Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
11 Декабрь 2022, 11:12

Әсәй булыу – оло бәхет тә, фиҙаҡәр хеҙмәт тә...

Бөгөн ата-әсәләрҙең күпселеге социаль селтәрҙәрҙә ултыра һәм шундағы тормошҡа ҡыҙығып, ынтылып, өлгө алып йәшәй. Тик шуны оноталар:

Әсәй булыу – оло бәхет тә,  фиҙаҡәр хеҙмәт тә...
Әсәй булыу – оло бәхет тә, фиҙаҡәр хеҙмәт тә...

Өфө ҡалаһындағы был йәмле генә фатирҙы бәхет һәм мөхәббәт утрауы менән сағыштырыр инем. Бында матур хистәр идара итеүен күңел менән тойомларға була: ир менән ҡатын бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай, ә балаларҙың йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу, наҙлылыҡ. Айырым бер зауыҡ менән биҙәлгән фатир байлығы менән түгел, ә йылылығы менән үҙенә тарта. Балалар бүлмәһендә үҫтереүсе уйынсыҡтар менән бер рәттән китаптарға ла ҙур иғтибар бүленгән. Аллы-гөллө кейемдәр тәртип менән кәштәләргә һалынған, ҡул эштәре лә күренә. Әйткәндәй, бүлмәләрҙә һәр баланың үҙ мөйөшө булдырылған. Ә аш-һыу бүлмәһе иһә уңған, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған хужабикәнең йөҙөн билдәләй: һауыт-һабаның һәм ризыҡ әҙерләй торған техниканың ниндәйе генә юҡ! Йыһаз да, биҙәлеш тә уның зауығынан сығып һайланған. Хәйер, йорттағы бар йылылыҡ та, матурлыҡ та, хатта бәхет-шатлыҡ тойғоһо ла унан – әсә кешенән килә бит. Һүҙем, Әбйәлил районында тыуып үҫкән, ғаилә ҡороп, Өфө ҡалаһында төпләнгән Азалия һәм Илсур САБИТОВТАР тураһында.

Азалия ҙур карьера яһау өсөн етди нигеҙ һәм тәжрибә туплаған: ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында уҡыған, Башҡорт дәүләт университетының юридик факульте­тын тамамлаған. Студент йылдарында уҡ тәртибе, уңғанлығы, эшкә етди ҡарашы һәм белемгә ынтылышы менән айырылып торған ҡыҙ республиканың Юғары судына эшкә урынлаша. Әлбиттә, юғары вазифаларға эйә булыу өсөн ваҡыт кәрәк. Тик үҙе лә, күп балалы, татыу ғаиләлә үҫкән ҡыҙ, бәхетен карьерала түгел, ә ғаилә тормошонда күрә. Шуға ла дуҫлашып йөрөгән егете – Илсур менән яҙмышын бәйләп, бер-бер артлы өс бала – Эмир, Аливия, Раминаны таба.

Мөхәббәт тарихы

– 5-се курста уҡып йөрөгән саҡ ине, өс туған апайым туйында шаһит булыуымды, уйындар ойоштороуымды үтенде. Илсур кейәү егете булып килде. Йор һүҙле, шаян, етеҙ, әүҙем булып сыҡты ул. Ул саҡта Магнитогорск дәүләт техник университетында белем ала ине. Туйҙан һуң телефондан аралаша башланыҡ. Икенсегә йәш ғаилә ҡунаҡҡа саҡырғас, осраштыҡ. Бер-беребеҙҙе яҡынданыраҡ белгән һайын, хыялдағы ир-егет образына Илсурҙың булмышы яҡын икәнен аңланым. Аралағы саҡрымдар беҙгә ҡамасауламаны, дуҫлыҡ дауам итте.
Ул саҡта беҙҙең йәш сағыштырмаса апаруҡ ине. Әсәй менән атай булырға күңел менән әҙер инек. Шуға ла һәр бала көтөп алынған, танһыҡ. 29 йәштә тәүгә әсәй булдым. Заман күҙлегенән ҡарағанда, иртә лә, һуң да түгел.

Ҡурҡыу тойғоһо

– Тәүге тапҡыр ауырлы булғанда нимә көтөргә белмәйһең. Дәүләт хеҙмәтендә эшләп йөрөгәс, ауырға ҡалғаныма 4 – 5 ай булғанда ауылға ҡайтып килдем дә башҡаса алыҫ юлға бөтөнләй сыҡманым. Көс төшөрөүҙән ҡурҡтым, һаҡланып ҡына йөрөнөм. Тәжрибәһеҙлектән ине был тойғо. Ә өсөнсө бәпәйҙе көткәндә мин ҡайҙарға ғына сәйәхәт итмәнем! Тәүҙә үҙем генә Сочи ҡалаһына воркшопҡa барҙым, артабан Абхазияны күреп ҡайттым. Аҙаҡ республикабыҙ буйлап ғаилә менән сәйәхәттә йөрөнөк. Яҙ көнө Ишембай районындағы Күк-Ҡарауыҡ шарлауығына барҙыҡ. Күптәр белә: уның тулы матурлығын апрель айында ғына күрергә була. Тағы ла беҙҙең ғаиләнең матур йолаһы бар: йыл да Асылыкүлдә ял итеү. Былтыр унда ла барҙыҡ, бер ыңғайҙан Шарлама тигән шарлауыҡты күреп ҡайттыҡ. Бәпес август аҙағында тыуырға тейеш тинеләр, ә ай башында беҙ Шүлгәнташҡа, Ҡужан ҡарағастарына, Яҡтыкүлгә барҙыҡ. Аллаһҡа шөкөр, юлдарҙа күп йөрөүгә ҡарамаҫтан, Раминаны имен-аман таптым.
Күңел барыбер тәбиғәткә, матурлыҡҡа тартыла. Бәлки, шул сәйәхәттәр аша күңелемә тыныслыҡ, һиллек алғанмындыр.

Мин ниндәй әсәй, йәки тәртип тураһында

– Бала саҡтан миндә отличник синдромы көслө ине. Өйҙә тәртип булырға тейеш, бөхтә йөрөргә тырышам, яҡшы уҡыйым. Мәктәпте – миҙалға, университетты ҡыҙыл дипломға тамамланым. Был ғәҙәт кейәүгә сыҡҡас та, әсәй булғас та дауам итте. Бысраҡ иҙән, һауыт-һаба менән йоҡларға ятыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Был холҡом арҡаһында Илсурға ла тынғылыҡ булмай торғайны. Икенсе бала тыуғас, минең был йәһәттән тормошҡа ҡарашым үҙгәрә башланы. Балалар үҫкәс, һинең таҙа йәки бысраҡ иҙәнеңде онотасаҡ. Ә бына тыныс, ял иткән һәм йылмайып балаларын мөхәббәткә төргән атай-әсәй күҙ алдында торасаҡ. Ғаилә, туғандар менән бергә үткәргән ваҡыттар, сәйәхәт итеү, бергә ҡараған кино, спектакль, уҡыған китап уларҙың хәтерендә мәңгегә уйылып ҡала. Шулай уҡ өйҙә тәртип һәм таҙалыҡ булһын тип, баланы шаярыуҙан, уйнауҙан тыйып, тик ултыртырға ярамай.
Өсөнсө бала менән үҙемде “ярайһы ғына һәйбәт әсәй” тип баһалайым. Бәләкәстәргә үҙ аллы булырға ирек ҡуйғанмын: уйынсыҡтарын, кейемдәрен үҙҙәре йыя. Үҙем дә бар эштәрҙе ваҡытында эшләргә тырышам, әммә хәлһеҙләнеп, арып ятып ҡалғансы түгел. Һаулыҡты ла һаҡлар кәрәк бит.
Әсәйҙәр өсөн психологтар биргән кәңәштәрҙе онотмаҫҡа кәрәк:
  Кәстрүлдәрең үҙеңә ҡарағанда нығыраҡ ялтырауын рөхсәт итмә.
  Бер үк ваҡытта өй ҙә, үҙең дә матур була алмаҫ.

Декрет ялын файҙалы үткәреү

– Элек декрет ялындағы йәки эшләмәгән ҡатындарҙың “өй тауығы” тигән ҡушаматы булған. Тик ул үткән заманда ҡалды. Ә хәҙер, киреһенсә, мөмкинлектәр арта ғына бара. Эштә йөрөгәндә үҙеңә ваҡыт ҡалмай. Иң ҙур бәхет, моғайын, бер аҙналыҡ курстарға барып ҡайтыуҙыр. Ә әсәй булғас, теләйһеңме-теләмәйһеңме, ҡыҙыҡһыныуҙар арта, үҙеңә лә ваҡыт табаһың. Психология, нейропсихология, ҡул эштәре һәм башҡалар – үҫешә башлайһың. Конкурстарҙа ҡатнашаһың, фотоға төшөрәһең.
Мәҫәлән, мин декретҡа сыҡҡас, фото төшөрөү, визажист курстарында, ата-әсәләр өсөн семинарҙарҙа, бала тәрбиәләү, әхлаҡи үҫеш темаларына мастер-кластарҙа белем алдым. Фестивалдәрҙә ҡатнашып ҡараным. Үҙем бала саҡтан уҡырға яраттым. Тәүҙә нәфис әҙәбиәт ҡыҙыҡһындыра ине, һуңғы арала психология, педагогика буйынса күп уҡый башланым. Эмирға 11 ай булғанда, Өфөнөң беҙ йәшәгән биҫтәһендәге шәхси балалар баҡсаһында үҫтереү түңәрәге асылды. Мин, тәжрибәһеҙ әсәй булараҡ, шунда барҙым. Был теләк өйҙә ултырып арығанға барлыҡҡа килгәндер, тип уйлайым. Әлбиттә, балаға ул саҡта ултырып уйнау ҡыҙыҡ түгел ине. Уйынсыҡтарға ынтыла, атларға тырыша. Был хәлдән һуң интернет селтәрҙәре аша башҡа мөмкинлектәрҙе өйрәнә башланым һәм Валентина Паевская тураһындағы мәғлүмәткә юлыҡтым. Уның Мәскәүҙән Өфөгә килеүен белгәс, тәүге инеш семинарға барҙым. Кәрәкле икәнен аңлағас, икенсе йылына түләүле курстарға яҙылып, семинарҙың бөтә темаларын да үттем. Хаҡы байтаҡ ине, әммә үҫеш һәм балалар өсөн аҡса йәлләргә ярамай. Ә ниәт итһәң, мөмкинлек табыла. Һәр әсәгә, хатта ҡатын-ҡыҙға шундай семинарҙарға бер тапҡыр булһа ла барырға тәҡдим итәм. Бала тәрбиәләүгә генә түгел, үҙ тормошома, фекерләү ҡеүәһенә йоғонтоһо булды. Ҡайһы бер ҡылыҡтарымды анализлап, ни өсөн тап ул ваҡытта шулай эшләгәнемде аңлай башланым. Китапта “һыу” күп, ә Паевская кәрәкле һәм актуаль мәғлүмәт бирә. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа бөтә илгә билдәле Елена Куликова, Виктория Дмитриева, Анна Полищук семинарҙарына йөрөп, белем арттырҙым. Үҙем өсөн нейропсихология тигән яңы йүнәлеште астым.
Был фән тәрбиәләүҙең төрлө алымдарын тәҡдим итә. Мәҫәлән, баланың үҫеш осоро этаптарҙан тора. Бөтә нәмәне мәлендә өйрәтергә кәрәк. Ике йәштә ул хәрефтәрҙе хәтерендә ҡалдыра алмай. Ул саҡта физик яҡтан үҫә: йүгерергә, һикерергә тейеш. Көсләп ултыртып ҡуйһаң, ике йүнәлештән дә артта ҡаласаҡ. Ошонан сығып ҡына, махсус әҙәбиәттең, семинарҙарҙың ата-әсәләргә ниндәй ярҙам күрһәтеүен аңларға була.
Кеше шофер таныҡлығы алыр өсөн айҙар буйы уҡый. Ә ата-әсә булыр алдынан йәштәр нимәләр менән осрашырға тура киләсәген күҙ алдына ла килтермәй. Статистика мәғлүмәттәре буйынса айырылышыуҙарҙың 40%-ты, тимәк, яҡынса һәр икенсе пар, никахтан һуң тәүге дүрт йылда һәм беренсе бала тыуғас теркәлә. Беҙҙе мәктәптә нимәләргә генә уҡытмайҙар, әммә ғаилә эсендә нисек бәхетле мөнәсәбәттәр төҙөргә өйрәтмәйҙәр. Шуға ла мин бала табыр алдынан йәш парҙар өсөн тәрбиә тураһында ата-әсәләр курстарын булдырыуын хуп курәм. Ғөмүмән, беҙҙең йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә “Подготовка к родам” курстары бар, ауырлы ҡатындарға поликлиникаға иҫәпкә торор кәрәк. Бала таптың икән, ә артабан нимә? Нисек ҡатын-ҡыҙға организмын тергеҙергә, баланы йәшенә, заман талаптарына тура килтереп нисек дөрөҫ тәрбиәләргә, ир менән ҡатын иңенә яңы йөкләнеш өҫтәлеүен иҫәпкә алып, мөнәсәбәттәрҙе артабан нисек төҙөргә?

Беҙҙең ғаиләлә атай абруйы ҙур

Илсур — бик һәйбәт атай. Эмир тыуғас, уның балаға булған мөнәсәбәтен, ярҙамсыллығын күреп, ҡабаттан ғашиҡ булдым, тип ихлас әйтә алам. Уны һайлап яңылышмағанмын. Һөнәре буйынса күңеленә ятҡан эште тау-металлургия тармағында тапҡас, Илсур аҙнаның 2 – 3 көнөн генә ғаилә менән үткәрә ала. Әммә ул үҙенең тәрбиә алымдары, яратыуы менән бушлыҡҡа урын ҡалдырмай.
Хәҙерге йәшәү темпын күҙ уңында тотһаҡ, бергә үткәргән ваҡыттың оҙонлоғо түгел, сифаты мөһимерәктер, тигән фекергә килдем. Ҡайһы бер атайҙар көн һайын ғаиләһе янында була. Әммә кәйефһеҙ, һытыҡ йөҙ менән, баланың һәр һүҙен тәнҡитләп, һәр ҡылығын әрләп ултырыуҙан, аралашҡың, уйнағың килмәй ултырыуҙан файҙа юҡ. Кемдер бөтөнләй телефонға текәлеп, балаһына иғтибар итмәй. Илсур иһә аҙна аҙағына беҙҙе һағынып ҡайта. Балалар менән һөйләшә, хәлдәрен һораша, ҡайҙалыр алып бара, китаптар уҡый. Миңә лә ярҙам итеп өлгөрә, хатта балалар менән ҡалып, әхирәттәрем менән осрашырға, уҡыу курстарына барырға мөмкинлек бирә. Бергә үткәргән һәр сәғәттең ҡәҙерен беләбеҙ. Башҡа атайҙарға миҫал итеп ҡуйырлыҡ. Шуға ла өйҙә уның абруйы ҙур, һүҙе өҫтөн. Ҡосаҡлашып ултырыу ҙа, йәнәш ултырып телевизор ҡарау ҙа етә. Әйткәндәй, Илсур һағындым, тип кенә балаларға артыҡ иркәләнергә, еңмешләнергә юл ҡуймай: кәрәк саҡта талапсан да була белә.

Социаль селтәр күрһәткес түгел

Бөгөн ата-әсәләрҙең күпселеге социаль селтәрҙәрҙә ултыра һәм шундағы тормошҡа ҡыҙығып, ынтылып, өлгө алып йәшәй. Тик шуны оноталар: унда матурлыҡты ғына күрһәтәләр. Бер кем дә насар бешкән икмәген, килешмәгән күлдәген фотоға төшөрөп һалмаясаҡ. Ире менән әрләшкәне лә сер булып ҡала. Ә бәхетле йылмайып парлы төшкән фото лайктар йыя. Шуға күрә кемдеңдер матур фотоларын ғына ҡарап, уның тормошона ҡыҙығырға кәрәкмәй. Уларҙың да тормошо ғәҙәти ағыш менән бара: уңышһыҙлыҡтар ҙа, яңылышлыҡтар ҙа осрай, матурлығы ла бар. Хәс тә һеҙҙеке, беҙҙеке кеүек.
Ә инде балаһы илаған мәлде видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған әсәйҙәрҙе күрһәм, аптырашҡа ҡалам. Ундай саҡта телефон тоторға түгел, ә сабыйҙы йыуатырға йүгерәһең. Минең, мәҫәлән, йөрәгем түҙмәҫ ине.

Карьера тураһында

Ҡатын-ҡыҙ өйҙә ултырырға тейеш, тигән фекергә ҡырҡа ҡаршымын. Эшләргә кәрәк. Өйҙә ятыу кешене нисектер “мүкләндерә”. Хоҡуҡ белгесе булып китеүем осраҡлы түгел, һөнәремде яратып һайланым. Декрет ялына китер алдынан судья булыуға документ тапшырырға мөмкинлек бар ине. Шуға ла карьерам тамам, тип әйтергә ашыҡмайым, барыһы ла алда әле. Яҡшы уҡыным, эшемде яратам. Әсәлектән башҡа профессиональ өлкәлә лә ҙур тәжрибәм, мөмкинлектәрем барлығын да беләм. Шуға күрә киләсәктә мотлаҡ эшкә сығасаҡмын. Әммә тәү сиратта ғаиләмдең, балаларымдың мәнфәғәте торасаҡ һәм шәхси ҡыҙыҡһыныуҙарҙы ла оноторға ярамай. Сөнки карьераны профессияла ғына түгел, ғаиләлә лә, шәхси тормошта ла яһарға кәрәк. Хаҡлы ялға сыҡҡас, белгес булараҡ кешенең эшмәкәрлеге туҡтала. Ә ғаиләлә әсәй һәр ваҡыт кәрәк. Олоғайғас, һинең яныңда хеҙмәттәштәрең түгел, балаларың, ирең, ейән-ейәнсәрҙәрең буласаҡ.

Барыһы ла тәрбиәнән килә

Гендар үҙен һиҙҙерә, әммә тәрбиә менән бала характерын дөрөҫ юлға һалып була. “Ҡыҙыл ҡәләм” методын хәтерләйһегеҙме? 2-ле билдәһен мотлаҡ көндәлеккә ҡыҙыл менән яҙып ҡуялар ине. Йәки баланың тәртип боҙоуы тураһында. Ә йәһүдтәр, киреһенсә, йәшел төҫлө ручка менән һәйбәт, дөрөҫ үтәлгән миҫалдарҙы билдәләй. Тимәк шуның менән баланың һәйбәт яҡтарын да, талантын да айырым күрһәтә. Мин баланың насар яғын күп һөйләп, уларға баҫым яһамайым. Киреһенсә, һәләтен, яҡшы холҡон үҫтерергә тырышам. Баланан нимәлер талап итер алдынан үҙеңә ситтән күҙ һалырға кәрәк. Һин үҙең ҡасан ҡулыңа китап тоттоң? Интернет селтәренән үҙең еңел генә арына алаһыңмы? “Баланы тәрбиәләп маташма, ул барыбер һиңә оҡшаясаҡ” тигән аҡыл бар. Тимәк, тәү сиратта, үҙең уға миҫал булып тораһың.
Баланы яратырға, терәк булырға кәрәк. Иркәләүҙән дә мәхрүм итмәгеҙ. Әммә уларҙы илаһилаштырырға, табынырға ярамай. Һәр кемгә үҙ балаһы ҡәҙерле. Тик башҡалар уны һинең кеүек яратырға бурыслы түгел.

Һәр баланың үҙ таланты, мөмкинлеге

Эмир — етди бала, уға күңел асыу программалары ҡыҙыҡ түгел. Хатта башҡа балаларҙың тыуған көнөнә барғанда ла уға бер аҙ күңелһеҙ. Техника, робототехника, механизмдар менән ҡыҙыҡһына, беҙ быға ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итәбеҙ. Робототехника түңәрәгенә бик яратып йөрөй. Уға өс йәш тулғанда, яҡындағы мәктәп майҙансығында малайҙарҙың футбол уйнағанын күреп: “Минең дә уйнағым килә”, – тине. Интернетта иғлан табып, икенсе көнө үк алып барҙым. Бик теләп шөғөлләнә. Хәҙер инде балалар баҡсаһында ла футбол секцияһы эшләй башланы.
Сабитовтар нәҫеле үтә лә талантлы. Аливия ул яҡҡа тартҡан: йырларға, бейергә ярата. Ҡыҙ бала булараҡ матурлыҡҡа ынтыла, көнөнә биш тапҡыр күлдәк алмаштыра, прическа яһай. Хатта өҫ-башымды ҡарамайыраҡ йөрөһәм, мине лә тәнҡитләп ала. “Әсәй, матур күлдәк кей!” – ти. Иғтибар ярата, башҡалар менән тиҙ генә уртаҡ тел таба. Әлеге ваҡытта ритмика, йыр түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Киләсәктә бейеү түңәрәгенә, гимнастика секцияһына йөрөтөргә ниәтләйем. Ҡыҙ бала өсөн был мөһим: зифа буйлы, сәләмәт һәм физик әҙерлекле буласаҡ.
Ә бәләкәсебеҙгә әле алты ай ғына, һәләттәрен асып бөтмәгәнбеҙ. Тыныс бала. Ҡулында яратҡан уйынсығы булһа, донъяһы түңәрәк. Классик музыка тыңлатырға тырышам.

Һөйөүҙе һаҡларға кәрәк

Ғаилә, әлбиттә, балалар менән йәмле. Тик уларға бирелеп, ир менән ҡатын мөнәсәбәтен оноторға ярамай. Мөхәббәтте, һөйөүҙе һаҡларға кәрәк. Сөнки балалар үҫә, уҡырға, эшкә китә, үҙ ғаиләһен ҡора. Һәм тағы ла ир менән ҡатын икәү тороп ҡала һәм “Бушап ҡалған оя” синдромы (синдром “Опустевшего гнезда”) барлыҡҡа килә. Шул саҡта уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, һөйләшер һүҙҙәр булһын өсөн, аралағы йылылыҡ ҡалырға тейеш. Әлбиттә, өс бала менән уны һаҡлау ауыр, ваҡыт етмәй китә. Беҙ күпселек балалар йоҡлап киткәс, тыныс ҡына ултырып, һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп алабыҙ, киләһе көндәргә, ялдарға пландар ҡорабыҙ, яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ. Тағы ла оҙон юлда балалар йоҡлап китһә, икәү иркенләп һөйләшер мөмкинлек була.

Байлыҡ артынан ҡыумағыҙ

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, ти халыҡ аҡылы. Килешәм. Әммә алма беш, ауыҙыма төш, тип көтөп ятырға ла ярамай. Нимәһе ҡыҙыҡ, Илсур һәр бала тыуған һайын эшендә карьера баҫҡысында үрләй, мөмкинлектәре арта. Үҙе лә тырыш кеше. Тимәк, уның тырышлығын күреп, Аллаһы Тәғәлә үҙе үк балаларҙы үҫтерер өсөн мөмкинлек бирә.
Кемдер ипотека, кредит тип бала табыуҙы кисектерә йәки бер бала менән ҡала. Ә уйлап ҡараһаң, кешеләге нәфсе тигән тойғо ла, донъя байлығы ла сикһеҙ. Ҡыуып етеп булмай. Бөгөнгө заманда фатир, машина алып, кредиттар түләгәнсе йәшлегең, һау сағың үтеп тә китеүе бар бит. Беҙ ҙә ипотека түләйбеҙ, балалар үҫкәс, тип ҡалдырған ниәттәр байтаҡ. Насип булһа, тормошҡа ашыр улар ҙа.

Тулғаҡ ғазаптары

Тәүге ике баланы табиптарҙың тәҡдиме буйынса операция юлы менән таптым. Ә үҙемдең тулғаҡ ғазаптары кисереп, балаларымды яҡты донъяға килтергем килә ине. Икенсенән, ҡырҡып алғандан һуң ҡаҡшаған һаулыҡты тәртипкә килтереү ҙә ауыр. Шул мәлдә баланы ҡарарға ла кәрәк. Был нескәлекте уны кисергән ҡатындар ғына аңлай алыр.
Өсөнсөгә ауырға ҡалғанымды белгәс, кесаревонан баш тартырға теләнем һәм махсус мәғлүмәт эҙләп, ныҡышмал рәүештә әҙерләндем. Билдәле инде, ике операциянан һуң үҙҙәренә яуаплылыҡ алырға теләүселәр булманы. Шулай ҙа бер батыр йөрәкле, аңлаусан табип – Йәзилә Рәшит ҡыҙы табылды. Һәм ниһайәт, мин дә тура мәғәнәһендә тулғаҡ ғазаптарын татып, сабыйыма ғүмер бүләк иттем.

Әсә хеҙмәте

Әсәй булыу – яуаплы, ауыр, фиҙаҡәр хеҙмәт. Быны йәмғиәт тә, әсә кеше лә аңларға тейеш. Баланы табыу — эштең бәләкәй генә өлөшө. Ә уны тәрбиәләү, тормошҡа әҙерләү, талантын асыу, үҫтереү, бәхетле итеү еңел түгел. Уға ниндәй көс кәрәклеген күптәр аңламай.
Ғәҙәти тормошто еңеләйтеүсе ниндәй хеҙмәттәр бар? Клининг, тәрбиәсе, ашнаҡсы, психолог, педиатр, байрамдар ойоштороусы, стилист, такси һәм башҡалар. Ә уйлап ҡараһаң, әсәй кеше шуларҙың барыһын да үҙенә туплаған.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: