Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
29 Апрель , 14:25

Баш ҡалала «Яҡташлыҡ көсө» форумы асылды

«Торатау» конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» форумы асылды. Бында «Атайсал - Бәләкәй Ватан» хәйриә проектына йомғаҡ яһаласаҡ.

Баш ҡалала «Яҡташлыҡ көсө» форумы асылды
Баш ҡалала «Яҡташлыҡ көсө» форумы асылды

 

Бер йылдан ашыу элек, 2021 йылдың 1 мартында, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала «Атайсал» үҙ-ара ярҙам күрһәтеү йәмәғәт проекты башланды. Ошо проект ярҙамында меңләгән ҙур һәм бәләкәй изге эштәр башҡарылды. Башҡорттар әйтеүенсә, «күмәкләгән - яу ҡайтарған», тимәк, бергәләп тауҙарҙы ла күсерергә мөмкин. «Атайсал» проекты аша республика ҡалаларында, ауылдарында йәшәүселәр үҙҙәренең проблемаларын билдәләй, ниндәй йүнәлештә ярҙам талап ителеүен, ә бәләкәй ҡалаларҙа йәки ауылдарҙа тыуып үҫкән уңышлы кешеләрҙең тыуған төйәгенә ярҙам итеүен күрһәтә ала. Проект сайтында һәр проект, изгелек күрһәтеүселәр һәм ҡатнашыусылар хаҡында ентекле мәғлүмәт, сағыу фотоһүрәттәр урынлаштырылған.

Бөгөн иртән форумдың программаһы «Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре» видеосалонынан башланды, унда «Атайсал» порталының тормошҡа ашырылған проекттары тураһында сюжеттар күрһәтелә. «Һеҙ ҡайҙа тыуғанһығыҙ? Яҡташтар эҙләйбеҙ!» форумында ҡатнашыусы яҡташтар эҙләүҙә ярҙам итә. Форумда ҡатнашыусылар таныша һәм фотоға төшә. Форум сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында бәләкәй ватанға ярҙам итеү идеяһын тормошҡа ашырыу буйынса «Атайсал. Беҙҙекеләр!» телевизион конкурсы презентацияһы үтә. Художество мәктәптәре һүрәттәре конкурсы еңеүселәренең күргәҙмәләре, «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты дипломанттарының күргәҙмәһе эшләй.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в