Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
15 Ғинуар 2023, 14:50

Яңы йылды - яңы йортта

Ҡиммәтселек заманында йәш һәм күп балалы ғаилә өсөн яңы йортҡа башҡа сығып, үҙ хеҙмәтенең татлы емешен татыуҙан да оло бәхет бармы икән?! Яңы йыл алдынан ғына Күгәрсен Мораҡ ауылының Алсынбаев урамында өй туйлаған Эльза Фәттахова менән Рауил Әбдрәхимовтың да шатлыҡ-ҡыуанысы сикһеҙ.

Яңы йылды - яңы йортта
Яңы йылды - яңы йортта

Ҡиммәтселек заманында йәш һәм күп балалы ғаилә өсөн яңы йортҡа башҡа сығып, үҙ хеҙмәтенең татлы емешен татыуҙан да оло бәхет бармы икән?! Яңы йыл алдынан ғына Күгәрсен Мораҡ ауылының Алсынбаев урамында өй туйлаған Эльза Фәттахова менән Рауил Әбдрәхимовтың да шатлыҡ-ҡыуанысы сикһеҙ.  Йәштәр тиһәң дә, Эльза менән Раүил яҙмыш рәхимһеҙлеген үҙ иңендә татып, тормоштан “яҡшы” һабаҡ алып апаруҡ сыныҡҡан кешеләр. Шуға күрә лә ғаилә ҡиммәттәренә һаҡсыл ҡарашта булып, бер-береһенә күңел наҙын, йылы һүҙен йәлләмәй улар.

 Ғаилә башлығы Рауил төптән Яҡшембәт ауылынан. Күпселек һөйөклө өләсәһе - Нурия  инәй тәрбиәһендә үҫкән малай бәләкәйҙән эшкә сос булып, ауыл эше менән беләк нығытып буй еткергән. Яҡшембәт туғыҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһында уҡып, тракторист, водитель, слесарь һөнәрҙәрен үҙләштергән. Армиянан ҡайтҡас, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тип, иретеп йәбештереүсе һөнәренә лә уҡыған. Совхозда тракторист, иретеп йәбештереүсе булып эшләп бер аҙ хеҙмәт тәжрибәһе туплап өлгөргән егет 2012 йылдан бирле себерҙә вахта менән йөрөп эшләй.

 Йылғыр, эшкә таһыл егет ғаилә ҡорғансы уҡ район үҙәгенән участка йүнәтә. Өлөшөнә төшкән көмөшөн – Бикбулат ауылының ҡалаҡҡа ҡабып йоторлоҡ һылыуын осратҡас, Мораҡ ауылында фатирға инеп йәшәп торалар, шул уҡ ваҡытта яйлап яңы йорт һалалар.  Уртаҡ мөхәббәт емештәре – Тимур тыуғас, йәш ғаиләнең ептәре тағы ла нығый. Рауил, киң күңелле һәм бала йәнле атай булараҡ, кәләшенең тәүге улы Арсенды ла үҙенеке итеп ҡабул итеп, уның өсөн яҡын кәңәшсегә, ныҡлы терәккә әүерелә. 2022-лә иң тәмлекәсе, кинйәләре – Рәсүл тыуғас, матур парҙың тормошо йәнә нурға сорнала.

 Сығышы менән егәрлеләр төбәге – Бикбулаттан булған Эльза ла йәшәүгә сәмле, эшкә бөтмөр заттан. Әсәһе Рәсимә Рәжәп ҡыҙы Юлдыбай ауылынан килен булып төшөп, ғүмер баҡый Бикбулат ауылы мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡытты, күпме быуын балаларының аңына “тал сыбыҡтай һығылмалы” туған телебеҙҙең наҙын һеңдерҙе, күңелдәренә илһөйәрлек, изгелек орлоғон һалды. Атаһы Хәмит Ғәлиәкбәр улы совхозда водитель һөнәрен ҙур намыҫ менән атҡарҙы. Әлеге ваҡытта мал аҫрап, ҡорт ҡарап, ауыл еренең бар йәмен тойоп йәшәүсе уңғандар ике ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып йәшәй.

 Эльза тилбер ҡуллы әсәһенә эйәреп бәләкәстән хужалыҡ эштәренә, бәйләргә, сигергә оҫта, уҡыуға һәм спортҡа әүәҫ була. Дөрөҫ, уға Күмертау педагогия колледжында физкультура-технология йүнәлешендә белем алғас, үҙ һөнәре буйынса эшләү бәхете теймәй.

 Тәүге йәшлек йәре яҡты донъяларҙан бик иртә киткәс, ҡулында бәләкәс сабый менән ҡалған Эльзаға йөрәгенән күпме ғазаплы хистәр, хәсрәтле кистәр үткәрергә тура килгәнлеген үҙ башына төшкән генә аңлайҙыр. Сабыр ғына һағыш утын йөрәгенә йомоп, Арсенға 3 йәш булғас һатыусы булып эшкә сыға ул. Йәйгеһен тик тормаҫ әсәһе менән еләккә йөрөп (Рәсимә Рәжәп ҡыҙы бер көндә 3-4 ҙур күнәк еләк йыйырға һәләтле!), ауыл эшенә әүрәп күңел яраларын төҙәтә.

 Сабырҙарға барыбер ҙә бәхет йылмая, тиҙәр. Хәҙер Эльза бөркөттәй өс улдың изгелекле әсәһе, тормош  юлдашы өсөн һөйөклө ҡатын.

 Айыҡ аҡыл менән йәшәргә күнеккән, донъяға яҡты ҡарашлы Эльза менән Раүилдең һәр саҡ уй-хыялдары, маҡсаттары бер төптән булып, артабан да эштәре уң булһын, яңы йылда яңы йорттарына  тағы ла ырыҫ, бәрәкәт өҫтәлһен!    

Гөлшат Сәйетбатталова.

Күгәрсен районы.    

Автор:
Читайте нас: