Буласаҡ абитуриенттар менән осрашыуҙар йылы, ышаныслы атмосферала уҙа. Ҡунаҡтар үҙҙәренең уҡыу йорттары, булған факультеттар, йүнәлештәр, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, документтарҙы тапшырыу ваҡыты тураһында ентекле һөйләй. Вәкилдәрҙең сығыштары презентациялар һәм видеороликтар менән оҙатылып бара. Бындай саралар буласаҡ абитуриенттарҙы уҡыу йорттарына йәлеп итергә, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына аңлы рәүештә һайларға мөмкинселек биреп, республикабыҙҙың белем биреү учреждениелары тураһында тулы мәғлүмәт бирергә ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы башҡарыла.
"Табын" гәзитенән
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”)
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты