Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
1 Июнь 2022, 09:20

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Донъяла балаларҙың ҡыуанысын, шатлығын күреүҙән дә оло бәхет юҡтыр. Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар, апай-ағайҙар! Балаларыбыҙға, кескәйҙәргә, сабыйҙарға миһырбанлы булайыҡ. Уларға гел шатлыҡлы көндәр бүләк итәйек. 

1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Халыҡ-ара балалар көнө  тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң  Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: