Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәшәйеш
4 Апрель 2022, 12:20

Әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған...

Ишек эстән көҙгөлө булған. Был шуны асып ебәргән дә, ҡысҡыра икән: - Бисәкәй, ҡарале, ағайым килеп төшкән дәһә.

Әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған...Әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған...
Әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған...

Бер ваҡыт Хужа Насретдин кейем шкафы алып ҡайтып ҡуйған, ти. Ишек эстән көҙгөлө булған. Был шуны асып ебәргән дә, ҡысҡыра икән:
- Бисәкәй, ҡарале, ағайым килеп төшкән дәһә.
Тегеһе йүгереп килеп, ҡараған да:
- Етмәһә, әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған, - тигән имеш...
Имеш түгел, ысын булған хәл ул! Хужа Насретдин дә ысын кеше тиҙәр.... Ул бер ҡасан да бер урында ултырмаған һәм ғүмерен тоғро юлдашы – ишәге менән бергә илдәр гиҙеп үткәргән. Ә мажаралары тураһында әйтеп тә тораһы түгел – хәйләһеҙ шаярыуҙар, мәрәкәләре менән донъя тулған!
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры был герой мажаралары тураһында спектакль ҡуйырға ниәтләй. Л. Соловьёвтың 1940 йылда яҙылған «Хужа Насреддин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса эшләнә спектакль. «Хәйләһеҙ мажаралар»ҙың ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев. Ул мотлаҡ сағыу һәм күңелле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булырға оҡшай. Премьера май айына тәғәйенләнгән.
Рәзилә Ырыҫҡужина.

Фото: ирекле сығанаҡтан. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас