Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Сентябрь , 15:55

Яҙмышың ниндәй юлдарға илтер?

Лилиә ТАКАЕВА (хикәйә) Йоҡларға ятҡан ине инде Фәриҙә. Кемдеңдер ишек шаҡығанына уянып китте. Әкрен генә барып һорашыуға теге яҡтан Вадим үҙен танытты. Ишекте асыуға эсеп алған ир ҡатынға бәйләнә башланы. Йоҡлап ятҡан улдарын уятмаҫ өсөн бахыр ҡатын тауышлана ла алманы.  

Яҙмышың ниндәй юлдарға илтер?
Яҙмышың ниндәй юлдарға илтер?

Фәриҙә иренән айырылғас, ике улы менән район үҙәгенә килеп урынлаша. Станцияға яҡын бер ерҙән ҡуртымға йортҡа инеп, йәшәй башлай. Эшкә төшә. Бәләкәс улын балалар баҡсаһына, ҙурын мәктәпкә урынлаштырҙы. Бер көн эштән йәйәүләп ҡайтып килгәнендә күршеһе машинаһына ултыртып алды. Бында күсеп килгәс, күршеләре менән яҡшы ғына аралашып йәшәй башлайғайны. Ире лә, ҡатыны ла Фәриҙә өсөн һәр яҡлап ярҙам итеп торҙо. Ләкин бөтә эште күршеһенең ире Вадим боҙҙо.

Йоҡларға ятҡан ине инде Фәриҙә. Кемдеңдер ишек шаҡығанына уянып китте. Әкрен генә барып һорашыуға теге яҡтан Вадим үҙен танытты. Ишекте асыуға эсеп алған ир ҡатынға бәйләнә башланы. Йоҡлап ятҡан улдарын уятмаҫ өсөн бахыр ҡатын тауышлана ла алманы. Уның өнһөҙ ҡарышыуына ҡарамаҫтан, Вадим үҙенекен эшләне.

Шул көндән Фәриҙәгә тыныслыҡ бөттө. Көн һайын булмаһа ла, көн аша тигәндәй ул килеп торҙо. Фәриҙә уға үҙе лә юҡ, тип әйтә алманы. Сөнки ир уны төрлөсә ҡурҡытып, үҙенә буйһондороп алған ине.

Күпмелер ваҡыттан һуң иренең күршеһе менән булған хыянаты Нәдирәгә лә ишетелде. Шулай итеп ике күрше араһындағы мөнәсәбәт өҙөлдө. Шуныһы ғәжәп – Вади ике ҡатынды да күрә алмаҫ хәлгә етте. Аптырауға ҡалған Фәриҙә икенсе яҡҡа күсеп китергә ҡарар итте. Фатир ҙа табылды, күсенергә генә ҡалған ине. Ләкин Фәриҙә Нәдирә менән аңлашып китергә уйланы. Шул маҡсаттан Вадимдың өйөнән сығып китеүен ҡарап тороп, Нәдирәнең өйөнә барып ишек туҡылдатты. Күпме генә туҡылдатһа ла уныһы тауыш бирмәне. Шунлыҡтан ишек аша ғына булһа ла ғәфү үтенеп, иланы. Инде боролоп ҡайтырға ғына сыҡҡан ине, кемдеңдер ыңғырашҡанын ишетеп ҡалды. Әллә Нәдирә менән берәй хәл булғанмы икән, тигән уй менән ишеккә ынтылды. Баҡтиһәң, уныһы бикһеҙ булған. Өйөгә ингәс тә ул иҙәндә башынан ҡан ағып ятҡан Нәдирәне күрҙе. Фәриҙә шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырырға ынтылды. Ләкин өлгөрмәне, ишектән Вадим килеп инде. Өйҙәге хәлде күреп уныһы ултырғыс алып Фәриҙәгә ташланды. “Мине лә үлтереп, икеләтә енәйәт эшләргә уйлайһыңмы? Аңыңа кил!”- тип яу һалған Фәриҙәгә Вадим туҡтап ҡалды ла, тиҙерәк “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратып: “Күрше ҡатын минең ҡатынымды үлтерә яҙған”, - тип саҡырыу бирҙе. Фәриҙә уға ҡарап аптырап: “Нимә һөйләйһең һин, Вадим?” - тип ғәжәпләнде.

Нәдирә айға яҡын иҫһеҙ ятты. Шул ваҡытта полиция Вадимды ла, Фәриҙәне лә шик аҫтына алды. Уларҙың икеһе лә бер-береһен ғәйепләргә тырышты. Ярай ҙа әле Нәдирә аңына килде. Юғиһә, эш нимә менән барып бөтөр ине? Баҡтиһәң, Нәдирә ултырғысҡа баҫып, шкаф башынан әйбер алырға үрелгәндә яҙа баҫып ҡолаған икән.

Яҙмышыңдың ниндәй юлдан йөрөтәһен бер кем дә алдан белмәй шул. Юғиһә, Фәриҙә иренән айрылғас та был яҡтарға килеү түгел, урап үтер ине.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в