Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
13 Октябрь 2022, 21:00

Тимерҙәй ныҡ ихтыяр көсө әйҙәп тора йәшәр өсөн...

"Һынау мине үҙгәртте тип әйтә алмайым. Элек нисек булдым, хәҙер ҙә шулаймын. Тик һәр һынауҙан кеше ниндәйҙер һабаҡ ала. Мин элек тә белә инем, ә хәҙер ысынлап инандым: тормош матур, ҡәҙерен белергә генә кәрәк".

Тимерҙәй ныҡ ихтыяр көсө әйҙәп тора йәшәр өсөн...
Тимерҙәй ныҡ ихтыяр көсө әйҙәп тора йәшәр өсөн...

УНЫҢ ТОРМОШОН ИКЕ ӨЛӨШКӘ БҮЛЕП ҠАРАРҒА БУЛА: ЮЛ ФАЖИҒӘҺЕНӘ ТИКЛЕМ ҺӘМ УНАН ҺУҢ. ЫСЫНЛАП ТА, МАТУР ҘА, БЕР АҘ ҒӘҘӘТИ ҘӘ ҒҮМЕР ЮЛЫН ҮТЕҮСЕ ИЛШАТ БАТТАЛОВ 16 ЙЫЛ ЭЛЕК ОЛО ҺЫНАУҒА ДУСАР БУЛА. РУЛЬ АРТЫНА УЛТЫРҒАН САҠТА УҠ КҮҢЕЛЕ ХӘҮЕФ ҺИҘӘ: АЛЫҪ CӘФӘРҘӘН АРЫП ҠАЙТЫП, ТАҒЫ ЛА ЮЛҒА СЫҒЫРҒА. ЕТМӘҺӘ, ӨС ЙӘШЛЕК ҠЫҘЫ ТУҠТАУҺЫҘ МЫЖЫЙ. КҮҢЕЛЕНДӘ, ӘЛЛӘ БАРМАҪҠАМЫ, ТИГӘН ҺОРАУ ҘА ТЫУЫП ҠУЯ. ӘММӘ ҠЫРҠА ҮҘГӘРЕШТӘР БУЛЫРЫН БАШЫНА ЛА КИЛТЕРМӘЙ УЛ, ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ БУЙЫНСАЛЫР, ЮЛЫН АРТАБАН ДАУАМ ИТӘ...
2006 ЙЫЛДЫҢ 17 МАРТЫНАН ҺУҢ БУЛЫП ҮТКӘН ВАҠИҒАЛАР ТУРАҺЫНДА БӘЙӘН ИТКӘН ӘҢГӘМӘСЕМДЕ ТЫҢЛАҒАНДА, УНЫҢ НИНДӘЙ ТОЙҒОЛАР КИСЕРЕП ЙӘШӘҮЕН ТӨШӨНӨРГӘ ТЫРЫШТЫМ. Ә АҢЛАҒАС, УҒА ҠАРАТА ҺОҠЛАНЫУ, ҒОРУРЛАНЫУ, ИХТИРАМ БЕРМӘ-БЕР АРТА БАРҘЫ. БАШҠАЛАРҒА ӨЛГӨ ИТЕП ЕБӘРЕЛГӘН АЛЛАҺ БӘНДӘҺЕЛЕР УЛ, МОҒАЙЫН. ЯРАТҠАНЫМДЫ ҺЫНАРМЫН, ТИГӘН БИТ...

“МИН АЯҠҠА БАҪАМ!”
Авариянан һуң ике тәүлектән дауаханала иҫенә килгәс, Илшат үҙе менән булған юл фажиғәһен ҡабат-ҡабат күҙ алдынан үткәрә.
Хәйер, күҙ асып йомғандай аралыҡта иҫләрлек ваҡиға ла булмаған кеүек. Бер нисә секунд һәм бына, дауахана. Аҡ стена, ап-аҡ түшәм, аҡ халат- лы табиптар, аҡ япма... Хатта тәҙрә аша марттың иреп бөтмәгән ҡарҙары ла, ҡарая башлаған ергә шатлыҡ өләшергә теләп, аҡ өйөм булып ята. Ошо аҡлыҡ уның күңеленә лә өмөт бирә, шуға ла егет күҙенә тура ҡарарға ҡыймаған кәйефһеҙ табиптарға артыҡ иғтибар итмәй. Бындай хәлдәр башҡалар менән дә йыш ҡына булып тора бит, ул да бер ни тиклем ваҡыт дауаланыр ҙа, яйлап аяғына баҫыр... Ҡыҫҡаһы, ысынбарлыҡтағы үҙ хәлен ҡабул итмәй, хатта ул быны теләмәй ҙә.
Иҫәнғол үҙәк дауаханаһынан Өфөгә күсерергә ҡарар итә табиптар. 3-сө ҡаттан “тиҙ ярҙам” ма- шинаһына Илшатты носилка менән дуҫтары алып төшә. Кәйефһеҙ барыуҙарына ҡарап: “Эх, егеттәр! Һикереп төшөп ярҙам итер инем дә бит, ат- лай ғына алмайым шул!” – тип шаярта. Был һүҙҙән һуң дуҫтарының да кәйефе бер аҙ күтәрелә төшә.
Баш ҡала дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә ауыр операция эшләнә. Арҡа мейеһенең йәрәхәтләнеүе асыҡлана. Ауырыу- һыҙланыуҙар менән көндәр бик әкрен үтә. Ҡуҙғала алмаған егетте туғандары алмаш-тилмәш сиратлап ҡарай. Палатала ауыр хәлдәге, хатта өмөтһөҙ пациенттар күпләп ята. Илшат үҙенең оптимистик рухы менән уларҙы ла йыуатырға, күңелдәрен күтәрергә форсат таба. Өс айҙан дауалаусы табип уның янына инеп: “Батталов, беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек. Инвалидлыҡҡа документ тултырабыҙ!” – тигән шомло ла, өмөтһөҙ ҙә хәбәрен еткерә. Тик егет бирешә торғандарҙан түгел. “Мин барыбер аяҡҡа баҫам!” – тип ышаныслы итеп үҙ һүҙен әйтә.
ТӘРБИӘ ҺАЛҒАН НИГЕҘ
Илшаттың ошондай ныҡлы характерына бала саҡта уҡ атай-әсәй, өләсәй тәрбиәһе нигеҙ һалған. Артабан әрме хеҙмәте, һөнәре лә сыныҡтырған. Ысын ирҙәргә хас сабырлыҡ, үҙ көсөңә ышаныс һәм ныҡышмалылыҡ бар был егеттә. Ул Ейәнсура районының Ибрай ауылында Мәрйәм апай менән Мәхмүт ағайҙың ҡорған матур һәм татыу ғаиләһендә донъяға килә. Ғаилә башлығы тырыш, хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айы- рылып тора. Урманға ла, ер һөрөргә лә, бесәнгә лә, йорт төҙөргә лә бер-бер артлы үҫеп килгән улдарын үҙе менән ала. Нимә яратҡандарын, ниндәй эшкә таһыллыҡтары барлығын күҙәтеп йөрөп, уларҙы шул юҫыҡта тәрбиәләргә тырыша. Атайҙары ғүмер баҡый тракторҙа йөрөгәс, оло малайҙар техниканы үҙ итә. Ә Илшат кескәй саҡтан ат ярата. Өйҙә юҡ икән, тимәк колхоздың ат һарайында – был турала һәр кем белә. 12 йәшлек улына Мәхмүт ағай ҡолон бүләк итә. Кескәй йән эйәһе менән бергә үҫә малай, бергә нығына. Егергә лә, йүгәнгә лә үҙе өйрәтә, бәләкәй генә салғыһы менән бесән сабып, малына аҙыҡ йүнләй. Хатта үҙ ҡулдары менән бәләкәй сана
эшләп ҡарай. Донъя көтөргә тырышлыҡ, яуаплылыҡ, хеҙмәт һөйөү, әрһеҙлек шулай барлыҡҡа килә. Үҙ ғүмерендә тиҫтәнән ашыу йорт төҙөгән атаһына ҡарап, балта эшенә лә өйрәнә малай. 10-сы класта уҡыған саҡта һарайға төкәтмә төҙөп ҡуя. Ә ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Мәрйәм апай балаларында ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ, белемгә ынтылыш кеүек сифаттар тәрбиәләргә тырыша. Алсаҡлыҡ һәм ихласлыҡҡа өйрәтә. Талапсан, шул уҡ ваҡытта үҙ балаһы өсөн йәнен йәлләмәҫ зат бит ул әсәй кеше. Йорттағы оло кәштә әҙәби китаптар менән тулы булғас, Батталовтарҙың биш балаһында, шул иҫәптән Илшатта ла уҡыу культы бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Юғары мәҙәниәтле булыуы, төрлө яҡлап үҫешкә ынтылыуы ла әҙәбиәт яратыуҙан килә. Тағы ла был ғаиләлә өләсәй тәрбиәһе айырым урын алып тора. Биш намаҙын ҡалдырмаған Менәүәрә инәйҙең ире һуғышта ятып ҡала. Йәшләй генә өс бала менән тол ҡалһа ла, уларға белем бирер өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ейән- ейәнсәрҙәренең күңелендә ул тынғыһыҙ йән булып һаҡлана: туғайҙан көлтәләп бесән, йә йөкмәп утын ташый, араһында ашарға әҙерләй, ҡош-ҡорт тәрбиәләй, балаларға ла тик ултырырға хут бирмәй. Иң мөһиме, ул йәш быуында иман һәм әхлаҡ-әҙәп нигеҙе һала. Яттан белгән доғаларын балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өйрәтә, хәҙистәрҙән миҫалдар килтереп, тормош күренештәрен бәйән итә. Белем ала алмаған әбейҙең әҙәбиәткә һөйөүе көслө була, ейәндәренән алмаш-тилмәш ҡысҡырып китап уҡыуҙы талап итә.
Бына шундай мөхиттә буй еткерә Батталовтарҙың үҙ-ара татыу, туған йәнле бала- лары. Мәктәпте тамамлағас, Илшат Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Бала саҡтан махсус тәғәйенләнештәге хеҙмәткә эләгергә теләге көслө була. Хыялын тормошҡа ашырып, Чечен республикаһында әрме хеҙмәтен үтә. Ҡыҙыу нөктәлә көн һайын үлем менән күҙгә- күҙ осрашыу, ҡан ҡойошто күреү күңеленә байтаҡ юшҡын һала. Әммә үкенмәй: тормош мәктәбе үтеп, тәнен генә түгел, күңелен дә сыныҡтырып, ғүмерлек дуҫтар табып, тыуған яғына ҡайта. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен тағы ла нығыраҡ белә баш- лай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия уни- верситетында белем ала, Иҫәнғол ауылындағы һөнәрселек училищеһына эшкә урынлаша. Ғаилә ҡора, бер-бер артлы ике ҡыҙ бала донъяға килә. Ете йыл эшләгәндән һуң, Илшат Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп, “Сода” берекмәһендә эш баш- лай. Яҡты хыялдар менән алға барған тормош шулай бер көндө юҡҡа сыға яҙа. Әлеге лә баяғы, юл фажиғәһе.

БӨГӨН БӘХЕТЛЕ БУЛ!
Ышаныс һәм өмөт... Ошо ике хис кешегә йәшәр көс, көрәшер ҡеүәт бирә лә инде. Илшат та һәр атҡан таңды ышаныс һәм өмөт менән ҡаршы алып, йәшәй башлай. Юл фажиғәһендә алған йәрәхәт төҙәлер ҙә, бәхетле тормош ҡабат ҡайтыр, тип уйлай. Бер ай, ике ай, ярты йыл, бер йыл... Тик хәл- торош үҙгәрмәй. Бар хыялдар, уй-ниәттәр иртәгегә, йәғни һауыҡҡан мәлгә кисектерелә килә.
– Төшөнкөлөккә бирелгән ваҡыт күп булды, йәшермәйем. Был ғәҙәти хәл. Минең хәлгә тарыған берәйһе, һынауҙарҙы еңел генә үттем, тиһә ышанмайым. Сөнки яҡшынан һуң яманды татыу ауыр. Үҙемде бөжәк кеүек хис иткән мәлдәр булды: хәҙер берәйһе еңел генә итеп иҙеп китер кеүек. Ярҙамһыҙмын, элек еңел генә башҡарған эште йән көсөң һалып та атҡара алмайһың. Бер йотом һыуға ла мөлдөрәмә булып ултырыу – йән ғазабы. Һәм был хәл-тороштоң ҡасанға тиклем дауам итере билдәһеҙ. Был, тәү сиратта, психоло- гик баҫым яһай башлай. Бер осор үҙемә ҡул һалыу тураһында ла уйланып алдым. Гонаһтан ҡурҡыуым унан һаҡлап алып ҡалды. Икенсенән, атай-әсәйемдең, балаларымдың кисерештәрен уйланым. Мин үлермен дә ҡотолормон, ә уларға ауыр йөк менән артабан йәшәргә тура килер ине. Тағы ла, төн оҙоно йоҡлай алмай уйланып сыға торғас, тормош асылын яңынан аңларға өйрәндем. Ни өсөн был бәхетһеҙлек тап минең менән булды һуң ул? Ниндәй гонаһтарыма был яза? Аҙаҡ аңланым: бәләне үҙемә үҙем саҡырғанмын. Чечняла хеҙмәт иткәндә, ут эсенә
инер алдынан, һәр ваҡыт доғалар уҡып, Аллаһы Тәғәләнән бер нәмә һорай инем: кеше көнлө булып ҡалмаҫҡа. Бөтә ағзаларым теүәл килеш кенә һау ҡалырға, йәки үлергә. Психология китап- тарынан уҡып беләбеҙ: уйҙар, ҡурҡыуҙар ҡасан да булһа ысынбарлыҡҡа әйләнә. Ҡурҡыуы менән кеше бәләне үҙенә яҡынайта. Шуға күрә тик пози- тив уйҙар, матур теләктәр, яҡты хыялдар менән йәшәргә кәрәк. Тормош асылы шулай, – Илшат бөгөн ул саҡтағы кисерештәрен тыныс ҡына һөйләй ала.
Ә ул саҡта... Һынау өҫтөнә һынау тигәндәй, тор- мош кирегә тәгәрәүен дауам итә. Ғаилә тарҡала, мөмкинлеге сикле ир яҡын кешеләренән айыры- лып ҡына ҡалмай, урамда ла тороп ҡала. Уға йәшәргә ҡабаттан өйрәнергә тура килә. Быға тик- лем ҡатын-ҡыҙ башҡарған ашарға бешереү, йорт- то тәртиптә тотоу кеүек эштәр менән ҡыҙыҡһынмаһа, хәҙер үҙенә ҡала. Әлбиттә, уның өсөн өҙөлөп торған ата-әсәһе лә, туғандары ла үҙҙәренә алып ҡайтырға, тәрбиәләргә теләк белдерә. Тормош асылын, бәләнең сәбәбен аңлау бер. Артабанғы этап – үҙеңде нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнеү. Аяҡтар йөрөмәй, әммә тормош уның менән генә туҡталып ҡалмаған. Аяғыма баҫҡас, тип барлыҡ эштәрҙе, хыялдарҙы иртәгегә ҡалдырып, көтөп йәшәү мираж кеүек. “Бөгөн бәхетле булырға кәрәк!” Был уй уны ҡабат йәшәйешкә алып ҡайта. Яңы тормошҡа өйрәнеү өсөн Илшат үҙенсәлекле юл һайлап, айырым йәшәргә хәл итә:
– Ҡуртымға фатир алдым да күсеп сыҡтым. Ваҡыт һәм мөмкинлек табып, туғандар ҙа, дуҫтар ҙа ярҙамға килеп йөрөй. Ә кискеһен йыш ҡына яңғыҙ ҡалам. Был минең өсөн файҙаға ғына. Китап уҡып ятҡандан һуң, утты һүндерергә кәрәк. Йәки һыуһап китһәм, сәй ҡайнатып эсергә тура килә. Яңғыҙ булғас, үҙем торам, коляскаға күсеп ултырам, барып сәй ҡуям, эсәм дә һауыт-һабаны йыуам. Ҡыҫҡаһы, хәрәкәт бар. Тән яҙыла, йәшәргә көс барлыҡҡа килә. Үҙаллылыҡҡа өйрәнеү өсөн шулай тырыштым, үҙемә үҙем ҡаршылыҡтар тыуҙырҙым. Ауырыу кешенең мыжыҡҡа әйләнгәненә дауаханала саҡта йыш шаһит булырға тура килде. Кешегә һалышыу еңел ул, ә бына ҡуҙғалып китеү ауыр. Уның өсөн үҙ- үҙеңде, ялҡаулығыңды, ҡайһы саҡта һыҙланыуҙарыңды еңергә кәрәк. Ярҙам кәрәкмәгән ерҙә артыҡ өлтөрәп тороусылар ҡайһы саҡта ҡамасаулап та ҡуя. Сөнки ысынлап мохтаж сағым булһа, оялып тормайым, кешегә үҙем мөрәжәғәт итәм...
Илшат яңы тормошто яңы йорт төҙөүҙән башлай. Әлбиттә, уның өсөн кредиттар алырға тура килә. Уларҙы түләп, балаларға алимент күсереп, дарыуҙар алып, бер тин аҡсаһыҙ ултырған саҡтары ла йыш була. Ә Аллаһы Тәғәлә үҙе яралтҡан бәндәһен бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Ауырлыҡтар яйлап юҡҡа сыға, ә егеттең хыялы тормошҡа аша: Иҫәнғолдан 15 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарадигән ауылында ыҡсым ғына матур йорт ҡалҡып сыға.


УЛ ТОРМОШТОҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛӘ
Һау-сәләмәт, эшләр мөмкинлеге була тороп та эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәндәргә ҡарап, әрәмгә үткән ғүмер йәл булып китә. Илшат кеүек көслө рухлы, һынауҙарға тулы тормоштоң да йәмен, тәмен белеүсе кешеләрҙән аҙ ғына булһа ла үрнәк алһындар ине ул!
Ысынлап та, Илшат Батталов бөгөн рәхәтләнеп, һәр эшкә күңел биреп, тулы ҡеүәткә йәшәй. Башҡарған ғәмәлдәренә ҡарап, нисек өлгөрә икән, тип һоҡланыу ҡатыш аптырап ҡуяһың. Хәҙер инде уны районда белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Тәү сиратта уның 2018 йылда икенсе юғары белемгә эйә булыуын билдәләп үтке килә. Һөнәрселек училищеһында уҡытҡан сағында уҡ ул үҙен һәләтле педагог итеп күрһәткән ине. Ғәҙәттә, был уҡыу йортона тәртиптәре лә, белемдәре лә маҡтанырлыҡ булмаған кисәге мәктәп уҡыусылары килә. Районда хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса уҡыуҙар башланһа, был студенттарҙан баш тартыу өсөн етәкселек төрлө сәбәп эҙләгән була. Илшат Мәхмүт улы 1999 йылда эш башлау менән уҡыу йортонда хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Егеттәр менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, ихтирам яулай. Быға тиклем тәртипһеҙлек менән дан ҡаҙанғандар алдынғы булып китә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулайҙар. Ә әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас, күбеһе талапсан да, ғәҙел дә уҡытыусыһына килеп рәхмәт әйтә. Шуға күрә элекке психолог дипломы киләсәктә кәрәк булыуы ла бар: ни тиһәң дә бөгөн мәғариф системаһы ир уҡытыусыларға мохтажлыҡ кисерә. Әйткәндәй, ул йылдарҙағы тәрбиә- ләнеүселәренең күбеһе “ҡыҙыу нөктәләрҙә” хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Хәҙер улар менән элекке уҡытыусыны “Бөркөт” ойошмаһы ла бәйләй.
Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы Ейәнсура районында өс йыл элек барлыҡҡа килә. Район хакимиәте лә был идеяны күтәреп ала, эшмәкәрлегенә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе итеп бер тауыш- тан Илшат Батталов һайлана. Районда 200-ҙән ашыу ветеран иҫәптә тора, тик күбеһе, ҡырҙа эшләү сәбәпле, эштәрҙә ҡатнаша алмай. Шулай ҙа ойошманың 60-ҡа яҡын әүҙем ағзаһы бар.
Хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләренә, ғаиләләренә ярҙам итеү, улар иҫтәлегенә спорт ярыштары, хәтер кисәләре ойоштороу буйынса байтаҡ эштәр башҡарған. Приют балаларын үҙ ҡанаты аҫтына алғандар, тәрбиә эшендә ярҙам күрһәтелә. Киләсәктә арендаға быуа алып, балыҡ үрсетергә иҫәптәре бар. Ойошманы рәсмиләштереп, теркәп, респуб- лика гранттарына ойошторолған конкурстарҙа ла ҡатнашырға ниәтләйҙәр. Районда үткән сараларҙа “Бөркөт” егеттәренең ҡатнашыуын әллә ҡайҙан күрергә була: улар үҙ эмблемалары менән бер төрлө форма тектергән. Ә һәр бер башланғыстың әйҙәүсеһе булып ойошма етәксеһе йөрөй.
Илшат район гәзите менән дә хеҙмәттәшлек итә, мәҡәләләр яҙа. Үҙен физик формала тотор өсөн бассейнға, тренажер залына йөрөй. Бер осор фехтование менән шөғөлләнгән. Үткән йыл тағы ла бер һөнәр үҙләштереп, яңы эш башлаған. Махсус курста уҡып, “Салауат” физ- культура-һауыҡтырыу комплексында ҡуртымға бүлмә алып, массаж кабинеты асҡан. Бынан тыш, тарттырмалы түшәмдәр эшләү буйынса бригада туплаған. Тағы ла район үҙәге Иҫәнғолда яңы йорт төҙөй.
– Аллаға шөкөр, таныштарым араһында, хәлдәре минекенә ҡарағанда ла ауырыраҡ булып, матур итеп донъя көткән кешеләр бар. Һәр кем үҙ тормошон үҙе биҙәй. Шулай ҙа аҙып-туҙып йөрөгән кешеләрҙе күрһәм, үҙҙәрен түгел, уларҙың әрәмгә үткән ғүмерен йәлләйем. Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмышҡа ышанам, әммә әҙәм балаһы үҙе лә тырышырға тейеш. Һәм ҡылған ҡылыҡтары өсөн һәр кем үҙе яуап бирә. Һынау мине үҙгәртте тип әйтә алмайым. Элек нисек булдым, хәҙер ҙә шулаймын. Тик һәр һынауҙан кеше ниндәйҙер һабаҡ ала. Мин элек тә белә инем, ә хәҙер ысынлап инандым: тормош матур, ҡәҙерен белергә генә кәрәк, – тигән матур һүҙҙәр менән хушлашты Илшат.


КИЛӘСӘККӘ МАТУР ХЫЯЛДАРЫ ЛА БАР: СИТ ИЛГӘ СӘЙӘХӘТ ИТЕРГӘ НИӘТЛӘЙ. ҒАИЛӘ ҠОРОП, НӘҪЕЛ ДАУАМЫ БУЛҒАН МАЛАЙ ҮҪТЕРГЕҺЕ КИЛӘ. ҠЫҘҘАРЫ АЛҺЫУ МЕНӘН ЗЕМФИРА АТАЛАРЫН УҢЫШТАРЫ МЕНӘН ҺӘР САҠ ҺӨЙӨНДӨРӨП ТОРА. ТЕРӘК БУЛЫРҘАЙ ТУҒАНДАРЫ, ДУҪТАРЫ БАР. ИЛШАТ ӨСӨН БЫЛ ОЛО БӘХЕТ. ТАҒЫ ЛА КҮҢЕЛЕНДӘ ӨМӨТ ЙӘШӘЙ: ҮҘ АЯҠТАРЫНА БАҪЫП, ТЫУҒАН ТУПРАҠТАН ЙӨРӨЙ АЛЫР ӘЛЕ... БӨГӨН БУЛМАҺА, ИРТӘГӘ...

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: