+22 °С
Ямғыр


Баҡтиһәң, яратҡан йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшин 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында концерт ҡуйған икән. Артист башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендәге иң популяр йырҙарын башҡарып ҡына ҡалманы, хөкөм ителеүселәр менән дә аралашты. Ямғыр һәм һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, тотҡондарға концерт ныҡ оҡшаған.
Улар араһында йырсының ижадын яратыусылар аҙ түгел икән. Ҡайһы берҙәре Мәскәүҙән булһа ла, Юлъяҡшиндың йырҙарын күптән белә һәм тыңлай.
– Иректән мәхрүм итеү урындарында сығыш яһау идеяһы күптән бар ине. Бөгөн концерт уңышлы килеп сыҡты тип ышанам: беҙҙә лә, тамашасыларҙа ла яҡшы хистәр уятты, – тине ул.
Фото: ирекле сығанаҡ.