Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
31 Май 2022, 11:15

Хәйбуллала эшҡыуарҙарҙы хөрмәтләнеләр

 "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә  ҡулланыусылар йәмғиәтен һәм туризмды күтәреү буйынса ике проект ҡаралды, кәңәштәр бирелде.

Хәйбуллала эшҡыуарҙарҙы хөрмәтләнеләр
Хәйбуллала эшҡыуарҙарҙы хөрмәтләнеләр

Эшҡыуарҙар көнө алдынан Хәйбуллала тантаналы сара уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры  Марсель Кашаев, Башҡортостан микрокредит компанияһының баш кредит аналитигы Рөстәм Зөбәйеров, Урал аръяғы муниципалитеттарынан бизнес-шерифтар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.

 "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә  ҡулланыусылар йәмғиәтен һәм туризмды күтәреү буйынса ике проект ҡаралды, кәңәштәр бирелде. Сара ҡунаҡтары өсөн быйыл асылған һәм көнкүреш һөнәрселек коворкинг-үҙәктәр буйынса экскурсия ойошторолдо. Был ваҡытта параллель рәүештә спорт ярыштары һәм халыҡ уйындары ойошторолдо. Кис көнө Аҡъяр ауылы Мәҙәниәт һәм ял паркында «Йыл эшҡыуары» район конкурсында еңеүселәрҙе хөрмәтләү сараһы үтте.

Фото: srk.nationalpriority.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональные

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: