

БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары Таулы Алтайҙан ҙур еңеүҙәр менән ҡайтты. Был хаҡта факультет
деканы Гөлфирә Абдуллина үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә. "Студенттарыбыҙ, боронғо төрки ҡәбиләләре йәшәгән изге ерҙәрҙән көс-ҡеүәт алып, алыҫ сәфәрҙән ҡайтып етте... Төрки телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадала, яҡуттарҙан ғына ҡалышып, 2 урын яуланы командабыҙ!, - тип яҙа Гөлфирә Риф ҡыҙы. Шулай уҡ шәхси беренселектә Сәйетгәрәева Илнара 3 урынға лайыҡ булды. Төплө белемдәрен генә күрһәтеп ҡалмайынса, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын да иҫбатланы ҡыҙҙарыбыҙ: олимпиада сиктәрендә ойошторолған Фестивалдә уларҙың сығышы рухлылығы, бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып торҙо.
Студенттарыбыҙ Таулы Алтай дәүләт университетында бер нисә көн дауамында рун яҙмалары буйынса стажировка үтергә лә өлгөрҙө.
Белемле, аҡыллы йәштәребеҙҙең башҡа төрки халыҡтары араһында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә алыуҙары менән ифрат ғорурланабыҙ!"