

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Ашҡаҙар” радиоканалы хеҙмәткәрҙәре ултырған бүлмәгә барып инһәң, күҙгә шунда уҡ ишеккә ҡаршы стенаны тултырып төшөрөлгән йәм-йәшел япраҡлы ағас һүрәте салына. Бер мәл унда радиоканал хеҙмәткәрҙәре студияға төрлө программаларҙа ҡатнашыу өсөн килгән эфир ҡунаҡтарының фотоларын ҡуя ине. Араларында кемдәр генә юҡ! Сәхнә йондоҙҙары, күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар, журналистар, ғалимдар – ҡыҫҡаһы, һәр сығышын тыңлаусылар көтөп алған, һәр яңы әҫәре йәмәғәтселек өсөн оло әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнгән, халҡына һәр мөрәжәғәте доға кеүек яңғыраған зыялыларыбыҙ улар! Инде 10 йылдан ашыу “Ашҡаҙар” радиоһы тыңлаусыларын эфир тулҡындарында бәүелтеп, бөртөкләп тигәндәй башҡорттоң юғары талантҡа эйә шәхестәренең шәжәрәһен төҙөй. Кескәй генә коллектив, “Ашҡаҙар – моңло радио” тигән девизына тоғро ҡалып, халыҡты юғары зауыҡлы нәфис программалар менән тәьмин итә.
“Ашҡаҙар” ижадсылары араһында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республиканың радио-телевидение тармағы ветераны Фәнүзә Баһауетдинова ла бар. Ошо өлкәлә 30 йыл эшләү дәүерендә Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы үҙен тынғыһыҙ журналист, яғымлы тауышлы алып барыусы һәм айырыуса радио-телевидение эшен һәләтле ойоштороусы итеп күрһәтеп өлгөрҙө.
“Ашҡаҙар” радиоһына Фәнүзә Баһауетдинова Башҡортостан радиоһында йәштәр өсөн “Етегән” программаһын алып барған, телевидениела иртәнге “Сәләм” программаһында тәжрибә туплаған, йәғни өлгөргән журналист булып аяҡ баҫа һәм радио ойошторолған тәүге көндән алып мәғлүмәт сараһының ижади йүнәлешен билдәләүгә, уның йөҙөн булдырыуға тос өлөш индерә. Тура эфирҙа эшләһенме, күләмле публицистик программалар әҙерләһенме, Фәнүзә һәр ваҡыт эшенә бик яуаплы ҡарай, тапшырыуҙа билдәләнгән темаһын ентекле өйрәнә. Бигерәк тә “Ижади портрет” тапшырыуҙар шәлкемен яратып әҙерләй. Программаның исеме үк әйтеп торғанса, уның төп геройҙары – ижади шәхестәр, үрҙә телгә алынған яҙыусылар һәм шағирҙар, театр актерҙары һәм эстрада йондоҙҙары. Телевидение журналисы булараҡ, ундай шәхестәргә күңел асҡыстарын табыу еңелдән булмағанын яҡшы беләм. Фәнүзәгә килгәндә, тапшырыуҙарын әҙерләгәндә геройҙарын бөтөнләй икенсе яҡтан асыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
– Геройҙарымдың ижади ҡаҙаныштарынан алда, радио тыңлаусыларға уларҙың күңел матурлығын еткерергә, ижадтарын ғына түгел, яҡындарына, тормошҡа мөнәсәбәтен асып бирергә тырышам, – ти ул.
Шулай, бер әңгәмә ваҡытында сәхнә йондоҙҙарының береһе ғаиләһе, һөйөклө ҡатыны һәм балалары тураһында һорауҙарҙан ситләшә лә китә. Ә Фәнүзә тәбиғәттән хас бар ныҡышмалылығын һалып, барыбер үҙенекен итә һәм ағай ғүмерлек мөхәббәте тураһында күңел түренән сыҡҡан бик йылы һүҙҙәр әйтеп ҡайтып китә. Тапшырыу эфирға сыҡҡан көндө юлда булһа ла, машинаһын һүндереп, авторға рәхмәт әйтергә туҡтай...
Йә булмаһа, инде арабыҙҙа юҡ билдәле шағир Риф Мифтаховҡа арналған “Ижади портрет” программаһын алайыҡ. Журналист талант эйәһенең ғаиләһенең ай-вайына ҡуймай, Риф ағай менән интервьюға тип өйөнә барғанда, шағир инде ныҡ сирләгән була, уға бирелгән һорауҙарҙан да тәүҙә ҡаушап ҡала. Оҙаҡ ҡына һөйләшә торғас, Фәнүзә әңгәмәсеһенән, тыуған ауылығыҙҙы һағынаһығыҙмы, тип һорап ҡуя һәм шағир күңеленең иң нескә ҡылдарына ҡағылғанын һиҙмәй ҙә ҡала... Һөҙөмтәлә шағирҙың тыуған төйәге, йәшлек йылдары тураһында сағыу хәтирәләрҙән ҡоролған бай йөкмәткеле тапшырыу килеп сыға! Риф Мифтаховтың тере тауышы яҙылып ҡалған “Ижади портрет” программаһы хәҙер инде радио фондында һаҡлана.
Ғөмүмән, 10 йыл эсендә Фәнүзә Баһауетдинова әҙерләгән “Ижади портрет”тарҙы һанай китһәң, улар бихисап. Хеҙмәттәшебеҙҙең тырышлығы менән милләтебеҙҙең аҫыл шәхестәренең ижадсы һәм заман, ил яҙмыштары тураһында уйланыуҙарынан үҙе бер фонотека тупланған, тиһәң дә була. Фәнүзә Баһауетдинова шулай уҡ “Ашҡаҙар” радиоһының художество фондын тулыландырыу менән дә әүҙем шөғөлләнә. Профессиональ һүҙ оҫталары уҡыуында шиғри шәлкемдәр, проза әҫәрҙәре яҙҙырыуҙы ойоштора. Бер нисә йыл элек минең “Өҙөлмәҫ моң” тигән хикәйәмде Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле диктор Әхәт Мортазин уҡып, әҫәрем “Ашҡаҙар” радиоһы тулҡынында яңғырағайны. Ижад емешемдең олуғ шәхесебеҙ уҡыуында һаҡланып ҡалыуы өсөн Фәнүзәгә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Өҫтәп шуны ла әйтке килә: Фәнүзә Баһауетдинованың йыр-моңға, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә ғашиҡ булыуы тәү сиратта уның тыуып үҫкән ғаиләһенән килә. Биш бала әсәһе Фәрзәнә апай Стәрлебаш районының Ибраҡай ауыл клубында алыштырғыһыҙ мөдир була, гөрләп торған мәҙәниәт усағы кескәй Фәнүзәнең йөрәгендә лә ижадҡа һөйөү уята. Шуға ла журналист һөнәрен һайлаған Фәнүзәнең үҙенең ижади портретын шулай уҡ тәбиғәттән бирелгән йыр-моң, бейеү маһирлығы ла тулыландыра, тип һис икеләнмәй әйтер инем. Тормош иптәше, шағир һәм популяр йырҙар авторы Мирсәйет Ҡылысов менән телевидение һәм сәхнә юлын һайлаған талантлы ҡыҙҙары Гөлгөнә менән Гөлйемеш тә – Фәнүзәнең рухи таяныстары.