Ғүмәрҙең ҡаршыһында ултырған апай бик күңелсәк кеше икән. Төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаша, оҫта таҡмаҡсы ла. Ғүмәр уға “ҡоҙа”ға әйләнеп китте. Тегеләй итһә лә: “Ғүмәр ҡоҙа”, былай итһә лә: “Ғүмәр ҡоҙа”... Бына ул урынынан тороп сыҡты ла, таҡмаҡ әйтеп, тыпырлатып бейеп тә китте:
“Ике ярҙы тоташтырған
Күперҙәрҙе боҙалар.
Ике йәрҙе кем айыра?
Әлеге шул ҡоҙалар!..”
Һы, тип уйланы Ғүмәр, һаман миңә төрттөрә. Әйҙә, таҡмаҡлаһын да, йәлме ни. Бәлки дөрөҫ тә таҡмаҡлайҙыр!
Апай инде Рәсимәләр янынараҡ барып тыпырлата ине:
“Беҙҙең кейәү башҡорт түгел –
Чечен булыуы ҡулай!
Башҡорт ирен аҫырауы
Ауырға төшә, малай!”
Алик таҡмаҡтың мәғәнәһен аңланымы, юҡмы – билгеһеҙ ине. Етди, ҡоро йөҙөндә һығып сығарған йылмайыу һыҙаттары ғына әҙерәк сағылып ҡалды... Туҡта! “Башҡорт түгел – чечен булыуы... башҡорт түгел – чечен булыуы...” Иҫләне бит Ғүмәр Аликты! Иҫләне! Һай, маладис та инде таҡмаҡсы апай! Уның ошо һүҙҙәренән һуң иҫләне лә ҡуйҙы Аликты ҡайҙа осратҡанлығы...
* * *
Көндөҙ өйөндә үҙ эше менән мәшғүл булған, төндәрен ҡулдарына ҡорал алып Ғүмәр кеүек йәш кенә һалдаттарға ҡаршы яуға сыҡҡан бандиттарҙың береһе ине был Алик. Әлбиттә, был турала Ғүмәр һуңғараҡ ҡына белде.
Бер тапҡыр Ғүмәр, командирҙары һәм водитель һалдат “Уаз”икта ҡаланан частәренә ҡайтып баралар ине, юлда, дүрт-биш йәштәрҙәге улын етәкләгән, чечен ирен ултыртып алдылар. Тәүҙә, машина туҡтағанда, был ир ситкә тайпылып, ултырмаҫҡа итте. Автоматын ҡосаҡлап, артҡы ултырғыста йоҡомһорап килгән Ғүмәргә командиры:
- Бар, балаһы бәләкәй - арығандыр, ипләп кенә саҡыр! Өркөтөп ҡуйма! – тигәс, Ғүмәр сығып, яғымлы булырға тырышып:
- Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ! Юлығыҙ йыраҡтыр, ултырығыҙ, - тип машинаның асыҡ артҡы ишегенә ымлап күрһәтте.
Ир һаҡ ҡына, яҡында бер кеше лә булмаһа ла, тирә-яғына ҡаранып алғас, улын күтәреп машинаға инеп ултырҙы. Юл буйына шым килделәр. Тиҙҙән бер
ауыл күренде. Чечен шунда туҡтатырға һораны ла, төшкәнендә Ғүмәрҙе баштан-аяҡ ҡарап тороп ҡалды.
Бер төндә бандиттар беҙҙең блок-постҡа һөжүм иткәс, Ғүмәрҙәрҙең взводын тревога менән ярҙамға торғоҙҙолар. Машиналарҙа аяуһыҙ алыш барған ергә килеп еткәндә, блок-постағы төркөмдөң барыһын да тиерлек дошман ҡырып бөткәйне... Ярҙамдың бик тиҙ килеүен көтмәгән дошман, атыша-атыша тауҙарға сигенде. Ҡараңғылыҡты яҡтыртып уңда, һулда пулялар һыҙғырып оса. Дошман яғынан атыш яйлап кәмеһә лә, бер урындан, эре-эре таштар араһынан, өҙлөкһөҙ ут яуҙырған автомат беҙҙең һалдаттарҙы ергә ятырға мәжбүр итте. Баш күтәрерлек тә әмәл бирмәй, ҡәбәхәт!
Командирҙары алғыр башҡорт егете Ғүмәргә, икенсе яҡтан урап үтеп, ут нөктәһен юҡ итергә әмер бирҙе. Ғүмәр эйелә-шыуыша, уң яҡлап, таш артында йәшеренгән автоматсыға яҡынлашты. Бандиттың патронлы магазиндары бөтөүгә бара ине күрәһең, ул берәмләп ата башланы. Ғүмәр арттан, уға тоҫҡап автоматының тәтеһенә баҫтым тигәндә – тегеһенең патрондары бөттө. Ул әсе һүгенеп ҡоралын атып бәрҙе. Ерҙә, күрәһең ҡаты яраланған, эсен ҡосаҡлап иптәше ята ине. Эх, икәүһен дә ҡулға алғанда, шәп табыш бит былар, тигән ҡыйыу уй килде, Ғүмәрҙең башына. Ул автоматын әҙер тотоп бандиттар янына сыҡты. Ятҡаны әллә үле, әллә аңын юғалтҡан – ҡыбырламай. Ә әле генә беҙҙең һалдаттарға ут яуҙырып зәһәр һуғышҡаны Ғүмәргә әйләнеп ҡараны ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ике ҡулы менән башын тотоп ергә сүгәләне. Был – теге саҡта “Уаз”икҡа улы менән ултыртып алған чечен ине.
Әһә, ҡаршылыҡ күрһәтергә уйламай былай, тип Ғүмәр фаразларға ла өлгөрмәне, бандит уға тубыҡланып һыҡтай башланы:
- Зинһар, атмағыҙ! Ҡулға алығыҙ! Туҡмағыҙ! Төрмәгә ултыртығыҙ! Тик улым хаҡына үлтермәгеҙ, үтенәм! Ана, командирымдың кем икәнлеген, бар ҡылған яуызлыҡтарын һеҙгә һөйләйәсәкмен. Ул – тере...
- Ах, һин, Алик! Ҡурҡаҡ йән! Ошо ҡафырланған мосолмандан ҡотоң остомо? Йә, һайра! Тик быны күрәһеңме? – ерҙә ятҡан бандит башын күтәреп Ғүмәр янында тубыҡланып торған Алик исемле яуҙашына ҡараны ла, ҡулында ҡыҫып тотҡан гранатаһына күрһәтеп, - саҡ ҡына яңылыш аҙым, өсөбөҙ ҙә күккә осасаҡбыҙ! Йә, нимә шымдың?! Ә һин, әҙерме тыңларға? – ул Ғүмәргә өндәште.
Ғүмәр ыптырғанып уға ҡараны. Ары нимә эшләргә? Атыуын атып өлгөрөр ҙә ул... Дүңгәләге ысҡындырылған граната барыбер шартлаясаҡ. Ғүмәргә был секундтар минут, сәғәт булып тойолдо.
Алигы нимә ҡылырға ла белмәй, бөтөнләй бөршәйеп, шиңеп ҡалды. Йә был һалдат атып үлтерәсәк, йә үҙеңдеке гранатаһын шартлатасаҡ...
- Һине, башҡорт, кем бында саҡырҙы? Үҙ мосолманыңды үлтерергә килдеңме? Беҙҙе Сталин ҡырып бөтөрә алманы, Путин да бөтөрә алмаясаҡ! Ә һеҙ, приказ тип, үлемгә ташланаһығыҙ бер тимер миҙал өсөн. Һарыҡтарҙы ғына һай-һайлап төрлө яҡҡа ҡыуып йөрөтөп була, ә кешегә приказ кәрәкмәй... Беҙгә үҙ еребеҙҙе һаҡларға, уның өсөн үлергә бер ниндәй ҙә приказ бирелмәне.
- Нимә, башҡорт тип минең маңлайыма яҙылғанмы? – Ғүмәргә чечен командирының әйткәндәре дөрөҫ тойолһа ла, уны ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы.
- Ха! Маңлайыңа һинең башҡа нәмә яҙылған: Тере ҡайтмаясаҡһың, тип, белгең килһә. Сөнки беҙ саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы хөрмәт итмәйбеҙ! Ә һеҙҙең турала етәрлеген беләбеҙ!
Ошо ваҡыт тубыҡланып торған Алик, бар ҡыйыулығын йыйып, ҡапыл Ғүмәргә ырғыны. Көрмәкләшеп китһәләр ҙә Ғүмәр автоматын ҡулынан ысҡындырмай, Аликҡа тейҙерергә тырышып, тәтегә баҫты. Тик пулялар уның ҡултыҡ аҫтынан үтеп, бер нисәһе, ерҙә ятҡан бандитҡа эләктеләр. Тауҙарҙа ҡайтауаз ҡалдырып көслө шартлау яңғыраны...
Ғүмәр аңына килгәндә иптәштәре уның янында ине инде. Бәхетенә күрә, һул терһәге еңелсә яраланғайны. Тик ныҡ контузия алыуы сәбәпле ул бер нисә көн ишетмәй торҙо. Арҡаһына граната ярсыҡтары эләккән Алик та тере ҡалғайны. Ғүмәрҙең пуляларынан бигерәк ҡулында шартлаған гранатаһынан үлгән чечен командиры, һуңынан, беҙҙең махсус органдар күптәнән эҙәрлекләгән бандит икәнлеге асыҡланды.
* * *
“Шунда, тау-таш араһындағы төнгө алышта, икебеҙҙең береһе һәләк булһа, әлеге бер кемгә лә кәрәкмәгән күңелһеҙ осрашыу ҙа булмаҫ ине. Рәсимәнең янында ла ултырмаҫ инең, байрамдың йәмен китәреп... Йәки, әлегеләй
ултырғаныңды, исмаһам, мин күрмәҫ инем... Эх, уйҙар, уйҙар...”
Ғүмәр уйҙарға бирелеп иғтибар ҙа итмәй ҡалған икән, ҡараһа – Рәсимә моңайып ҡына әсәһе янында ултыра. Алигы күренмәй. Динә бейеүселәр янында һикерәндәй.
Ғүмәр менән Рәсимәнең, күпме йылдар был донъяла айырым йәшәп тә, тәүге һөйөү ялҡынын йөрәктәрендә һаҡлап ҡала алыуҙарында шик юҡ ине. Улар, күҙҙәре осрашып, саҡ ғашиҡ булғандарҙыҡы кеүек, ҡайнар тойғолар бөркөп, бер-береһенә тартылды. Рәсимә еңелсә генә, мөләйем итеп уға йылмайҙы. Уның ошо йылмайыу нурҙары егет күңеленең иң төбөнә үтеп инеп йөрәген елкендерҙе, быуындарын йомшартты...
Ниндәй яҡын, ҡәҙерле ине һөйгәненең ошо мөләйем йылмайыуы! Барлыҡ булған һыҙланыуҙарҙан арындырыр, таш йөрәктәрҙе иреттерер, үпкәләүҙәрҙе юҡҡа сығарыр, ҡабаттан ғашиҡ иттерер...
Рәсимә әсәһенә ниҙер шыбырланы ла, кинәт урынынан тороп, ҡанаттарын елпеп осҡан ап-аҡ күбәләкте хәтерләтеп, Динә янына уҙҙы. Әхирәттәр оҙаҡ һөйләшмәнеләр. Рәсимә Ғүмәргә тағы бер серле итеп һирпеп ҡараны ла залдан сыҡҡан ишеккә табан йүнәлде.
- Нимә, Ғүмәрчик, уйнамайһың да, көлмәйһең дә, ашамайһың да, эсмәйһең дә?! Тик ултыраһың! – бейеп, күңелләнеп йөҙө алһыуланған Динә пырх итеп Ғүмәрҙең янына килеп ултырҙы. Үҙе ҡайнар тәне менән егеткә ҡағылырға ла онотманы.
- Уйын-көлкөгә әүәҫлек самалы, ашап туйҙым! Күҙәтергә лә кеше кәрәк.
- Ну, күҙәт-күҙәт! Рәсимәңде, тик, күҙеңдән ысҡындырма! Ба-а-ар, - тине Динә һуҙып, теләр-теләмәҫ кенә, - икенсе ҡатта Рәсимәң көтә...
Динә тағы ла ниҙер әйтә ине, Ғүмәр ишетмәне. Ул ашыҡҡанлығын башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып залдан сыҡты. Ҡыҫҡа ғына коридорҙың иң осондағы баҫҡыстан, бер-ике һикереүҙә, икенсе ҡатҡа күтәрелде. Бер бүлмәнең ишеге, саҡ ҡына ябылып етмәгәне, Ғүмәрҙе үҙенә арбаны...
Рәсимә бер һүҙ өндәшмәй Ғүмәрҙең ҡосағына һырылды. Йомшаҡ ҡулдары менән һөйгәненең муйынынан, сикәләренән һыйпап иркәләне. Ә ирендәре... татлы ирендәре егеттең Себер елдәренә ярылған, ҡоро ирендәренә тәүҙә тартынып ҡына ҡағылдылар ҙа, ҡапыл ярһып, шашып үбергә тотондолар.
Ғүмәр ҙә ниҙер әйтеүҙе, һүҙ башлауҙы бөтөнләй урынһыҙ һананы. Икеһе өсөн дә был ләззәтле минуттарҙа уларҙың йөрәктәре генә серләште. Нисәмә йыл һағынышып, әйтелмәгән һүҙҙәрҙе йөрәктәре генә бер-береһенә еткерҙе. Тик...
Тик, әле уларға нисек кенә рәхәт булмаһын, Рәсимәнең икенсе ир менән туйы бара ине шул...
- Ир балаға ат кәрәк, ҡыҙ балаға – ҡанат, ти әсәйем. Ҡанаттарым ҡайырылып, нимә эшләргә лә белмәйем хәҙер, йәнем? – тип шыбырланы ҡыҙ саҡ ишетелер ишетелмәҫ итеп.
Ғүмәр һөйөү хистәренә бирелеп тауҙар аҡтарырлыҡ хәлдә булһа ла, был осраҡтың ҡыҙыу хәл итерлек эш түгеллеген бик яҡшы аңлай ине.
- Алып ҡасам, урлайым мин һине, тип әйтмәйем... ләкин ҡалдырып та китә алмайым, ҡәҙерлем! Әле ҡайҙа ул... Алик?
- Әйтмәһә лә һиҙәм – уны үҙҙәренекеләр эҙләй. Ул яҡташтарынан ҡасып йәшәй. Бөгөн шылтыраталар ҙа шылтыраталар. Ҡалала ҙур бер дуҫы бар, ашығыс барып килергә кәрәк тип, шунда китте. Ғүмеренә ҡурҡыныс янағайны, туйы барғанлығын да онотто...
- Рәсимә! Был һорауҙы мин һиңә, барыбер, бирергә тейешмендер тип уйлайым... Нишләп уға кейәүгә сыҡтың һуң?
- Нишләп?! Һине лә ғәйепләмәйем, киттең дә юғалдың, үҙең сәбәпсе, тип. Шулай тейеш булғандыр уныһы. Нисек әйтергә... Әсәйемә бик ҡиммәтле операция яһатыр өсөн аҡса кәрәк. Әлеге шул Динә Алик менән таныштырҙы. Ә Аликтың шарты – тәүҙә уға кейәүгә сығыу! Башҡаса юл тапманым мин, Ғүмәр! Кейәүгә бына сыҡтым, инде әсәйемә операцияға аҡсаһын ғына бирһә...
- Үҙем ғәйепле барыһына ла, үҙем, Рәсимәкәйем! Үҙем хәҙер шул ғәйепте юйырға, мөхәббәтебеҙҙе ҡотҡарырға тейешмен!
- Тыныслан, йәнем! Алик менән булыуым, һиңә һөйөүемде әҙгә генә лә кәметмәй. Хәҙер осрашҡас, оторо, тик һин тип кенә йәшәйәсәкмен. Әсәйемде генә һауыҡтырып алайым...
- Улай ярамай, Рәсимә! Ярамай! Мин һинһеҙ йәшәй алмаясаҡмын. Беҙ бергә булһын өсөн мин барыһын да эшләйәсәкмен. Әсәйеңә операция өсөн дә үҙем түләйәсәкмен, минең бар аҡсам. Алма ул бандиттың аҡсаһын.
- Эй, ахмағым минең! Нишләп ул бандит булһын?
- Һин ҡайҙан беләһең, уның кем икәнлеген, ә мин... – Ғүмәр саҡ әйтмәне: “ә мин беләм” тип. Аликтың ғаиләле икәнлеген һөйләмәҫкә булды, - ә мин, ысынлап ярҙам итәсәкмен һиңә! Себерҙән ҡайттым. Әле атай йортон ипкә килтерәм. Тыуған ауылыбыҙҙа йәшәрбеҙ!
- Ярай, Ғүмәрем минең, әйҙә ҡунаҡтар янына! Юғиһә, эҙләй башларҙар, уңайһыҙ булыр. Унда һөйләшеп ултырырбыҙ.
Залға айырым ингәс, Рәсимә Динәне саҡырып Ғүмәр менән йәнәшә ултыртты ла үҙе ҡаршыларынан урын алды.
- Шунан, ғашиҡтар! Нишләптер бик тиҙ сыҡтығыҙ?! Бында һеҙҙе һорашыусы ла, эҙләүсе лә юҡ! Кейәүеңдең һинән башҡа ла ҡайғыһы етерлек күренә, - Динә һөйләнә-һөйләнә, үҙенә шарап ҡойоп алды.
- Ҡайғыһымы, эштәреме - барҙыр инде. Ғүмәрҙе лә күргәс ҡырҡа үҙгәрҙе, телефонына ла көнө буйы әллә кемдәр шылтырата, - Рәсимә зарланманы, ә тыныс ҡына итеп әйтте.
- Уларҙы хәҙер ҡыҫалар бында. Эштәрен яптыралар. Ана, әллә күпме пилорамдары тик тора. Йәтеш булды әле, көнө-төнө гәрбил яндыралар ине
һаҫытып. Тик, ҡайтып бөтһәләр, кемгә кейәүгә сығабыҙ инде, эх! – Динә уфтанып, ҡулдарын өҫкә ташлап кирелде.
- Аликҡа сыҡ, бирәм! – тине Рәсимә, уйынлы-ысынлы.
- Уға мин әллә ҡасан уҡ сығыр инем, йәшерәк түгел шул.
- Башҡа ҡайғың булмаһа, әхирәткәйем, кейәү табырһың! Үҙебеҙҙең бына тигән егеттәребеҙ әле бөтмәгән, - Рәсимә Ғүмәргә ҡараны. Ә егеткә ҡыҙҙың был һүҙҙәре, киреһенсә, ауыр тәъҫир итте.
- Ғәйебемде таныйым, Рәсимә, юйырға уны хәҙерҙән үк әҙермен! – Ғүмәр өҫтәл аша ынтылып, ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто.
- Ипләп, Ғүмәр! Кеше күрә, - Рәсимә ҡулдарын алды.
- Ғүмәреңде бир һуң! Алик - никахлы ирең, – Динә, әллә ысынлап, әллә
юрый, балаларса ныҡышты. Үҙе һүҙен ҡеүәтләп, Ғүмәргә һыйынды.
- Артығыраҡ уйнай башланың түгелме, Динә, ролеңде? - Рәсимә йылмайып әхирәтенә өндәште.
- Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, һуғышып китмәҫ борон тыйылығыҙ! Туй – һуғышһыҙ булмай, тигәс тә әллә?! – Ғүмәр ҙә шаяртты.
Ә туй геүләй бирҙе. Һөйләшеп ултырған был өсәүҙе генә түгел, ә ни өсөн бында йыйылғандарын да, ошо тантананың хужалары кем, ҡайҙа улар икәнлеген дә онотто халыҡ.
Бесәй кеүек шым ғына Рәсимәнең артына килеп баҫҡан Аликҡа ла Ғүмәрҙән башҡа иғтибар итеүсе булмағандыр.
Алик эйелеп кәләшенең битенән үбергә иткәйне лә, Рәсимә тартынып башын ситкә борҙо. Тегенеһе бер ни ҙә булмағандай уның янына ултырҙы.
- Нимә серләшәбеҙ? Мине күргәс тә шымып ҡалдығыҙ. Нишләп өҫтәл башында, урыныңда түгелһең, Расимушка? – Алик тупаҫ тауышы менән һорауҙарын бирә башланы.
- Серләшмәйбеҙ! Дуҫтарым менән һөйләшергә лә хаҡым юҡмы ни хәҙер? Өҫтәл башында бер үҙем нимә эшләп улырайым мин?! Үҙең ҡайҙа юғалып йөрөйһөң? – Рәсимә лә бирешмәне.
- Ярай, бөттө! – тине Алик ҡәтғи генә. Шунан һут эсә торған ике ҙур стаканға тултырғансы араҡы һалды ла береһен Ғүмәргә шыуҙырҙы, - тот, егет, исемең беҙҙеңсә Умар була бит әле. Күтәр әйҙә беҙҙең бәхет, һаулыҡ өсөн, иҫәнлек өсөн...
- Умар түгел – Ғүмәр! Мин эсмәйем! – Ғүмәр ғүмерҙә лә ауыҙына алып ҡарамаған араҡыны кире этәрҙе.
- Ярай, Ғумар булһын. Мин дә эсмәйем, ха-ха. Ә бөгөн эсәм! – Алик араҡыһын төп күтәрә эсте лә, артынан бер нәмә лә ҡапмағас, сәсәй башланы.
Рәсимә уның яғына әйләнмәне лә. Динә менән һөйләшкән булып, күрмәгәнгә һалышты. Алик та, гүйә, янында Рәсимә юҡ кеүек ҡыланды. Бер аҙҙан ҡапыл эскән араҡыһы башына һуҡты шикелле, иҫергәне һиҙелде.
- Ҡыҙҙар! – тине ул башын да бормай, - барығыҙ, күңел асығыҙ! Беҙҙең ирҙәрсә һөйләшер һүҙебеҙ бар. Ҡаршы түгелһеңдер бит?
Ғүмәр яуап биреп торманы, ары нимә булырын көттө. Рәсимә уға һораулы ҡарашын ташлағайны, егет ризалығын аңлатып башын ҡаҡты. Ҡыҙҙар теләр-теләмәҫ кенә урындарынан торҙолар.
- Шунан, һалдат, ниндәй елдәр һине бында ташланы? Кем саҡырҙы? Гел, иң кәрәкмәгән саҡта, һин пәйҙә булаһың.
саҡта, ә кемгәлер – иң кәрәк сағында мин киләм! – тине Ғүмәр кинәйәле итеп.
- Ха! Кәрәк ул бында әллә кемгә?! Күреп торам, ике күҙең Рәсимәлә, - Алик тағы һалып эсте, - ярай, ҡарап ҡал! Шәп минең Расимушкам, шәп! Тик, һалдат, ышанмаҫһың, һеҙҙә лә шундай намыҫын юғалтмаған ҡыҙҙар бар икән, һаман да. Вот! Туйҙан һуң ғына мөмкин, ти... Күрҙеңме, ниндәй ҡыҙҙы мин эләктерҙем, ошо йәшемә етеп, Башҡортостанға килеп. Ярай әле теге ваҡыт миңә яҙа аттың.
Ғүмәр зал уртаһында, еңелсә көйгә, бейеп йөрөгән Рәсимәгә ҡараны.
Ә бит ул Рәсимәнең сафлығы хаҡында уйламағайны ла хатта. Бынан ун йыл элек кеше һүҙен тыңлап, ғәйбәткә ышанып һөйгәне менән араларын өҙҙө... Шундай иҫәр бул әле! Эх, хәҙер барыр ҙа, күбәләктәй осоп китергә әҙерләнеп талпынған Рәсимәһен усына ғына ултыртып алыр ине лә бит... Ваҡыты, урыны ундай түгел. Ҡаршыһындағы, инде етәрлек иҫергән Алик һөйләнеүен белде:
- Ә һин мине бәлки һаман эҙәрлекләп килгәнһеңдер әле, ә? Ниңә өндәшмәйһең? Килеп сыҡмаҫ! Мин Рәсәй алдында таҙамын! Сөнки мин һеҙгә хеҙмәт иттем, белгең килһә, пленға алынғас та. Улым хаҡына үлтермәһендәр, тип. Әсәһе бит һеҙҙең пулянан үлде, һеҙҙең! Хәҙер улым әсәйле буласаҡ, о-о-о, ана минең Расимушкам, королевам! Эх, һалдат! Белмәйһең шул минең проблемамды, белмәйһең... Мине бит яҡташтарым эҙләй, үлтерергә... – Алик илай башланы.
Ғүмәр уның менән һүҙгә ҡатнашмай, ирекһеҙҙән, тыңланы ғына. Алдында башҡорт еренә килеп үҙ эшен асҡан, инде байый башлаған эшҡыуар түгел, ә тауҙағы алыш ваҡытында тубыҡланып үҙен аяуҙы шыңшып инәлгән, үҙ ғүмере өсөн хатта командирын һатырға әҙер торған ҡурҡаҡ Алик ине...
Залға, бер кемдән дә тартынмай-нитмәй, өҫтәренә ҡара күн куртка кейгән, әзмәүерҙәй өс ир килеп инде. Улар кешеләрҙе этеп-төртөп, ултырғыстарҙы йыға тибеп, Аликҡа яҡынлаштылар. Йөҙҙәрен һаҡал, мыйыҡ баҫмаһа ла Ғүмәр был өсәүҙең чечен кешеләре икәнлегенә шикләнмәне. Алик гонаһлы уй менән килгән яҡташтарын күреп, барыһын да аңланы, ҡойолоп төштө . Үҙе ҡапыл ғына нисек иҫерһә, шулай тиҙ генә айныны ла.