Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Октябрь 2022, 19:05

Яҙмышым һуҡмаҡтары Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА

Йәтим дә генә булһа булһын Һай ир бала, Йәтим дә генә булмаһын Ҡыҙ бала.

Яҙмышым һуҡмаҡтары  Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА
Яҙмышым һуҡмаҡтары Фатима ҒӘЙНУЛЛИНА

Ғәйнуллина Фатима Ғәйнулла ҡыҙы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй сәнғәт фестивалдәренең I, II дәрәжә дипломаты. 1975-1982 йылдарҙа Бөрйән районын мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Районда бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған шәхес. Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әлфиә Юлсуринаның әсәһе. 

 

ҠЫҘ БАЛА

Бала саҡ

Башҡорт халыҡ йыры:

Текә генә тауҙың итәгендә

Ҡурай уйнай йәтим ир бала.

Йәтим дә генә булһа булһын

Һай ир бала,

Йәтим дә генә булмаһын

Ҡыҙ бала.

 

Беренсе осор: тирә яҡта йәйге сихри матурлыҡ. Ҡояш эҫе ҡыҙҙыра. Июль урталары. Йәшеллектәге аҡланда өс йәше лә тулмаған бер сабый, берсә имгәкләп, берсә эләгә-йығыла атлап үҙенсә уйнап йөрөй. Тирә-яҡтағы тынлыҡта сиңерткәләр сырылдауы, күбәләктәр лепелдәүе, бөжәктәр быжылдауы һәм бала. Тиҙ арала яҡындағы сабынлыҡтан йүгерә-атлай әсә кеше килеп етеп, баланы күтәреп алып, алдан әҙерләнгән түшәгенә ултыртып, ҡулына еләк суғы тоттора һалды, ә үҙе утлыҡты тиҙ генә һуҡҡылап туҙ менән тоҡандырып ебәрҙе. Ут ҡыҙып яныуға табаһын килтерҙе, ҡоймаҡ ҡойоп, сәй әҙерләй һалды. Ул арала тиҙ генә тәһәрәтләнеп, ата кеше бер ағас ышығындағы күләгәгә баҫып, көндөҙгө намаҙын уҡый һалды. Бала әсәһе йыйып килтергән еләк суғын тәмләп ашап бөтөүгә, ҡоймаҡ ҡойолоп, сәй ҙә ҡайнап өлгөрҙө. Әсә кеше күләгәле урынға ашъяулығын йәйҙе, таба менән ҡоймағын ҡуйҙы, сәй ултыртты. Атай кеше лә ашъяулыҡ эргәһенән урын алды. Баланы уртаға ултыртып, бер яҡ ситтән үҙе урын алып, әсә тәмле сәйен иң алда атайға, унан балаға, һуңынан үҙенә яһап алды. Улар йәйге гүзәллеккә иркәләнеп, рәхәтләнеп тәмле сәй эсәләр ине. Шул ваҡыттағы ҡоймаҡтың тәмлелеге баланың ауыҙ тәменән бер ваҡытта ла китмәне, хатта күп йылдар үткәс тә, ул тәм баланың иҫенә төшөп, ҡоймаҡ бешереп ашағыһын килтереп тороуын дауам итте.

Икенсе осор: ат егелгән арбаға күпертеп бесән түшәлгән. Атай кеше дилбегә тотҡан килеш алдан ултырып ат ҡыуып бара. Баланы уртаға ултыртып, әсә кеше бала эргәһенән урын алған. Улар шулай бер йылғаның уртаһында атты туҡтатып һыу эсереп алдылар, ә үҙҙәре йылғанан шешәгә һыу тултырып алып, балаға эсерҙеләр. Унан йылға аша сығып юлдарын дауам иттеләр.

Атай менән әсәй һәм бала яңы ғына төҙөлөп  ятҡан Магнит ҡалаһына барып сыҡҡандар. Бер оҙонораҡ тау киҫелгән килеш ята, тирә-яҡта бир нисә барак күренеп тора. Атаһы бер өй эргәһенәнме, эсенәнме нәҡ кер һабыны ҙурлығында губкаға оҡшаған һарғылтыраҡ төҫтәге бик тәмле нәмә алып балаға ашатты. Был тәмле һарғылт губкаға оҡшап торған ризыҡтың исеме лә, тәме лә ғүмер буйы баланың иҫендә ҡалды һәм нимә тип атарға ла белмәй аптыраны.

Өсөнсө осор: йәйҙең йәмле төш ауған бер мәлендә өй ҡапҡаһы алдында ап-аҡ кейемдәге атаһы ике ҡулына ике ҡара сирпәк менән мөлдөрәмә тулы бөлдөргәнде (бөрлөгән) балаға алып ҡайтты.

Атаһы ике ҡулындағы бөрлөгән тулы сирпәге һәм аҡ күлдәге менән аҡ ыштан кейгән килеш ҡапҡаға табан атлап килеүе баланың күҙ алдынан бер ваҡытта ла китмәне. Ошо хәлде иҫкә төшөргән һайын ул теге ваҡытта Магнитҡа барғанда был сирпәктәрҙе миңә алған булғандыр моғайын. Улар минең сирпәктәрем ине тип хәтерләп, күңеле йыш тула ине. Теге ваҡыт ат менән йылға аша сыҡҡанда Магнитҡа китеп барған булғанбыҙҙыр моғайын, тип уйлап ала бала ғүмер буйы, хатта олоғайғас та.

Ташбулат ауылы Ҡарабалыҡлы күле яғынан килгән ваҡытта ауылға ингәс тә уң яҡта тау. Ул тау аҫтынан бер урам ғына булып теҙелеп киткән Бәләкәс Теләш исемле ауыл. Ауыл йәйгеһен бик матур була. Урам йәшел үлән менән күмелә, уң һәм һул яҡлап теҙелеп киткән өйҙәр. Өйҙәр уртаһынан бер оло юл үтә. Ул юл буйлап Бикҡол, Ниязғол ауылдарына барырға була. Өҫтәрәк, тау һыртында, Бикҡол ауылы яғына киткән юл эргәһендә беҙҙең атай-олатайҙар ятҡан ҡәберлек. Ҡәберлек ҡайынлыҡ араһында, тыныс, матур урында. Ауылдың аҫтында Аналыҡ исемле матур йылға аға. Ул йылғаны аша сыҡһаң, Батма һаҙлығы башлана. Ул һаҙлыҡ төрлө емеш-еләккә бай. Бөтә ауыл халҡы шул һаҙлыҡтың ҡурай еләген, муйылын, ҡыҙыл, ҡара ҡарағаттарын, энәлеген, баланын йыйып йәйгә лә, ҡышҡа ла етерлек итеп әҙерләп ала, артҡанын Магнит ҡалаһында йәшәгәндәргә баҙарға сығарып һата. Батма һаҙынан өҫтәрәк, һул яҡта, оҙонға һуҙылған Игенбай тауында сейәлек. Был ауылдың ялан-туғайҙары төрлө еләккә, әлморонға бай була. Яҙ булһа һәр төр йыуа, һарына, ҡымыҙлыҡ, балтырған, ә көҙ бәшмәккә лә бай. Тәбиғәт бик бай был ауыл тирәһендә. Һуңғы йылдарҙа Магнит шәһәре урыҫтары себен кеүек булып килеп, уның бөтә байлығын йыйып алып китеп бөтәләр. Шунлыҡтан һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы был байлыҡтан файҙалана ла алмай. Үҙҙәренең мал-тыуары, ҡош-ҡорто, йәшелсәһе менән көн күрә. Һуңғы йылдарҙа Совет хөкүмәте тарҡатылып, йәмғиәткә капиталистик форма күскәс, бик күп кешеләр машиналы, үҙ милектәренә иғтибарын көсәйтеп, төрлө мошенниктар һоро ҡорт кеүек тирә-яҡта шыта башланы. Магнит яғынан килгән ят кешеләр ауыл халҡының малын, ҡош-ҡортон урлау менән шөғөлләнеп, халыҡтың йәшәүенә апаруҡ зыян килтерәләр.

Ошондай өй эсендә атаһы, әсәһе, Һиҙиәт ағаһы, Шәһәрбаныу еңгәһе һәм бала йәшәгәндәр. Ҡайһы бер саҡта әсәһе Сафияның әсәһе Раҡыя өләсәһе килеп китә һәм Сафия әсәһенең тәүге ире Хәйриуаранан тыуған ҡыҙы Хәтирә лә килеп китә. Хәйриуара исемле ир бик уҫал, ҡаты кеше. Ҡатыны Сафияны туҡмап ыҙалата. Әсә был яфаға сыҙай алмай айырыла. Хәтирә ике арала йөрөй. Берсә Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе атаһына барһа, берсә әсәһенә килә. Ул бик матур йырлай, бик күп таҡмаҡтар белә һәм бик матур ҡурсаҡтар яһап балаға бирә. Бала шул ҡурсаҡтарҙы яратып уйната. Ни өсөндөр берҙән бер көндө Һиҙиәт ағаһы (ул атай бер әсә башҡа ағаһы) беренсе өйҙәге янып ятҡан усаҡҡа ҡурсаҡтарҙы ташлаған, ә бала илай-илай көл араһынан ҡурсаҡтарҙы алып уйната башлаған.

Тағы бер осор: берҙән-бер көндө беренсе өйҙөң усаҡлығында ут янып ятҡанда, бала үҙенең сәскә һүрәте эшләнгән баҙыян сеүәтәһенә матур ағас ҡалағын һалып утта ҡурмас ҡыҙҙырып уйнай ине. Хәтирә апайы был уйындан тиҙ арала туҡтатты.

Тағы бер осор: бер көндө көпә-көндөҙ, атаһы беренсе өйҙөң урындығында, тәүге тәҙрә тәңгәлендә Ҡөрьән уҡып ята. Әсә кеше икенсе өйҙә аш-һыу менән булыша. Бала беренсе өйҙә ишектән түрбашҡа туҡтауһыҙ йүгереп йөрөгәндә ҡапыл ҡолап китеп илай башлауға, атаһы: “Илама, танауың икәү була” тийеүгә, бала ҡурҡып илауҙан туҡтай. Ошо мәл бөтә ғүмере буйы иҫендә бер киҫәтеү – оло бер ваҡиға булып күҙ алдында ҡалды. Ул һис тә онотолманы, йыш хәтерләп, олоғайғас та ҡайһы саҡ үҙ балаларына, таныштарына ла оло бер ваҡиғалай итеп, бала сағының бер хәтирәһе итеп тамшана биреп һөйләп кинәнес алыр ине.

Тағы бер осор: шулай бер көн әсәһе Сафия беренсе өйҙөң мейесендә (өләсәһе ҡунаҡҡа килгән мәл) ҡабартып икмәк һәм крәндилдәр бешергән. Сәй табынында икенсе тәҙрә тәңгәлендә беренсе өйҙөң урындығында Раҡыя өләсәһе ултыра, эргәһендә бала. Икенсе тәҙрә тәңгәлендә атаһы, уның эргәһендә әсә кеше икмәк телеп һәр кешегә һала. Шул саҡ бала, миңә бөкөрөкәй кәрәк, тип сабырһыҙлана. Ата кеше ултырған тәңгәлендә өрлөк ярығына ҡыҫтырылған шыйыҡ ҡына сыбыҡты күтәрелә биреп алып, бына һиңә бөкөрөкәй, тип баланың башына һуғып ебәреүгә, сыбыҡ баланың башындағы ҡутырына тейеп ҡанап китә. Был ваҡиға оло бер хәтирә булып баланың иҫендә һәм күҙ алдында йөрөнө. Бала үҫеп еткәс, уны үҙе менән һәр саҡ атаһының балаға булған киҫәтеүе, тәрбиәһе итеп ҡабул итеп, күңел төбөндә һәр саҡ йөрөттө. Үҙе төрлөсә анализ яһап, берсә атай шелтәһе бәләкәйҙән башланырға тейеш тип, бер закон – ҡағиҙә итеп ҡабул итеп, балаларына оло бер кинәнес тапҡан төҫлө һөйләп алыр ине. Хатта балалары араһында берәүһе: “Атайың дөрөҫ эшләмәгән, һине ҡурҡаҡлыҡҡа, үҙ-үҙеңә баҫылып йәшәүгә этәргән”, тип ҡарауын да, “Юҡ, улай түгел! Атайым фәҡәт дөрөҫ эшләгән!” тип баҫым яһап, хуплап ҡуйыр ине әсәйем.

Тағы бер осор: шулай бер көндө, беренсе өйҙә, әсәй кеше баланы ишектән түрбашҡа, түрбаштан ишеккә табан ең һыҙғандырып бөйөргә таяндырып, үҙе таҡмаҡлап Ҡарабай көйөнә бейетеп алып йөрөнө:

Леү-леү, леү сәтин

Күлдәгең көрән сәтин.

Ай-һай егет кәзәкиң

Түшеңдәге сәғәтең, тип таҡмаҡлай ине. Баланың ҡолағында ошо көй һәм таҡмаҡ көн дә яңғырап торғандай, бер иҫтәлек, әсә  иҫтәлеге булып ғүмер буйына һаҡланып ҡалды.

Тағы бер осор: шулай бер көндө атай беренсе өйҙөң урындығында, үҙе намаҙ уҡый торған беренсе тәҙрә тәңгәлендә ята. Ап-аҡ кәфенгә төргәндәр, өҫтөндә бысаҡ.Ул үлгән икән. Үлеү ни була, йәшәү ни була – бала һис айыра алмай. Ҡарап күреп ҡалып, атаһының ошо хәлдә ятыуы мәңгегә күҙ алдында ҡалды. Атаһын Теләш ауылының тау һыртына алып китеп барыуҙарын да мәңге күҙ алдында ҡалдырҙы бала. Тыуған ауылында йәшәүенең һуңғы мәлдәре булған икән баланың.

Тағы бер осор: шулай бер көндө ат арбаһына тейәлеп әсәһенең туғандары ауылына күсеп китеп барғандары баланың күҙ алдында ҡалды. Был ауыл Салауат ауылы булған икән.

Өләсәйем Раҡыя, апайым Разия, Нурмөхәмәт, Ишбулды ағайымдар, әсәйем һәм бала, тип хәтерләй бала йәшәгәндәре тураһында. Әсәйем хәлле генә килде был ауылға. Һыйыры ла бар. Бер ҙур көршәк итеп һары май иретеп туңдырып алған, күп тә тормай бер арба иген килтереп киттеләр атай туғандары. Атайымдың ағастан эшләнгән ҙур аҡ төҫтәге һандығы бар ине. Уның эсендә туп-тулы Ҡөрьән. Шул Ҡөрьәндең береһенең араһында әсәйемдең бәләкәс кенә фотоһы ла бар ине. Бер күрҙем, ныҡ иҫтә ҡала алманы, тип хәтерләй бала. Ҡөрьәнде Раҡыя өләсәйем уҡый һәм ҡайһы бер яҙылғандарын миңә лә өйрәтеп маташа ине.

Был ауылдың да тирә-яғы емеш-еләккә бик бай ине. Әсәйем еләкте көйәнтәләп йыйып килтерә ине. Муйыл, сейә, бөрлөгән, ҡурай еләге. Ул аш-һыу әҙерләүгә бик оҫта ине. Сейәле аҡ май, талҡанлы һары май, ҡыш айҙарында еләк бөйөрөгө, төйөлгән муйыл бөйөрөгө, ҡуҙғалаҡ бөйөрөгө, кәртүк бөйөрөгө бешерә. Ә йәйгеһен ойотҡанды еләкләп эсерә. Һыуыҡ ҡына тәмле һөт. Һыйыр быҙаулаһа, ыуыҙын сеүәтәһе менән алға килтереп ҡуя. Ыуыҙ ашаған бала ныҡ була, тип ҡабатлай үҙе. Тауыҡ, ҡаҙ бото аштары, тары өйрәһе бешереп ашатыуҙары эле лә иҫтә, тип иҫкә ала бала сағын Гөлсара. Баланы көҙгө айҙарҙа ҡара сирпәген тоттороп башаҡ сүпләп алып ҡайтырға үҙе артынан эйәртә. Бала әсәһенән тороп ҡалмаҫ өсөн уның итәгенә йәбешә ине. Яңы игенде килелә төйөп, һары йә аҡ май менән бойҙай бутҡаһы ашата. Мейестән яңы бешеп сыҡҡан икмәк уртаһына май һалып ашата. Күбек майы ла бешә, майын ашата, айранын эсерә ине. Әсәһе Сафия бик йыйнаҡ, таҙалыҡты яратҡан ҡатын. Өй иҙәне һап-һары итеп касар бысаҡ менән ҡырып йыуыла, урындыҡ та һап-һары итеп ҡырыла. Мейес һәр саҡ ап-аҡ була. Еҙ самауыр менән еҙ батмус түрбашта ялтырап тора, уларҙа үҙеңдең йөҙөңдө күрергә була. Урындыҡтың буйынан-буйына балаҫ йәйелә, ике яҡлап ҡарамалы түшәк һалына, ә түрҙә ҙур һандыҡ – эсе тулы Ҡөрьән китаптары. Улар атай ҡомартҡыһы. Шул һандыҡ төбөнән әсәһе әсеүташ алып балаға ялата. Ул шундай тәмле, әскелт камауай шәкәр ҙурлығында, аҡ төҫтә. Хәҙерге С витаминынан да көслөрәк әсе тәмле. Һандыҡ өҫтөнә ҡаралдылар йыйыла. Ҡөрьән китаптарын Раҡыя өләсәһе уҡый. Оло һәм кесе йома көндәрендә патиш??? кәзәкиһен кейеп, һоро төҫтәге ҙур йөн шәлен матур итеп ябынып, ситек тышынан колошын кейеп, ауылдағы ҡайһы бер кешеләргә ҡултыҡ аҫтына Ҡөрьәнен ҡыҫтырып аят уҡырға йөрөй ине. Баланың әсәһе Сафияның өҫтөндә гел бер күлдәк, ул күк төҫтәге сәтиндән. Яулығы аҡ төҫтә, ыштан һәм ҡуңалтаҡ колош кейә. Был кейемдәр көн һайын кейелә, шулай булыуға ҡарамаҫтан улар тап-таҙа, һис кер төшөрмәй кейелә. Бер еҙ таста тондоролған көл ултыра, ул һабын ролен үтәй. Ҡыштарын мейес усаҡҡа ут яғыла һәм кистән көлгә ҡыҙыу күмер күмеп ҡалдырыла. Иртәгәһен сыра ярҙамында күмерҙән ут тоҡандырып ебәрелә.Әгәр ҙә күмер һүнгән булһа, ҡуҙһалғысын тотоп күршегә күмер килтерергә йүгерә. Усаҡ алдына күп итеп сыра юнып ҡуйылған. Улар менән ҡайһы саҡта кәрәсин булмағанда ут тоҡандырыла. Ҡаҙандағы кәртүк йә ит ҡайнаймы, бешкәнме икәнлеген белеү өсөн дә, яҡтыртып ҡарауға сыра файҙаланыла. Әсә кеше икмәкте әсетеп тә бешереп ала, күберәген көлгә күмеп сөсө икмәк бешерә. Был ауылда йәшәгән осорҙа Хәтирә исемле йырсы ла, егәрле лә апайын балаға һис күрергә тура килмәне. Нисектер бер ваҡыт әсәһе Сафия менән бала Таштимер ауылы эргәһендә МТС-та йәшәгәндәрен хәтерләп ҡуя. Улар йәшәгән өй эргәһендә күрше булып Сафия исемле  апайҙың ғаиләһе  йәшәй ине. Уның өс-дүрт балаһы бар ине, шикелле. Шул балалар араһында береһенең исеме Хәмит???? ине шикелле. Бала йыш ҡына улар менән уйнай ине. Был ваҡыттар балаға ғүмерлеккә төш кеүек кенә иҫтә ҡалды. Шул төш кеүек булып ҡалған хәтирәне иҫкә тағы төшөрөү өсөн Гөлсара бергә эшләп йөрөгән бригада әһелдәре менән концерт менән барып сығыу бәхетенә иреште. Уларҙа бригада әһелдәре менән йоҡларға тура килде. Сафия апай олоғайған, Гөлсараны күреү уға ҙур шатлыҡ өҫтәне. Гөлсараның әсәһен иҫкә төшөрөү бигерәк тә оло хәтирә булды. Сафия апайҙың: “Әгәр Сафия апай иҫән булһа ниндәй шатлыҡ булыр ине уға, ниндәй шатланыр ине”, - тейеүе бигерәк тә ҡәҙерле ине Гөлсараға. Башҡаса барырға ла, күрергә лә тура килмәне. Унан һуң тағы Салауат ауылында йәшәүҙәре иҫтә. Әсәһенең бер туған һеңлеһе Разия апайҙың урындыҡта оҙон ҡуңыслы итеп йөн ойоҡ бәйләүе, Раҡыя өләсәһенең Ҡөрьән уҡыуы. Балаға: “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Раббәнәә әәтинәә фид-дунйәә үәфил хәсәнәтәү-үә-фил-әәхирати хәсәнәтәү-үә ҡынәә ғәҙәәбән-нәәәр” тип йыш ҡабатлата. “Аллааһү әкбәр” иттерә. Икмәк ваҡтарын иҙәнгә төшөрмәй ашарға , тәҙрә төбөнә, ишек тупһаһына ултырмаҫҡа (фәрештәләр ҡаса ти), ҡулдарҙы яңаҡҡа ҡуйып ултырмаҫҡа, буш биҙрәләр менән ишек алдынан, өй эсенән сыҡмаҫҡа, оло кеше менән һәр саҡ һаулашырға, урамда оло кешенең юлын ҡыймаҫҡа, бигерәк тә ир кешенең. Зәғиф, һуҡыр кешегә һәр саҡ ярҙам итергә, кешенең етешһеҙ урындарынан көлмәҫкә, мыҫҡыл итмәҫкә тигән ырымдарҙы өйрәтеүҙәре мәңге хәтерендә ҡалды баланың. Ул өйрәтелгәндәрҙе бала күңел түренә ныҡ һалып ҡуйҙы һәм үҙ тормошонда һәр саҡ ҡуллана барҙы. Унан һуң кис (Аҡшамда) эңерҙә тәҙрәнән ҡарамаҫҡа, һыу алып инмәҫкә, бысраҡ һыуҙы сығарып түкмәҫкә, ризыҡты, һыуҙы ябып ҡына тотоноу, һауыт-һабаны йыуып түңкәреп ҡуйыу, йә ябып ҡуйыу, ишекте бисмилләһ итеп бикләп йоҡларға ятыу. Гөлсара өләсәһе өйрәткән ырымдарҙы ғүмер буйы үтәргә тырышты.

Ҡөрьәнде асҡас та хәҙерге “1” билгеһе тора торғайны – уны “Бисмилләһ” була тип өйрәтә ине өләсәһе. Шулай бер төндә урындыҡтың ҡаралды һалынған һандыҡ яғына баштарын ҡуйып йоҡлап ятҡанда, тәҙрә эргәһендә төптә өләсәһе Раҡыя, уртала бала, урындыҡ ситендә әсәһе ине. Бала уянып тәҙрәгә күҙ һала. Тәҙрә самалы бер малай баҫып торғанын күрә һәм өләсәһенә был хаҡта өндәшә. Өләсәһе бисмилләһ итеп уҡыныуға һәм өшкөрөп ебәреүгә теге бала юҡ була. Ошо хәтирәне бала ғүмер буйы нисек булған шул көйө хәтерләп һәр саҡ уйланып алыр һәм үҫеп етеп үҙе әсә булғас, балаларына ла ошо ваҡиғаны һөйләп алыр ине. Раҡыя өләсәһе Ҡолбаҡты ауылында көн күрә ине булһа кәрәк, йыш ҡына ҡыҙына бала күрергә килә ине.

Шулай ҡыш ине булһа кәрәк, төн бик аяҙ, күктә йондоҙҙар балҡый, ел дә юҡ. Тышта саф һауа, таң яҡынлаша. Әсәһе сахар эсә ине, бала ла уянды. Ул да әсәһе эргәһенә килеп ултырҙы, икәүләп сахар эсәләр ине. Әсә кеше, әйҙә тышҡа сығып ураҙа тотоп инәйек тип баланы ла эйәртеп алып сыҡты. Әсәһе менән ниҙелер, осоп барған ҡоштомо, ниндәйҙер формалағы ҡаҙ кеүек микән тип бергәләп сығып тоторға маташты, ләкин бер ни ҙә тотмайынса улар кире өйгә инде.

Шулай бер мәл май айы булғандыр, әсәйем һикелә ҡуҙғалаҡ турай. Ҡуҙғалаҡтан бөйөрөк бешерергә әҙерләнә, үҙе таҡмаҡлап турап тора:

Сип-сип үҫә микән

Ҡырҙа ат ҡуҙғалағы.

Миңә ҡарап йылмаймаһаң

Йөрәгең ҡуҙғаламы.

Әсәй ғәҙәттәгесә аҡ яулығын яҙып ябынған, күк сәтин күлдәген кейгән, нисек, ни  хәлдә эйелә биреп ҡуҙғалаҡ турауы баланың күҙ алдында мәңгегә шул килеш ҡалды. Хәтерҙә ҡалған баланың әсәһе нимә эшләһә лә, таҡмаҡлап йә йырлап эшләне: бигерәк тә ямау ямағанда, бейәләй бәйләгәндә йә йөн иләгәндә. Таҡмаҡтарының ошолары баланың иҫендә мәңге ҡалды:

Ағиҙелдән ағып килә

Минең аҡ бейәләйем.

Ҡоштар ағасҡа һөйәнә

Мин ҡайҙа һөйәнәйем?

*   *    *

Ал бәйләйҙәр, гөл бәйләйҙәр

Талған беләккәйемә.

Ут яғалар, һыу һипмәйҙәр

Янған йөрәккәйемә.

*   *    *

88-се номер

Ҡолаҡ алҡаларымда.

Нахаҡ һүҙҙәр күп ишеттем

Һинең арҡаларыңда.

*   *    *

Аҡ алъяпҡыс йыуҙым-йыуҙым.

Йыуа алманым алһыуын.

Таң алдынан төшөп йыуҙым

Йөрәгемдең ярһыуын.

*   *    *

Хәтирә апайымдың таҡмаҡтары:

Ал булғансы гөлдәр булһам.

Һыуҙар һиберҙәр ине.

Үлһәм сабый саҡтарымда

Һағынып һөйләрҙәр ине.

*   *    *

Әсәйем таҡмаҡтары:

Алай тимәгән инем,

Былай тимәгән инем.

Йәш ғүмерем зәңгәр сәсәк,

Уҙар тимәгән инем.

*   *    *

Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,

Китә ҡаҙҙар  Ҡаҙмашҡа.

Әле мин дә уйлап торам

Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.

*   *    *

Хәтирә апайым таҡмаҡтары:

Әйләнде лә һыуға төштө

Баҫып һыу алған ташым.

Ней күрһә лә күрер инде,

Күрергә ҡалған башым.

*   *    *

Китә башым, китә башым

Китә башым аҙаша.

Китә башҡайым аҙаша

Урал тауҙары аша.

*   *    *

Алма бит ул алһыу була

Өҙөп алғанда ғына.

Дошман бит ул дуҫың була

Серең алғанда ғына.

*   *    *

Һандуғасҡай меҫкенкәйҙең

Ҡанаты ҡайырылған.

Бер беҙ генә түгел әле

Илдәрҙән айырылған.

*   *    *

Һандуғасҡай меҫкенкәйҙең

Ҡанатында йөн дә юҡ.

Кеше рәхәт донъя көтә

Беҙгә рәхәт көн дә юҡ.

*   *    *

Һандуғастың балалары

Ике була, өс була.

Ҡайҙа барһаң да бер ҡояш

Таң ата ла кис була.

*   *    *

Һандуғастың балалары

Әрем араларында.

Бер бәхетһеҙ бала булдым

Әҙәм араларында.

*   *    *

Әсәйем таҡмаҡтары:

Китәм тейһең дә ҡалаһың

Китһәң мине алып кит.

Йә уттарға, йә һыуҙарға

Йәлләмәһәң һалып кит.

*   *    *

Һөйләһендәр, һөйләһендәр

Һөйләп бөтмәҫтәр әле.

Мине һөйләп, аҡса алып,

Пәлтә текмәҫтәр әле.

*   *    *

Аттар килә, атлап-атлап

Туры ат килә юл башап.

Ҡайтыр инем илдәремә

Тора ҡара урман ҡаплап.

*   *    *

Ҡаштары ҡыйғас-ҡыйғас

Ниңә ҡыйғас булмаһын ул

Ҡәләмдәр менән һыҙғас.

*   *    *

Алдар итә алмам инде,

Гөлдәр итә алмам инде.

Һынды сабыр ҡанаттарым

Сабыр итә алмам инде.

*   *    *

Ал да бәйләй фабрик,

Гөл дә бәйләй фабрик.

Мин ҡайһылай сабыр итһәм,

Һин дә шулай сабыр ит.

*   *    *

Алым тейерһең әле,

Гөлөм тейерһең әле.

Ҡайҙа минең ышаныслы

Йәрем тейерһең әле.

*   *    *

Һандуғастың һайрауына

Килә илайһыларым.

Төштәремә лә кермәне

Былай булаһыларым.

*   *    *

Ҡыҙыл фуражка килешә

Кейә белмәгәндәргә.

Жалауанйә сыға микән

Беҙҙе һөйләгәндәргә.

*   *    *

Ағиҙелдән ағып килә

Йәшел тышлы көрөшкә.

Минең атай китеп барҙы

Германдарға көрәшкә.

*   *    *

Шәлем көрән, шәлем көрән

Шәлем сәсәге көрән.

Күкрәгемдә йәнем ҡалай

Мин һине шулай күрәм.

*   *    *

Ҡулымдағы балдағымдың

Исемдәрен беләһең.

Сахыра был-былы булып,

Төштәремә керәһең.

*   *    *

Һин дә мәрйен һаҡалы,

Мин дә мәрйен һаҡалы.

Беҙ урамдан үткән саҡта

Ах, маладис, тип ҡалды.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас: