Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Февраль 2023, 17:05

Илһам бирә «Илһам»

Төркөмгә яҡын-тирәләге Һыртлан, Һарыш, Мотайҙан,  шулай уҡ Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан сәнғәткә мөкиббән киткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҙур теләк менән йөрөй.

Илһам бирә «Илһам»
Илһам бирә «Илһам»

– Концерт шәп булды!
– Ысын артистар тип торорһоң!
Тамашанан кәйефтәре күтәрелеп сыҡҡан бер төркөм кешеләр ана шулай һөйләшә-һөйләшә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Восточный ауылында “Илһам” ансамбле бына дүрт йыл инде барлыҡ район халҡын үҙҙәренең йыр-моңдары, бейеүҙәре менән күңелен имләй. Төркөмгә яҡын-тирәләге Һыртлан, Һарыш, Мотайҙан,  шулай уҡ Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан сәнғәткә мөкиббән киткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҙур теләк менән йөрөй.

“Һәр кемдең йәшерен хыялы була. Үҙ-үҙемдең мөмкинлегемде раҫлау, тормоштоң йәмен бөтөнләй икенсе яҡтан асыу теләге миндә һәр саҡ янар ҡуҙ кеүек йөрәгемде йылытты”, – ти ансамбль етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова.
Восточный урта мәктәбендә 35 йыл балаларға инглиз һәм немец телдәрен өйрәтә Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы. Районда билдәле, юғары категорияға эйә  педагог Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Ике тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы уның эҙе буйлап китеп, инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Юғары уҡыу йортона ингән уҡыусылары, мәктәптә яҡшы әҙерлек алғас, һис ауырлыҡһыҙ сит телдәрҙе үҙләштерә.

Рәйлә Әлмөхәмәтовала йыр-моңға һөйөү ҡандан килә һәм ғүмере буйы оҙата бара. Һыртлан ауылында башланғыс класты тамамлағандан һуң, әсәһенең бер туған апаһы, Башҡортостандың танылған радиохәбәрсеһе, режиссеры Фәниә Хәлитова уны Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге интернат-мәктәпкә урынлаштыра. Пианинола, гитарала оҫта уйнаған, моңло итеп йырлаған ҡыҙ сәнғәт юлынан китһә, бөгөн, бәлки, ҙур тамаша залы йыйған республикала арҙаҡлы артист булыр ине. Зәйлә иһә Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәре факультетына уҡырға инә. Биш йылдан йәш белгес тыуған яғына ҡайтып, Первомай мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ауылдың уңған егете, тракторсы Илбәк Мик улы менән ғаилә ҡора, өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Донъя бер аҙ яйланғас, күңелгә тыныслыҡ бирмәгән йыр-моңға һыуһау тойғоһо тау шишмәһеләй урғый: үҙе янына таланттарҙы туплап, ижад эшен йәйелдерә. 2016 йылда тәүге репетицияға йыйылып, ансамблгә исем һайлайҙар.

“Фәниә Хәлитова-Сөләймәнованың “Илһам” исеме менән сыҡҡан тапшырыуы бар ине. “Ҡыҙым, минең тапшырыуымдың исемен ал, эшемде дауам иткән кеүек булыр”, – тигәйне. Ҡыҙҙар ҙа был тәҡдимде ҡыуанып хупланы”, – ти етәксе. Шулай итеп, “Илһам” ансамбле үҙенең ижад юлын башлап ебәрә. Репетицияға эшкә йөрөгән кеүек көн ҡалдырмай йөрөйҙәр, онотолоп китеп өсәр сәғәт шөғөлләнгән ваҡыттары ла булғылай. Ауылдағы сараларҙа сығыштарын халыҡ алҡышлап ҡаршылағас, “илһам”дарға дәрт өҫтәлә. “Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Халыҡ ҡомартҡыларын тергеҙеү һәм тамашасыға еткереү – үҙе бер ҡыуаныс. “Ете ҡыҙ”, “Гөлнәзирә”, “Ҡыҙыл юрға”, “Йыйҙым еләк”, “Йыуаса” тигән йырҙарҙы кинәнеп башҡарабыҙ. Инглиз, немец теленә тәржемә ителгәндәре лә бар. “Ҡаҙ ҡанаты” һәм “Шәл бәйләнем” көйҙәренә бейеү һалдыҡ. Икеһенә лә шәл кәрәк булып сыҡты. Ғүмерҙә ырғаҡ тотмаған ҡатындарҙы шәл, косынка бәйләргә өйрәттем. Хәҙер үҙҙәренә бер шөғөл арттырҙылар: туғандарына бәйләмдәрен бүләк итеп ҡыуаналар”, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
2017 йылда район сараһының береһендә “Илһам” ансамбленең уңышлы сығышынан һуң,  уларҙың эргәһенә “Бай баҡса” телеконкурсында еңгән мөләйем йөҙлө апай килеп, гөлгә күмелгән баҡсаһында тапшырыуҙа ҡатнашыуҙарын үтенә.  Шулай итеп, ансамбль ағзалары “Йыйҙым еләк” йырын башҡарып, матур видео төшөрә һәм “Ҡурай” каналына ебәрә. Башҡортостандың билдәле режиссеры Франгиза Илбәкова уларҙың колоритлы сағыу сығышын күреп, “Илһам” ансамбле башҡарған “Ҡыҙыл юрға” йырына клип төшөрә. Унда төп ролде донъя күләмендә танылған ҡурайсы Ишморат Илбәков башҡара, ҙур булмаған сюжет йөрәктәрҙе тетрәндерә. Талант эйәләренең уларға иғтибары тағы ла дәрт, илһам өҫтәй. Яҡын-тирә ауылдарға, күрше райондарға сығып концерттар ойошторалар, шулай уҡ республика күләмендәге сараларҙа сығыш яһайҙар.

Ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер етәксе. Райондың йәш таланты Самир Латиповҡа ярҙам итһенме, яҡташыбыҙ Ғәлим Дәүләдигә арнап шиғыр яҙһынмы – уның ҡулынан бары ла килә.
Ансамблдең исеме есеменә тап килеп тора. Талантлы ҡыҙҙар бар эшкә маһир. “Гөлнәзирә” һәм “Ураҡсы ҡыҙ” йырҙарына клип әҙерләгәндәр. Үҙҙәре үк башҡорт халыҡ кейемдәрен тегә, биҙәүестәрен етештерә, кейеҙ баҫырға өйрәнгәндәр. “Уҡыусым Алина Хан­тимерова – кейеҙ баҫыу оҫтаһы. Үҙенә һәм туғандарына кейеҙҙән та­поч­калар, быйма, эшләпә, сумкалар эш­­ләп  бүләк итә. Ул һөнәргә беҙҙе лә өй­­рәтте. Кейеҙ һаҡалдарыбыҙ ҙа бар хә­­ҙер. Ҡашмау эшләргә ниәтләйбеҙ”, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы. Ауылдағы апай-инәйҙәрҙе туплап, йә­шәү дәрте, илһам өҫтәгән, үҙ тама­шасыһын тапҡан “Илһам” ансамбле етәксеһе Зәйлә Рафиҡ ҡыҙына ҡарап тик һоҡланырға ғына ҡала.

”Илһам” ансамбле күрше тирә-яҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын  да үҙенә йәлеп итә: коллективтағы 15 ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһен  йөҙөк ҡашылай күрәм. Һыртлан ауылынан Миңлегөл Буранғолова, Мотайҙан Фирүзә Ғиниәтуллина, Һарыш ауылынан Венера Ғабдуллина – өсөһө лә клуб мөдире. Иң өлкәне – Миңьямал Мәхмүтова, репетицияға Һыртландан елдереп килеп етә. Өс балаға әсәй, 9 ейән-ейәнсәргә өләсәй, тәмле бәлештәре менән беҙҙе һыйларға ярата. Гүзәл менән Зилиә Кинйәбулатовалар – икеһе лә һөнәрҙәре менән ашнаҡсы. Дәртле, бар эште урынына еткергән килендәштәр бейеү номерҙарын да оҫта башҡара. Гүзәл – өс балаға әсәй, ике ейәнсәре бар. Зилиә тормош иптәше менән ике бала үҫтерҙе. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Хәсәнова йырлап ҡына ҡалмай, оҫта алып барыусы ла. Әнгизә Ҡәйүмова иһә – алты балаға ғүмер бүләк иткән әсә, тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың ҡулын ҡыҫҡан кеше. Балалары тәртипле, уҡыуға маһирҙар. Нәзирә күршем – ауылда дин бу­йын­са белем алыуҙы ойошторған, йыр-моңға ла ғашиҡ кеше. Бер репетицияны ла ҡал­дыр­май, – тип һүҙен дауам итә етәксе. – Апалы-һеңлеле Миңзилә Заһитова менән Әми­нә Мөҙәрисова – бала саҡ дуҫтарым. Бе­реһе Күгәрсен районы Йомағужа ауылында йәшәһә, икенсеһе – Һарыштан. Икеһе лә – өләсәй. Әминәбеҙ өс баланы тәрбиәгә алып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Тағы берәйһен ҡарарға алайым, тип опека бүлегенә барғас: ”Әминә Миңлевәли ҡыҙы, һеҙ бит оҫта тәрбиәсе, әллә тағы дүртәүҙе алаһығыҙмы? Улар бит бер туғандар, айырырға ярамай”, – тигәс, ризалашҡан. Көслө, моңло тауышы менән айырылып торған Венера Ғәйнетдинова, мәғлүмәти технологиялар менән дуҫ Зөлхизә Фәттәхова ансамблгә яңы ҡушылды”.
Ҙур хыялдар менән йәшәй “илһам”дар. Репертуарҙы байытырға, башҡарыу кимәлен, сифатын яҡшыртырға, ике тауышҡа  йырлай башларға ниәтләйҙәр.


Айҙар ӘХМӘТОВ.
Мәләүез районы.

Автор:
Читайте нас: