Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
13 Декабрь 2022, 08:15

Бөгөн - Халыҡ ара айыу көнө

Өс тапҡыр айыу менән осрашҡан. Ә һеҙ айыуға тап булғанығыҙ бармы? 

Бөгөн - Халыҡ ара айыу көнө
Бөгөн - Халыҡ ара айыу көнө

Гөлһылыу Зәйнетдинова, Бөрйән районы, Брәтәк ауылы:

- Бер ваҡыт башмағым юғалды ла, эҙләп сығып киттем. Газ юлы үткән бер ерҙә айыуҙы күреп ҡалдым – тамыр ашап йөрөй. Ҡаттым да ҡалдым. Иҫемә килеп, өйөмә һыпырттым, ҡайтып еткәнемде һиҙмәнем дә. Иптәшемә әйтәм: “Әйҙә, һиңә айыу күрһәтәм, анау тирәлә йөрөй”. “Эйе, һиңә, уны бәйләп ҡуйғандарҙыр шул”, - тип иптәшем мине тынысландырҙы.
Үҙем Белорет районы Өмөтбай ауылы ҡыҙымын. Иптәшем Самат менән икәүләп әсәйемдәргә йәйәүләп сыға ла китә торғайныҡ. Шулай бер ваҡыт ҡайтып киләбеҙ. Ҡурғашлы тирәһендә өс балаһы менән айыу йөрөй. Инә айыу баҫты ла беҙгә ҡарап торҙо, эргәһендә балалары эй шаярышып уйнайҙар. Йомро, матур ғына инде үҙҙәре.

Өсөнсө осрашыуым балан йыйырға сыҡҡанда булды. Шул уҡ айыу булдымы икән, әйтә алмайым. Унда ла инә айыу өс балаһы менән йөрөй ине. Ул ваҡытта ла айыу беҙҙе күрҙе.
Балалар үҫеп еткән ине ул ваҡытта. Иптәшем менән Өмөтбайға һыбай китеп барабыҙ. Бәштин тауы башында йоҡларға яттыҡ. Баҡтиһәң, айыу йөрөгән ергә килеп урынлашҡанбыҙ икән. Төнө буйы ут яғып, беребеҙ йоҡлағанда икенсебеҙ ҡарауыллап таң аттырҙыҡ. Иртән әсәйемдәргә барып еттек.

Ҡабан сусҡаһы менән дә осрашырға тура килде. Бесәнлегебеҙ алыҫ ҡына. Тракторыбыҙ боҙолдо ла, бер үҙем йәйәүләп ҡайтырға сыҡтым. Күрәм, ата ҡабан сусҡаһы йөрөп ята – тегеләй бара, былай бара. Таяҡ тотоп алдым да, үҙемде тыныс ҡына тотоп китеп барам. Ҡараһам, унда бер генә түгел икән – бер нисә ҡабан сусҡаһы, балалары ла булған. Тыныслығым һаҡлап ҡалдымы икән?

Элек солоҡтарҙы тәрбиәләргә лә күп барҙым. Йәйәү йөрөгәс, мажаралар күп булды инде.

Ә. ЮЛСУРИНА.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите.  

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: