+14 °С
Ямғыр
Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы баш ҡаланан алты йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ята. Туҡһан хужалыҡтан торған ауылда тырыш, сәмсел, маҡсатлы халыҡ йәшәй. Башлыса мал үрсетеп, ҡош-ҡорт көтөп, йәшелсә үҫтереп үҙ хужалығы иҫәбенә көн иткән ауыл халҡы заман ауырлыҡтарына зарланмай. Йәштәр араһында ситкә йөрөп эшләүселәр шаҡтай. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн ауыл халҡы айыҡ тормош рәүешенең әһәмиәтен яҡшы аңлай. Быйыл Бәләкәй Арыҫланғол республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов менән ауылдың бөгөнгөһө, көнитмеше, проблемалары, маҡсаттары хаҡында һөйләштек.