Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Сентябрь , 21:05

Пәйғәмбәр ташы

Халыҡ ташҡа ҡатҡан был эҙҙәрҙе Пәйғәмбәр эҙҙәре тип атай башлай. Пәйғәмбәр ташы изге таш тип иҫәпләнә. Уның янынан үткәндә мотлаҡ туҡталып хәйер бирергә кәрәк тигән ырым да йәшәй.

Пәйғәмбәр ташы
Пәйғәмбәр ташы

Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылы Бирмәҫбаш йылғаһы янында ғына урынлашҡан ҡая. Ҡаяла ташта ҡатып ҡалған кеше эҙҙәре бар.

Риүәйәттәр буйынса, башҡорт Әүлиәһе улы менән Бирмәҫбаш йылғаһы үҙәне буйлап кафырҙарҙан ҡасырға мәжбүр була. Хәлдән тайған Әүлиә йылға ярында үҫеп ултырған ерек ағасы янына килеп йығыла һәм ағастан уға ярҙам итеүен үтенә. Әммә ағас ярҙам итеүҙән баш тарта. Уға үпкәләгән Әүлиә уға ҡарата шундай һүҙҙәр яуҙыра: "Тамырҙарың һыуҙа торһа ла, һинең ботаҡтарың ҡороһон". Бына шуға күрә йылға тирәһендә үҫеүенә ҡарамаҫтан, ерек ағасы әллә ни оҙаҡ үҫә алмай, тиҙ ҡорой. Ә бына Әүлиәне ҡая таштары араһына йәшергән ҡарағайҙар бүләккә мәңгелек йәшел олондо ала.

Эҫе йәйге көндә Әүлиә, дошмандарынан ҡасып, улы менән ҡая башынан аҫҡа һикерә. Бына шулай ҡая эргәһендә ятҡан ҙур ғына ташта уларҙың эҙҙәре ҡала. Халыҡ ташҡа ҡатҡан был эҙҙәрҙе Пәйғәмбәр эҙҙәре тип атай башлай. Пәйғәмбәр ташы изге таш тип иҫәпләнә. Уның янынан үткәндә мотлаҡ туҡталып хәйер бирергә кәрәк тигән ырым да йәшәй.

Автор:
Читайте нас в