Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
16 Февраль 2023, 19:18

Намыҫҡа тоғро ҡалып...

Бындай саҡта инде шунда уҡ: “Предложение взятки должностному лицу карается законом”, – тип әйтә һалам.

Намыҫҡа тоғро ҡалып...
Намыҫҡа тоғро ҡалып...

Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тураһында ниндәй генә әрләү һүҙҙәре ишетергә тура килмәй. Әсе теллеләр хатта улар тураһында көләмәс, лаҡап та сығарырға күп һорамай. Ә бит уйлап ҡараһаң, имен, хәйерле юлдарҙың сәбәпсеһе улар бит. Сикләүҙәр, ЮХИДИ хеҙмәткәре тормаһа, юлдарҙа нимәләр булырын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һәр хәлдә, аҡыллы, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да һаулығы, ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойған водителдәр бер ҡасан да уларҙы әрләмәй.
Илеш районы халҡынан Азамат Бәҙретдинов тураһында маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килә. “Намыҫлы, ярҙамсыл, һәр кешене тигеҙ күргән, ихтирамлы һәм белемле”, – тиҙәр уның тураһында.

Азамат Тимерзаһит улы бала саҡтан хоҡуҡ һаҡлау йәки хәрби хеҙмәт өлкәһендә эшләргә хыялланһа ла (күберәген уларҙың махсус кейеменә, йондоҙло погондарына ҡыҙыға ул), мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Сөнки атаһы, Тимерзаһит ағай, ғүмере буйы урман хужалығында шофер булып эшләй. Өй тирәһендә лә, эштә лә уға эйәреп йөрөп үҫкән Азамат атаһы алдына ултырып, һигеҙ йәшенән үк руль бора башлай. Ағас ултыртышырға ла, машина йүнәтешергә лә өлгөрә. Шуға ла эшһөйәр, талымһыҙ һәм тырыш булып буй еткерә. Тәрбиәсе һөнәренә эйә булған Зәлифә апай иһә балаларына намыҫ һәм ир-егеттәргә хас булған тәүәккәллек, илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләй. “Ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, күңелең таҙа булһын, яратып башҡар. Ә ҡылыҡтарыңа аҙаҡ йөҙөң ҡыҙарырлыҡ, выжданың ғазапларлыҡ булмаһын!” – Әсә кешенең берәгәйле әйткән ошо нәсихәтенә, теләгенә улы шул саҡта уҡ ҡолаҡ һала.
Ә инде юғары уҡыу йортон тамамлап, урмансы һөнәренә диплом алғас, егет тыуған яғына – Илеш районы Үрге Йәркәй ауылына ҡайтырға ниәтләй. Шул саҡта уның яҙмышы бала саҡ хыялы яғына боролош ала: дуҫтары уға Өфө ҡалаһының ЮХИДИ бүлексәһенә барып, документтар тапшырырға тәҡдим итә. Әйтерһең дә, шул һүҙҙе генә көткән тиерһең: күңеле күтәрелеп китә, йөрәге лә йышыраҡ тибеп ҡуя. Шулай бер аҙ икеләнеберәк кенә кадрҙар бүлегенең ишеген ҡаға.
– Бындай ерҙә эшләү — бала саҡ хыялым. Тик уҡыуҙы яңы тамамланым, әле әрме хеҙмәтен үтергә өлгөрмәнем, – ти ул батыр күренергә тырышып.
– Зарар юҡ. Һынау ваҡыты тамамланғансы үҙең ҡасып китмәһәң, әрме мәктәбе һиңә ошонда була инде. Ә үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтһәң, даими эшкә алабыҙ, – тип яуап бирәләр Азаматҡа. Медицина тикшереүенән һуң барлыҡ справкаларҙы юллап, әҙерлек дәрестәре үтеп, тәүге көн эшкә сыҡҡанда ла, үҙенең махсус форма кейеп тороуына, хеүефһеҙлек хеҙмәтендә булыуына ышанып етә алмай әле. Шулай ҙа тәүәккәллек, ышаныс менән башлай күңел ҡушыуы буйынса килгән һөнәрен. Тик бына тыуған яғының тартыу көсө нығыраҡ булып сыға: ике йыл Өфөлә хеҙмәт иткәс, Дүртөйлө ҡалаһына күсә, ә тағы ла ике йылдан Илеш ра­йонында эш урыны барлығын белеп, ғариза яҙа. Намыҫлы, ҡыйыу хеҙмәткәр булараҡ дан ҡаҙанған егетте тыуған яғында ҡуш ҡуллап алалар.
Автоинспектор хеҙмәтен ҡурҡыныс һәм ауыр тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Физик яҡтан яҡшы әҙерлекле, ихтыяр көсө булған кешеләр генә бында эшләй ала. Һауа шарттарының да ниндәй булыуына ҡарамаҫтан һәр саҡ юлда улар. Көндө төнгә ялғап юлдарҙа именлек булдырыу, бәхетһеҙ осраҡтарҙы, зыян күреүселәр һанын кәметеү, киҫәтеү эштәре башҡарыу – автоинспекторҙарҙың изге бурысы. Ике республиканы – Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырған оло трассаның район аша үтеүе лә илештәргә ҙур мәшәҡәттәр өҫтәй. Йөк машиналарының, фураларҙың күплеге, юлдың ике йүнәлешкә лә берәр генә һыҙаттан тороуы, ауылдарҙың уртаһынан уҙыуы, трассалағы хәрәкәт тығыҙлығы хәүефте көсәйтә. Ә байрам, ял көндәре инде был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса ауыр мәл һанала.
– Төрлө хәлдәр була. 16 йыл эсендә ниндәй генә водителдәр осраманы. “Иртәгә үк эшең менән хушлашаһың!” – тип янағандар көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына бер булып тора. Кемдер үҙ хатаһын танып, ғәфү үтенә. Хәйләкәрҙәр ҙә була. Ҙур суммала “взятка” тәҡдим итеүселәр ҙә осрай. Бындай саҡта инде шунда уҡ: “Предложение взятки должностному лицу карается законом”, – тип әйтә һалам. Шулай уҡ, машинаны туҡтатыу менән, телефон камераһына беҙҙең һәр һүҙҙе, ғәмәлде төшөрә башлайҙар. Был осраҡта ла законға таянам: кешенең ризалығы булмаһа, улар ҡатнашлығындағы яҙмаларҙы интернет селтәренә һалырға ярамай. Һәр хәлдә, закон һәр кешене – хеҙмәткәрҙәрҙе лә, водителдәрҙе лә яҡлай. Тик юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа ғына кәрәк. Ғәҙәттә, мин ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоу булмаһа, шофер иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаған булһа, беренсе тапҡыр иҫкәртеү менән генә сикләнәм. Ә бына кеше ғүмеренә вайымһыҙ булған иҫерек юлсылар асыуымды ҡабарта. Һәр кемдең ял итергә, ҡунаҡҡа йөрөргә хоҡуғы бар, тик ундай саҡта такси хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, – ти Азамат Тимерзаһит улы.
Уның фиҙаҡәр хеҙмәте почет грамота­лары, Башҡортостандың Эске эштәр министр­лығының һәм Илеш районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм “За отличие в службе” миҙалы менән бүләкләнгән. Ябай хеҙмәткәр булараҡ эш башлаған егет хәҙер лейтенант дәрәжәһенә лә эйә булған. Ә шулай ҙа Азамат өсөн иң ҙур бүләк – ул ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм юлдағы тәртип. Ысынлап та, юл хәүефһеҙлегенең дәүләт инспекцияһы иҫәпләүҙәр алып бара, ә бына хеҙмәткәрҙәрҙең киҫәтеүе арҡаһында ғүмерҙәр ҡотҡарылып ҡала, машиналар имен йөрөй – иҫәпкә алынмай. Бәлки, юлда йөрөүселәр үҙҙәре лә был турала уйлап ҡарамайҙыр. Әммә шуныһы асыҡ: именлек һағындағы намыҫлы хеҙмәткәрҙәр изге эш башҡара.
Азамат Бәҙретдинов эштә генә түгел, шәхси тормошонда ла күптәргә өлгө булырлыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡан Тимерзаһит ағай менән Зәлифә апайҙың бөгөнгө көндә ул ныҡлы терәге, ярҙамсыһы. Ниндәй генә мәшәҡәтле көн булмаһын, ата-әсәһенең хәлен белергә ваҡыт таба. Ҡатыны Алһыу Илдус ҡыҙы менән ҡорған матур ғаиләһе лә һоҡланғыс. Күңел утрауы булған йорттарында Аделина һәм Айнар исемле балалары үҫә. Улдары спорт менән дуҫ, көн һайын атаһы менән күнекмәләр яһай. Ә Аделинаның күңеле сәнғәткә тартыла. Был йәһәттән ул атаһына оҡшаған, сөнки дуҫтары, туғандары Азаматтың матур йырлауын белә. Үҙенең был талантын етди ҡабул итмәһә лә, күңеле йыр-моңға тартылыуын йәшермәй.
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәй, Алһыу Илдус ҡыҙы Зәлифә апайҙың юлын дауам итеп, коррекция мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Бәҙретдиновтар студент йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөп, саф мөхәббәт хистәрен татып ғаилә ҡорған. Шуға ла бер-береһен аңлап, тыңлап, ихтирам һәм хөрмәт менән йәшәргә тырышалар. Һәр эште намыҫ менән башҡарырға өйрәнгән ғаилә башлығы һөнәри белем алырға кәрәклеген аңлап, 2011 йылда уҡ икенсе юғары белемгә эйә булған: Ҡазан социаль һәм гуманитар белем институтының юриспруденция факультетын тамамлаған. Әйткәндәй, Азамат дин тәғлимәттәренә лә битараф түгел. Мәктәптә уҡығанда уҡ мәсеткә йөрөп, доғалар өйрәнгән, намаҙ тәртиптәрен белә.
– Мин бала саҡтан Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанам һәм унан гел генә ярҙам һорайым. Юлға сығаммы, эшкә бараммы, нимәгәлер тотонаммы – мотлаҡ доға менән башлап ебәрәм. Беләһегеҙме, доға көсөнә ышандырырлыҡ бер хәл булды тормошомда. Мин уны яңынан тыуыу тип һанайым. Ул саҡта Дүртөйлө ҡалаһында эшләп йөрөй инем, ялымда Өфөгә барҙым. Ҡайтырға сығып, байтаҡ юл үткәс, ниңәлер башымды: “Юл доғаһы уҡыманым бит!” – тигән уй ярып үтте. Ҡайтып етергә күп тә ҡалмаған ине, күҙ асып йомған арала юл фажиғәһенә эләктем. Боролошта “КамАЗ” водителе әллә иғтибарһыҙлығы арҡаһындамы, әллә ҡабаланыуҙанмы, төп юлдан килгән миңә юл бирмәне. Нимә булғанын аңлап та өлгөрмәнем, ҡараңғылыҡҡа сумдым. Үҙ үлемемде күрҙем тип әйтә алам: операция өҫтәлендә ятҡанда йәнем тәнемдән айырылып, түшәмгә күтәрелде. Табиптарҙың мине терелтергә теләүен 10 – 15 секунд тирәһе ситтән күҙәтеп торҙом. Хирург ҡабырға ҡыуышлығына ҡулын ҡуйып эткәнен күрҙем, “шыҡ” иткән тауыш ишетелде лә, ҡаты ауыртыу һиҙеп, ҡабат ҡараңғылыҡҡа индем. Бер нисә көн реанимацияла ятып, иҫемә килгәс, теге хирург: “Туғаным, һин күлдәктә тыуғанһың. Биш айлыҡ сабыйың хаҡына Аллаһы Тәғәлә иҫән ҡалдырғандыр, юғиһә, ғүмерең ҡыл өҫтөндә ине”, – тине. Алты ҡабырғам һынған булған. Ә үҙемде түшәмдә күҙәткән саҡта, табип уны ҡулы менән этеп урынына ултыртҡан икән. Белмәйем, ул мәлдә шул ҡаты ауыртыуҙы тоймаһам, йәнем ҡабат тәнемә ҡайтыр инеме икән? Ошо юл фажиғәһенән һуң үҙ эшемә тағы ла яуаплылығым артты. Башҡаларҙың минең көнгә төшөп, үлем менән осрашыуын теләмәйем. Ә инде аҡ халатлыларға ихтирамым сикһеҙ, бөгөнгө көндә иҫән булыуым, бар ағзаларымдың да имен ҡалыуы – уларҙың тырышлығының, эшенә яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе. Операция өҫтәлендә ятҡанда ярты тәнем тотош яранан торған, бер генә ағзам да имен булмаған, шикелле. Һаулыҡты юғалтыуы тиҙ ул, ә бына уны кире ҡайтарыу оҙаҡ. Дауахананан сыҡҡас та ярты йыл самаһы реабилитация үттем. Шифаханалар, дауалаусы физкультура һәм тәрбиә үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе: бөгөн мин ғаиләм менән бергә, яратҡан эшемдән китергә лә тура килмәне. Юғиһә, ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалыуым да бар ине. Ҡағиҙә боҙған водителдәргә лә йыш ҡына үҙемде миҫалға килтерәм – кеше ғүмере һеҙҙең намыҫта. Хәҙер инде ул ваҡиғаға ун йыл тирәһе ваҡыт үтте. Иҫтәлеге булып битемдә, тәнемдә яра эҙҙәре ҡалды. Һәм һабаҡ алдым: ғүмерҙең һәр мәленең матурлығын күреп, Аллаһы Тәғәлә биргән һәр көнгә ҡыуанып, бөгөн башҡараһы эштәрҙе иртәгәгә ҡалдырмай йәшәргә кәрәк, – тип Азамат үҙ тормошонан да ғибрәтле хәлде һөйләп үтте.
“Йөрөгән юлдар имен булһын ине!” – Был һүҙҙәрҙе һәр кем юлға сыҡҡанда әйтәлер. Теләк кенә етмәй, ҡағиҙәләрҙе лә үтәү кәрәк. Шуға ла Азамат Тимерзаһит улы машиналарҙы туҡтатһа, документтарын тикшерә, киҫәтеү яһай һәм мотлаҡ рәүештә: “Хәйерле юлдар һеҙгә. Абай булығыҙ!” – тип изге теләктәр менән оҙатып ҡала. Йәше-ҡартына ла, ябай эшсегә лә, дәрәжәле урындағы чиновникка ла берҙәй иғтибарлы һәм ихтирамлы. Намыҫлы хеҙмәт тап шулай башҡарылырға тейеш тә инде.

Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, сәстәр үрә торорлоҡ: Башҡортостанда ғына йылына 5 меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. 2019 йылда – 469 (уларҙың 23-ө 16 йәшкә тиклемге балалар), 2020 йылда 454 (14 бала) кешенең вафатына ошо фажиғә сәбәпсе. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда йыл һайын бер бәләкәй ауыл авариялар арҡаһында юҡҡа сыға тигән һүҙ. Ил кимәлендә был күрһәткестәр тағы ла ҡурҡынысыраҡ: 2020 йылда Рәсәйҙә 145 мең авария теркәлгән. Уларҙа 183 мең кеше яраланған, 15,8 мең кеше һәләк булған.
Аварияға килтергән төп сәбәптәр:
1. Тиҙлекте арттырыу.
2. Иҫерек килеш руль артына ултырыу.
3. Тыйылған урында йәки ҡаршыға транспорт килгәндә уҙырға тырышыу.
4. Һауа торошо насар булыуы.
5. Руль артында телефондан һөйләшеү, иғтибарһыҙ булыу.
6. Юл насарлығы.
7. Ярамаған урында машинаны ҡалдырыу.
8. Юл билдәләренә, светофорға иғтибарһыҙ булыу.
9. Йөрөтөү тәжрибәһе булмау.
10. Ҡарауһыҙ йорт хайуандары һәм ҡырағай йәнлектәр.

Шулай уҡ илдә йәйәүлеләр ғәйебе менән дә байтаҡ юл фажиғәләре теркәлә. Был осраҡта тейешле билдә булмаған урында йәки светофорҙың ҡыҙыл утына юл аша сығырға маташыу, йәйәүленең иғтибарһыҙлығы ғәйепле. Шулай уҡ “ашыҡҡан” водителдәр ҙә йәйәүлене үткәреп ебәрергә теләмәйенсә, фажиғәгә сәбәпсе була.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: