Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәшәйеш
11 Март 2022, 07:50

Баҫыуҙарға сығыр мәл етә

Республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын әүҙем яңыртыу баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәрен 9 көнгә тиклем кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Баҫыуҙарға сығыр мәл етәБаҫыуҙарға сығыр мәл етә
Баҫыуҙарға сығыр мәл етә

Быйыл республикала баҫыу эштәрендә 10 мең 850 трактор агрегаты ҡатнашасаҡ. Был иһә былтырғыға ҡарағанда 173 техникаға күберәк. Был хаҡта БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Шуларҙың 5 меңләбе сәсеүҙә ҡатнашасаҡ.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын әүҙем яңыртыу баҫыуҙарҙа дым ҡаплау эштәрен 9 көнгә тиклем кәметергә булышлыҡ итәсәк. Бөртөклөләр һәм техник культуралар сәсеүҙе 12-15 көн эсендә башҡарып сығыу мөмкинлеген бирәсәк.

Ауыл хужалығы техникаһын актив яңыртыу эшенә "Иҡтисади үҫеш" милли проектының АПК паркын техник яңыртыу  программаһы ҙур ярҙам күрһәтә. 

Фото:karaidel.bashkortostan102.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас