

Дыуан районы Мәсәғүт ауылының балалар музыка мәктәбе быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проектына ярашлы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары һатып алған балалар сәнғәт мәктәптәре һәм һөнәри белем биреү ойошмалары исемлегенә инде.
Матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттан бүленде. Был аҡсаға рояль, фортепиано, баяндар, аккордеон, думбыралар, уҡыу һәм тауыш ҡулайламалары һатып алыу ҡарала.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан