Шоңҡар
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Июнь 2022, 09:20

Шунан башланды инде минең йырсы карьераһы

Әйткәндәй, бөгөн Тимур Рамаҙановтың да ғүмер байрамы. Тимур, байрамың мөбәрәк булһын! Барлыҡ изге теләктәрҙе юллайбыҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

Шунан башланды инде минең йырсы карьераһы
Шунан башланды инде минең йырсы карьераһы

Баймаҡ районының Басай ауылы егете Тимур Рамаҙановты бөгөн республикабыҙҙа белмәгән кеше һирәктер. Уның үҙенсәлекле тауышына, талантына бик күптәр ғашиҡ. Ә уның нисек йырсы булып китеүе тураһында беләһегеҙме?«Атай-әсәйем әйтеүенсә, кескәй саҡтан мыңғырлап йырлап йөрөгәнмен. Беренсе тапҡыр мине сәхнәгә сығарыусы – ул минең олатайым.Атай менән әсәй «город»ҡа киткән, күптәргә таныштыр, эргәләге Магнитогорскиҙы беҙ шулай атайбыҙ. Яңы йыл алдынан бүләктәр алырға тип киткәндәрҙер инде. Олатай мине иртә менән уятып алды ла, бына мин һиңә йыр өйрәтәм, кискеһен маскарадҡа барып йырлайһың, ти бит. Шунан миңә «Суҡ муйыл»ды йырларға өйрәтә башланы. Миңә ул ваҡытта биш йәш тирәһе ине, нисек юғалып ҡалмағанмындыр? Бал-маскарадта бер йырлағас, тағы йырлауымды һорайҙар, үҙемә лә оҡшап ҡалды. Бүләк тотоп ҡыуанып ҡайтҡаным хәтерҙә, ҡыҙыл ғына төҫтә уйынсыҡ ине ул. Шунан башланды инде минең йырсы карьераһы. Мәктәптә үткәрелгән, район кимәлендәге конкурстарҙа сәмләнеп сығыш яһай башланым. «Ирәндек моңдары»нда һәм башҡа конкурстарҙа еңеү яуланым».

Автор:
Читайте нас: