Күптән түгел бер әсәй кеше менән һөйләшергә тура килгәйне. Ҡыҙының 25 йәшкә етеп тә тормошҡа сығырға ашыҡмауы, ул ғына ла түгел, ғиффәтлелеге хаҡында борсолоп телгә алғайны был ханым. “Төҫкә бик һылыу ҙа инде, артыҡ оялсан да түгел, нисек ошо йәшкә тиклем саф килеш йөрөргә мөмкин?” – тип хатта гинекологтар ҙа аптырай икән. “Беҙҙең заман булһа, бер хәл. Хәҙер бит йәштәр башҡаса... Үтә аҡыллы шул ҡыҙым: эсмәй, тартмай, үҙе килеп тороп маҡсатлы. Ултырып ҡалмаһа ғына ярар ине тип хафаланам, әллә дөрөҫ тәрбиәләмәнекме икән?” – тигәйне ул.
Бер уйлаһаң, әсәй кешенең ҡыҙының киләсәге өсөн борсолоуы урынлы һымаҡ. Тик уның сафлығы, башҡалар ише аҙып-туҙып йөрөмәүе, етди мөнәсәбәттәр генә ҡорорға теләүе, үҙен еңел-елпе осрашыуҙарға сарыфламауы, кемдеңдер һөйәркәһе булмайынса, сабыр ғына үҙенә тиң йәрҙе көтөүҙең ни аламалығы?! Ултырған ҡыҙ урынын таба, тиҙәр. Ә 25 йәшлектәрҙе “ҡарт ҡыҙҙар” иҫәбенә индерегә иртәрәк әле. Хатта утыҙ йәштә йәки унан һуң кейәүгә сығып та бик бәхетле йәшәгәндәр бар. Ә табиптарҙың 25 йәштә лә ҡыҙҙың саф ҡала алыуына аптырауына бөтөнләй иғтибар итмәҫкә кәрәктер. Саф булмаһа, кейәүҙә түгелһең, тимәк, енси партнерың да бер нисәү тип ғәйеп ташлауҙары ла ихтимал.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа кемдер хаҡында һүҙ йөрөткәндә “ул һаман да ҡыҙ булып йөрөй” тип ғәжәпләнеүселәр күбәйҙе. Тимәк, ҡыҙ булыу оят һаналған осорҙа йәшәйбеҙ тигән һүҙме был?! Тормош ҡайҙа тәгәрәйҙер?! Киреһенсә, ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың мәктәпте тамамламаҫ борон уҡ енси тормош менән йәшәй башларға мөмкин тип иҫәпләүе, институт тамамлағансы ҡыҙ икәнһең, һин бик күпте юғалтҡанһың тигән яңылыш фекер тыуыуы, ялған ҡиммәттәрҙең нығыныуы хафаға һалырға тейеш һымаҡ бит! Әсәйҙәр, табиптар ҡыҙҙарҙың ғиффәтлелеге өсөн борсолғас, йәштәрҙең үҙҙәренә ни эшләргә ҡала һуң?!
Шулай ҙа йәштәр араһында бөгөн аңлы тормош менән йәшәгәндәр, маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән дә күрә белеүселәр, үҙҙәренә нимә кәрәклеген яҡшы аңлағандар, йәшлектәрен юҡ-бар алдатҡыстарға әрәм-шәрәм итмәй, киләсәге, рухи бөтөнлөгө хаҡында ҡайғыртыусылар, сафлыҡ төшөнсәһенең ҡиммәтен аңлағандар бик күп. Баяғы ханымдың ҡыҙы ла шундайҙар иҫәбендәлер, моғайын. Һәм бының өсөн борсолорға кәрәкмәйҙер. Әммә һәр нәмәнең үҙ миҙгеле була. Ни менәндер артыҡ мауығып китеп, карьера хаҡында ғына уйлап, йә булмаһа башҡа ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡатын-ҡыҙ бәхетенән мәхрүм ҡалмағыҙ!
Байтаҡ йылдар димселек мөнән шөғөлләнгән ғаилә психологы, һәр ваҡыт үҫешкә ынтылған, эшмәкәрлеге аша ҡатын-ҡыҙҙы үҙ асылына ҡайтарыуға илһамландырған Гөлбикә Хәйрелваринаның кәңәштәре йәш-елкенсәк өсөн дә, атай-әсәйҙәр өсөн дә фәһемле булыр.
Кешенең Аллаһы Тәғәләлә һәм һыуһынын ҡандырыуҙа ғына ихтыяжы бар...
“Йәштәргә бер бик мөһим нәмәне кәңәш итәм. Ысынлап та, бөгөн зәңгәр экрандар аша ла, глобаль селтәрҙә лә, урамда ла, ғөмүмән, социумда енси мөнәсәбәткә, енси теләккә бик көслө баҫым яһала. Һәм йәштәр, аңһыҙ рәүештә тормош иптәшен енси яҡтан тап килеү-килмәү йәһәтенән ҡарап һайлай. Улар бер-береһен түшәктә ҡәнәғәтләндерә алырмы? Һәм иң мөһиме ошо, әгәр ҙә буласаҡ тормош иптәше түшәктә тап килмһә, башҡа бер ниндәй параметрҙар буйынса ла тап килмәҫ, уның менән йәшәүе шул тиклем күңелһеҙ һәм эс бошорғас буласаҡ, тип фекерләй улар. Иҫ киткес ҙур һәм тупаҫ хата был. Быны мин, ете йыл дауамында әллә нисәмә тиҫтә парға ҡауышырға ярҙам иткән димсе, 19 йыл ғаилә тормошо менән йәшәгән ҡатын, клиник психолог булараҡ әйтәм. Был, ысынлап та, ҙур алдаҡ. Сөнки енси теләккә генә ҡоролған мөнәсәбәттәр шул тиклем тиҙ ялҡыта. Күреп торабыҙ бит, бөгөн парҙар енси мөнәсәбәтте өҫтөн ҡуйып өйләнешә лә, күп тә тормай, айырылыша. Ә беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ өйләнешкәнсе бер-береһенә енси йәһәттән тап килеү-килмәүҙәре хаҡында уйлап та ҡарамаған, хатта ҡулға-ҡул да тотоношмаған. Ә секстың нимә икәнен улар бөтөнләй белмәгән. Әммә шуға ҡарамаҫтан, бик татыу, йәнле, ваҡиғаларға, тәьҫораттарға бай тормош менән йәшәгән.
Ғөмүмән, енси бәйләнеш, енси ҡәнәғәтлек, енси дәрт хаҡында уйлау Аллаһы Тәғәләгә илткән юлда көслө конкурент ул. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, 18–25 йәштәрҙә әле күптәр ғаилә ҡормаған була, уларҙың енси партнеры юҡ, ә тирә-йүндә енси мөнәсәбәттең һаулыҡ өсөн үтә лә мөһимлеге хаҡында һүҙ ҡабарталар. “Бөтәгеҙ ҙә енсм мөнәсәбәткә инегеҙ, һаулығығыҙ өсөн булһа ла партнер табығыҙ”, – тиҙәр. Һәм, йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы бер йәштәр үҙ-үҙҙәрен ҡәнәғәтләндереү менән шөғөлләнә башлай. Ә был – ҙур гонаһ. Шул тиклем зарарлы алым. Сөнки ике ғашиҡ йәрҙең үҙ-ара енси мөнәсәбәте ахыр сиктә илаһи энергияға әүерелергә, юғарыға күтәрелергә тейеш. Ә үҙ-үҙеңде ҡәнәғәтләндереү менән шөғөлләнгәндә энергия түбәндә ҡала, юғарыға күтәрелмәй. Һәм ул кеше башҡа йәһәттән дә юғарыға күтәрелә алмай. Ул түбән энергияла ҡала. Һәр саҡ енси ҡәнәғәтләнеү хаҡында уйлағанда, мөхәббәтһеҙ, илаһи тойғоһоҙ енси бәйләнешкә ингәндә, тән ихтыяжы менән генә йәшәгәндә лә шул уҡ хәл күҙәтелә. Ундайҙар түбән уйҙар уйлай, түбән идеялар менән яна. Улар юғары була алмай. Ә ижадҡа һәм Хоҙай биргән илаһи ағымға беҙ юғарыла булғанда ғына тоташа алабыҙ. Бөгөн күптәр тән ихтыяжы менән генә йәшәй. Йәғни енси мөнәсәбәт, тәмле-татлы ризыҡ, сепрәк-сапраҡ, биҙәнеү-төҙәнеү, ҡиммәтле автомаобиль һ.б. артынан ҡыуыу. Әле атап үткән нәмәләр тәнде генә туйындыра. Тән менән шул тиклем баҫылған меҫкен йәнде беҙ хатта ишетмәйбеҙ ҙә. Ә ул нимә менән туҡлана һуң? Намаҙ, доға, ураҙа, тыныслыҡ, тәбиғәт менән аралашыу һ.б. Ҡыҙҙар, шуны ишетегеҙ, Хоҙай Тәғәлә тарафынан һеҙҙең өсөн буласаҡ тормош иптәшегеҙ уйлап ҡуйылған инде. Уны әлегә осратмаған булһағыҙ, үҙегеҙҙе нығыраҡ аңлағас, атай-әсәйегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙҙе яйға һалғас, мотлаҡ тап итәсәкһегеҙ. Сөнки барыһы ла һинең үҙеңдән башлана. Үҙеңде аңламай, белмәй тороп, йәр эҙләүҙән фәтүә юҡ. Ә инде быларға өлгәшкән гүзәл зат юғарыраҡ та, һиҙгерерәк тә, һөйкөмлөрәк тә, ир-аттар өсөн ылыҡтырғысыраҡ та булып китә. Йәғни һеҙ үҙегеҙҙе енси йәһәттән иркен тотҡан өсөн түгел, ә ҡатын-ҡыҙ асылығыҙ уянған, тәбиғи, ысын, тере булғанға күрә ир-ат өсөн ылыҡтырғыс тойолоп китәһегеҙ. Шундай ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ үҙенең һөйгәнен осрата. Һәм иң ҡыҙығы, енси тәртипһеҙлек, енси фанатизм менән йонсомағас, ул бөтә кешене лә бик нескә тоя, күрә, һиҙә. Янындағы кешенең нәҡ үҙенә тиң йәр икәнен дә аңлай ала. Ә үҙ-үҙҙәрен ҡәнәғәтләндереүгә юл ҡуйғандар, үҙҙәренә кем менәндер төн үткәрергә рөхсәт иткәндәрҙең һиҙемләү тойғоһо ла, аҡыл зирәклеге лә түбәнерәк. Ә бит улар ҙа иҫ киткес матур. Уларҙың да бәхеткә, шундай һиҙгерлеккә, үтә күреүсәнлеккә хаҡы бар. Әммә ана шул ялҡынлы түбән теләктәрен ауыҙлыҡларға теләмәүҙәре арҡаһында ғына уға эйә була алмайҙар. Сөнки уларҙа Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтенең, аҡыл зирәклегенең иң көслө конкуренты бар. Ул да булһа – рөхсәт ителмәгән шәһүәтлелек. Әйтәйек, әле уҡырға, башҡа уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырырға тейешһең, һәм бының өсөн үрҙә телгә алған илаһи энергия кәрәк, ә һин, унан баш тартып, ваҡытыңды эротик фильмдар ҡарауға, ҡаршы енес вәкиле менән енси темаға һөйләшеүҙәр алып барыуҙарға һәм башҡа нәмәләргә сарыф итәһең. Әгәр ҙә Хоҙай мәрхәмәтенә, уның йомартлығына, бәрәкәтенә өмөт итһәң, бындай түбәнлек һиңә файҙа килтермәҫ. Шуны онотмағыҙ: әҙәм балаһының енси мөнәсәбәткә ихтыяжы юҡ. Эйе, был ихтыяжды ялған рәүештә тыуҙырырға тырышыусылар бар. Кешенең Аллаһы Тәғәләлә һәм һыуһынын ҡандырыуҙа ғына ихтяжы бар. Ә башҡа ихтяж юҡ. Ҡыҙҙар, әгәр ҙә һеҙҙә, хәләл йәрегеҙ булмай тороп, енси мөнәсәбәт хаҡында уй тыуа икән, шунда уҡ, мин Аллаһы Тәғәләгә ышанам тип әйтегеҙ: “Хоҙай Тәғәлә бары үҙемә насип йәр менән осраштырыр. Һәм мин уны көтөп аласаҡмын. Хоҙайым, миңә уны намыҫыма тоғро килеш, үҙемде әрәм-шәрәм итеүҙәрһеҙ көтөргә ярҙам ит”. Ана шул түбән тойғоно ауыҙлыҡлауығыҙ, еңеүегеҙ һеҙҙе киләсәктә ҙур-ҙур уңыштарға иләтәсәк аңлылыҡ, Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡ, үҙеңде тота алыу, тыйнаҡлыҡ көсөнә әүереләсәк.
Ә инде кейәүгә сығырға әҙерһеңме-юҡмы икәнен нисек аңларға? Миңә ҡалһа, быны аңлау мөмкин түгел. Әммә Хоҙай билдәләр бирә. Һәм иң дөрөҫ билдә – яныңда һиңә һаҡсыл, ихтирамлы мөнәсәбәттә булған, һине һаҡлаған, ҡәҙерләгән, намыҫың өсөн яуаплылыҡ тойған һәм шуға ла кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған егет булыуы. Ысынында, ир-ат ғаилә ҡорорға теләмәй. Уларға өйләнмәгән булыу яҡшыраҡ. Сөнки ғаилә ҡормайынса ла, тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлаған һәм башҡаһын да эшләргә әҙер булған ҡатындар етәһе. Әммә мөҙҙәте еткәс, Аллаһы Тәғәлә ир-аттың йөрәгенә өйләнеп, буласаҡ ҡатыны, ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ алыу теләген һала. Янығыҙҙа һеҙҙе хөрмәт иткән, һаҡлаған, һеҙҙең өсөн яуаплылыҡ тойған (ҡыҙғаныу хисе менән бутамағыҙ) кеше бар икән, был осраҡта мин ҡыҙҙарға уға кейәүгә сығыуҙан баш тартмағыҙ тип кәңәш бирәм. Әммә ашығырға ярамай. Был хаҡта мотлаҡ рәүештә атай-әсәйегеҙгә хәбәр итегеҙ. Уның һеҙгә ни өсөн оҡшауын әйтегеҙ. Ыңғай сифаттарын да, тиҫкәреләрен дә телгә алығыҙ. Улар менән кәңәшләшегеҙ. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында фатиха бирмәйҙәр икән, кейәүгә сығыуығыҙҙың бәрәкәте лә булмаясаҡ. Әгәр ҙә ул ысынлап та һеҙҙең кешегеҙ, һәм атай-әсәйегеҙ әлегә риза түгел икән, уның һеҙгә тиң булыуын аңлар, уларҙың ышанысын аҡлар өсөн күпме ваҡыт талап ителә һәм был арауыҡ эсендә ул нимәне иҫбат итергә тейеш тип һорағыҙ. Һәм көтөгөҙ. Быларҙы үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм. Мин медицина университетының икенсе курсында уҡығанда 18 йәштә тормошҡа сыҡтым. Атай-әсәйем ҡаршы ине. Юҡ, буласаҡ тормош иптәшем уларға оҡшай ине. Шулай ҙа ашыҡма, балам, иртәрәк әле, тинеләр. Ә мин, уларҙы тыңламайынса, иң яҡын кешеләремдең фатихаһын алмайынса, йәшләй генә тормошҡа сыҡтым. Һәм, дөрөҫөн генә әйткәндә, бының бер яҡшылығын да күрмәнем. Тәүҙә беҙ тормош иптәшем менән бик алама йәшәнек. Йылдар үткәс, үҙ өҫтөмдә эшләй башлағас, үҙ булмышымды һәм башҡа тормош нескәлектәрен аңлағас ҡына барыһы ла яйға һалынды. Кибеттәрҙә, һайлап ҡуйған итектәр ҙә, яҙған булһа, һатылмай ҡала бит. Тормош иптәше менән дә шул уҡ хәл. Әгәр ҙә һеҙгә инселәнгән йәр икән, ул һис ҡайҙа ла китмәйәсәк, көтәсәк. Шуға кейәүгә сығырға артыҡ ашыҡмағыҙ. Был мөһим мсәьәләгә яуапһыҙ ҡарамағыҙ. Сөнки бөтәһе лә йылдар үткәс кенә беленә. Йәшләй генә ашығып кейәүгә сыҡһағыҙ, утыҙ йәштә йонсоған, тормоштан биҙгән, ҡотһоҙ, нурһыҙ ҡатынға әйләнеүегеҙ ҙә бар. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”
Йәсминә Сафина әҙерләне.