Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Февраль 2023, 21:42

Аты барҙың - дәре бар

Өс йәшендә атаһы алдында ултырып ат йөрөткән, алтыла һыбай сапҡан малай ул. Хәҙер инде һабантуй байрамында, ат сабыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаусы ла.  

Аты барҙың  - дәре бар
Аты барҙың - дәре бар

Ейәнсура районы Юлдаш ауылында йәшәүсе Нәзиә һәм Ришат Хөсәйеновтар ғаиләһе ат йәнле булыуы менән айырылып тора. Белә-белгәнемдән улар йылҡы малына бәйле. Ғаилә башлығы ауыл хужалығы көслө саҡта колхоз аттарын ҡараны. Ә йөрәккә һөйөү бер инә икән, ул мәңгелеккә ҡала, тиҙәр. Шуға ла Ришат ағай хужалыҡ тарҡалғас, үҙенә ат һатып ала. Бөгөн уларҙың һаны ике тиҫтәнән ашҡан. Ә инде улдары Рәмзилде атһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Өс йәшендә атаһы алдында ултырып ат йөрөткән, алтыла һыбай сапҡан малай ул. Хәҙер инде һабантуй байрамында, ат сабыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаусы ла.

 

Рәмзил – ғаиләлә дүрт ҡыҙҙан һуң көттөрөп тыуған берҙән-бер малай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе уны иркәләп кенә үҫтермәгән. Киреһенсә, егеттә тырышлыҡ, эшкә сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек һыҙаттар бар. Хәйер, уларһыҙ ат янына яҡын да барып булмайҙыр ул.
– Оло апайым Рәзилә бәләкәй саҡтан уҡ атты егеп тә, һыбай ҙа йөрөй белә. Мин өйрәнә башлаған осорҙа ҡурҡынҡырап торғанды күрһә: “Ҡыҙҙар кеүек тә йөрөй белмәйһеңме ни?” – тип сәмләндереп ебәрә торғайны. Шуғалыр, ат йүгәнләү — егет кешегә кәрәкле һөнәр, тип инанып үҫтем. Тәүҙәрәк ҡолап та ҡалдым, еккән саҡта тибелдем дә. Ныҡышмал булмаһам, бәлки ҡул һелтәр инем. Ә мин, киреһенсә, был эште лә өйрәнә алам тип сәмләнеп китәм, – ти Рәмзил.
Атта йөрөргә өйрәнеү тәүҙә уның яратҡан шөғөлө булһа, хәҙер аҡса эшләү мөмкинлеге лә. Бер кемгә лә сер түгел: ауыл ерендә көтөүсе табырмын, тимә. Беҙҙең ауылда мал башына ҡарап, сиратлап көтәләр. Ғаилә башлығы ҡырҙа эшләмәһә, ҙурыраҡ балалары булғандар өсөн эш мәшәҡәт тыуҙырмай. Ә бына яңғыҙ ҡатындарҙың, оло йәштәгеләрҙең ялан буйлап йөрөр мөмкинлеге юҡ. Элегерәк ауыл малайҙары был эште теләп башҡарһа, хәҙер уларҙы телефондан, интернеттан айырып булмай. Рәмзил иһә йыл һайын, һорап килһәләр, көтөүгә сығыуҙан баш тартмай. Бер йәйҙә 20 мең һумдан ашыу аҡса эшләй ала. Бынан тыш, атаһына йылҡы көтөүен ҡарашырға ла ярҙам итә. Шулай уҡ ҡымыҙ эшләү, тай өйрәтеү серҙәрен дә өйрәнгән.
Йылҡысылыҡ – сығымлы тармаҡ. Өйөргә аҙыҡ әҙерләү өсөн дә көс кәрәк. Шуға ла ат яратҡан егеттең йәйе мәшәҡәтле: бесән әҙерләү, аттарға һоло һалыу, һыулауға алып барыу, таҙалау, егеү, туғарыу кеүек эштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Ришат ағай менән Нәзиә апай улдарының ҡыҙыҡһыныуын уртаҡлашып, уның 15 йәшенә үҙенә генә тәғәйенләп, сабыш өсөн башҡорт тоҡомло ат бүләк иткән. Уны Әбйәлил районынан барып үҙе һайлап алған. Бәкәлендәге тапты күреү менән “Аҡбәкәл” тип ҡушамат та биргән. Был бүләк юҡҡа ғына түгел: Рәмзил бәләкәйҙән сабыштарҙа ҡатнашып тора. Хәҙер инде егеттең хыялдарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге күпкә артҡан.
– Ауылда сабыш аттары күберәк булып, бергәләп күнекмәләр эшләгәндә, күңеллерәк булыр ине лә бит, – ти егет. – Тик ҡыҙыҡ­һыныусылар аҙ шул. Сабыш аттарын әҙерләү буйынса тәжрибә лә самалыраҡ. Шулай ҙа һынатмайбыҙ: районда гел призлы урындар яулап килдем. Ә үткән йыл республика кимәлендәге “Терра Башҡортостан” турнирында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе. Еңеү яулай алмаһам да, ҙур тәжрибә бирҙе. Бәйгенең нимәһе ауыр булды: тәүге турҙа үҙемдең атым менән ярышһам, икенсе этапта “Аҡбуҙат” ипподромы юртаҡтарында саптыҡ. Таныш булмаған атты үҙеңә буйһондороуы ауырыраҡ, холҡон белмәгәс, бер аҙ ҡурҡыу ҙа булды. Ярай атайым менән бергә барғайныҡ, уның ярҙамы менән ярыштың аҙағына тиклем ҡатнаштым. Тура эфирҙа ярышты күҙәткән әсәйем быйыл сабыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт бирмәйерәк тора...
Нәзиә апайҙы ла аңларға була. Сабыш мәлендә улының аттан ҡолап, тояҡ аҫтында ҡалыуын әсә йөрәге нисек тыныс ҡына үткәрә алһын инде?! Тик Рәмзил дә бирешә торғандарҙан түгел: тороп баҫҡас, ҡабат ярышты дауам итергә, аҙағына тиклем барып етергә үҙендә ихтыяр көсө таба. Ошо аҙымы, батырлығы өсөн генә лә еңеүсе исеме бирерлек! Ә инде бәйгеләрҙән баш тартыуы ваҡытлыса – быйыл уның яуаплы йылы. Егет Абҙан урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класында белем ала. Уҡыу йылының аҙағында Берҙәм дәүләт имтихандары тора. Ул киләсәктә Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, теш табибы булырға хыяллана. Шуға ла төп иғтибар әлегә уҡыуға йүнәлтелгән.
Аттарҙан башҡа Рәмзилдең тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар – спорт. Еңел атлетика менән шөғөлләнә, мәктәптең волейбол командаһында уйнай. Ә был команда районда һәр саҡ призлы урындар яулай, йыл аша чемпион исемен йөрөтә. Урал аръяғы райондары араһында үткәрелгән турнирҙа ла һынатмағандар.
– Башҡорт борондан атһыҙ йәшәй алмаған – кешене туйындырған, кейендергән, яуҙарға алып сапҡан. Боронғо ихтилалдарҙан башлап Бөйөк Ватан һуғышына тиклем яуҙы башҡорт халҡы ат өҫтөндә үткән. Тимәк, аттарға һөйөү илһөйәрлек, рух көсө менән бер тигеҙ беҙҙең күңелдәргә һалынған. Бары тик заман шауҡымы менән генә ул ҡайһы бер ир-егеттәрҙә баҫылып торалыр. Техника заманы тиһәк тә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Үҙем тиҫтерҙәрем менән бер ҡатарҙан велосипедтан башлап машинаға тиклем йөрөргә өйрәнә киләм. Алдағы йылда водитель танытмаһы алырға ла иҫәп бар. Әммә аттарҙан айырылмайым. Киләсәктә уҡырға ҡалаға китһәм дә, йәйге ялдарымды ауылда, аттар янында үткәрермен тип уйлайым. Ир ҡанаты – ат, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ул аңлы, аҡыллы хайуан, барыһын да аңлай. Һөйләшеп, иркәләп алырға кәрәк, әрләп тә ебәрәһең. Тик тупаҫ ҡыланырға ярамай. Сөнки аттар тауыштарҙы ныҡ айыра. Хужаһының тауышын, мәҫәлән, башҡа кеше тауышы менән һис бутамай. Тауыш интонацияһына ҡарап, үҙ ҡарарын сығара. Кеше ирешеп, тупаҫ рәүештә ҡылана башлау менән, уның ҡан баҫымы ҡырҡа күтәрелә, йөрәк тибеше йышая. Бындай осраҡта улар тибергә йәки тешләргә мөмкин. Ә ярһыған атты иркәләһәң, тиҙ тыныслана. Оҙайлы ваҡыт ҡараған, үҙеңә эйәләшкән мал һиңә тоғро була. Сит кешене үҙенә яҡын юлатмай. Һәр хәлдә Аҡбәкәл менән бер-беребеҙҙе ысын дуҫтар кеүек аңлап торабыҙ, – ти ихлас йылмайып Рәмзил.
Һәр халыҡтың үҙ тормошон тәбиғәткә, ғөрөф-ғәҙәткә ҡулайлаштырыу өсөн үҙенә хас алымдары, рухи ҡиммәттәре бар. Йылҡы малын башҡорттар йәшәү сығанағы итеп кенә түгел, ә көнкүрештең башҡа рухиәтен дә бойомға ашырғанда әүҙем ҡулланған.
Әйткәндәй, республикала “Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһы эшләп килә. Йылҡысылыҡ буйынса эш башлағандар “Агростартап”, “Башлаусы фермер” кеүек гранттар программаларында ла ҡатнаша ала. Улар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә. Тимәк, был йүнәлештә эшләргә теләүселәргә маҡсатлы ярҙам алыу мөмкинлеге бар.

Гөлнур ҠЫУАТОВА. 

2021 йыл.

Автор:
Читайте нас: