Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Апрель , 11:45

Әллә йәй етә инде

Был көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ? 

Әллә йәй етә инде
Әллә йәй етә инде

Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн, 25 апрелдә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +1,+6, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа -5, көндөҙ +13,+18 градус.

Шишәмбе, 26 апрелдә лә урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә + 5, +10, көндөҙ + 15, +20 градус.  27 апрелдә һауа +22 градусҡаса йылына.

30 апрелгә тиклем Башҡортостанда һауа температураһының норманан бер градусҡа юғары булыуы көтөлә.

Фото: донэллиот.рф

Автор:
Читайте нас в