Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Апрель , 13:30

Тоғролоҡ

Ҡайһы берәүҙәр, фатир алыу менән һата һалып, икенсе ҡалаға күсеп китте. Беҙ Физәлиә менән театрға тоғро ҡалдыҡ.  Театрҙың миҙгеле менән бергә киләбеҙ.

Тоғролоҡ
Тоғролоҡ

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын Илһам менән Физәлиәнән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын – ул ысынлап та шулай. Хәйер, Физәлиә – ул үҙе айырым бер тема. Уның тураһында тәфсилләп, һәр уйнаған роленә туҡталып яҙырға кәрәк. Илһам иһә тәжрибә туплаған актер ғына түгел, үҙен төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡараған, театр тормошонда хужалыҡ эштәрен дә биш бармағы кеүек яҡшы белгән, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнаған белгес булараҡ яҡшы таныш. Был мәҡәләлә нәҡ Илһам Ринат улы хаҡында яҙып үтмәксемен.

...1991 йылдың ноябре булһа кәрәк: Стәрлетамаҡта филармония асыу концерты бара. Шунда яңы ғына асылған Бейеү театры солисы “Башҡорт егеттәре” бейеүе менән сығыш яһай. Шығырым тулы зал, йәш бейеүсене сәхнәнән ебәрмәй, дәррәү алҡыштарға күмә... Бына шул артист була инде ул бөгөн үҙенең матур юбилейын – 50 йәшен ҡаршылаусы Илһам Рәхимов. Беҙ уның менән телефон аша булһа ла әңгәмәләшеп тә алдыҡ.

- Илһам, Стәрлетамаҡтың сәнғәт донъяһына бейеүсе булараҡ килеп инһәң дә, бөгөн халыҡҡа һин актер, йырсы, бигерәк тә етәксе булараҡ яҡшы танышһың. Тәүге ролдәреңде ҡасан уйнаның – ошо турала ентекләберәк аңлатып үт әле?

- Сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәт биографиям Стәрлетамаҡта ошо театрҙар ойошторолған йылдарҙа башланды. 1993 йылға тиклем Бейеү театрында, 95-кә тиклем Бейеү театры менән драма театры араһында – ике арала йөрөнөм, Бейеү театрына Рәил менән Гөлгөнә Лоҡмановтар, Айҙар Ишбулатов кеүек талантлы бейеүселәр килеп, театр ныҡлы аяҡҡа баҫып эшләп киткәс, драма театрына күстем. Күңелемдә бейеү булһа ла, һөнәрем буйынса актер булғас, драма театрында ҡалдым. 1993 йылда Физәлиә менән өйләнештек – ул Өфөлә академтеатрҙа эшләй ине, уны Стәрлетамаҡҡа алып ҡайттым.

Тәүге ролдәремде 1991 йылда уйнаным. Дулат Исабековтың “Көтөр кешем бар минең”ендә бәләкәй генә бер ролде башҡарҙым – Рәмил Ғимраниҙы алмаштырҙым. Йәғни үҙемдең роль түгел, кешенекен уйнаным. Унан һуң Флорид Бүләковтың “Мөхәббәт ҡарағы”нда Боғанур роле, Рәмил Ҡолдәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”ндә (Азат Нәҙерғолов ҡуйҙы) мин – Йәмил, Азамат Хәлилов – Самат, Физәлиә – Хазина – тәүге эшебеҙ ошолар. Театрҙың режиссеры Гөлдәр Ильясова ошо тәүге ролдәремде оҡшатты: “Илһам, театрға актерҙар кәрәк, тиҙ генә беҙгә эшкә кил!” – тип өгөтләне. Ул саҡта әле ҡулға диплом алып та өлгөрмәгәйнем, гастролдәргә лә сығып киттем. 15 июндә мин театрҙа штатта инем инде.

- Белеүемсә, хәҙер һин Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә директор урынбаҫары булып эшләйһең. Шул уҡ ваҡытта сәхнәлә лә йыш сығыш яһайһың: актер булараҡ та, хатта йыр менән дә... Ошо эштәрҙе бергә алып барыуы бер-береһенә ҡамасаулыҡ итмәйме?

- Әлбиттә, хужалыҡ эштәренә ҡарағанда, ижад эше яҡыныраҡ. Яҙмыштыр инде, ғүмер баҡый ике эштә эшләргә тура килде – Бейеү театрында бейеүсе һәм режиссер ярҙамсыһы, драма театрында – актер һәм труппа етәксеһе, һуңғараҡ художество етәксеһе булдым. Актерлыҡ штатында ла торғас, уйнарға тура килә. Ошо театрҙа эшләү дәүеремдә ҡырҡҡа яҡын роль башҡарҙым. Йылына дүртәр спектакль була инде. Шулай ҙа уйналмаған ролдәрем дә тороп ҡала.

- Бына нисә йылдар инде һеҙ, Физәлиә менән ошо театрға тоғро ҡалып, ал-ял белмәй хеҙмәт итәһегеҙ. Балаларығыҙ ҙа һеҙҙең юлды һайланымы?

Балаларҙы үҙебеҙҙең юлдан ебәрмәнек. Рухи аҙыҡ булыу менән кеҫә яғы һай булды. Ә шулай ҙа Стәрлетамаҡтың ул саҡтағы етәксеһе Спартак Ғәли улына оло рәхмәтлебеҙ, матди ярҙамы ла ҙур булды, ижадыбыҙҙы халыҡҡа еткереүҙә лә роле баһалап бөткөһөҙ. Ҡайһы берәүҙәр, фатир алыу менән һата һалып, икенсе ҡалаға күсеп китте. Беҙ Физәлиә менән театрға тоғро ҡалдыҡ.  Театрҙың миҙгеле менән бергә киләбеҙ.

...Был донъяла һәр кемдең үҙ тәғәйенләнеше була, тиҙәр. “Театр эшен, уның үҫеш йүнәлешен, тын алышын шул тиклем яҡшы белә, теләһә ҡайһы проблемалар килеп сыҡҡанда ла, ижади яҡтан да, хужалыҡ мәсьәләһендә лә уға таянырға була”, ти коллегалары Илһам Рәхимов тураһында. Ҡулынан килгәнен белеп, фәҡәт уға ошондай яуаплы эштәрҙе тапшыралар ҙа инде.

Стәрлетамаҡта башҡорт театры асылғандан бирле тиерлек, театр менән йәнәшә атлап, бергә үҫкән, бергә сыныҡҡан, бергә олпатланған был үҙенсәлекле матур пар – Рәхимовтарға юбилейҙары айҡанлы тамашасыны ҡаршы ултыртып, күҙгә-күҙ осрашып берсә илатыр, берсә көлдөрөр ҡабатланмаҫ образдары менән арбап, дәррәү алҡыштарға күмелергә яҙһын әле!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

"Ашҡаҙар" гәзитенән. Архив. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в