Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Май , 19:58

Тыуған көнөң менән, Алмас - сәхнәбеҙҙең алмасы!

Бөгөн яратҡан артисыбыҙ Алмас Әмировтың тыуған көнө. Ошо уңай менән күптән яҙырға тейеш фекерҙәремде яҙып үтәйем тием. Алмастың үҙен башҡорт сәхнәһенә бағышлауы - беҙҙең өсөн ҙур бүләк тип әйтер инем.

Тыуған көнөң менән, Алмас - сәхнәбеҙҙең алмасы!
Тыуған көнөң менән, Алмас - сәхнәбеҙҙең алмасы!

Бөгөн яратҡан артисыбыҙ Алмас Әмировтың тыуған көнө. Ошо уңай менән күптән яҙырға тейеш фекерҙәремде яҙып үтәйем тием. Алмастың үҙен башҡорт сәхнәһенә бағышлауы - беҙҙең өсөн ҙур бүләк тип әйтер инем. Сөнки Алмастың төҫө лә, киң диапазонлы һәләте лә, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләүе һәм белеме, эрудицияһы, рус телен бөтә нескәлектәре менән белеүе, ә иң мөһиме - иҫ китмәле юморы һәм музыкаль, пластика яғынан һәләттәре уға Рәсәйҙең ниндәй булһа ла театрҙарында ла, шул иҫәптән Мәскәү һәм Санкт-Петербург театрҙарында шундай уҡ сағыу ролдәр башҡарырға, Рәсәй киноларында төшөргә мөмкинлек бирә.

Ә ул башҡорт сәхнәһен һайланы, һәм туған Башҡорт академия драма театрына тоғро актер булараҡ ҡына түгел, был театр өсөн ихлас борсолған кешеһе лә. Тап ул профсоюз эштәрен дә әүҙем алып бара. Алмасты театр сығарған спектакль тапшырылған саҡта гел күрергә була, һәм ул үҙенең ихлас борсолоуын да, театр уңышы булһа - шатлығын да, етешһеҙлеге булһа - тура тәңҡитен һәм етди борсолоуын дә йәшермәй.

Ә бит Алмастың һүҙе - театр сәнғәтен тәрәндән аңлаған, уға донъя театры күҙлегенән ҡарай белгән һәм туған театрына заманса, Рәсәй кимәлендә алдынғы театр булыуын теләгән белгес һүҙе!
Ә инде Башдрамдың һәр яңы башланғысы, һәр ҡыҙыҡлы, эксперименталь проекты Алмасһыҙ үтмәй тиһәм, яңылымаҫмын. Үҙе лә нисәмә яңылыҡ индерҙе! "Әлифбанан сепей" йәки "Цыпленок из букваря" моноспектаклен ике телдә лә иҫ китмәле башҡарыуын ғына телгә алайыҡ.

Шулай итеп, бер ваҡыт мине "Их, өс егет, өс егет" проектына эшләргә саҡырҙылар. Башҡорт театры һәм эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Азат Йыһаншин, Сәғиҙулла Байегет һәм Азамат Ғафаровты берләштергән был проект, әлбиттә, Хоҙай үҙе булып уйнаған Алмасһыҙ бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай. Комедия актеры булараҡ та, был проектҡа тулыһынса бирелеп, уның соавторы булараҡ та. Һәм тап ошонда, бәлки, Алмастың режиссер булараҡ үҙен һынап ҡарауы тыуғандыр - сөнки был тамаша ижади төркөмөбөҙ өсөн һәр яҡтан теләгәнсә асылырға форсат бирҙе.

Зөһрә Бураҡаева.


Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в