Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәшәйеш
26 Май 2022, 17:25

Тормошта ла йылан ишеләр була икән ул...

ҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белмәгән аңра ҡарт саңлы юлда ятып йән бирә.

Тормошта ла йылан ишеләр була икән ул...Тормошта ла йылан ишеләр була икән ул...
Тормошта ла йылан ишеләр була икән ул...

Бер бабай юл буйлап китеп бара, ти. Ҡаршыһына саға торған ҡара йылан килеп сыға ла: "Эй, бабай, ҡотҡар мине. Улар мине үлтерергә итәләр, улар хәҙер килеп етә", - тип ялбара. Ғәмһеҙ ҡарт күп уйлап тормай ҡулын һуҙа: Ин еңемә, урал ҡулыма, -ти. Ул арала бер төркөм кешеләр бабай эргәһенә йүгереп килеп етәләр ҙә: бабай, ошонда йылан күрмәнеңме? - тип һорайҙар. Бабай әйтә: күрҙем,анау яҡҡа китте, тип алдай. Ә үҙе һорап ҡуя: Ул мәхлүк ни эшләне һуң, һеҙгә ни зыяны тейҙе? "Ул беҙҙең ҡыҙыбыҙҙы сағып үлтерҙе", - ти ҙә кешеләр бабай күрһәткән яҡҡа йүгерә. Үҙҙәре генә ҡалғас, моңһоҙ ҡарт йыланға: һине эҙәрләүселәр китте, төш инде, -ти. Йылан бабайҙың беләгенә ағыулы тештәрен батыра ла тешләп ала.. Хәлһеҙләнеп барған бабай йыланға өндәшә: мин һине үлемдән ҡотҡарҙым, ниңә мине саҡтың, ти. Йылан бабайға: Ә ниңә һин минең йылан икәнлегемде оноттоң, - ти. Шунан шыуышып үҙ юлынан китә. Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айыра белмәгән аңра ҡарт саңлы юлда ятып йән бирә. Эйе ҡара йылан саҡмай тора алмай. Мин уға ярҙам иттем, ул мине саҡмаҫ, тимәгеҙ. Сөнки уның булмышы шулай. Был хәҙис яҡшылыҡ менән яманлыҡты, хаҡ менән нахаҡты, изгелек менән яуызлыҡты, дөрөҫлөк менән ялғанды айыра белергә өйрәтә. Аҡылы камил булғандар быны аңлар.

Фото:

proprikol.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас