Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
4 Май , 17:50

Гимназистар ижады аҫылташҡа тиң

Гимназияның директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова гимназияның эшмәкәрлеген аҫылташҡа тиңләне: "Ҡояшта аҫылташтың бер яғы ғына ялтырап, күҙҙе сағылдыра. Бөгөн дә һеҙ гимназиябыҙ эшмәкәрлегенең тик бер сағылышын ҡаранығыҙ. Гимназистарҙың уҡыуҙа, спортта, төрлө олимпиада, конкурстарҙа ал бирмәүен иҫәпләһәк, аҫылташыбыҙҙың тағы ла сағыу икәнен күрерһегеҙ",- тине ул сығышындаю

Гимназистар ижады аҫылташҡа тиң
Гимназистар ижады аҫылташҡа тиң

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында балаларға белем, тәрбиә биреү менән бер рәттән сәнғәткә лә һөйөү үҫтерәләр. Бында айырыуса бейеү, вокал буйынса түңәрәктәр әүҙем эшләп, үҙ һөҙөмтәләрен дә бирә. Гимназияның йыллыҡ отчет концертын ҙурлап үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән.
27 апрель көнө Район мәҙәниәт һарайында сәхнәгә 400-ҙән артыҡ бала сыҡты һәм тик бер йыл эсендә ҡуйылған йыр һәм бейеү номерҙарын тамашасыларға күрһәттеләр. Һәр сығыш алҡыштарға күмелеп, тамашасылар дәрт һәм дарман алып таралышты был концерттан.
Был концерт тик бер йыл арауығында һалынған, әҙерләнгән, тик ошо уҡыу йылында ҡуйылған концерт номерҙары менән әһәмиәтле. Гимназистар иҫ китмәле матур йырлай, оҫта бейей.
Йырҙарҙы концерт кимәленә еткереүсе Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина эшмәкәрлегенә һоҡланып ҡарайбыҙ. Һәр бер эшкә ижади ҡараусы, өҫтәүенә ныҡышмал һәм талапсан булған етәксе быйыл бихисап балаларҙы йыр сәнғәтенә ылыҡтырҙы. Әйткәндәй, сценарий авторы ла ул. Концерт программаһы бик бай булып 4 блоктан торҙо: "Баласаҡ иле", "Әсәйҙәргә мәҙхиә", "Милләттәр дуҫлығы" һәм "Еңеү яҙы".
Программаны тамашасыны ҡарарға килеүселәр бик йылы ҡабул итте.
Бейеү сәнғәтенә ғашиҡ Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова быйыл да яңы бейеүҙәр һалып һәм уларҙы сәхнәгә сығарып ҡыуандырҙы. "Алтын балыҡ", "Бал ҡорттары", "Еҙем буйында" һ.б. бейеүҙәре тамашасылар күңеленә хуш килде. Өйрәнелгән вальс ритмдары етеҙ сальса ритмдарына алмаштырып бейегән балаларға ла дәррәү ҡул саптылар тамашасылар. Илшат Хәтим улы Хәбибуллин да йыл да уҡыусыларын оҫталыҡҡа, юғары кимәлгә еткереп, үҙен булдыҡлы етәксе булыуын раҫлай. Ул һалған бейеүҙәр ҙә көслө алҡыштарға күмелде. Концерт яуаплылыҡ тойғоһо ла һала. Видеосюжетты әҙерләүсе Йәнмырҙина Рәйсә Рәсүл ҡыҙы тамашаны тағы ла сағыу һәм ҡабатланмаҫ итеүгә күп көс һалған. Фонда таныш ерҙәрҙе, Еҙем буйҙарын, Уҡлыҡаяны, башҡорт ерлекле фотоларҙы күреү күңелдәрҙең нескә урындарын сиртте. Аппарат пульты артында ултырған Рәхимова Зарина һәм Филатов Дима эштәренә бик яуаплы ҡаранылар.
Алып барыусыларҙың матур асыҡ дикцияһы һоҡландырҙы.
Балалар йырлап, бейеп кенә ҡалманылар, яңы сәхнә кейемдәрен дә күрһәттеләр. Ике 1-се класс уҡыусылары, 7в, 6в класы ҡыҙҙары, 3-сө кластар, "Наҙ", "Шаяндар" вокал ансамбле йырсыларының сағыу кейемдәре өсөн ҡыуаныс кисереп ултырҙыҡ, бының өсөн атай-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт.
Концерт ахырында Ғафури районы Башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова гимназияның сығышына юғары баһа бирҙе: "Ҙур һәм һоҡланғыс байрам өсөн рәхмәт!Гимназия уҡытыусылары һәм тәрбиәселәренән торған коллектив үткән аҙнала 28 коллектив араһында уңышлы сығыш яһап, Гран-при алыуға иреште. Ошондай талантлы уҡытыусылар әлбиттә талантлы уҡыусылар тәрбиәләй", -тине ул.
Гимназияның директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова гимназияның эшмәкәрлеген аҫылташҡа тиңләне: "Ҡояшта аҫылташтың бер яғы ғына ялтырап, күҙҙе сағылдыра. Бөгөн дә һеҙ гимназиябыҙ эшмәкәрлегенең тик бер сағылышын ҡаранығыҙ. Гимназистарҙың уҡыуҙа, спортта, төрлө олимпиада, конкурстарҙа ал бирмәүен иҫәпләһәк, аҫылташыбыҙҙың тағы ла сағыу икәнен күрерһегеҙ",- тине ул сығышында һәм концертты сәхнәгә сығарыуға күп көс һалғандарға айырым рәхмәттәрен еткерҙе.
Балаларҙың сығышы ысынында Моң, Илһам һәм Рух байрамы булып, йөрәктәрҙең иң түренә кереп ултырҙы! Балаларға артабан да ижади уңыштар, етәкселәренә ныҡлы һаулыҡ һәм һәләтле балалар килеүен теләйек! Һәләтле балалар - илебеҙ киләсәге!!!

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в