Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
13 Ғинуар 2023, 18:16

Мөғжизә көтөү яҡшыға илтәме?

Быйылғы көҙҙә ошо ябай ауыл ҡатыны кеүек кисерештәр солғанышында йәшәгәндәр аҙ түгелдер. Эйе, барыһы ла йөрәк аша үтә. Ләкин, шомло уйҙарға бирелеүҙән, бөртөгөн дә ҡалдырмай ем сүпләгән тауыҡ һымаҡ, һәр сыҡҡан яңылыҡты уҡып, күҙәтеп барыуҙан хәл үҙгәрмәй.

Мөғжизә көтөү яҡшыға илтәме?
Мөғжизә көтөү яҡшыға илтәме?

“Ни өсөн беҙгә бындай бәлә? Тағы ла ниҙәр күрәһеләребеҙ бар икән? Ҡайһылай ҡурҡыныс замандар етте. Күпме кеше ковид сиренән ҡырылды, хәҙер килеп көн дә тиерлек яу яланынан үлем хәбәрҙәре килә. Бөтә донъя һуғышы сығып китмәһен, атом бомбаһы ҡулланып ҡуймаһындар. Ҡайҙа ғына ҡасырбыҙ ҙа, нисек йән һаҡлап ҡалырбыҙ. Аңламайым был хәлде, ҡурҡам, бигерәк шомло…”

Шулай тип һамаҡланы көн дә телефондан күҙен алмаған Хәйерниса. Уныһының көсө ултырғансы күҙәтә лә, зарядкаға ҡуйып, телевизорға йомола. Көн дә иртән бер уй менән уяна: яҡшы яңылыҡ менән ҡыуандырмаҫмы береһе? Юҡ, бер үҙгәреш тә юҡ. Киреһенсә, ваҡиғалар ҡуйыра ғына. Көрһөнөп, бөтөрөнөп үтә көндәре. Әйтерһең, ул шулай ныҡ итеп ҡайғырһа ғына сәйәсәт үҙгәреп китә. Һәр кис ҡалала йәшәгән балаларына шылтырата, улар өсөн дә артыҡ борсола. Бар уйын биләгән көнүҙәк яңылыҡтар тыныс ҡына йәшәргә ирек бирмәй. Ғәмһеҙ генә йөн иләгән мәлдәрен, сериал ҡараған саҡтарын, күршеһе менән сөкөрләшеп кенә сәй эскән ваҡыттарын һағына. Әле лә ул мөмкинлектәрҙе бер кем тартып алмаған, әммә күңеле урынында булмағас, ҡулына бер эш бармай, тамағына аш үтмәй. Интернетҡа текәлә лә шунан өмөт, шатлыҡ эҙләй.
Көндәр үтә килә, бындай күңел торошонан ялҡып та китә, эсе бошоп әрләшкеһе килә башлай. Әммә янында тибеп осорорҙай бесәйенән башҡа йән эйәһе юҡ. Тора-бара йөрәген тотоп ятҡылай башланы, ҡан баҫымы ла юғары һикергеләй. Телефоны һаман ҡулында бит әле.
Ә сәйәсмәндәр һаман өмөтлө хәбәр ебәрмәй. Улар өсөн Хәйерниса апай бар ни, юҡ ни.

Тиҙҙән бөтөр тип ышанғандар тәүгеләрҙән булып һыныр

Быйылғы көҙҙә ошо ябай ауыл ҡатыны кеүек кисерештәр солғанышында йәшәгәндәр аҙ түгелдер. Эйе, барыһы ла йөрәк аша үтә. Ләкин, шомло уйҙарға бирелеүҙән, бөртөгөн дә ҡалдырмай ем сүпләгән тауыҡ һымаҡ, һәр сыҡҡан яңылыҡты уҡып, күҙәтеп барыуҙан хәл үҙгәрмәй. Был бары тик көтөп йәшәү тигәнде аңлата. Хатта йәшәү тип тә әйтеп булмай. Ошо сыуалыштар үтһен дә, шунан ғына бәхетле була башлармын инде тигән һымаҡ. Улар ун йылға һуҙылһа? Ун йыл ғүмерҙе лә бушҡа уҙғарырға әҙербеҙме? Хәйерниса апай һымаҡ көйөп, ҡурҡып, нимәгәлер өмөтләнеп йөрөүҙе һайлағандар оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙ бирешер шул.
Билдәле психотерапевт, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында концлагерь тотҡоно Виктор Эмиль Франкл үҙенең китабында былай тип яҙған: был ҡурҡыныс хәлдәр тиҙҙән бөтөр тип ышанғандар иң тәүгеләрҙән булып һынды. Йәғни, кешенең иғтибары тик ошо ваҡиғала, башҡа нәмә уйлай алмай, гел иртәгәне һәм мөғжизә көтә. Был хәл психиканы ныҡ ҡаҡшата. “Уларҙан ҡала, бәлә ҡасан да булһа үтер тип өмөтләнгәндәр һынды”, тип яҙа автор. Бындай өмөтләнеү ҙә тәүгеһенән әллә ни айырылмай. Кеше барыбер көтөп йәшәү хәлендә. Күңел торошо түбәнгә тәгәрәй, ауырыуҙарға тиҙ бирешәһең, рух көсө кәмей. “Бер нәмәгә ҡарамай үҙ эшен башҡарғандар, артабан ни булыр, беҙҙе ниндәй яҙмыш көтә тип сәбәләнмәгән кешеләр генә имен ҡалды”, тип дауам итә Франкл.
Уның яҙғандары бөгөн шул тиклем көнүҙәк. Иғтибарҙы яратҡан эшенә, ҡыҙыҡлы шөғөлдәренә йүнәлткәндәр өсөн тормош һаман элеккесә кеүек. Сикәгә әле пистолет килтереп терәмәгәндәр икән, үҫешергә, ҡыуанырға, йәшәргә кәрәк шул.

Алама яңылыҡтарҙың
аҫтыртын эше

Ковид осоронан бер ваҡиға һөйләгәйнеләр. Ауылда йәшәгән ир менән ҡатын был сиргә бөтөнләй ышанмаған. Махсус уйлап сығарғандар, аҡса эшләр өсөн, тигәндәр ҙә. Яңылыҡтарҙы ҡарамаған, прививка эшләтмәгән, битлек кеймәйенсә магазиндарҙа йөрөгән, ҡунаҡҡа ла барған, туйҙа, байрамдарҙа дөйөм һауыттан сикәнмәгән. Нимә тип уйлайһығыҙ? Улар бөтөнләй ауырымаған.
Хәҙерге ваҡиғаны нисек ҡабул итеүҙәрен һорашам. Һаман яңылыҡ ҡарамайҙар, Интернетта алама теманан тыш та мәғлүмәт күп бит, һайлап ҡына шуларҙы күҙәтәләр, төрлө ҡул эштәренә өйрәнәләр. Үҙҙәренең бәләкәй генә бизнесы бар – көнө-төнө шуның менән мәшғүлдәр. Паникаға бирелеп, шомланып ултырырға ваҡыттары ла юҡ икән. Дөрөҫ эшләйҙәр, кәмендә депутат түгелһең икән, һинең борсолоуҙан ни файҙа?
Алама яңылыҡтарҙы ҡыҙыҡ өсөн генә тип тә асып ҡарамау хәйерле, ти белгестәр. Һәр мәғлүмәттең энергетикаһы бар икәненә ышанаһығыҙмы? Кемдеңдер асыу, ҡурҡыу, агрессия менән яҙған, төшөргән әйбере күңелгә үтеп инмәй ҡалмай. Ул бер орлоҡ кеүек беҙгә сәселә лә аҫтыртын ғына үҙ эшен башҡарырға тотона. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән асыуланып китәбеҙ, кешегә оторо яуап ҡайтарабыҙ, ниңә кәйеф төшкәнен, илағы килгәнен аңламайбыҙ.
Бер көн үҙенсәлекле генә белгестең сәхифәһенә инеп киттем. Ҡыҙыҡ, халыҡ менән нисек мөнәсәбәт ҡора икән? Баҡтиһәң, уңайһыҙ һорау биргәндәрҙе алама һүҙ менән әрләй, ниндәйҙер ғәйеп ташларға ла күп һорап тормай… Ҡыҙығып, байтаҡ ҡына ҡараштырып ултырҙым әле. Тик аҙаҡ үҙемде бысраҡ һыу менән ҡойонған кеүек тойҙом. Кәйеф төшөп китте хатта. Бына нисек эшләй кеше йөрәгенән сыҡҡан кире хис-тойғолар, асыу, тәкәбберлек…

Көстө үҙеңдә таба торған ваҡыт

Әлеге буталсыҡ осорҙа үҙегеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, күҙҙәрегеҙҙе телефондан алып, тирә-яҡтағы гүзәллеккә йүнәлтегеҙ тип кәңәш бирә күңел табиптары. Ҡаланың ҡараңғы, йәмһеҙ тойолған районында йәшәгән хәлдә лә эргә-тирәлә берәй үҙебеҙҙе ҡыуандырыр сәбәп табырға мөмкин. Мәҫәлән, тәҙрә төбөндәге гөл, стеналағы матур картина, нәфис һауыт, яңы яуған ҡар, тулған ай… Ғөмүмән, өйҙә сәскәләр күп булһын ул. Даими рәүештә тере раузалар бүләк итеүсең бар икән – икеләтә шәп! Уларҙың энергетикаһы кешегә бик тә ярҙам итә. Интернетта ла матурлыҡ етерлек. Гүзәл урындар менән таныштырған, ҡыуаныс өләшкән ҡыҙыҡлы аккаунттар күп кенә.
Хәҙер, ни тиклем генә сәйер яңғырамаһын, һәр кемгә үҙенең күңелен ипкә килтерә, үҙен аңларға өйрәнә торған ваҡыт. Нисәмә йыл башҡаларға, батшаларға ышанып, табынып йәшәнек – үҙебеҙҙе бөтөнләй оноттоҡ. Ә унда, эске донъябыҙҙа ниндәй генә һуғыш юҡ! Кешеләрҙе аҡтарға һәм ҡараларға бүләбеҙ, талантлы һәм талантһыҙҙар тип нарыҡлайбыҙ, милләт айырабыҙ. Юҡ ҡына һүҙгә лә шырпы бөртөгөндәй тоҡанып китәбеҙ. Хәҙер Ер шары ошондай бүленештән, ҡабул итмәүҙәрҙән таҙара кеүек. Үҙгәрештәр бик ауыр бара, әммә бер нәмә лә элеккесә булмаясағы көн кеүек асыҡ.
Шулай уҡ, кешегә хәҙер кемдәргәлер ышаныуҙан туҡтап, көстө үҙенән таба торған ваҡыт, ти белгестәр. Авторитеттар хәл итә алмай беҙҙең яҙмышты. Һәр кем үҙен тулыһынса асып, терәк һәм таянысты тик үҙендә тойоп, ҡулынан килгәнде эшләп, ҡалғанын Хоҙайға тапшыра торған осор.

Гөлсинә БАЙҒУЖИНА.

Автор:
Читайте нас: