Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Июнь , 17:30

Үлемһеҙ йыр нисек яҙылған? Иршат Теләүембәтов

Атайым көслө ҡулдары менән мине күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты. Хәҙер нисә тиҫтә йылдар үтте, әммә уның арыған, шул уҡ ваҡытта изгелек бөркөлгән ҡарашы һис кенә лә күҙ алдымдан китмәй. — Атай, һин миңә нимә алып ҡайттың? — тип һораным мин, балалығыма барып. Ул бер аҙ етдиләнә төштө, шунан ҡыуаныс менән: — Еңеү, ҡыҙым, еңеү, — тип мине күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты.

Үлемһеҙ йыр нисек яҙылған?        Иршат Теләүембәтов
Үлемһеҙ йыр нисек яҙылған? Иршат Теләүембәтов

Шайморатов генерал

Ҡ. Даян һүҙҙәре
З. Исмәғилев музыкаһы

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.

Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда,
Утлы дауыл ҡуптарҙы.

Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән:
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

Совет халҡы тыуған илдән
Ҡыуҙы яуыз дошманды;
Бер туғандай, үтәнеләр
Изге Ватан ҡушҡанды.

Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.

Луиза апай — шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙары менән халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған мәшһүр әҙип Ҡадир Даяндың ҡыҙы. Өтәләнеп оса-ҡуна атлап йөрөүе, хис-тойғо менән һуғарылған яғымлы тауышы, замана ханымдарынан ҡалышмайынса зауыҡ менән кейенгән апайҙы һис тә етмеш биштең үксәһенә баҫҡан, инде күптән өләсәй генә түгел, хатта ҡартөләсәй булған тимәҫһең! Иң һоҡландырғаны — уның донъя мәшәҡәттәренә зарланмай-һыҡтанмай алға ҡарап йәшәүе! Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Луиза Ҡадир ҡыҙы менән беҙгә йәнә осрашырға насип булды.
— Беләһеңме, ул көн минең хәтеремә мәңгелеккә уйылған, — тип хәтер ебен тағатып ебәрҙе ул ниндәйҙер һағыш менән. — Айырыуса атайымды һуғыштан ҡаршылаған мәл.
...Өфөнөң тимер юл вокзалы перроны халыҡ менән шығырым тулы. Һәр кемдең тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан! Тиҙҙән пышылдап килгән паровоз тауышы ишетелде, ә вагондары ҡойроҡ һымаҡ һуҙылып киткән. Халыҡ төркөмө шау-гөр килеп ҡалды һәм вагон ишектәренән ҡулдарын болғай-болғай еңеү менән ҡайтып килгән һалдаттарға ҡарай йүгерҙе. Ана, әллә ҡайҙан атайымды шәйләп ҡалдым, ҡыуанысымдан күҙ йәштәрен тыя алмайынса, абына-һөрөнә шул яҡҡа йүгерҙем.
Атайым көслө ҡулдары менән мине күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты. Хәҙер нисә тиҫтә йылдар үтте, әммә уның арыған, шул уҡ ваҡытта изгелек бөркөлгән ҡарашы һис кенә лә күҙ алдымдан китмәй.
— Атай, һин миңә нимә алып ҡайттың? — тип һораным мин, балалығыма барып. Ул бер аҙ етдиләнә төштө, шунан ҡыуаныс менән:
— Еңеү, ҡыҙым, еңеү, — тип мине күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты.
— Атай, ә һин Героймы? — Был һорауыма ул рейхстаг емереклектәре алдында яҙылған “Еңеүсе” тигән шиғыры менән яуапланы.
Ҡәһәрле йорт — ватыҡ рейхстагтың
Нәҡ башына байраҡ ҡаҙағас,
Автоматын һалып иңбашына,
Маңлай тирен һөртөп, тын алғас,
Һалдат йөҙө, йәйге Ҡояш кеүек,
Балҡып китте. Һәм ул ултырып,
Тәмәкеһен төрөп, шул байраҡҡа
Ҡараны ла күҙен тултырып,
Әйтте: “Дүрт йыл буйы көткән сәғәт
Етте бөгөн. Ана ул байраҡ!
Фашист инде мәңге күтәрелмәҫ
Беҙҙең илгә ҡаршы теш ҡайрап!”
Эйе, атайым Ҡадир Даян Сталинградтан алып Берлинғаса еткән Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге легендар 112-се гвардия кавалерия дивизияһында ҡәләме менән дә һуғышты.
— Ә данлыҡлы “Шайморатов генерал” йырының һүҙҙәре?..
— Аңланым. Атайым миңә Миңлеғәле Минһаж улы хаҡында йыш һөйләр булды. Шуға генералдың ҡыйыу йөрәкле генә түгел, кеселекле булыуын, Тыуған илен, үҙ халҡын ныҡ яратыуын бәләкәйҙән күңелемә һеңдереп үҫтем. Атайым Байғужа Сәйетғәлин, Гәрәй Нафиҡов, Сәйфулла Хәбиров кеүек үҙенең барлыҡ ҡаһарман яуҙаштарын оло ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә алды. Миңлеғәле Минһаж улы хаҡында, ул ятып ҡалды, ә мин тере, тип ауыр көрһөнөп тә ҡуйыр ине...
Бер саҡ төн уртаһында уянып киттем. Фатирыбыҙҙа һаран ғына шәм яна. Стенала ниндәйҙер күләгә аҫылмалы сәғәт теле кеүек тигеҙ генә хәрәкәт итә. Миңә ҡурҡыныс та, ҡыҙыҡ та булып китте. Баҡһаң, атайым бармаҡтарын бөгөп ниндәйҙер ритмға һелтәп-һелтәп ала икән. Шунан шиғырының тәүге юлдарын тапты шикелле — йәнләнеп китте. “Башҡорттар китте һуғышҡа, оҙатып ҡалды күк Урал,” тип бышылдап яҙыу машинкаһында туҡылдай башланы. Артабанғы юлдар ҙа оҙаҡ көттөрмәне: “Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал”.
Атайымдың “Шайморатов генерал”, “Байғужа Сәйетғәлин” кеүек йырҙары, “Ҡурай” шиғырының геройҙары башҡорт халҡының тарихы менән тығыҙ бәйле. Сөнки ул һәр саҡ, ҡөҙрәтле һүҙҙән башҡа минең өсөн изге хеҙмәт юҡ, шиғырҙарым менән йырҙарым — минең яҙмышым. Туған халҡым өсөн мин “күңел табибы” булырға теләр инем, тип ҡабатлар ине. Иншалла, тап шулай килеп сыҡты ла инде. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, уның йырҙарын халыҡ онотмай.
— Уның үлемһеҙ йырҙар ижад иткән яҙыу машинкаһы ҡәҙерле урында һаҡланалыр?
— Атайымдың яҙыу машинкаһы ғаиләбеҙҙең ҡомартҡыһы ғына түгел, ә халыҡтыҡы. Шуға ла мин уны легендар батырыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 100 йыл тулғанда республикабыҙҙың Хәрби Дан музейына бүләк иттем.
— Луиза апай, Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен юллау буйынса ҡултамғалар йыйыу бара. Һеҙҙең быға мөнәсәбәтегеҙ? Әлбиттә, батырыбыҙ үлемһеҙ батырлығы менән үҙенә күптән һәйкәл ҡойҙо инде...
— Килешәм! Әммә Ватан өсөн ғүмерен аямаған батырға Ватаныбыҙҙың да иғтибар күрһәтеүе мотлаҡ. Данлыҡлы генералға Герой исеме бирелмәүенә мин ғүмер баҡый ғәжәпләнеп йәшәнем. Шуға ла әлеге акцияны бөтөн күңелемдән хуплайым!

Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ һөйләште.

Архив. 2012 йыл. 

Автор:
Читайте нас в