Шыршы биҙәү буйынса бер нисә тәҡдим
- Матур формалағы ыҡсым быяла шешәләргә майшәм ултыртырға һәм шулай уҡ уларҙы шыршы ботағы өсөн ваза булараҡ файҙаланырға ла мөмкин.
- Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә ҡала ерендә, фатирҙы ылыҫлы ағастарҙың ботағы менән биҙәү ғәҙәткә инде. Үтә ҙур булмаған ботаҡтар, ысынлап та, фантазия өсөн иркенлек тыуҙыра. Беренсенән, уларҙы буярға мөмкин. Был йәһәттән аҡ йәки көмөш төҫтәрҙе һайлау отошло. Икенсенән, буялған шыршы ботағын ҡулдан яһалған уйынсыҡтар менән биҙәргә була.
- Шыршыны биҙәмәй генә улытртыу ҙа йыш күҙәтелә хәҙер. Был осраҡта һеҙҙе бер кем дә ялҡаулыҡта ғәйепләмәҫ, киреһенсә, ул алым заманса һәм зауыҡлы күренсәк. Шыршыны ситәндән үрелгән кәрзингә ултыртып ҡуйыу йәки уның аҫҡы өлөшөн махсус ҡалын ҡағыҙ менән урау тағы ла үҙенсәлеклерәк буласаҡ.
- Өйҙө биҙәгәндә бәләкәй генә шыршы бәйләмдәренән торған гирляндалар яһарға ла мөмкин.
- Ботаҡтарҙан төрлө формалағы веноктар яһау ҙа мауыҡтырғыс шөғөл. Уларҙы стенаға элә йәки нимәлер өҫтөнә һалып ҡуя алаһығыҙ.
Шыршығыҙ ҡупшы, йортоғоҙ күркәм, һаулығығыҙ ныҡ, табынығыҙ мул, кәйефегеҙ күтәренке булһын! Яңы йыл менән!
Йәсминә Сафина әҙерләне.
Фото - Яндекс. Дзен.