ бала саҡта ултыра ине, һаман шул!

Шәрифә өндәшмәй ҡала алманы, эсендә, әллә йөрәге төбөндәме ниҙер ҡайнап сыҡҡандай ярһып китте. Шулай ҙа тыныс булып ҡыланып :

- Атаң менән миңә оҡшағас булған. Был - беҙҙең донья. Ә түрбаштағы шкафты атаң үҙ ҡулдары менән эшләп ултыртты. Замансаға ынтылып сығарып ташлар хәлем юҡ! Йыуһаң ҡарағай еҫтәре сығарып аңҡып китә үҙенән, күпме һөйрәп шылдырып аҫтын йыуһам да шул көйө, бер ере лә ҡыйшаймаған. Ана, Мәғәмүрә инәң матур стенка алдым тип ҡупырая ине бер мәл, өй йыуабыҙ тип шылдырғансы шөрөптәре бушағанмы, нимәлер инде, һауыт һабаһы менән ҡуша ҡойолоп төштө ти. Ә тиливизырҙы ни яңынан ҡараһаң да шул һөрәт, иҫкене ҡараһаң да шул һөрәт.

Атты һатам тип ауыҙыңды ла асма! Атаң белеп ҡалһа былай ҙа кәрәгеңде бирер әле!

Сәйен эсеп, әсәһе ауыҙынан һатыуға ризалыҡ ала алмағас, Гәрәй һытыҡ йөҙҙә урынынан ҡалҡынды. Юл буйына атай малын һатып ҡулға төшөрәсәк ҙур ғына суммаға ниҙәр аласағы хаҡында хыялланып килгән Гәрәй, уйҙарының буш ҡына буласағына бошондо.

- Әсәй, мин шулай ҙа һораусылар булһа иғлан яҙайым әле. Донья хәлен белеп булмай бит, атайҙың хәле икеле. Ике смена эшләгәс кенә килеп ҡайтырмын тағын. Тағын алты көндән була инде. Шуғаса атай иҫенә килмәһә, рәткә килмәй тигән һүҙ.

Гәрәй медицина белемле кеше кеүек итеп ҡәтғи әйтеп ҡуйҙы. Ғүмер буйы больницала эшләгәнме ни!

Бала бит инде, Шәрифә әбей күңелендәге яраларын белгертмәй, Гәрәйенең килеүенә риза булып, күстәнәсләп оҙатып ҡалды ҡапҡа төбөндә.

Сәлихйәндең хәлен барып белмәйенсә булмаҫ. Бер бала хәбәренә ышанып үртәлеп ултырғансы... Шәрифә әбей йүгертеп йөрөп икмәген болғаны, туҡмаслыҡ итен иретергә ҡуйҙы, ҡоротон да онотмаҫ өсөн өҫкә сығарҙы. Иртәгә булмаһа ла, иртәнән һуңға юлға сығыр. Аллаһы бойорһа! Ҡош - ҡортто Гәүһәр киленгә ҡарап торорға әйтһә, Буянды бер ярты көнгә кәртәлә тотҡандан да бер ни булмаҫ!

Һөйгәненә ашыҡҡан йәрме ни Шәрифә әбей, аяғы ергә теймәй осоноп ҡына йөрөп күстәнәс тоҡсайын төйнәп тә ҡуйҙы. Таң һарыһы беленер - беленмәҫ һыйырҙарын һауып көтөүгә ҡыуғас, бер - ике һәнәк бесәнде яланкәртәгә аша һелтәп, ағас кәритәгә бер сеүәтә һоло һоҫоп таратып һалып, ҡапҡаларҙы үҙенсә нығыта бикләп, бисмиллаһын уҡына - уҡына, ҡалаға Сәлихйәнен күреп ҡайтырға автобусҡа ашыҡты Шәрифә. Кәртә аша зыңғырлата кешәнәп ҡалған Буян, хужама сәләм әйт тигәндәй ынтылып - ынтылып әбей артынан ҡарап ҡалды...

Шәрифә юл буйына Сәлихйәненә әйтер һүҙҙәрен төйнәп барһа ла, больницаға инеп, палата ишегенән үткәс барыһын да онотто ла ҡуйҙы. Ап - аҡ япма ябылған,ҡураныс ҡына кәүҙәгә әллә күпме проводтарға тоташтырылған бабайын күргәс, хәлдең ысынлап та хөрт икәнлегенә ышанып ултыра төшә яҙҙы. Йөҙөнән ҡан төҫө ҡасҡан Сәлихйән, система аҫтында ине. Артынан оҙата ингән медсестра ҡатын, Сәлихйәндең йөҙөнә эйелә биреп :

- Апа, Сәлихйән апа! Күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ әле, йоҡламайһығыҙҙыр бит, бына әбейегеҙ килде,- тине.

Иртән генә иҫенә килеп, ойоп ҡына ятҡан икән. Талғын ғына асҡан күҙҙәрҙең уға ҡарай төбәлеүенә Шәрифә әбей ҡыуанып китте.

Йәмшәйгән тешһеҙ ауыҙ ситтәрен ҡыйшайтып Сәлихйән йылмайырға ла көс тапты. Эсенә йылы йүгергәндәй булды Шәрифәнең. "Эйй, былай булғас, шәбәйәәә! "

Медсестра ҡатын системаны, бабайға сым аша тоташҡан экранды текләп ҡарап торғас, оҙаҡламаҫҡа ҡушып сығып китте. Шәрифә ни тиергә лә белмәй байайына ҡарап тик ултырҙы.

- Әбей һаумы, ништәп бер нәмә лә өндәшмәйһең?

Донья хәлдәре нисек?

- Э - э- эй, ней, һаубыҙ.. үҙең һаумы? донья ни бара, арыу ...көтәм былай,-тигән булды.

Ауыҙ - мороно кибәлер инде, ара- тирә иренен ялап алған бабай бар ауыл яңылыҡтарын белергә тамшанып һорау артынан һорауын теҙҙе. Хәленән килгәнсе яуап биреп ултырҙы Шәрифә. Тик бейә хаҡында һорашҡанда, Гәрәй улының һатырға теләүен йәшереп өндәшмәне. Һатмаҫ! Һаттырмаҫ та Шәрифә.

Иҫенә килеп, үҙ аңында һәлмәк булһа ла һөйләшеп ятҡан Сәлихйәндең һауығырына шиге юҡ ине әбейҙең .

- Ошоғаса давлинйә тип һөйләһәләр, нимә була икән тип уйлай торғайным, алама ауырыу икән. Ваҡыт иҫәбен юйып осоп йөрөнөм бит әллә ҡайҙа. Ярай әле тотоп алып ҡалдылар, рәхмәт инде духтырҙарға...

Әбей, һин дә ҡаратып тор дәвлинйәңде.

- Мин бирешмәм, Аллаһы бойорһа! Һауығып аяҡҡа баҫ инде. Бынан юры һаҡтаныңҡырап эшләрһең эште лә, бигерәк өтөкләнеп бер юлы эшләйһең бит. Эш тә үтәлер инде үҙәгеңә.

- Мин дә бирешмәйем тип эре йөрөй инем дә бит, бирештерә икән шул, ҡәһәрең!

Ваҡыт тигәнең тиҙ генә үтә лә китә бит.

Ишек асылып китеп, медсестра ҡатын килеп инде.

- Инәй, апаға артыҡ борсолорға ярамай. Ял итһен,- тип сығырға ымланы.

- Ярай бабай, һау бул! Борсолоп уйланып ятма, һауығып сыҡ. Тамағыңа ашаңҡыра, бөлөнөп китмә. Малды ҡарайым мин, бер ике - өс көндән килеп ҡайтырмын тағын. Бәлким уға хәтлем аяҡҡа ла баҫырһың! Гәрәй улың ике эсминә эшләгәс киләм ти ине...

Үҙе менән алып килгән өй ризыҡтарын тумбочкаһына теҙеп, хушлашып ҡайтырға сыҡты Шәрифә. Яҫтығына уйылып батҡан ап - аҡ сәсле башын ҡалҡытып, еңелсә генә һелкеп оҙатып ҡалды Сәлихйәне. Медсестра ҡатын больница ишегенән сығарышып, бабайының хәл - торошон аңлатты. Ысынлап та, ваҡытлыса ғына иҫенә килә лә, оҙайлы мәрткә китеп яфалай икән үҙе. Түшәктән ҡалҡына алмай, ярауы ла аҫтында. Иҫендә саҡта тамағын тотоп ашай , тик башы әйләнеп оҙаҡ ултыра ла алмай икән. Һауығырына ышаныс белдереп, өмөтләндереп арҡаһынан һөйгән булды медсестра ҡатын. Шул ғына етте Шәрифә әбейҙең һытылырына. Балалар кеүек һыңҡылдап һығылып иланы ла ебәрҙе. Ярты көнгә лә Сәлихйәненән айырылып өйрәнмәгән Шәрифә өсөн был айрылыу ауыр ине шул. Ҡульяулығы менән төпкә батҡан күҙҙәрен соҡоп һөртөп, әҙерәк күңеле бушанып ҡалғандай булып ҡайтырға сыҡты...

Шәрифә еңгәһе донъяһына күҙ - ҡараҡ булып тор, тип ышанып ҡалдырғас, ҡош - ҡортона һәүрек эт- фәлән инеп, ярғылап ташламаһын тип, Гәүһәр кәртә тирәһен ҡараштырып сыҡты. Ҡаҙан төбөнә бүрттергән арпаһынан һоҫоп өйрәктәренә, тауыҡтарына һалды. Һыу буйына ҡыуған ҡаҙҙары өй ҡыҙырып тик йөрөгәстәре, тағы ла һыу буйына ҡыуҙы. Урам ҡапҡаһын нығытып ябам тип кенә боролоуына ниндәйҙер оло машинаның арт ҡапҡаға артын терәүен күреп, шәпләп атлап шул яҡҡа йүнәлде. Гәрәй килгән икән.

Сарға Гәүһәр уны- быны уйламай, етер -етмәҫ һүҙен ҡушты :

- Һаумы, Гәрәй улым! Олоғара машина менән нимә бушатырға йөрөүең?

Тәмәкеһен ҡырын тешләгән Гәрәй, һин генә ҡалдың тикшеренергә, тигәндәй ҡараш ташлап, ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләп, шофер егеткә руссалап һүҙ ҡушып Гәүһәрҙе күрмәмешкә һалышты.

Былай ғына бирелә торғандарҙан түгел ул Гәүһәр! Шаянлығын эшкә егеп, еңел кәүҙәһен йылп иттереп кенә Гәрәйҙең бөйөрөнә төрттө:

- Киленде грузауайҙа ғына апҡайттың мәллә?

Гәүһәр ынтылып брезент япмаһы ярым асыҡ машинаға башын тығып ҡараны. Бесән түшәлгән борт буш ине. Иғтибар итмәй генә һүҙһеҙ эш менән булған ике ирҙең ни сәбәптән машиналарының артын терәүен аңланы Гәүһәр ҙә.

- Гәрәй улым, ниткән эшең был? Шәрифә еңгә Сәлихйән ағай янына китте бит, өйҙә юҡ. Нимә тейәргә килдең?

- Гәүһәр апай, вообще то һинең дворың анауында, бар шунда хужалыҡ ит!

Дорфа ғына һүҙ ҡушҡан Гәрәйгә йәне көйөп китте Гәүһәрҙең.

-Двурымдың ҡайҙалығын мин үҙем дә беләм, ә бына һин нишләп үҙ двурыңда түгел? Шәрифә еңгә ҡараштырып торорға ҡушты, шуға индем.

- Яҡшы булған, ҡарағанһың - маладис! Тик әлегә ҡыҫтырылма! Бар ҡайт!

- Бынағайыш?! Ҡайтып ней! Ҡыуғасың оторо торам әле ошонда. Нимә тейәрһең икән? Ҡарап торорға риза булып ҡалғас, белергә тейешмендер?!

- Күпте белһәң тиҙ ҡартайырһың Гәүһәр апай, үҙемә тейешен генә тейәйем. Кеше әйберендә эшем юҡ.

- Шулай ҙа, ней, Шәрифә еңгә ҡайтҡанын көтөргә ине?! Беләме үҙе, әсәйеңде әйтәм?!

- Белә, белә!,- айырыуса ярһыу менән әйтте Гәүһәр был һүҙҙәрҙе. Сәйер тойолдо шулай ҙа был эш Гәүһәргә.

- Туҡта әле, Гәрәй улым! Ҡайтып ҡына сутывыйымдан Шәрифә апай менән һөйләшеп киләйем. Ҡайтып та киләлер әле үҙе. Юлдалыр, тием. Үҙе өйҙә юҡта тейәнмәй тор әле, сабыр ит!

- Сотовый ни миндә лә бар, яңы ғына һөйләштем! Нимәһенә ҡыҫтырылып аяҡ аҫтында уралаһың әле Гәүһәр апай?! Ҡайт бар! Әйттем бит үҙемә тейешлене генә алам тип.

- Ай һай, ярһыуыңа ҡарағанда тиген түгел был. Ҡара уны малай, мине минауат итһәәәң...

- Бар, бар ҡайт!

- Атаҡ - атаҡ, ҡыуып тороп! Ҡайтмайым! Һин ҡайтмайынса ҡайтыу юҡ!

- Нимәгә кәрәк һиңә беҙҙең донья? Күрмәнем - белмәйем, и фсе!,- Гәрәй тәмәкеһе ниһе менән ситкә төкөрөп ҡуйҙы.

- Улай тимә әле улым, беҙ бит электән бергә - бергә ойҡашып йәшәп өйрәндек. Ашарыбыҙға бөтһә лә бүлештек, кейеребеҙгә кейемде лә йөрөтөп кейҙек. Балалар ҙа бер осорҙа тыуғас, ҡайһы саҡта имеҙеп торорға ла риза булдыҡ. Тарһынып, сикәнешеп торманыҡ. Миндә булһа - һеҙгә өлөш, һеҙҙә булғандан — миңә өлөш тәтене. Туғанлашып бөттөк тиһәк тә була, туғандан да артыҡ булмаһа әле...

- Ярай, ярай, күп лығырлап торма, мишайт итеп.

Ҡулына арҡан тотоп, ҡороҡ эшләп маташҡан Гәрәйҙең тауыҡ-өйрәк кенә тейәргә килмәгәнлеген аңлап, Гәүһәр тотам ҡалмай артынан эйәрҙе.

- Әйттем бит һуң, ҡайт тип!

- Ҡайтмайым! Һин нимә тейәгәнеңде ҡарап тормайынса, ҡайтыу юҡ!

- Ярай, Гәүһәр апай, быуҙалашма! Ат ҡына тейәйем - атайҙың атын. Әсәй белә, риза. Үҙе әйтте, ҡарауы ауыр, ти. Атайҙың бит аяғына баҫыуы икеле.

Гәүһәр Сәлихйән күршеһенең хәле улай уҡ хөрт тип уйламағас, Гәрәйҙең һүҙҙәренән аптырап ҡалды.

- Үҙ аяғында сығып ултырғайны түгелме һуң ыскурыйға, атаңды әйтәм?!

- Ултырһа ни?! Йығылыуы оҙаҡ что ли!

Дарҫ - дорҫ ҡапҡаларҙы ябып ялан кәртәгә инде Гәрәй. Гәүһәр ектән генә эскә күҙ һалды. Инмәне. Һыңғар ҡулына һоло һалынған биҙрә тотҡан Гәрәйҙе күреү менән Буян кәртәнең бер ситенә ҡолонон һыҡтап һырышты. Биҙрәне моронона терәп ем еҫкәтергә тырышҡан ирҙән башын юғары сөйөп ялтанды бейә. Танауҙарын ят тәмәке еҫенә тарбайтып, кәртәне өйрөлөп ҡасып тик йөрөнө. Һыртын ҡороҡҡа тип алған таяғы менән һыпырған иргә аҡайта ҡарап, аңғармаҫтан муйынынан ҡороҡҡа эләкте. Дүрт аяҡлап оторо ҡырталашып ҡарауы ла килеп сыҡманы Буяндың. Бер ҡасан да сыбыртҡы тәмен тоймаған һыртын яндырып үткән әсегә түҙә алмай алға атланы...

Нуҡта кейҙереп машинаға тейәгәс, ҡолононоң да үҙе менән булыуына ышанып еҫкәнеп, әсе кешнәп ҡуйҙы бисара бейә...

Йәл ине Гәүһәргә Буян. Бер ҡунаҡта саҡта Сәлихйәндең атын үлгәнсе ташламайым тип һөйләгәндәре иҫенә төштө. Һуңғы юлға кәүҙәмде үҙ атыма тейәп ер ҡуйынына һалғас, теләһә нишләрһегеҙ үҙен. Ҡулым бармай бысаҡ терәргә, һатһам да ҡайтып киләсәк. Өйөр өсөн түгел бит ул, тигәйне.

Нуҡтаһынан тарттырып башын аҫҡа шаҡара бәйләп, алып киттеләр Буянды. Шулааай, донья ҡайһы саҡ шулай башты шаҡарып аҫҡа эйҙерә шул...

Шәрифә әбей, арманһыҙ булып ҡайтып килеүенә, урам ҡапҡаһы төбөндә Гәүһәр килендең ҡыҙарған йөҙҙә сығып килеүенә аптырап китте.

- Уй, Аллам! Нимә булды? Эт-фәлән инеп ҡырғыслаған мәллә ҡоштарҙы?

- Эй, юҡ... Эт түгел дә...былай...

- Атыу нишләп илаулағанһың? Күҙҙәрең ҡыҙарған, йә!

- Гәрәй килеп Буянды тейәп китте, күңелем йомшарып илап ҡалдым арттарынан.,.

Гәүһәр һыңҡылдатып илап ебәрҙе.

Шәрифә әбей ни тиергә лә белмәй тора биргәс :

- Эй, әттәгенәһе! Ҡайһындай әйттем, теймә тип! Минең өйҙән сығырҙы ғына көткән икән! Атаһына ни тием инде?

- Һуң, әсәй белә, үҙе әйтте тине бит әле ул миңә.

- Атаһының башы! Һатма тинем мин уға! Аҡсаға ҡаныҡҡан бер һоҡһор булды әйтәгүр!

Ҡапҡа тышында һуҡранған ике оло ҡатын урамға үтте. Ни тиклем үҙен һалҡын тоторға маташмаһын Шәрифә әбей, урам уртаһында ҡороҡтан ысҡынып ҡалған арҡанды , арҡанға эләгеп бер услам йолҡолған ялды тотоп барыбер иланы ла ҡуйҙы. Хужаһыҙ, эйәһеҙ ҡалған арба ғына һерәйеп тора урам уртаһында, һарай тирәһенең ҡото Буян юҡ, иртәле кисле зыңғырлатып кешәнәгән тауышы ғына ҡолаҡ осонда...

Шәрифә әбей бындай ҙа ҡотһоҙ көндәрҙе үҙ ғүмерендә бер генә лә күрмәгәйне. Иртәнән алып яуған һалҡын ямғырҙан, хәйер, ямғырҙан ғына ла түгел, тәне лә, күңеле лә өшөнө. Ем һалырға ғына сыҡҡан арала ла зиһененә һеңгән ат ҡарау уйы килә лә төшә. Һыу юлына ҡаҙҙарҙы төшөргәндә лә ҡайтыр юлға буйлап һибелгән бейә тиҙәктәренә ҡарап, ергә уйылып ҡалған таныш тояҡ эҙҙәрен һыйпарҙай булып һығылды...

Гәрәй телефонды алмай. Әрләр тип өркәме икән? Күҙ алдынан Буяндың ялбыр яллы башы, бер тотам әсәһе артынан ҡалмаҫ аҡ моронло ҡолоно китмәне. Ҡатын кеше лә атҡа шулай тиҙ эйәләшер икән дә! Бабайы тейәлеп китеүгә нисә генә көн, ә ғүмер буйы етәкләп йөрөгәндәй эҫенде лә ҡуйҙы атҡа Шәрифә әбей. Тамаҡҡа аш бармай, бабайы киткәне бирле сәй эсә торғас үҙәге лә сайылып киткәндәй. Әхирәттәр, күршеләргә ингеләргә күңел төшмәй, ни үҙҙәре инмәй. Һәр кемдә лә шул эштер инде.

Йылдай оҙон булды көнө лә. Алда йоҡоһоҙ төн. Уйламаған уй ҡалмай. Нисек бабайына аңлатыр?

Шәрифә әбей телефонының кеҫәһендә ҡалтыранып йырлап ебәреүенә тертләп ҡуйҙы. Ят номер шылтыратһа ғына шулай "йырлай " ул. Әллә бабайына бер - бер хәл булдымы икән? Йә, тиҙерәк баҫ тейешле төймәгә, Шәрифә! Үҙ - үҙен ҡабаландырҙы әбей.

- Алло?Һаумыһығыҙ!,- телефондың теге осонда ҡатын тауышы.

- Һаубыҙ әле.

- Шәрифә инәй, һеҙме?

Ҡойолдо ла төштө әбейем.

- Эйе, мин инем...

Шырҡылдата көлөп ҡуйҙы ят ҡатын.

- Инәәәй! Ул тиклем ҡурҡмағыҙ әле?! Был мин - Нәрисә, Сәлихйән апаның янында саҡта танышҡан медсестра ҡатын.

- Әәә, шулай мы ни? Башта уҡ шулай тиҙәр аны, нумир биргәнемде онотҡанмын бит, эй, ҡартлыҡ! Апаң нихәл?

- Сәлихйән апам бөгөн ултырырға "эшкинде". Күңелдәнеп сәй эсеп алды, хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй. Эй, күңелле апа икән үҙе! Бәхетлеһегеҙ инәй!

- Ҡуй инде! бәхетемде яңы аңланым, терелеп кенә ҡайтһын инде! Уй яңғыҙлыҡ ауыр икәәән?!

- Ҡайтыр-ҡайтыр, Шәрифә инәй! Беләһегеҙме, Сәлихйән апа миңә нимә вәғәҙә итте?

Уй, Аллам! Нимә вәғәҙә итте икән? Һауыҡһам ҡолономдо бүләк итәм тимәгәндер ҙә ул? (ҡарун-ҡомһоҙлоҡтан түгел, ҡолон да өйҙә юҡ бит!)

- Һауығып аяҡҡа баҫһам, Буянымды егеп, йәшел бесән өҫтөнә әбейем менән икегеҙҙе ярыш ултыртып шау еләклеккә апарам, тине. Шуға силәктәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ тип шылтыратам, инәй, тип шаян көлдө йәш ҡатын.

Шәрифә әбейҙә көлкө ҡайғыһы юҡ, бабайының һауығыуға барыуын ишетеү генә бер аҙ йәненә йылы бөрктө.

- Аллаһы бойорһа, ни бирмәгән Мәүләм! Барырбыҙ, бармай ней! Һауығып ҡына ҡайтһын күсер(кучер) бабайыбыҙ.

- Борсолма, Шәрифә инәй! Һауығыу юлына сыҡты бабайыбыҙ. Оҙағыраҡ ятыр инде түлке. Ике курс лечение алыр навирны.

- Ярай, ярай! Үтер ике аҙнаһы ла! Күңелде хәбәрең менән күтәреүеңә рәхмәт! Хоҙай ярлыҡаһын үҙеңде!

- Инәй, төнгө сменала инем, шуға һуңлап булһа ла званить иттем инде, ғәфү тертләтһәм.

- Юҡ, бер зыяны ла юҡ. Тыныс йоҡлармын исмаһам!

- Хуш-һау булып тороғоҙ!

- Үҙең дә һау бул, Нәрисә ҡыҙым! Бабайыма сәләм әйтерһең, иртән!

- Әбизәтилнә!

Ҡайҙан ғына тыныс йоҡлаһын инде Шәрифә әбей. Күҙен йомһа кешәнәп кәртә буйына Буян килер ҙә, инә алмай кире китер кеүек. Һиҫкәнеп тора, кире ята. Шулай таң да ата...

…Ҡапҡа төбөнә дөбөр шатыр машина килеп туҡтауына тәҙрәгә йомолдо Шәрифә әбей. Гәрәй ине был. Нишләптер өйгә инмәй, урамдан боролоп кире сығып китер һымаҡ күреп , әбей ҡаршыһына ашығып сыҡты. Тупһала осрашты улар.

Ғәйепле йөҙ ҙә, ғәфү лә, бейә хаҡы ла юҡ.

Бер ни булмағандай һалҡын ғына һаулашыу ҙа, хәләхүәл һорашыу. Түҙмәне Шәрифә әбей, тауышын ни тиклем бер тонда сығарырға теләһә лә, ҡалтыранды :

- Гәрәй улым! Ни тигән эшең булды был? Аҡсаң булмаһа, еткерә алмаһаң һорап торһаң ни була?! Бирер инек! Ҡайтар тип тә һорамаҫ инем. Бейәне нишләп һаттың?

- Әсәй, шул бейә артынан йөрөп атайҙың үлгәнен көтә инеңме әллә?

Былай ҙа вис ҡаҡшаған бит һаулығы. Ошолайтып тартып алып ҡотолмаһаҡ атайһыҙ ҡалабыҙ бит!

- Эй, балам! Атһыҙ ярты үлек бит атаң. Нисек әйтәм инде бына хәҙер? Мин юҡта һатҡан икәнеңде лә аңламаҫ булһа...

- Хәлен врачтар хөрт тигәс, нығынғандыр тип уйлағайным...

Әле инеп сыҡтым, Буянды ҡараш тип ултырып ҡалды.

- Бына бит! Йәне сыҡмаған, ә һин йыназа сығарып ятаһың! Ҡабаланмаҫҡа ине!

- Кемгә һаттың? Бар! Алып ҡайт атты.

- Килешмәҫ, әсәй.

- Ә ризалыҡһыҙ атай малын һатыу килешлеме һинеңсә? Атаң һине матайлы итәм тип аты менән саҡ бүре өйөрөнә ҡамалмай урмандан бесән ташып һатты баҙарҙа. Ҡыштың ҡыш буйы өшөй туңа эш һуңынан ай яҡтыһында ыҙалап йөрөнө. Яңғыҙ бөртөк малайым кешеләрҙекенән кәм хур булмаһын тип, пушты(почта) аша яҙҙырып "Кәзә" матайы әпирҙе. Күптәрҙең күҙе ҡыҙҙы. Ҡәҙерен белмәнең! Көнө төнө сабып-онтап, аҙаҡ ҡоро һөлдәһен ҡайҙалыр һөйәп тә киттең. Уйлап ҡара шуны! Ат булмаһа утынһыҙ ҙа, бесәнһеҙ ҙә булыр мәлдәр булды бит. Ҡоролоҡ йылдары атҡа сабып урман төбөнән бесән ташып тыҡты атаң әүеҫтеккә, яҙ ҡаты килде, ыҙаламай ҡыш сыҡтыҡ. Күптәрҙең малы күтәртте бит, иҫләйһеңдер ҙә әле! Ярҙам итмәйһегеҙ тип тә әйтә алмаҫһың, йыл да һуғымлыҡтан өҙмәйбеҙ, берәр баш башмаҡты һатып аҡсаһын бирәбеҙ көҙ байында. Картуф, май -күрйерҙән дә өҙгән юҡ. Беҙгә ҡарап үпкәләй алмаҫһың! Мохтажың бар инеме? Нишләп өндәшмәйһең?

Гәрәй ошоғаса әсәһе ауыҙынан бер ҡаршылыҡлы һүҙ ишетмәгәс, аптырап ҡарап ҡуйҙы.

- Киленеңә тун әпирәм тип әбищәт иткәйнем, шуға аҡса тултыра алмай инем әсәй...

Бирмәҫ инде ул Буянды. Шарт йәбеште бит! Йә һуйып ҡына ҡуймаһа ярар ине...

- Нимә? Быуаҙ бейәне һуғымлыҡ иттеп һаттыңмы ни? Кит! Шул телефон аша булһа ла аңғартырға була, әйтмәнемме ни асыҡ итеп үҙеңә, һатма тинем! Әллә, ат хаҡындай тун кеймәһәк тә ҡырҡылып ятып ҡалманы бер еребеҙ ҙә, хәҙерге би...

- Ярай инде әсәй, атай бер ҡыҙыр ҙа бөтөр. Бәлким туҙынмаҫ та, көйөнмәҫ тә.

- Нисек көйөнмәһен? Буянды егеп еләккә барыуын хыялланып ята ул, белмәһәң!

- Шул бер аты булды! Еләккә ни үҙем апарам, машинала ғына! Ел дә үтә һуҡмай, ямғыр ҙа теймәй, выжт итеп кенә барып етәң!.

- Ана шулайтып аңлатырһың атаңа, нисек һайрарһың икән? Бала саҡта күрмәгәнеңде, үҫкәс белерһең атай нисек икәнен.

Гәрәй йөҙөн бороп мыҫҡыллы йөҙөн йәшереп маташты. Әсәй кеше һиҙмәй буламы ни ни уйлағанын балаһының?!

- Әсәй, Сәғит ағай ҡый түгеүгә генә тип арба тәгәрмәстәрен һорай. Алып торайым әле?

Шәрифә ултырған урынынан ҡалҡынып ҡына торғайны, шаңҡып кире ултырҙы.

- Атты һаттың, хәҙер сират арбағамы?

- Юҡ. Бер - ике генә көнгә тине бит.

- Тештәрен ҡойолдороп бөтмәһә ярай ҙа бит. Түлке атаң ҡайтҡансы урынына ҡуйырһың әпкилеп.

Шуны ғына көткәнме ни Гәрәй, йүгереп тиерлек арбаға барҙы, айнып ҡуймаһын әйткәненән әсәй тигәндәй, тәгәрмәскә лә йәбеште. Рәт - сиратын белмәйме сисергә, арыуыҡ сәкүшкәне сүкеш менән туҡмап ултырҙы. Әбей башы менән Шәрифә белә әле тәгәрмәсте нисек һыпырырға. Әллә тәгәрмәстәр арбанан арынырға ашыҡманымы?

Шәрифә әбей һаман тупһала ҡарап торҙо. Кәзәкейе түшкәҫәһендәге келәт асҡысын ҡапшап, ҡамыт -ыңғырсаҡтарға ғына теймәһен тип уйланы. Саҡырһа ла Гәрәй сәйгә лә әүрәмәне. Тәгәрмәстәрҙе багажникка тығып борҡоп турылдап түбәнге урамға табан юл алды...

Бер иш көндәр яй ғына үтте. Шыҡһыҙ кеүек донья. Ҡото уйнап торған донья тотҡаһы ҡубып төшкәнме ни. Ике аҙна ла үтеп бара. Ат та юҡ, ике көнгә ҡый шылдырырға киткән тәгәрмәстәр ҙә тәгәрләне ҡайҙалыр. Хәйер, Гәрәйҙән дә елдәр иҫте. Телефонын тамам һүндереп ҡуйҙы шикелле. Бәйләнешкә сыҡмай. Ҡыҙҙары аша ҡустыларының хәлен һорашһа ла, недоступен ул, ти ҙә ҡуялар. Атаһын больницанан сығара ҡалһалар, алып ҡайтыр кәрәк тип тә уйламай микән шул бала?

Ниһайәт, Сәлихйәнде больницанан сығарыуҙарын хәбәр итте теге шаян телле медсестра Нәрисә. Ҡыуанды ла, һағайҙы ла әбей. Алдап торорға микән? Ошоғаса күпме ғүмер бергә кисеп, бер ҡасан да алдашып ҡарағаны булмағас, аптыранды. Шундуҡ тотолор һымаҡ.

Алыҫта торһа ла өлкән ҡыҙ Әлмирә алып ҡайтты атаһын больницанан. Урам ҡапҡаһын асып ингәстүк:

- Ай -бай! Әбейем шәп тә ! Арбаның тәгәрмәстәрен әллә кәритәгә ҡуйып ҡый түккән инде?!

Түлке тәртәләрҙе арҡалыҡ менән шаҡарып бәйләп ҡалҡытырға ғына онотҡан икән, - тип, тарамыш ҡулдары менән тәртә ҡалҡытып һыҡтыра ла башланы Сәлихйән бабай.

- Ҡайтып инеп өлгөрмәгән, эш уйлай башланы атай. Ҡуй әле, шул арбаңды!,- быныһы Әлмирә ҡыҙ ине.

- Атһыҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош ул, ҡыҙым,- Сәлихйән бабай мурт йылмайып тупһанан ашаҡланы...

Алданы Шәрифә әбей. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр бабайын алданы. Бейәне ҡарауы ауырлашҡас, Заҡуандың өйөрөнә ҡушып торҙоҡ тине. Ҡаш йыйырып ултыра биргәс, әллә алдауығыҙға ышанып торайым тинеме, әллә ысынлап ышандымы, башын һелкеп ҡуйҙы. Әлмирәне соланға сығарып Гәрәйҙе иҫкәртергә, бейәне алып ҡайтыуҙы тиҙләтергә ҡушып һүҙ ебәртте. Йыйған аҡсанан ат хаҡын үҙем бирәм тип тә өҫтәне. Ни хәл итһен?!

Уңай сығыуына ҡыуанып ҡуйҙы Шәрифә әбей. Инде бейәне алып ҡайтһалар!

Ҡыҙҙары ҡайтты. Һәр кемдең дә шул күҙ терәп торған доньяһы - малы бар бит инде. Көҙгө көн иртә ҡараңғы төшә. Урын һалып йоҡларға ятҡанда ла, Сәлихйән теленән Буян төшмәне. Мәрткә киткәнендә ҡолағына ат кешәнәүе, аҙаҡ ялын ялбыратып ялан буйлаған ат күренеүе хаҡында тәфсирләп һөйләй ине бабай...

Шәрифә әбей керпек тә ҡаҡмай төн ауҙарҙы. Сәлихйәне шул тиклем һағынғанмы бейәһен, теленән төшөрмәй һөйләне лә һөйләне. Заҡуан өйөрөнөң айғыры уҫаллығын белгәнгә күрә, ҡолонон(тай тиһәң дә була инде) ситкә типмәһәләр ярар ине, тип борсолдо. Ни тиһәң дә ат малы. Бүре - һәренең ас, ауылға яҡынлаған мәле, ситтә йөрөп сапсып фәлән ҡуймаһа инде тип, һаман шул ҡолоно өсөн өҙгөләнде. Йоҡланымы икән бабайы? Шым ҡалды ул , тик аҙға ғына. Таң беленеүгә ҡыпшырҙап сығып та китте . Һыйыр ҡыуаһы түгел, көтөүҙе ташланы көтөүселәр күптән. Һауып ҡырға ғына ҡыуырға кәрәк . Торорға йыбанып, ята бирҙе Шәрифә. Солан ишеген ипле генә ябып көлә - көлә ингән бабайына аптырап, тороп уҡ ултырҙы.

- Буяндың өйөрҙә икәнен онотоп, кәртә эстәрен ҡарап йөрөйөм. Төшөмдә булдымы икән әтеү, ып - ысын итеп күрҙем, ҡайтып тора икән тип .Кистен- кис буйы һөйләп ятҡайным, эй иҫәр! Тауыҡ төшөнә тары кергән тей...,-ҡытҡылдата көлөп ҡуйған булды үҙенә үҙе.

Оторо ҡыйын булды Шәрифәгә был һүҙҙәрҙән. Әллә йөҙөнә бәреп сыҡтымы уйланыуы, һиҙҙе буғай бабайы ла:

- Әллә ауырып тораңмы, әбей? Йөҙөң ҡасҡан.

- Юҡ, ауырымайым. Һин юҡта арыңҡырағайным бит мал артынан йөрөп,-тигән булды иркәләнеп.

Шәрифә ауыр ҡалҡынып тороп сәйен ҡуйҙы. Бабайы уҫаҡ утын һалып усаҡ тоҡандырҙы. Өйҙә бешкән сәй эҫе, мейестең сытырлап янған тауышы ғына ишетелә. Сәйер, шым ҡалды бабай. Әллә һиҙенәме?

-Әбей?! Төшкө тамаҡ эскәс барып ҡына ҡарап ҡайтайым әле бейәмде. Айғыры бирмәҫ ул, уҫал тиҙәр бит уны. Ситтән генә күҙ һалып тынсыйым күңелде. Гәрәй эсминәһе бөткәс килһә, икәүләп барып алырбыҙ.

- Ҡуй - ҡуй! Ыҙалап йөрөп ней!,-Шәрифә әбей нисек тә булһа арҡыры төшөргә сәбәп табалмай үрһәләнде,— бальнистан яңы сығып тораң, әҙерәк нығын. Ҡасмаҫ атың, өс көндән килер моғайын Гәрәй улың. Алыҫ ергә йәйәү бармаҡсы булып ултыраһыңмы? Кит! Йәйәү йөрөп ней!

- Әллә, күрге килә бит әле. Һағындырған.

Башҡаса ат хаҡында һүҙ ҡуҙғалманы. Ауырырҙан алда алып ҡайтып ауҙарған утындарын да быстыртманы әбей. Эйелеп - туңҡандап йөрөп, әпәт ауырып китер тип ҡурҡты. Унда - бында һуғылып, эш соҡоп көҙҙөң ҡыҫҡаҡ көнөн дә үткәрҙеләр.

Икенсе көн икенселәй һағынды бабай атын.

- Бер ҡасан да өйөр һөйһөнмәгән бейәмдең былай тиҙ өйөргә өйрәнеп ҡайтмауы сәйер бит әбей. Ҡаршы торма, күҙем әле шөкөр үткер, Ҡыҙылъяр тирәһенән генә ҡарап ҡайтайым әле. Заҡуандың өйөрө шул Балсыҡсоҡор тирәһен төйәктәгән бит ул әүәлдән.

- Эй, Аллам! Сыҙамаҫ йән булдың! Бер көн ҡалды, бер генә көн! Тороп тор!

- Ҡарап ҡына ҡайтам, алып ҡайтырға тимәйем бит.

Шәрифә әбей ни тиергә лә белмәй аптыранып йөрөп сәй ултыртты. Башы шул тиклем буталдымы, шәкәр һауытына һоҫоп тороп тоҙ ултыртҡан. Юрамал түгел, үҙе лә һиҙмәй эшләгән быны.

Көлөшөп алған булдылар, ҡартлыҡ ғәләмәте тип. Ҡайҙан ғына ҡартлыҡ ғәләмәте булһын инде был бутау! Гәрәй болғаны бит башты!

Әкен - сөкөн өй эштәренә мәжғүл әбей күрмәй ҙә ҡалды Сәлихйәндең йүгән тотоп Ҡыҙылъяр яғына атлағанын. Һәлмәк баҫып, һәр йорт, һәр ҡура артын күҙ уңынан үткәреп, талпынып атлай ине был ҡарт. Ҡулындағы йүгәне аҙымдарын йәмләп сыртылдап ҡуя. Бына Ҡыҙҙар түбәһе. Арҡыс - торҡос бағаналары ауған, кәртәләре һурылып һынып бөткән элекке баҫыу урыны. Арендаға алған ине ошо ерҙәрҙе Марат ҡорҙашының улы. Һай ғына ҡаҙып, әрселмәгән сей уҫаҡты ҡаҙап ҡына сыҡтылар ҙа бит, бер ике йыл үтеүгә унан бынан ауып йығылды ла бөттө кәртәһе. Һөргән ерен әрем, ҡый баҫып оторо йәмһеҙләнде. Ҡалъялай ерҙе кешенән ҡыҙғанып алғас тәрбиәләргә ине... Ауыҙ эсенән һөйләнә- һөйләнә һынған кәртәнән таяҡ һындырып тотоп, бер аҙ таяна биреп атлай башланы бабайыбыҙ. Шулай еңелерәк һымаҡ аҙымдар.

Э- э -й, кәртәһе артында ике биҙрә картуф сәсеп ашамағанды, илле гектар ерҙе эшкәртә буламы һуң әҙәм. Шул Марат ҡорҙашының улын яттан әрләп тә алды. Атаһының малын һатып- һатып техника алды ла, ер үлсәтте. Ярай сәсеп тә ҡуйҙы. Тик мал булмағас ем, иген кемгә? Ыҡтырып мал тотһа, вәт шәп булыр ине. Тере бизнесс бит ул мал. Ҡуй инде, Марат ҡорҙаш та малайынан уңманы, мин дә улым юҡ тип һайрай торғас ул тапҡайны Шәрифәм , әллә ҡыҙҙар араһында үҫеп майырыҡ булдымы, әллә артыҡ иркәләтеп боҙоп бөттөкмө? Нимә һәйбәт гел уға, иң татлы өлөш Гәрәйгә ти торғас, ауыҙға һоғонорға тип һонғанды ла һонолоп ала башланы бит әй!. Әллә, ҡыҙҙарым ат йәнле булдылар былай. Кейәүҙәрҙе әүмәләп, ыҡтырып мал көтәләр. Ҡалаға китәбеҙ тип тә ынтылманылар. Бер- береһенән ҡалғанды кейеп, әрһеҙ үҫтеләр. Ә был Гәрәйгә түлке яңынан -яңы ғына кәрәк. Ҡуй инде, исмаһам бер ат егешеп, ат ҡарашып та йөрөмәне бит малай булып. Лутсы ҡыҙ ғына булып тыуһа, үҫтерҙем дә кейәүгә оҙаттым булыр ине. Ни ҡайтып нигеҙ тотмай, ни батынып берәй эштә эшләмәй, ҡайҙа аҡса күп тиҙәр, шунда осоп- ҡунып тик йөрөй. Әллә, ғүмер буйы бер колхозда, башты баҫып мал ҡарап тик йөрөлдө. Ашарыбыҙға булды, артығын эҙләп тә йөрөмәнек. Хәҙерге балалар ҡомһоҙмо, туймаҫ ҡапҡорһаҡмы әллә?

Үҙ уйҙарына бирелеп атланы ла атланы Сәлихйән бабай. Ара -тирә осраған өйкөм малдарҙы ҡарап ары атланы. Ҡыҙылъяр яҡынайҙы. Унан ары Балсыҡсоҡор. Күп ҡалманы, моғайын шуның артындалыр аттар...

Ә был мәлдә әбей үрһәләнеп әле был, әле теге ҡыҙы аша Гәрәйҙе таптыра ине. Тик килен бала ғына Гәрәйҙең телефон номеры үҙгәреүен хәбәр итеп, номерын әйтте. Шылтыраттылар. Сменаһы түгел, һин дә мин балыҡта йөрөй икән дуҫтары менән. Тауышына ҡарағанда һалмыш. Эсе бошто әсәй кешенең. Атаһының ат ҡарарға китеүен әйткәс, ендәнеп телефон аша аҡырырға ла күп һораманы Гәрәй. Бейәнең әлеге хужаһы көткән өсөн хаҡты өҫтәне, алып килеүгә лә түләгеҙ тине тип һалды. Тимәк аҡсаны тотоноп бөткән. Һандыҡ төбөндәге кәфенлеккә тигән тауар аҫтынан һурылып ҡына арыуыҡ аҡса өҫкә сығып ятты. Аҡса һүҙен ишеткәс, Гәрәй бөгөн үк юлға сығырын әйтте...

Балсыҡсоҡор артында аттар юҡ. Ҡаш йыйырып оҙаҡ ҡына тирә - йүнде ҡарап торҙо бабай. Бәлким арыраҡтыр тип атлай бирҙе. Аттар осрай, тик Заҡуандың өйөрө түгел. Ҡыҙғанып алыҫҡа ҡыумаһа әгәр . Көҙ көнө мал юғалыусан, берәйһе ҡыуып ҡуймаһа ярар ине. Яңғыҙ бөртөк бейәнән дә ҡалһам ҡайһылай була инде шунан? Арҡыры һаҙҙы сығып сауҡалыҡтарҙы ҡараны. Юҡ. Сылтырап ишетелгән ҡыңғырау тауыштарына табан атланы. Ят өйөрҙәр булды. Күҙ генәһе тондо бабайҙың. Буяндың уйсан күҙҙәре күҙ алдына баҫып, арып туҡтағанда ғына сығарған уф тигән тауышы ҡолағына салынғандай булды.

Көн кисләне. Бара торғас ҡайһы тирәлә барыуын да бутала башланы. Ауыл яғында йымылдаған уттар ике -өс урында ла ҡалҡып йымылдаштылар. Туҡтап ҡайһы ауыл ҡайһыныһы тип уйлап та ҡараны, ярыш ҡына өс ауыл ултырмағанлығын белә, аҙашты,күҙ алдары буталды ҡарттың. Оторо яңылышмаҫ өсөн, төргәкләп төрөп өйөлгән бесән эҫкерте янына сүгәләне. Туҡтағас ҡына белде аяҡтары томбаҙып арығанлығын. Һалҡын һыуыҡ кис. Күҙ ҙә бәйләнде. Ҡайһы яҡҡа атларға? Ҡайтыр юл тип килгән яҡҡа боролоп ҡарағайны, тау һымаҡ ҡалҡып урман тора. Урман аша үтмәгәйне шикелле. Атлаған ере баҫыу ине. Тәүге тапҡыр аҙашты Сәлихйән. Эх, егелгән Буяны булһа, иҫе лә китмәҫ ине! Хет арбаға салҡан ятып дилбегәне үҙ яйына ебәр, барыбер алып ҡайтып ҡуйыр ине. Әҙәм башы аҙашһа ла, ат яңылышмай бит ул!

Тамаҡ ҡатып сәй һорай, ашҡаҙан да үкерә. Һыуыҡ аяҡ табандарының иҫен юйҙырып өшөтә. Шылт иркән тауыш юҡ. Тын. Ҡурҡыныс та хатта...

Гәрәй осоп - елеп тигәндәй Буянды тейәп алып килеүгә китте. Әсәһенең усына йомдорған аҡсаның арыуыҡ өлөшө үҙенә ҡалыуына ҡыуанып бөтә алмай осона. Алдашһа ла ышана ла ҡуя бит әле улары ла, бигерәк бер ҡатлылар! Юл алыҫ. Тейәп алып ҡайтҡанды күрмәһә ишеү ҙә шәп буласаҡ, әйҙә Балсыҡсоҡор яғында йөрөп ҡалһын атаһы.

Тик тейәүе бер әтнәкә булды. Тыңлашманы Буян. Инде илле Алла менән тейәп бортты ҡайырып ябам тигәнсе , саҡ үҙен тапамай нуҡтаны өҙөп аша һикерҙе. Бәйһеҙ ҡолон да әсәһе артынан сыйнап сабып киткән булды. Ят ауыл, ят ерҙәр. Тотоп ҡара инде шунан.

Гәрәйҙең усындағы аҡса күптән хужаның түш кәҫәһенә күскәйне. Машинаһы менән артынан ҡыуа төшөп эҙләү ҙә урынһыҙ булды. Кәбәнгә төшкән энәләй юҡ булды ла ҡуйҙы Буян ауыл араһында. Бер кем күрмәгән, бер кем ишетмәгән урам тултырып кешнәп үткән бейәне. Күңелһеҙ хәбәр әсәйгә әйтелде. Ә әсәй кеше атаһының да һаман ҡайтмауына борсолоуын әйтте. Йәнен көйҙөрөп тәгәрмәсте әпкилеп ҡуй тип өҫтәне етмәһә. Машинаға запчасть кәрәккәс, дүрт арба тәгәрмәсенә алмашҡайны. Әпәт аҡса сығара инде.

Бейә ҡасты, тәгәрмәстәрҙе ҡайтарырға ла, ҡул һелтәр кәрәк быларҙан. Суҡынһындар аттары менән! Табылмаһа ни, береһе урлағандыр тиер ҙә ҡотолор. Әсәһе барыбер һатмаҫ!

Быҙауҙарын имеҙмәй башлағаны бирле ҡайтмаған һыйырҙарын таң менән эҙләргә сыҡҡан ауылдашы Мөриттең юлына тап булды Сәлихйән ҡарт. Эҫкерт төбөндә ҡулына шыҡырайта йүгән тотҡан ҡарт йоҡомһорап ултыра ине. Күгәреп өшөнгән ирендәре дерелдәп ниҙер һөйләй, аңлап булмай. Тиҙ генә күтәреп машинаға ултыртып, алып барҙы өйөнә изге ҡотҡарыусы йән.

Шәрифә әбей ҡобараһы осоп ҡаршы алды. Йылынып, сәй эсергә эшкингәс, бабай аҙашыуын һөйләне. Күҙ йәштәре аша тыңлаған әбей, бабайына бейәнең һатылыуын инде һөйләйем генә тигәндә, урам тултырып иртәнге тын һауаны яңғыратып бейә кешәнәүе яңғыраны. Ултырғысын дөбөр - шатыр ҡолатып торған әбей , туйтанлап урам тәҙрәһенә йомолдо. Артҡы ишек әллә асыҡ торған, урам уртаһында манма тиргә батҡан бейә, танауын таржайтып ҡайнар тынын бөркөп ишек- тәҙрә яғына ҡарап,ҡабат - ҡабат әсе кешнәй ине. Артынса дөбөрләп килеп ингән ҡолон да сырылдап кешнәп ҡуйҙы.

Өҫтөндәге ураулы юрғанын бөркөп ташлаған Сәлихйән бабай, аяғына ла кеймәй йөн ойоғо менән Буянға ҡолас йәйеп ташланды. Ике яугир яу үтеп осраштылармы ни! Ҡайттыңмы? — ҡайттым!

Ташлашмайыҡ башҡа! — ташлашмайыҡ!,-тиҙәр кеүек ине улар.

Ҡамыт һуғып сейләнгән муйын, һурылып тартылған бейәһенең арыҡ кәүҙәһен күргән ҡарт, хәлдең тиктән генә былай түгеллеген аңланы. Башын һалындырып бабайға иркәләнгән бейә күҙҙәрендә лә, аҫҡа баҫҡан бабай бите буйлап та йәш аға ине.

Ситән егенән күҙәткән Гәүһәр килен , тупһанан сығып ҡатып ҡарап ҡалған Шәрифә әбей ҙә ҡыуаныстан күҙ ситтәрен яулыҡ осо менән ышҡый ...

Ә арба тәгәрмәстәре ҡапҡа эсенә инеп етер - етмәҫ ерҙә аунап яталар ине...

Сәлихйән ҡарт та, Буян да яйлап һауығып - нығынып элеккесә тормошто дауам иттеләр. Гәрәй ҡылығына бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерһә лә, һуғым ашына саҡырыуға ҡаршы сыҡманы. Килде. Әбей үҙ яйында ғына бабайға барыһын да һөйләп бөткәйне инде, башҡаса һүҙ ҡуҙғатманылар. Кем яңылышмай, аҡса яңылыштырып та ҡуя шул әҙәмде. Атай кешенең башмаҡтарын һатып һонған өлөш аҡсаһынан да баш тартманы, һуғымлыҡтан сабып һалған итте алып, һин дә мин ҡайтып китте. Ҡыҙҙарының үҙ малдары булһа ла, ғәҙәтләнгән атай кеше уларға ла өлөш бүлеп, был юлы ла өлөшләнеп ҡыуанып ҡайттылар ҡыҙҙар. Ризыҡ өләшкәндән тик арта ғына икәненә инанып йәшәй ҡарт. Әбейе лә йомарт ҡуллы, май - ҡоротон, эремсек - картуфын әҙерләп, инселәп бөтә. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла үҙ урынында ине. Ине...

 

Ике -өс айлап ваҡыт үткәс Гәрәй ҡаты ауырып больницаға инде. Ҡайғырҙы әсәй кеше лә, атай ҙа. Бала бит! Бала сағынан йәшертеп тәмәке көйрәтеп өйрәнгән малай, ҡалаға уҡырға киткәс оторо шаштырып "уйнаны" төтөн менән.

Оҙаҡ уйындың аҙағы яҡшы түгеллеген иҫкәртеү ҙә файҙа килтермәгәйне, бына, үпкәләр ҙә түҙмәҫлек сиккә етеп үҙен белгерткән икән. Ауыр әмәлиәттәр(операция), оҙайлы больницала ятыуҙар...

Өй ризыҡтарын тейәп ҡала юлын тапаны Шәрифә әбей. Ҡарт кешегә ауыр ине ҡыш өҫтөндә юл йөрөүҙәре. Түҙҙе. Бала бит ни тиһәң дә!

Артыҡ борсолоуҙан ауырып китмәһен тип, барыһын дал белгертмәҫкә тырышты ҡартына. Ауыр хәлдә ятҡан балаңа ярҙам итә алмауҙан ла ауыр хәл бармы икән? Хәленән килһә ҡырҡып ҡына үҙ үпкәһен, ялғар ине Гәрәйенең яраларын. Юҡ шул ундай сара. Юл буйына илап, өйгә ҡайтып етер саҡта тынысланып, белгертмәй әллә нисә тапҡыр ҡала юлын тапаны әбей. Бабайының һорашыуҙарына йүнәлеп бара тийеүҙән үтмәне. Үпкә генә "баш күтәрмәгән " ашҡаҙанда сей яра ла ҡуҙғалып, тамаҡ ашау яғы ла тартыла төштө бер мәл. Гәрәй һурылып ҡына шәмдәй һүнеп барған кеүек. Әле ул, әле был больницаларҙы белешеп, ҡыҙҙары менән шылдырып та ҡаранылар. Тик хәл үҙгәрмәне.

Дауалаусы врач ауыҙынан һаумал бейә һөтө килешә тигәнен ишетеп, ауылға алып ҡайтыуҙы хәстәрләргә булды. Хәлһеҙ Гәрәй аяҡтан да яҙҙы. Тотоноп ҡына торһа ла, башы әйләнеүгә, ауыртыныуҙарға зарланып кире ҡоланы урынына. Эс бошороп килен бала ла ҡыҙын алып әсәһенә ҡайтып китте. Гәрәй уның өсөн юҡ ине, кәрәкмәне ауырыу ир.

Еленләп торған Буянға өмөт итеп Шәрифә Гәрәйҙе тейәп алып ҡайтты. Март аҙағының һыуыҡ көндәре. Иртә еленләне алай ҙа бейә быйыл. Гәрәйҙе алып ҡайтып ике көн үтеүгә Буян ҡолонланы. Ҡолон бер аҙ аяҡҡа баҫып нығынғас, сынаяҡ тотоп ҡына әбей еленен тартып балаһының ауыҙына әҙләп кенә һөт тамыҙҙы. Гәрәй һаумал һөт ашҡаҙандың янып барыуын әҙ генә булһа ла баҫып тороуын әйткәс, ҡыуанды. Күп итеп эсеп булмай, ярамай ҙа. Ҡәҙимге төҫ алды Гәрәй. Урынынан ҡалҡына алманы тик. Ашау сабый кеүек кенә шул.

Йәй етеүгә буйтым таяҡҡа таянып тышҡа сыға алды ир. Әсәһенең Буянды һауғанын һарай мөйөшөнә таянып ҡарап торҙо бер көн. Дөм ҡара күҙҙәрен ҙур асып, еленен тартҡанға иҙырап торған бейәне тәүләп күргәндәй һоҡланып ҡараны. Оҙон ялдарын һелкеп, ләпәк серәкәй ҡыуған бейә, ҡолонон ҡушҡас мороно менән еҫкәп балаһын кешәнәүенә иҫе китте. "Ни тиклем изге хайуан һин Буян! Әгәр һин булмаһаң, бәлким мин күптән ер ҡуйынында ятыр инем. Шифалы һөтөң менән аяҡҡа баҫтырҙың бит, рәхмәт һиңә! Кисер мине, ахмаҡты! Яңылыштым..."

Йүгереп йөрөп мал тәрбиәләгән атаһына, өлтөрәп йөрөп балаһы өсөн өҙгөләнгән әсәһенә эстән генә рәхмәттәрен әйтеп, күңеле йомшарҙы Гәрәйҙең. Ебеклеген күрһәткеһе килмәне, рәхмәтен дә ҡысҡырып әйтергә ҡыйыулығы етмәне...

Йүгереп үк китмәһә лә, Гәрәй элекке хәленә әҙ генә булһа ла ҡайтырына ышанып өмөтләнде Шәрифә лә Сәлихйән дә. Сыҡмаған йәнгә өмөт бер ҡасан да өҙөлмәй шул. Килен бала тамам законлы айырылып, ҡыҙына алимент дауланы. Эшкә яраҡһыҙлыҡ юллап юл йөрөүҙәр, тупһалар тапауҙар...

Алай ҙа ҡыҙҙары килеп машиналарында ғына алып йөрөштөләр, былай булһа ҡайҙан инде! Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй шул...

Көҙ ҙә етте. Буянды ҡолононан айырып ағытыр мәл дә етте. Ҡолондан бигерәк һаумал һөткә өйрәнгән Гәрәй яфаланды. Яралары һыҙлап, төндәрен ыңғырашыуҙар артты. Больницала ятып дауа алып ҡарау ҙа, түләүле алыҫ ерҙәрҙән шифа эҙләү ҙә файҙаға булманы. Өҙгөләнде ололар. Ярҙам итә алмауҙарына яфаландылар.

Ҡыш. Кибеп кенә түшәктә ятҡан улына йылымыс һөтлө сәй һонған әсәһенә Гәрәй :

- Ә - әсс -әй, и - и -меҙгән аҡ һө - ө -ттәреңә ри - риза бул и - инде?!,- тине.

Хәлдең ул тиклемгә барып етерен уйламаған әсәй, күҙ төптәрен һөртөп кенә башын һелкте. Һонған сәйенә ынтылманы Гәрәй.

Өҫтөнән ауыр йөктө ауҙарғандай, күҙҙәрен генә йомдо ...

… Күҙ алдында киң ялан, ә ялан буйлап күк ат саба. Бына шул ат, йөгөнөкләп ултырған Гәрәйгә килеп туҡтаны ла, ер тырнап ултырырға саҡыра. Эх! Бер ҡасан да ат башына менеп ҡарамағанмын шул! Ҡайһы яғынан, нисек атланырға? Өйрөлөп йөрөгән егетте көтмәне күк ат... Ялдарын ялбыратып аҡ томандар араһына инеп китте... Ерҙә ҡалды егет. Ат артынан ҡулын һоноп һалҡын ергә йығылды...

Шул йоҡонан башҡаса уянманы Гәрәй.

Ҡырылған тар юлдан мәңгелек йортҡа уны Буян алып барҙы. Сана тултырып тоҙ тейәһәләр ҙә еңел булыр һымаҡ , был Буяндың сираттағы иң ауыр йөгө ине...

МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.

 

 

Атай малы. Миңзәлә Сирғәлина.
Атай малы. Миңзәлә Сирғәлина.
Автор:
Читайте нас: