Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
25 Апрель 2023, 08:45

Бөгөн - Ҡыҙ балалар көнө

Хоҙай беҙгә көттөрөп кенә ике ҡыҙ бүләк итте. Уларға Алтынай менән Таңсулпан тип матур исемдәр ҡуштыҡ.

Бөгөн - Ҡыҙ балалар көнө
Бөгөн - Ҡыҙ балалар көнө

 

Бөгөн - Ҡыҙ балалар көнө! Ошо уңайҙан ҡыуанысым менән уртаҡлашырға форсат бар икән дә. Хоҙай беҙгә көттөрөп кенә ике ҡыҙ бүләк итте. Уларға Алтынай менән Таңсулпан тип матур исемдәр ҡуштыҡ. Поликлиникаға йәки башҡа урынға барһаҡ, рус телле кешеләр ҙә, ҡалай матур исемдәр, тип һоҡлана. Әле балаларыбыҙ булмаҫ элек үк мин уларҙың мотлаҡ Өфөләге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыясаҡтарын белә инем. Беҙ бер туғандарҙың барыһының да балалары шунда уҡыны. Үҙебеҙ Затон биҫтәһендә йәшәгәс, йырағыраҡ булһа ла йөрөтөп уҡытыҡ. Оҡшай беҙгә был мәктәп. Бында тәртип бар. Балалар һәр ваҡыт бөхтә, матур кейенеп йөрөй. Үҙебеҙҙең башҡорт балалары тәртипле лә.  Башҡа ҡала мәктәптәренән күпкә айырыла был уҡыу йорто.

Ҡыҙҙарыбыҙ икеһе лә гимназияның туғыҙынсы класын ҡыҙыл аттестат менән тамамланы. Үҙебеҙҙең тәҡдим менән икеһе лә Өфөләге медицина колледжына уҡырға инде. Конкурс бында ғәжәп ҙур: бер урынға 15 кеше тура килә ине. Бөгөн Алтынай шәфҡәт туташы бүлегендә – өсөнсө курста, Таңсулпан фармацевтикала беренсе курста уҡый. Аллаға шөкөр, балалар баҡсаһына барғансы русса белмәһәләр ҙә, бөгөн төрлө милләт балалары уҡыған белем алған уҡыу йортонда иң яҡшы студенттар исемлегендә  улар. Хатта ҡайһы берҙә уҡытыусылары: “Һин ҡайһы мәктәптә уҡының?” – тип һорауы гимназиябыҙҙың абруйы хаҡында һөйләй. Күптән түгел Таңсулпандар төркөмө рус теленән яҙма эш башҡарған. 25 бала араһында башҡортса уҡыған башҡорт ҡыҙына ғына “бишле” билдәһе булған.

Ҡыҙҙарыма төплө белем биргән 20-се ҡала башҡорт гимназияһына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Әлбиттә, уларҙың юғары белем аласағына ла шигем юҡ. Бәхетле булһындар.

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:
Читайте нас: