Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
21 Ғинуар 2023, 08:00

Илдар Хәмитов тыуған көнөн билдәләй

БДУ-ның филиалы – Сибай институты директоры Илдар ХӘМИТОВ бөгөн юбилейын билдәләй. Илдар Сәлихйән улын ғүмер байрамы менән тәбрикләп, сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Илдар Хәмитов тыуған көнөн билдәләй
Илдар Хәмитов тыуған көнөн билдәләй

Сибайҙа  БДУ-ның  филиалы асылыуы ҡалаға яңы һулыш өрҙө, көньяҡ-көнсығыш зонаһы  йәштәренә юғары  профессиональ белем алыуға ҙур мөмкинлектәр асты. 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә уҡыу йорто республикабыҙға ғына түгел, тотош илебеҙгә меңәрләгән юғары квалификациялы белгес әҙерләп сығарҙы. Улар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә  намыҫлы хеҙмәте менән үҙҙәре уҡып сыҡҡан вуздың данын күтәрә.  
 Ошо уңайҙан БДУ-ның филиалы – Сибай институты директоры Илдар ХӘМИТОВ менән  уҡыу йортоноң бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында   әңгәмәләштек. 

 – Илдар Сәлихйән улы, һеҙҙең уҡыу йорто Урал аръяғында берәү тип әйтергә мөмкин. Уның башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы үҙенсәлек­тәре ниндәй?
– БДУ-ның филиалы – Сибай институты асылыуы  көньяҡ-көнсығыш зона­һы  өсөн  кадрҙар тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнаны.  Ул был төбәк үҫешенең флагманына әүерелде, тип әйтә алабыҙ.  Бында   бөтә йүнәлештәр буйынса бел­гес­тәр әҙер­ләнә: уҡытыу­сылар, юристар, иҡти­садсылар, программистар, инже­нерҙар…  Ниндәй генә ойошманы алһаҡ та, беҙҙең  уҡыу йортон тамамлаған белгестәр  эшләй. Улар ара­һында етәксе вазифа биләүселәр ҙә, Хөкүмәт аппаратында, көс структураларында эшләү­селәр ҙә, хатта ми­нистр­ҙар ҙа бар. 
Үҙенсәлектәренә килгәндә, беҙҙең институтта 80 процент башҡорттар уҡый.  Был  шулай булырға тейеш тә, сөнки төп башҡорт райондары ошо төбәктә урынлашҡан һәм  абитуриент­тарҙың күпселеген тап  улар тәшкил итә. 
– Әйткәндәй, һеҙгә ҡайһы төбәк­тәрҙән абитуриенттар күберәк килә? Конкурс ҙурмы?
– Сибай ҡалаһынан, Баймаҡтан күп, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура райондарынан да киләләр. Һуңғы йылдарҙа силәбеләр күбәйҙе,  Өфөнән дә уҡырға теләк белдереүселәр бар.  Конкурс бар, уртаса алғанда, бер урынға ике-өс  кеше тура килә.      
Сибай институты колледж тамамлау­сыларға артабан  уҡыуын дауам итеү өсөн   дә ҙур мөмкинлектәр аса. Урта махсус белеме булған  абитуриенттарға  БДИ бирергә кәрәкмәй, тест һөҙөмтәһе буйынса уҡырға  ҡабул итәбеҙ. Шунлыҡ­тан беҙҙә колледждан һуң уҡыуын дауам итергә теләүселәр күп.  
–  Әлеге ваҡытта институтта нисә студент белем ала? Ниндәй йүнә­лештәр буйынса белгестәр әҙерләнә?
– Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу­сылар менән бергә  бөтәһе 2050 студент. Институтта 4 факультет  бар һәм уларҙа 16 йү­нәлеш, йәғни специальность буйынса белгестәр әҙер­ләнә. Иң төп  йүнәлеш­тәрҙең береһе  – уҡытыусылар әҙерләү. Башҡорт теле, башланғыс синыфтар, химия, биология, информатика уҡытыу­сылары һәм мәк­тәпкәсә йәштәге учреждениеларға тәрбиә­селәр сығара­быҙ.  Быйылдан башлап беҙҙә физкультура уҡытыусыһы һөнәрен дә үҙләш­терергә мөмкин.
Иң    популяр факуль­теттарҙың береһе – технология факультеты.  Унда тау, авто­мобилдәр һәм газ-нефть етештереү профилдәре буйынса  транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау  буйынса инженерҙар әҙер­ләйбеҙ. Әлеге көндә бик кәрәкле һәм мөһим йүнәлеш.  Төркөмдә 100-ҙән ашыу студент белем ала. Себерҙән  дә уҡыр­ға киләләр.  Шуныһы һөйөнөслө, быйыл бюджет урындары ла бүленде.
Әлбиттә, һәр уҡыу йортонда тиерлек юристар һәм экономистар әҙерләйҙәр. Хатта йыш ҡына, бындай белгестәр артыҡ күп, тигән фекерҙе ишетергә тура килә. Әммә мин бының менән килеш­мәйем.  Үҙебеҙҙең институт миҫалында ла быны күрәм, сөнки студенттар диплом алыр-алмаҫтан эш биреү­селәр  уларҙы үҙҙәренә таратып алып бөтә.  
Тәбиғи математика факультетында ғәмәли математика һәм информатика буйынса   белгестәр әҙерләйбеҙ. Был йүнә­леш буйынса ла уҡырға күп килә­ләр. Көндөҙгө бүлектә лә, ситтән тороп та уҡыйҙар.    
Шулай уҡ институтта элек-электән  биология йүнәлеше бик көслө, фән яғынан ныҡ үҫешкән. Был факультетта республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙә танылыу яулаған фән докторҙары, про­фессорҙар эшләй. Тыуған яҡтың тәби­ғәтен өйрәнеү буйынса  ҡыҙыҡлы экспедициялар, ғилми тикшеренеүҙәр үткә­релә. Республика ҡурсаулыҡтарын­да практика үтәләр.  Бында шулай уҡ экологтар әҙерләнә.  Был да – көнүҙәк йүнәлештәрҙең береһе.  
– Бюджет урындары күпме? Һәр специальносҡа уртаса нисә урын тура килә?
– Һуңғы өс йылда бюджет урындар артты. Йыл һайын өҫтәмә рәүештә 30-ға яҡын бюджет урыны бүленә.  Быйылға, дөйөм алғанда, институтҡа 229 бюджет урыны бирелгән.    Һәр йүнәлешкә уртаса 20 – 25 урын тура килә. Иҡтисад факультетына  ғына бюджет урындары ҡарал­маған. Шу­лай уҡ юриспруденция һәм технология факультетында ла коммерция нигеҙендә белем алыусылар күберәк.  Әйткәндәй, беҙҙә уҡыу өсөн түләү артыҡ ныҡ ҙур түгел, сөнки төрлө ташлама бар.  Мәҫә­лән, ғаилә хәле буйынса ташламалар яһайбыҙ, шулай уҡ яҡшы өлгәшеүсе­ләргә. Дөйөм алғанда, 50 процентҡа тиклем ташлама булыуы ихтимал. Шуға күрә беҙҙә хаҡтар башҡа вуздарҙағынан түбәнерәк килеп сыға.  Шулай уҡ ситтән тороп уҡыу бүлегендә түләү хаҡы дүрт-биш тапҡырға арзаныраҡ. 
– Һеҙҙең студенттарҙың  уңыштары тураһында ла ишетеп торабыҙ. Йыш ҡына Рәсәй кимәлендәге конкурстар­ҙа призлы урындар яулайҙар...
– Төп маҡсат уҡыу булыуға ҡара­маҫтан, беҙҙең студенттар фән өлкә­һендә лә әүҙем эшләй, төрлө конкурста  ҡатнаша. Республика буйынса призлы урындар алып, «Иволга», «Твой ход» кеүек федераль программалар буйынса Рәсәй ки­мәлендә республика исеменән сығыш яһайҙар. Ялтаға, Сочиға, Ҡазанға барҙы­лар. Шулай  уҡ онлайн-конкурстарҙа  йыл һайын республика буйынса финалға эләгәләр. 2008 һәм 2012 йылда  Рәсәй­ҙә  беренсе урын алып,  Ҡытайҙа   һәм Филиппинда илебеҙ на­мы­ҫын яҡлап ҡайттылар.  Беҙҙең ҙур булмаған вуз өсөн был ҙур еңеү, әлбиттә. 
– Институттың матди-техник база­һы хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Беҙҙең Сибай институты техник яҡтан иң яҡшы йыһазландырылған вуздарҙың береһе, тип иҫәпләйем.  Уҡыу йортонда    профессиональ белем биреү өсөн кәрәк булған бөтә шарттар һәм заманса техника бар. Йыл һайын уларҙы яңыртып торабыҙ. Биологтарға, эколог­тарға, химиктарға ҡыйбатлы-ҡыйбатлы микроскоптар алабыҙ, шулай уҡ технология факультеты өсөн стенд­тар, техник йыһаздар.  Уларҙың барыһы ла стандарт­тарға яуап бирә.  
– Студенттар ялын һәм буш ваҡы­тын нисек үткәрә?  Ситтән килеү­селәргә  ятаҡ бармы?
– Студенттарҙың буш ваҡытын күңелле һәм зауыҡлы итеп үткәреү өсөн уҡыу йортонда бөтә мөмкинлек бар. Бер түгел өс бейеү ансамбле ойошторолған:  «Ете ырыу»  (етәксеһе Ләйсән  Таштимерова), «Самрат» (етәк­сеһе Хәлил Иш­бир­ҙин) һәм  «Эдельвейс» заманса бейеү ансамбле (етәксеһе   Денис Ширмаев). Бынан тыш,  вокаль ансамбль,  вокаль-инструменталь ансамблдәр эшләй.  Студент­тарыбыҙ бик әүҙем,   бейейҙәр ҙә, йырлайҙар ҙа. «Студент яҙы» фести­валендә, «Байыҡ» республика конкурсында ҡатнашып торалар.  
Йәшәү шарттарына килгәндә, уҡырға инеүселәрҙең барыһына ла  ятаҡтан урын бирелә.  Башҡа уҡыу йорттары менән сағыштырғанда, унда шарттар бик яҡшы. Ғаиләле студент­тарға айырым бүлмәгә урынлашыу мөмкинлеге бар.
– Институт асылғанға тиклем Сибай педучилищеһы төплө белем биреүе менән айырылып торған уҡыу йортта­рының береһе ине. Һеҙҙең уҡыу йорто уға тиңләшә аламы? 
– Сибай педагогия училищеһы ваҡытында бик көслө уҡыу йортта­рының береһе булды. Уҡытыу­сыларҙың 45 проценты «Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыу­сыһы» исемен йөрөтә ине.  Унда, ысынлап та, кадрҙар бик көслө булды, айырыуса  методик яҡтан. Беҙҙең төркөмдән генә өс фән кандидаты сыҡты. Был да күп нәмә хаҡында һөйләй.  
Сибай институтына  килгәндә, беҙҙә лә көслө уҡытыусылар эшләй.    70 уҡы­тыусының   55-е фән кандидаты һәм фән докторы дәрәжәһен йөрөтә. тәжрибәле  өлкән остаздар менән бер рәттән, йәштәр ҙә күп.  Үҙебеҙ тәрбиәләгән  кадрҙар ҙа эшләй. Уҡытыу­сы­ларыбыҙ Ҡазанға, Мәскәүгә   Санкт-Петербургҡа барып,  белемен камиллаштырып тора. 
Беҙҙең вуз сағыштырмаса ҙур түгел, шунлыҡтан һәр студентҡа айырым ҡараш бар. Тәрбиәүи эш тә, фән буйынса ла ныҡлы эш алып барыла. Йыл һайын институтта Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конференциялар үткәрелеп тора.   
– Уҡыу йортон тамамлаусы сту­денттарға эшкә урынлашырға ярҙам итеү буйынса ниндәй  саралар күрелә?
–  Йыл һайын көндөҙгө бүлекте уртаса 140 студент тамамлай. Уларға ситтән тороп уҡыусыларҙы ла ҡушһаҡ, 300 – 350 студент килеп сыға. Ситтән тороп уҡығандарҙың күбеһе эшләп йөрөп уҡығанлыҡтан, уларҙың эш урындары бар. Ә бына көндөҙгө бүлектә белем алыу­сыларға килгәндә, әлбиттә, ярҙам итәбеҙ. Һәр предприятиеға айырым көн бил­дәләнә һәм уларҙың вәкилдәре  килеп, конкурс нигеҙендә белгестәр һайлап ала. Уҡыу йортон тамамлаусы бер кем дә эшһеҙ ҡалмай, тип әйтергә мөмкин.   
– Илдар Сәлихйән улы, Һеҙ сағыш­тырмаса йәш директорҙарҙың береһе. Ошондай абруйлы уҡыу йортон етәк­ләү ауыр булманымы?  Етәксе эше ниндәй сифаттар талап итә?
– Дөрөҫөн әйтәм, ауыр булманы. Сөнки, беренсенән, был вуз минең өсөн яҡшы таныш һәм яҡын. Ошо уҡыу йортон   тамамлаған һәм унда оҙаҡ йылдар эшләгән кеше булараҡ, коллектив мине яҡшы белә һәм  бик йылы ҡабул итте.  Икен­сенән, Сибай педагогия учили­щеһында биш йылдан ашыу директор булып эшләү ҙә ҙур  тәжрибә бирҙе.   
Һүҙ юҡ, ныҡ яуаплы эш. Беренсенән, һәр студент, уҡытыусы өсөн яуаплылыҡ, икенсенән,  бөтә ойоштороу эштәре   етәксенең иңендә.  
Етәксенең эшендә иң мөһиме – барыһы ла ваҡытында эшләнергә тейеш.  Әҙ генә тотҡарланыңмы, эш йыйыла ла китә. Ул беҙҙе йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә өйрәтә.  Шуға күрә урынбаҫарҙарҙан да шуны талап итәм. 
Шул уҡ ваҡытта мәғариф, сәнәғәт, сәйәсәт өлкәһендәге хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булыу мөһим.  Һәм ул мәғлүмәтте мәлендә   коллективҡа еткереп тороу зарур.  
–Тормошта Һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә?
– Иң мөһиме –  ғаилә. Ғаиләлә тыныс  булһа,   яҡындарың  һине аңлап, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торһа, бөтә эш тә эшләнә.    Ҡатыным Әлиә Рәсүл ҡыҙы үҙе лә студенттар менән эшләгәс, мине яҡшы аңлай. Ул Сибай педагогия колледжында философия, йәм­ғиәтте өйрәнеү фәндә­ренән уҡыта. Улыбыҙ Айгиз Башҡорт дәүләт университетында инженер һө­нәрен үҙләштерә.  Ҡыҙыбыҙ Азалия әле мәктәптә уҡып йөрөй.

Сажиҙә Лотфуллина. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: