+21 °С
Болотло


Дим (Күгиҙел) — Башҡортостандағы йылға. Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.
Дөйөм Һырттың төньяҡ битләүендә Федоровка районында башлана.
Ырымбур өлкәһе, Башҡортостандың Федоровка, Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө райондары аша аға. Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙелгә һул яҡтан ҡушыла.
Оҙонлоғо — 535 км. Элекке исеме — Күгиҙел.
Төп ҡушылдыҡтары: Тәтер, Өйәҙе, Миәкә уң яҡтан, Саҙаҡ, Мәнәүез, Өйҙөрәк һул яҡтан.
Фото: ирекле сығанаҡ.