Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
23 Август , 19:05

Их, Сафияны атаһы ғына күрә алманы шул...

Июль аҙағында Украинала барған махсус операцияла илебеҙ именлеге хаҡына башын һалған Бөрйән егете, өлкән лейтенант Сөләймәнов Ғәлинур Нурғәле улының август башында ҡыҙы донъяға килде.

Их, Сафияны атаһы ғына күрә алманы шул...
Их, Сафияны атаһы ғына күрә алманы шул...

Офицер ҡыҙы Сафия, төклө аяғың менән!

...Июль аҙағында Украинала барған махсус операцияла илебеҙ именлеге хаҡына башын һалған Бөрйән егете, өлкән лейтенант Сөләймәнов Ғәлинур Нурғәле улының август башында ҡыҙы донъяға килде. Бәләкәс ошо көндәрҙә өйөнә ҡайтты. Был хаҡта райондың "Таң" гәзите хәбәр итә. 

"Ғәлинурҙың ғәзиз балаларына – Шамил менән Сафияға оҙон һәм бәхетле, бәрәкәтле ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә. Әсәйҙәрен, олатай-өләсәйҙәрен, башҡа туғандарын ҡыуандырып, тәүфиҡлы, иманлы, өлөшлө булып үҫһендәр. Ә Ғәлинурҙың ата-әсәһе Нурғәле ағай менән Әлфирә апайға, кәләше Айгүзәлгә сабырлыҡ, йән тыныслығы насип итһен Раббыбыҙ.
Бәләкәсте өләсәйҙәре, олатайҙары, башҡа туғандары ҡәҙерләп ҡаршы алғандар.
Төклө аяғың менән, Сафия! Бәхетле генә булығыҙ, бәпестәр!" - тип яҙа "Таң" гәзите.

Фото: "Таң" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас в