Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
17 Апрель , 10:00

Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың байлығы

Яратҡан артисыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, ырыҫлы ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың байлығы
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың байлығы

Миңдеғәфүр Зәйнетдинов:

Иң гүзәл төбәктәренең береһе булған, Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуып үҫеүемә бигерәк шатмын. Атайым — Зәйнетдинов Миңлеәхмәт Фәхретдин улы менән әсәйем — Зәйнетдинова Мәймүнә Шайхислам ҡыҙы 11 балаға ғүмер бирҙеләр: 7 егет һәм 4 ҡыҙ. Мин 11 -се бала. Шуға ла атайым мине үҙенә яҡын итеп исемемде тыуыу таныҡлығына Миңлеғәфүр, тип яҙҙыртып алып ҡайтҡан.Шулай итеп, минең бөтөн документтарымда ла Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы,тип яҙылған. Беҙ ябай колхоҙсылар ғаиләһендә үҫтек. Атайым да, әсәйем дә ғүмер буйы намыҫлы эшләп, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булдылар һәм беҙҙе лә бала саҡтан эшһөйәр, илһөйәр итеп үҫтереп, яҡшы тәрбиә, юғары белем бирҙеләр. "Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр", "Алма ағасынан йыраҡ төшмәй", тигән халыҡ мәҡәлдәре беҙгә тура килә.Беҙ үҫкән йортта бик күп музыка ҡоралдары — ҡурай, ҡумыҙ, гармун, мандолина, хатта гитара ла булды. Әсәйем оҫта итеп мандолинала, ҡумыҙҙа уйнап йырҙар, ҡобайырҙар башҡарҙы, атайым гармунда уйнаны. Беҙгә бәләкәйҙән халыҡ ижадына, сәнғәткә, милли музыка ҡоралдарына һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙеләр.Шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа төрлө музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Бөгөнгө көндә Зәйнетдиновтарҙың "Мираҫ" исемле фольклор ансамбле 74 кешенән тора. Республикала, Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлайбыҙ.Бала саҡта күңелдә уйылып ҡалған байрамдарҙың береһе — һайлауҙар була торғайны. Һайлау көнө иртәнге 06:00 музыка уйнай башлай, ауыл гөрләп тора. Ниндәй генә һайлау булмаһын, халыҡтар алдан шат күңел менән әҙерләнә башлай торғайнылар.Аш-һыуҙарын әҙерләп, бешеренеп һатыу итәләр ине. Ә беҙ ошо һайлауҙарға ғаиләбеҙ менән байрамға барған һымаҡ бара торған инек.Йәшебеҙ етмәһә лә, ата-әсәйебеҙ беҙҙең күңелебеҙгә ошондай етди сараларға йөрөргә кәрәклеген һеңдереп үҫтерҙеләр.Хәҙер беҙҙең һәр беребеҙҙең өсәр бала, балаларыбыҙҙың тағы ла 4 һәм 5 балалы ғаиләләре бар. Аллаға шөкөр! Бик байбыҙ, туғандарыбыҙ менән көслөбөҙ!!!

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в