Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
18 Ғинуар 2023, 16:06

Балағыҙҙы түгел, үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ

Сабый биләүҙә ятҡан сағынан уҡ тирә-яҡты өйрәнә башлай. Был йәһәттән атай-әсәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Бала һиҙгер аңы менән уларҙың һәр аҙымын күҙәтеп, ҡағыҙҙай аҡ хәтеренә һеңдереп бара. Әлеге тәжрибәһе аша уның тормошҡа ҡарашы, холоҡ-фиғеле формалаша.

Балағыҙҙы түгел, үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ
Балағыҙҙы түгел, үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ
Баланы табыу түгел, бағыу – һөнәр. Ысынлап та, уның нескәлектәренә ныҡлап төшөнөр өсөн атай-әсәйгә байтаҡ эҙләнергә, үҙ өҫтөндә эшләргә тура килә. Әлеге мәртәбәле һәм шул уҡ ваҡытта шаҡтай яуаплы тәрбиә процесында яңылышлыҡтарҙың булыуы ла тәбиғи. Ҡул ҡаушырып ултырған кеше генә хаталанмай бит. Ә бына үҙ хатаңды ваҡытында танып төҙәтеү – батырсылыҡҡа тиң. Ул бөтәһенең дә ҡулынан килмәй. Кемдер баланың холҡонда кире үҙгәрештәр күрһә лә, иғтибар итмәҫкә тырыша. Ә бәғзеләр өсөн ниндәйҙер саралар күреү өсөн дөрөҫ анализлау һәм һығымта яһау ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Һуңғы төркөмгә ингән атай-әсәйҙәргә түбәндәге ябай алым тәрбиәүи процестарын камиллаштырырға ярҙам итер, тип ышанам.
 
 
 
Юҡҡа ғына баланы түгел, үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ тип кәңәш итмәй бит психологтар. Сабый биләүҙә ятҡан сағынан уҡ тирә-яҡты өйрәнә башлай. Был йәһәттән атай-әсәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Бала һиҙгер аңы менән уларҙың һәр аҙымын күҙәтеп, ҡағыҙҙай аҡ хәтеренә һеңдереп бара. Әлеге тәжрибәһе аша уның тормошҡа ҡарашы, холоҡ-фиғеле формалаша. Теләйбеҙме-юҡмы, беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән сабыйыбыҙҙы әүәләйбеҙ. Аҡбалсыҡтан нимәлер хасил иткән кеүек. Әлбиттә, Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт, һыҙаттарға таянып, уларҙы үҫтерергә һәм йәмғиәттә үҙ урынын табырға ярҙам итә.
 
Атай-әсәйҙәргә тәрбиә процесын үҙ ағышына ебәреү ярамай. Был битарафлыҡ бөтөнләй насар тамамланыуы ихтимал. Сабыйығыҙ менән түбәндәге тесты үткәреп, уны борсоған проблемаларҙы асыҡлай алаһығыҙ.
 
“Минең ғаиләм” тип аталған тест 4 һәм унан да өлкәнерәк балалар өсөн тәғәйенләнә. Һүрәт аша сабыйығыҙ һеҙгә донъяға үҙ ҡарашын, ғаилә ағзалары менән мөнәсәбәтен, һәр ҡайһыһының урынын, ролен сағылдырып күрһәтер.
 
Эште балағыҙға ғаиләһен төшөрөргә тәҡдим итеүҙән башлағыҙ. Әммә үҙегеҙ был процесҡа ҡушылмағыҙ. Яҡындарының исемдәрен атамағыҙ, сөнки һеҙ әйткән теҙмә баланың күҙаллауына бөтөнләй тап килмәүе лә ихтимал. Ижади эшен бүлмәҫкә, зиһенен тарҡатмаҫҡа тырышығыҙ. Ғаилә ағзаларын ниндәй тәртип буйынса, кемде нисек төшөрөүен ситтән генә күҙәтегеҙ. Бәләкәй рәссамдың эше тамам булғас ҡына түбәндәге һорауҙар буйынса әңгәмә ҡорорғоҙ.
 
1. Кемде һүрәтләнең? Исемдәре нисек?
 
2. Нимә менән шөғөлләнәләр?
 
3. Әгәр берәй ғаилә ағзаһы һүрәтләнмәгән икән, мотлаҡ рәүештә ни өсөн уның юҡлығы хаҡында белешегеҙ.
 
4. Һүрәттә үҙе оҡшаймы? Нимә үҙгәртергә теләр ине?
 
5. Мәҫәлән, кинотеатрға барыр өсөн бер кешегә билет етмәй икән, кемде өйҙә ҡалдырыр ине?
 
Дөйөм анализ һүрәттәге композиция, персонаждарҙың урынлашыуы, ҙурлығы, ҡәләмгә баҫыу кимәле, төҫтәр гаммаһы буйынса эшләнелә. Хәҙер шуларҙың һәр береһенә айырым туҡталайыҡ.
 
Ғаилә ағзаларын һүрәтләү буйынса анализ
 
 
Тәү сиратта һүрәттә һынландырылған ғаиләгә дөйөм баһа бирергә кәрәк. Уртаҡ эш менән мәшғүлдәр икән, тимәк, улар татыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәре йылы. Атай-әсәйҙәр – бер, бала төбөнләй икенсе эш менән булыуы, киреһенсә, тарҡаулыҡ хаҡында һөйләй.
 
Ҡағыҙ битендә тыуған персонаждар тәртибе йәш рәссамдың уларға ҡарата мөнәсәбәтен сағылдыра. Ғәҙәттә, сабый тәү сиратта тормошонда мөһим роль уйнаған кешене төшөрә. Уны ғаилә башлығы тип һанай. Артабан дәрәжәләре буйынса бер-бер артлы башҡалар урын ала. Был тәртип ололарҙың күҙаллауындағы ғаилә иерархияһына тап килмәүе лә ихтимал. Әгәр бала (төпсөк булмаған осраҡта) был сылбырҙың аҙағында тора икән, тимәк, уға яҡындарының иғтибары етмәй тип аңларға кәрәк, әгәр иң алда торһа – эгоизм тураһында уйланырға урын бар.
 
Үҙен атаһы эргәһендә һүрәтләгән бала ғаилә башлығы кеүек үк авторитетлы булырға, һәр яҡлап уға оҡшарға ынтыла. Атай-әсәһе менән уратып алынғаны һөйөү-наҙҙан ҡытлыҡ кисермәй. Үҙенең образын булдырыу өҫтөндә байтаҡ көс түгеп, ваҡ ҡына деталдәрҙе лә ентекле итеп һүрәтләүе уникаллегенә шикләнмәүе хаҡында һөйләй. Ғәҙәттә, бындай ғаиләлә сабый һәм уның теләктәре тәүге планға сыға.
 
Персонаждарҙың ҙурлығы ла ҙур мәғәнәгә эйә. Баланы яратҡан, уның яҙмышында әүҙем ҡатнашҡандар күләмле итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән, сабый ваҡытын күберәк өләсәһе йәки олатаһы менән үткәрә икән, тимәк, ул ата-әсәһенә ҡарағанда ҙурыраҡ кәүҙәләндерелеүе ихтимал. Бала менән артыҡ ҡыҙыҡһынмаған, эскерле, үҙенең хис-тойғоларын тышҡа сығарып бармаған яҡындары бәләкәй итеп һынландырыла. Ә кескәй рәссам тормошондағы “ят” кешеләр иһә ҡағыҙ битендә сыйылып йәки юйылып ташланыуы ла ихтимал.
 
Автор кәүҙәһенең ҙурлығы ла байтаҡ нәмә тураһында һөйләй. Атай-әсәһе араһында торған бәләкәй кәүҙәле сабый үҙенең көсһөҙлөгө, өлкәндәрҙең иғтибарына, ярҙамына мохтажлығы хаҡында бәйән итә. Быны улар тарафынан артыҡ ҙур хәстәрлек күреү эҙемтәһе тип тә ҡабул итергә кәрәктер. Ғәҙәттә, әлеге күренеш бер генә балалы ғаиләлә йыш күҙәтелә. Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙаллылыҡҡа ынтылмай. Тирә-йүндәгеләрҙе алдында бейетә, хатта алдаҡ юлдар менән булһа ла теләгенә ирешә. Ә һөйөү менән “боҙолған”дар, ғәҙәттә, үҙҙәрен тормошта ла, ҡағыҙҙа ла сикләмәйҙәр.
 
Урынлаштырыу тәртибе буйынса
 
 
Һүрәттәге персонаждар бер ваҡытта ла бер тигеҙ һыҙатта кәүҙәләндерелмәй. Ҡағыҙ битендә башҡаларға ҡарағанда өҫтәрәк урынлаштырылған кешене бала абруйлыраҡ тип баһалай. Кем аҫтараҡ, уларҙың дәрәжәһе лә, йоғонтоһо ла аҙыраҡ.
 
Тыныслыҡ, гармония хөкөм һөргән ғаиләлә тәрбиәләнгән бала, ғәҙәттә, яҡындарын бер-береһенә яҡын һүрәтләй. Әгәр ҙә кешеләр араһында предметтар хасил булһа, был улар араһындағы проблемалар, аңлашылмаусанлыҡ барлығы хаҡында һөйләй.
 
Йыш ҡына ғаилә тулы составта һүрәтләнмәй, кемдеңдер төшөп ҡалыуы ла ихтимал. Бәләкәй рәссам йә урын етмәүгә, йә онотоуына һылтана. Быны осраҡлыҡ тип түгел, ә бала менән уларҙың араһындағы мөнәсәбәте киҫкен, көйләнмәгән тип аңларға кәрәк.
 
Атай-әсәй иғтибары һәм наҙы кесе туғандарына күберәк эләгә тип иҫәпләгән бала һүрәттә ҡусты-һеңлеләрен төшөрмәҫкә мөмкин. Ысын тормошта уларға ҡарата насар мөнәсәбәттә булмаһа ла, көнләшеүе хаҡында ошо рәүешле иҫкәртә. Балағыҙ кәмһенеп үҫмәһен тиһәгеҙ, тиҙ арала хәлде үҙгәртергә тырышығыҙ.
 
Яҡындарынан аңлау, яҡлау таба алмаған осраҡта бәләкәй рәссам үҙен башҡаларҙан күпкә алыҫыраҡ һынландыра йәки бөтөнләй онота. Өлкәндәрҙең уны ағай-апайҙары менән сағыштырып йыш тәнҡитләүе, киҫәтеүе үҙбаһаһын төшөрөүгә сәбәпсе була. Был шулай уҡ яңғыҙлыҡ хаҡында һөйләй.
 
Һүрәт шау йәнлектәрҙән йәки уйлап сығарылған персонаждарҙан тора икән – бала ғаилә тарафынан ситләтелгән. Ул “беҙҙең бәләкәй туғандар”ҙан яҡындары бирмәгән йылылыҡты эҙләй, күңел бушлығын тултырырға тырыша. Баланан ят персонаж холҡоноң ҡайһы яғы уға оҡшауы тураһында һорашып, үҙегеҙгә ни рәүешле үҙгәрергә, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген асыҡлай алаһығыҙ. Бындай сабыйға күберәк яҡындары менән аралашыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Әгәр ҙә ғаилә ағзалары урынына башҡа туғандарын һүрәтләһә, тимәк, балаға тәүгеләре менән тығыҙыраҡ аралашыу кәңәш ителә.
 
Әгәр бәләкәй рәссамдың яҡындары урынына берәй “буш ҡыуыҡ” (мәҫәлән, өй) төшөрөүе ысын ғаилә тураһындағы күҙаллауының бөтөнләй юҡлығын аңғарта.
 
Кәүҙә ағзалары буйынса анализлау
 
 
Бала үҙенең күңеленә яҡын, уның өсөн мөһим булған кешеләрҙе айырыуса ентекле итеп һүрәтләй, битенең һәр һыҙатына ҙур иғтибар бүлә. Әгәр автор үҙенең йөҙөн башҡаларҙан айырмалы рәүештә матурыраҡ төшөрә икән, тимәк, үҙен ярата. 4 йәшкә тиклемге балалар өсөн был ғәҙәти һаналһа ла, өлкәнерәктәр өсөн борсолорға урын бар.
 
Кескәй рәссам үҙен йыш киҫәткән, әрләгән кешенең ауыҙын, ғәҙәттә, ҙур итеп төшөрә. Ә бөтөнләй ауыҙһыҙ булыуы ла “Миңә ҡысҡырма” тигән оран кеүек яңғырай. Тештәр – агрессия билдәһе.
 
Ҙур күҙле персонаждар ҡурҡыу, ә бәләкәй күҙҙәр нимәлер йәшереүе тураһында һөйләй. Туҡтауһыҙ тикшереү, контроль аҫтында тотҡан өлкәндәрҙе бала “күҙһеҙ” итә. Ҙур ҡолаҡтар йышыраҡ маҡтауға, тыңлауға ишара яһай. Өнәп етмәгәндәрҙең йөҙөн бала бөтөнләй төшөрмәүе лә ихтимал.
 
Сабый оҙон ҡуллы итеп төшөрөлгән кешене хакимлыҡ итергә ярата тип баһалай. Быны “Миңә һуҡма” тип тә аңларға була. Ҡыҫҡа ҡулдар, киреһенсә, эске көсһөҙлөк күрһәткесе. Әгәр бала үҙен өҫкә күтәрелгән ҡулдар менән төшөрә икән, тимәк, уны ғаиләләге роле ҡәнәғәтләндермәй һәм ул үҙ-үҙенә ышанысын арттырырға теләүен белдерә.
 
Баланың ҡул суҡтарын, бармаҡтарҙы ентекләп төшөрөүе ғаилә эсендәге тығыҙ бәйләнеш барлығын, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәрҙең көйлө булыуын аңлата, әгәр юҡ икән – тимәк тирә-яҡ мөхит менән тейешле аралашыу көйләнмәгән.
 
Төҫтәр буйынса анализ
 
 
Бала яратҡан кешеләре өсөн, ғәҙәттә, йылы төҫтәр һайлай. Үҙ-ара ныҡлы бәйләнеш булған яҡындарына сағыуҙарын ҡуллана. Ә ҡыҙыл кейемдәгеләр сабыйға ҡарата йәки бала уға ҡарата агрессия күрһәтә, ҡара төҫкә мансылған яҡынын сабый эмоциональ яҡтан ҡабул итә алмай тип һанала.
 
Ҡәләм баҫымына ҡарап авторҙың яҡындарына ҡарата мөнәсәбәтен асыҡларға була. Еңелсә тигеҙ һыҙыҡтар менән төшөрөлгән һын хужаһы менән уның бәйләнештәре көйлө, аралашыуҙары позитив нотала бара тигәнде аңлата. Көслө баҫым йәки өҙөк-өҙөк һыҙыҡтар менән эшләнгән кешенән бала ҡурҡа. Ул йыш тәнҡитләй йәки тауыш күтәрәлер. Шуға һүрәтте ентеклерәк төшөргән кеүек тойола.
 
Әгәр әлеге тест ярҙамында ғаиләгеҙҙең “ауыртҡан ерҙәрен” тоя алманығыҙ икән, сабыйығыҙға “Идеаль ғаилә” темаһына һүрәт төшөрөргә тәҡдим итегеҙ. Хыялында йөрөткән күҙаллауы аша сабыйығыҙ әлеге мәлдә актуаль проблемаларҙы күрергә ярҙам итер.
 
 
Улым миңә лә ғаиләбеҙҙең портретын төшөрөп күрһәткәне бар, тик мин маҡтауҙан ары китмәй инем. Әлеге мәҡәлә өҫтөндә эшләгән осорҙа уның менән әлеге тесты үткәрергә булдым. Дөйөм рәүештә һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен, шулай ҙа етешһеҙлектәр асыҡланды. Быға тиклем уны борсоған нәмәләр минең күҙемә бөтөнләй салынмаған икән. Шул минуттан уҡ уны төҙәтеү өҫтөндә эш башланым.
 
Тәрбиә эшендә шәхси, ғаилә принциптарына таяныу мөһим, ә баланы ишетергә, уны тыңларға өйрәнеү унан да ҡиммәтерәк икән.

Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.
Автор:
Читайте нас: