Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәшәйеш
11 Декабрь 2022, 16:00

Үтескә алынған ғүмер

Кредитҡа әсирлеккә эләккәндәр араһында йыш ҡына яуаплы, юғары белемле, ғүмере буйына тырышып эшләгән, яҡшы ғаиләле кешеләр ҙә була. Улар иң ябай, иң яҡшы һәм үҙенә уңайлы шартлы кредит һайлай. 

Үтескә алынған ғүмерҮтескә алынған ғүмер
Үтескә алынған ғүмер

Кредит, бер ҡараһаң, ҡапыл килеп тыуған проблемаларҙы тиҙ һәм еңел хәл итергә, тормош шарттарын яҡшыртырға ярҙам итә. Етмәһә, банктарҙан һәр саҡ уңайлы шарттар тураһында реклама килеп тора: льготалар, процентһыҙ ҡайтарыу осоро, акциялар. Әммә кредит — ул балта кеүек ҡорал. Уның менән өй төҙөргә лә, ҡулды сабырға ла була.

Үткән йылдың ноябренә Рәсәй халҡының кредит бурыстары 19,28 триллион һумға етте. Беҙҙең халыҡ бурыстарға йыш ҡына финанс яҡтан белеме етмәүе арҡаһында бата. Тағы ла иҡтисади көрсөк, эш юғалтыу, ауырыу ҙа ошо ауыр хәлгә килтерә. Ябай халыҡтың мутлашыусыларға ла эләгеүе бар. Ә бик һирәктәр алдан уҡ банкка аҡсаны ҡайтарырға уйламай, кредит алып ҡаса. Кемдер аяғын юрғанына ҡарап һуҙмай, түләргә көсө етмәҫ сумманы ала.

Яҙмыш ғәйепле

Кредитҡа әсирлеккә эләккәндәр араһында йыш ҡына яуаплы, юғары белемле, ғүмере буйына тырышып эшләгән, яҡшы ғаиләле кешеләр ҙә була. Улар иң ябай, иң яҡшы һәм үҙенә уңайлы шартлы кредит һайлай. Аҡсаға йә өй, йә машина ала, йә аҡсаны дауаланырға тотона. Башта барыһы яҡшы бара, ваҡытында түләй. Әммә бер заман уның эш хаҡы кәмей – премиялар, өҫтәмә түләүҙәр ҡырҡыла, эшенән яҙа. Һөҙөмтәлә кеше кредитын түләй алмай, проценттар өҫтәлә генә бара, яңынан-яңы бурыстарға бата.

Бына Силәбе ҡалаһында булған хәл. Күсемһеҙ милекте залогка алып займ биреүсе финанс ойошмаларҙың береһенә йәш ир килә. Өҫтө-башы бөтөн, матур һөйләшә. Ғаиләле, бәләкәй улы бар. Ул үҙенең перспективалы эшен үҫтерергә теләүен һәм ҙур сумма аҡса кәрәклеген белдерә. Залог урынына – ҡәйнәһенең фатиры. Уныһы ла

риза. Иртәгеһенә ир ҡәйнәһе менән килә, барлыҡ документтарҙы тултыралар һәм кәрәкле 400 000 һумды алалар. Әммә беренсе айҙа уҡ кредит түләнмәй, саҡ ҡына һуңыраҡ түләйәсәктәре тураһында белдерәләр. Икенсе айҙа — шул уҡ хәл. Финанс ойошманың хеҙмәткәрҙәре шылтырата башлай, тик яуап биреүсе булмай. Бер нисә айҙан һуң ойошма судҡа мөрәжәғәт итә. Ир килмәй. Тиҙҙән суд ҡарары көскә инә: суд приставтары залогҡа ҡалдырылған фатирҙы аресҡа алырға тейеш. Әммә унда барғас, ишекте эсеүҙән шешенеп бөткән иҫерек әбей аса. Ул баяғы ирҙең ҡәйнәһе булып сыға. Фатир ҙа ҡот осҡос хәлдә – бысраҡ, шешәләр, һаҫыҡ еҫ. Ошо бысраҡлыҡ араһында бәләкәс бала ла йөрөй. Баҡһаң, ир үлеп ҡалған. Бурысты түләргә мөмкинлектәре юҡ. Әбейҙең пенсияһы осон-осҡа ялғап йәшәргә генә етә. Был ваҡиғанан һуң ул фатирһыҙ ҙа ҡала.

Тормош фажиғәләре лә кешеләрҙе бурысҡа батыра ала шул.

 

“Еңел” аҡсаның аҙағы ауыр

Микрозаймдар менән дә һаҡ булыр кәрәк. Ставкаһы көнөнә 2 процентҡа тиклем булған “тиҙ аҡса” ҡурҡыныс эҙемтәләргә алып килә. Күп ваҡытта микрофинанс ойошмаларына банктар кредит бирмәгәнләктән киләләр. Был осраҡта, билдәле, кеше ниндәй булһа ла шарттарға риза. Ринат тигән егет эләккән хәл бик фәһемле. Ул кәләш алырға була. Туйҙы шаулы-гөрлө итеп үткәрергә иҫәп тоталар йәштәр. Әммә алдан йыйылған аҡса юҡ. Банктар, эш хаҡтары түбән булыу сәбәпле, кредит бирмәй. Йәштәр “тиҙ аҡса” рекламаһын күреп ҡала һәм уйлап та тормай шунда мөрәжәғәт итәләр. Туй мәшәҡәттәренә әүрәгән пар уның проценттарына, шарттарына ла ҡарамай. Ярты сәғәттә аҡса алып сығып, хыялдарындағы туйҙы үткәрәләр. Шарт буйынса айына иң кәмендә ике-өс мең түләп барырға кәрәк. Аҙ бит! Әммә был тик проценттар ғына булып сыға. Ҡулланған һумдар бер нисек тә кәмемәй. Хәҙер Ринаттың бурыстары алған сумманан ике тапҡырға күберәк. Бер көнлөк туй үткәреү бер нисә йылға һуҙылырлыҡ проблемаға әүерелә.

Микрофинанс ойошмаларының тағы бер ҡыҙыҡлы “алдау” юлы бар. Күсемһеҙ милекте залог итеү тураһында һөйләйҙәр. Ә ысынында инде, килешеүҙә “залог” бер тапҡыр ҙа телгә алынмай: улар һеҙҙең менән “һатып алыу — һатыу” килешеүе төҙөй. Мәҫәлән, ҙур ғына сумма аҡса кәрәк булды. Микрофинанс ойошмаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар беҙгә аҡса бирә, ә “залог”ка фатирыбыҙҙы яҙҙырабыҙ. Тик бер кем дә ентекләп уҡып тормаған килешеү буйынса, ойошма беҙҙең фатирҙы һатып алғаны өсөн беҙгә аҡса биргән, ә беҙ хәҙер унда йәшәгәнебеҙ өсөн түләйбеҙ килеп сыға. Әммә саҡ ҡына һуңлатһаҡ, килешеүҙе боҙоуҙа ғәйепләп, фатирыбыҙҙан ҡыуып сығарасаҡтар. Һөҙөмтәлә торлаҡһыҙ ҙа, уларға бурыслы ла булып ҡалабыҙ.

 

Замандың тағы бер “еңел” аҡсаһы

Улар – кредит карталары. Банктар ниндәйҙер лимитлы, әйтәйек 30 000 һумға тиклем, карта бирәләр. Был карта ярҙамында һеҙ магазиндарҙа, кафе-ресторандарҙа түләй алаһығыҙ. Ғәҙәттә, тотонған аҡсаны бер-ике ай эсендә процентһыҙ ҡайтарып була. Ҡайһылай шәп: хәҙер генә берәй байрамға күлдәк алдым да, әйтәйек, биш меңгә, ә аҙаҡ, эш хаҡы килгәс, шул уҡ сумманы ҡайтарҙым. Тик ҡайһы бер кеше уны процентһыҙ осорҙа ҡайтарып өлгөрмәй һәм банк шунда уҡ штрафтар, проценттар өҫтәй һала. Кешеләр кредит карталарын йыш ҡына “файҙаһыҙ”ға тотона: унда тәмле итеп ашағыһы килде, бында киноға инеп сыҡты, ошонда инеп кенә сәйгә берәй нәмә алып сыға. Аҙаҡ тотонған сумманы һалаһың да ул, тик киләһе эш хаҡын алғансы тағы ниндәйҙер аҡсаға йәшәргә кәрәк бит. Һәм тағы баштан башлана. Етмәһә проценттар өҫтәлә бара. Тотонған сумманан күпкә күберәк ҡайтарырға тейеш булып ҡалаһың. Түләүҙәрҙе һуңлатһаң, тағы штраф: беренсе аҙна — бер нисә йөҙ һум, артабан көн һайын — бер нисә мең.

 

 

Банктарҙы алдайым тип

Банктарҙы алдап маташыусылар ҙа бар. Ярославль өлкәһенән ғаилә ярты миллион һорап бер көндө ике банкка мөрәжәғәт итә. Аҡса

бирер алдынан банктар кредит алыусыны бар яҡлап тикшерә: килеменән сығып, ғаиләһен иҫәпкә алып, “коммуналка”ны түләүҙәрен ҡушып, кредит түләргә аҡсаһы ҡаламы, юҡмы икәнен иҫәпләйҙәр. Әгәр аналитиктар кешенең тағы бер кредиты бар икәнен белһәләр, кредит бирелеү һорауы, шарттары башҡа төрлө булыр ине. Тик ғаилә банктарға бер көндә мөрәжәғәт иткәс, уртаҡ базала бының хаҡында мәғлүмәт булмай һәм ике банк та аҡса бирә. Тегеләр ҙә баш тартмай – биргәс, икеһен дә алалар. Бер аҙҙан һуң, ирле-ҡатынлы килемен юғалта, кредит буйынса бурыс барлыҡҡа килә. Банктарҙың икеһе лә судҡа мөрәжәғәт итә. Хәҙер ғаиләнең бөтә эш хаҡы тиерлек тотолоп ҡалына. Етмәһә, улар үҙҙәренең кредит тарихын “бысраттылар”: хәҙер бүтән банктың ышанып аҡса биреүе шикле. Кредит тарихын таҙартыу өсөн рассрочкаға йә кредитҡа йылдар буйы ваҡ-төйәк техника йә мебель алып, ваҡытында түләп барырға кәрәк. Әммә был ысул да тулы гарантия бирмәй.

“Валюта”лы ипотека алыусыларҙың да бәләгә тарыуҙары ихтимал. 2000 йылдар башында ошондай ипотека алыусылар бер нисә тапҡыр долларҙың курсы үҙгәреүе арҡаһында бурыстары кәмеү генә түгел, киреһенсә, арта. Алған фатирҙы һатҡан хәлдә лә, бурыс ҡапланмаған осраҡтар бар. Банктар ҙа бурысты һумға күсерергә ашыҡмайҙар. Шуға ла бындай “валюта”лы ипотеканы тик уйлап алырға кәрәк.

 

 

Бурыстарҙы ғәфү итмәйҙәр

Бурыстар барлыҡҡа килгәс тә, банктар тәүҙә бурыслыға үҙҙәре “сыға” һәм түләмәгән осраҡта ниҙәр булыуы хаҡында иҫкәртә. Был ярҙам итмәһә, эште үҙенең “эске” коллекторҙарына тапшыралар. Әгәр банктың коллекторҙары бер нәмәгә лә ирешә алмаһа, был бурысты банк сит коллектор агентлығына һата. Артабан коллекторҙарҙың эше башлана. Ҡанун, әлбиттә, уларҙың эшен сикләй. Әммә ысынбарлыҡта “бик тырыш” коллекторҙар көнөнә әллә нисә тиҫләгән тапҡыр шылтырата. Хатта төндәрен дә борсойҙар – кешегә психологик баҫым яһауҙың иң ҡулайлы ысулы был. Шунан туғандарына, дуҫтарына, эшенә һәм коллегаларына шылтыратыуҙар башлана. Бәләкәйерәк

ауыл-ҡалаларҙа социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә фотоларын “бурыслы” тип һала башлайҙар.

Банктың иң аҙаҡҡы аҙымы – ул суд. Суд аша эш хаҡын тотоп ҡала башлайҙар йәки мөлкәтте тартып алып, һатып, бурысты ҡаплайҙар.

Ғүмерең үтескә булмаһын тиһәң, бурысҡа батып, коллекторҙарҙан ҡасып, йәшенеп йәшәгең килмәһә, мөлкәтеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң, кредит алыр алдынан ҡабат-ҡабат уйланыу мөһим. Үҙеңә “ул әйберҙе, бәлки, аҡса йыйып ҡына ала алырмын?” тигән һорау бир. Ә инде кредит алыр булғас, төрлө банктарҙың тәҡдимдәрен өйрән, тап килгән шарттарҙы эҙлә; ай һайын түләүҙәр эш хаҡыңдың 20—30 процентынан ашмағанын тикшер; килешеүҙе ентекләп уҡы, бигерәк тә ваҡ яҙыуға иғтибар ит.

 

Әгәр кредиттарҙы түләргә, ысынлап та, бер тин аҡсаң булмаһа...

1. Бурыс үҙенән үҙе юғалыр тип көтмәгеҙ. Коллекторҙар борсомаған осраҡта ла, һеҙҙе бер кем онотмаған: проценттар өҫтәлә генә бара, ә кредит тарихы насарая.

2. Юғалмағыҙ. Банктарҙың шылтыратыуҙарынан ҡасыу – насар ысул. Был осраҡта һеҙҙе “яуыз” бурыслылар, мутлашыусылар исемлегенә индереп, бурысығыҙҙы коллекторҙарға һатыуҙары бар. Улар менән эшләү банктарға ла рәхәт түгел. Шуға һеҙҙең менән һөйләшеп, кәңәшләшеү уларға ла яҡшыраҡ. Банктарға хәлегеҙҙе аңлатып мөрәжәғәт итегеҙ. Улар төрлө юлдар тәҡдим итер.

3. Яңыларын алмағыҙ. Күптәр бер бурысын ҡаплайым тип, икенсеһен ала, икенсеһен ҡаплайым, тип өсөнсөһөн ала. Бурыстарығыҙ ҡар өйөмөләй ҙураймаһын тиһәгеҙ, кредит өҫтөнә кредит алыуҙан баш тартығыҙ.

4. Паникаға бирелмәгеҙ. Бурыстар үҫә бара, коллекторҙар туҡтауһыҙ шылтырата... Кешеләр был осорҙа банк хеҙмәткәрҙәре

менән әрләшә башлайҙар, суд менән ҡурҡытып маташалар, антиколлекторҙарға мөрәжәғәт итәләр. Шуны иҫегеҙҙә тототоғоҙ: кредит – ул финанс менән проблема. Дөрөҫ юл эҙләгеҙ.

5. Шикле компанияларға мөрәжәғәт итмәгеҙ. “Кредитты законлы рәүештә түләмәҫкә”, “бурысығыҙҙы түләйбеҙ”, “коллектоҙарҙың шылтыратыуҙарын туҡтатабыҙ” тиеүсе шикле компанияларға ышанып, уларға ла аҡса түләп алданмағыҙ.

6. Эште судҡа еткермәгеҙ. Суд приставтары һеҙҙең мөлкәтегеҙҙе аукционда һатыуҙары ихтимал.

7. Финанс грамоталығығыҙҙы арттырығыҙ. Үҙеңде банкрот итеп иғлан итеү, кредит каникулдарын алыу, рефинанслау, реструктуризациялау һ.б кеүек юлдарҙы ентекле итеп өйрәнегеҙ.

Загида Мусина.
Автор:
Читайте нас