Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
9 Сентябрь , 20:20

Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы башланды

Азат Бадранов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика Башлығы Радий Хәбировтың туған телдәрҙе үҫтереүгә ныҡ иғтибар биреүен әйтте. Өсөнсө йыл уҙғарылған форум быға дәлил булып тора.

Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы башланды
Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы башланды

 

Бөгөн Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы асылды. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән уҡытыусылар, мәктәп етәкселәре, тәрбиәселәр — йәмғеһе 280-гә яҡын кеше ҡатнаша. Сара барышында ғалимдар һәм эксперттар ҡатнашлығында фекер алышыуҙар, форсайт-сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола.

Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары, танылған уҡытыусылар ҡатнашты.

Азат Бадранов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика Башлығы Радий Хәбировтың туған телдәрҙе үҫтереүгә ныҡ иғтибар биреүен әйтте. Өсөнсө йыл уҙғарылған форум быға дәлил булып тора.

«Был йүнәлеш беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле, йыл һайын форумда бер нисә йөҙ туған тел уҡытыусыһының ҡатнашыуы — ҡыуаныслы күренеш. Был бит — беҙҙең ҙур байлығыбыҙ, ошондай логика буйынса полилингваль белем биреү концепцияһы формалаша, уға ярашлы беҙ теге йәки был милләт вәкилдәре тупланып йәшәгән урындарҙа туған телдәрҙе үҫтерәбеҙ. Удмурт, сыуаш,мари полилингваль гимназияларын асыу күҙаллана. Һеҙгә һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе, ошо форум биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Беҙ һеҙҙе борсоған проблемалар хаҡында беләбеҙ, фекер алышыу майҙансыҡтарында байтаҡ һорауҙарға яуап табырһығыҙ һәм тәҡдимдәр индерерһегеҙ тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Азат Бадранов.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан гимндары аҫтында тантаналы рәүештә илдең һәм республиканың дәүләт флагтары күтәрелде, һуңынан, республиканың мәҙәни күп төрлөлөгөн символлаштырып, ҡатнашыусылар алдында милли мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны, улар туған телдәренә һөйөү тураһында шиғыр ятлап күрһәтте.

Азат Бадранов милли телдәрҙе үҙ теләгең менән өйрәнеүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны. Туған телдәр яҡлауға һәм үҫтереүгә мохтаж, уларҙы популярлаштырырға кәрәк.

«Беҙҙең республика Рәсәйҙә 14 милли тел өйрәнелгән, төрлө халыҡтарҙың мәҙәни традициялары һаҡланған аҙ ғына төбәктәрҙең береһелер, моғайын. Йыл һайын форумдарҙа  ҡабул ителгән ҡарарҙар яңы методикалар төҙөргә, яңы педагогик технологиялар булдырырға мөмкинлек бирә. Шуға күрә һуңғы өс йылда балалар һәм өлкәндәр араһында туған телдәргә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын күҙәтәбеҙ, ә уларҙы өйрәнергә теләгәндәр күбәйә. Быға уҡыу планының федераль база өлөшөнә туған телде һәм әҙәбиәтте индереү булышлыҡ итте. Шул уҡ ваҡытта туған телде һайлау — ата-әсәләрҙең ҡарамағында», —  тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Башҡортостан илдә полимәҙәни белем биреүҙең полилингваль моделен тормошҡа ашырған үҙәк булырға планлаштыра, бының өсөн республикала тейешле шарттар тыуҙырыла. Әйтәйек, туған тел уҡытылған төркөмдәрҙә эшләгән тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға 15% компенсация түләүе билдәләнгән, туған тел өйрәнелгән балалар баҡсалары педагогтары өсөн республика профессиональ конкурсы булдырылған. 2025-2030 йылдар осорона Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы әҙерләнә.

Ике көнлөк форумдың программаһы бай булмаҡсы. 10 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында тематик күргәҙмәләр ойошторола, иң яҡшы уҡытыусылар бүләкләнә. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышы менән тамамлана. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр туған телдәрҙе популярлаштырыуға, уларҙы өйрәнеү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән яңы идеялары менән уртаҡлашырға мөмкин. 

Фото:Валерий Шахов

"Башинформ"

Автор:
Читайте нас в